Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Йүгерек батыр”Бәрәкәтле, йомарт, гүзәл Йәрмәкәй ере илебеҙгә күп арҙаҡлы шәхестәр бүләк иткән. Шаулап торған донъябыҙ күгендә улар һүнмәҫ йондоҙ кеүек балҡый һәм бөгөн дә маяҡ булып яна, йәштәргә юл күрһәтә. Шундайҙарҙың береһе — легендар спортсы, еңел атлетика буйынса ике тапҡыр Советтар Союзы чемпионы, СССР-ҙың спорт мастеры, педагогия фәндәре кандидаты Миңневасиҡ Абдуллин.

Эйе, күптәребеҙгә билдәле, данлыҡлы шәхестәр, ғәҙәттә, ауыл ерендә "ҡанат нығыта". Миңневасиҡ Абдуллинға килгәндә, ул бер ҡасан да спорт мәктәптәрендә уҡымаған. Быға ул үҙаллы өйрәнгән, спорттағы бейеклектәрҙе үҙ тырышлығы, сәмселлеге, ташып торған энергияһы, һәләте менән яулаған. Спорт менән әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, 22 йәшендә генә шөғөлләнә башлай. Ауылда һәм хәрби хеҙмәттә алған сынығыуы бер нисә йыл эсендә уға СССР чемпионы баҫҡысына күтәрелергә ярҙам итә. Әрмелә йыш ҡына төрлө дистанцияға кроста йүгерергә, шулай уҡ хәрби формала, противогаз кейеп, иңгә автомат аҫып, марш-бросоктарҙа ҡатнашырға тура килә.
Йылдар бер-бер артлы үтә торҙо, Миңневасиҡ иһә бөтә күңелен спортҡа, еңел атлетикаға бирҙе, буйы етерлек маҡсаттар ҡуйҙы.
Грецияла шундай боронғо яҙыу табылған: "Көслө булғың килһә — йүгер, матур булғың килһә — йүгер, аҡыллы булғың килһә — йүгер". Еңел атлетиканы юҡҡа ғына "спорт королеваһы" тип атамағандарҙыр, моғайын. Миңневасиҡ Абдуллин был ҡанатлы һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп ҡабул иткән, бөтә булмышын спортҡа арнаған.
Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылында үҫә ул. Ошондағы мәктәптә белем ала. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Ғатаулла ағай менән әсәһе Өммөгөлсөм апай Миңневасиҡҡа бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиә-йүнәлеш бирә. Әрме сафтарынан һуң егет Өфөләге моторҙар эшләү заводына урынлаша. Ул спортты хеҙмәт, киске мәктәптә уҡыу менән бергә алып бара, уртаса һәм оҙон дистанцияларға йүгереүҙә шаҡтай уңышҡа өлгәшә. Еңел атлетика менән шөғөлләнеүҙең тәүге йылында аҙнаһына ни бары бер күнекмә яһаһа ла, 1500 метрға йүгереүҙә беренсе разряд һөҙөмтәһен күрһәтә. Бигерәк тә 1963 йыл хәтерендә ҡалған. Шишмәлә үткән Башҡортостан чемпионатында, Йәрмәкәй районының йыйылма командаһы составында ҡатнашып, ул 800 метр араны беренсе булып үтә. Бына шул саҡта инде күңеле ҡанатланып китә һәм спорт егеттең айырылмаҫ юлдашына әүерелә.
Миңневасиҡ нефтсе, һуңғараҡ заводта слесарь булып эшләгәндә лә спортты ташламай. Киреһенсә, күп ваҡытын күнекмәләргә бүлә. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. Ул Бөтә Союз кимәлендәге яҙғы еңел атлетика кростарындағы тотороҡло уңыштары менән спорт белгестәрен хайран ҡалдыра. Ни бары өс йыл эсендә СССР-ҙың спорт мастеры нормативын үтәүгә өлгәшә, ә дүртенсе йылда еңел атлетика кросында беренсе тапҡыр ил чемпионы исемен ала һәм "Правда" гәзите редакцияһының призына лайыҡ була. Әйткәндәй, башҡа йүгереүселәргә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн кәмендә һигеҙ-ун йыл кәрәк.
Миңневасиҡ Абдуллин үҙ ғүмерендә дүрт дистанция буйынса бик күп рекорд ҡуйҙы, шуның икеһе — 1000 һәм 1500 метрға йүгереү. Инде 40 йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, улар әле лә иң уңышлылары булып ҡала бирә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: юғары ҡаҙаныштарҙың икеһе лә Прагала теркәлгән.
Яҡташыбыҙға Европа чемпионатында ла көс һынашырға тура килде. 1973 йылда Роттердамда үткән ярышта 3000 метрға йүгереүҙә ул туғыҙынсы урынға сыҡты, СССР чемпионатында ике көмөш миҙал менән бүләкләнде, РСФСР халыҡтарының йәйге спартакиадаһында 500 метрға уҙышыуҙа (1975 йыл) еңеү яуланы, РСФСР чемпионатында алты алтын миҙалға эйә булды. 1972 — 1976 йылдарҙа илдең милли һәм профсоюз йыйылма командалары составында Бельгия, Чехословакия, Нидерландтар, Швейцария, Италия, Югославия, Финляндия, Германия илдәрендә үткән ярыштарҙа, шулай уҡ СССР—Бөйөк Британия, СССР — Финляндия, СССР — ГФР матчтарында ҡатнашты.
Ғөмүмән, Миңневасиҡ Абдуллинға рәсми стартҡа 244 тапҡыр сығырға тура килгән (район бәйгеләренән башлап, Советтар Союзы, Европа чемпионаттарын да индереп). Ул төрлө дистанцияларға ярышта барлығы 855 километр араны йүгереп үткән. Финиш һыҙығына 117 тапҡыр беренсе, 84 тапҡыр икенсе һәм өсөнсө булып килгән. Күнекмәләрҙә үтелгән юлды иҫәпләһәң, яҡташыбыҙ Ер шарын бер ярым тапҡыр әйләнеп сығыуға тиң араны йүгереп уҙған.
Әлбиттә, Миңневасиҡтың тормош иптәше Рәмилә, игеҙәктәре Динара, Гөлнара, улдары Салауат ғаилә башлығына терәк була белде. Ә яҡындарыңдың ихтирамын тойғанда күңелең һәр саҡ тыныс.
Әйткәндәй, данлыҡлы яҡташыбыҙҙың уңыштары иғтибарһыҙ ҡалманы. Спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн ул "Хеҙмәттәге яҡшы күрһәткестәр өсөн" СССР миҙалы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Һуңыраҡ, ҙур спортты ҡалдырып, Миңневасиҡ Абдуллин Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең спорт клубы тренеры булып китә. Үҙенең остазы Николай Понов менән Гастелло исемендәге спорт клубында эшләй, өс спорт мастеры — Нәғимйән Байрамғолов, СССР рекордсмены Фәйзулла Абдрафиҡов һәм Фәнил Басировты — әҙерләй.
Йылдар үтеү менән ул тренерлыҡ эшенән фәнгә күсә. Заманында Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған спортсы, ауыл шарттарында әҙерлек осоро үткән йүгереүсе булараҡ, үҙенең бай тәжрибәһен дөйөмләштереп, 1990 йылда Омск физик культура институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ул ваҡытта беҙҙең республикала бындай фәнни хеҙмәт менән шөғөлләнеүселәр юҡ кимәлендә ине. Абдуллинға тиклем физик культура һәм спорт өлкәһендә Өфөлә ни бары һигеҙ диссертация яҡланғаны мәғлүм.
Миңневасиҡ Ғатаулла улы 2001 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик тәрбиә кафедраһын етәкләй. 1988 йылда "Йүгереү — минең тормошом" тигән автобиографик китап та яҙған. Байтаҡ йылдар үткәс, был баҫманы тулыландырып, "Мин йүгереүҙе һайлайым" исемле йәнә бер китап баҫтырҙы. Хәйер, ул ижади, фәнни эш һәм, әлбиттә, спорт менән ихлас шөғөлләнә. Арыу-талыу белмәҫ, тынғыһыҙ, булдыҡлы кеше фәҡәт шулай булалыр ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 763

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 384

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 262

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 228

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 095

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069