Баш ҡалала тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса спорт мәктәбе яңыртылдыҠунаҡ ҡаршылар алдынан үҙлегенән кәйеф күтәрелә, көс барлыҡҡа килә. Бығаса ҡул етмәйерәк, тотонорға ҡаушабыраҡ торған эштәреңде йәһәт кенә теүәлләп ҡуйырҙай дарман да, теләк тә табыла. Баш ҡалалағы “Олимпик-парк” тау саңғыһы комплексындағы ғәжәйеп үҙгәрешкә бер килке аптырап торҙоҡ.
– Бөтә донъя VI Халыҡ-ара балалар уйындарына килеүселәрҙе ҡаршыларға әҙербеҙ, – тине, ҡәнәғәт йылмайып, ойошманың директоры Ринат Хөснитдинов. – Сноуборд, тау саңғыһы буйынса ярыштар ошонда үтәсәк. Төп объекттар төҙөлөп бөттө. Хәҙер ҡорамалдарҙы урынлаштырыу, йыһазландырыу кеүек эштәр менән мәшғүлбеҙ.
Балалар олимпиадаһына торошло бындай сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелә. Мәртәбәле ярышты уҙғарыу урыны итеп Өфөнө һайлауҙары тиккә түгел. 2011 йылда Шотландияның Ланаркшир графлығында донъя ярыштары уҙғайны, Өфө балалары унда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Башҡортостан уҡыусыларының уңышына хайран ҡалған ойоштороу комитеты ағзалары сираттағы уйындарҙы Өфөлә үткәрергә кәрәк тигән фекергә килә. Был спорт ярыштарында 12 – 15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.
– Ошо ике ҡатлы мөһабәт объект урынында элек ағас бина ине, – тип һүҙен дауам итте Ринат Урал улы. – Тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе шунда урынлашҡайны.
Әле бында һуңғы эштәр бара: берәүҙәр витраждарҙы нығыта, икенселәр тәҙрәләрҙе йыуа, өсөнсөләр тағы нимәлер йыйыштыра. Яңы спорт мәктәбенең уңайлыҡтары тураһында әйтеп тораһы түгел.
Саңғыларҙы, сноубордтарҙы, таяҡтарҙы һаҡлау урындары ла үҙенсәлекле, уңайлы итеп йыһазландырылған.
– Ә быныһы ботинка киптереү өсөн махсус бүлмә, – тип күрһәтә Ринат Урал улы. – Улары ла ғәжәп йәтеш: штифтҡа ботинканы ҡуйыу менән клапан баҫыла һәм аяҡ кейеме эсенә йылы һауа өрә башлай.
Бығаса бер ҙә күҙгә салынмаған ят нәмәне күргәс, төпсөнмәй булдыра алманым.
– Саңғы, сноуборд табандарын шымартыу өсөн ул, – тип аңлатты директор. – Бындай ҡоролма хаҡында элек хыяллана ғына инек, харап шәп әйбер, һауа торошона ярашлы итеп махсус рельф та һалып ҡуя.
Йәнә бихисап нәмәләрҙе ғорурланып күрһәтте директор. Мәҫәлән, бында тренажер залы күҙаллана, бөтә ҡорамалдар килтерелгән, йәнә батуттар ҡуйыласаҡ. Баҡһаң, саңғы, сноуборд спорты менән шөғөлләнеүселәргә тән һығылмалылығын үҫтереү өсөн батут бик файҙалы икән.
Сисенеү-кейенеү урындары иркен, йыуыныу бүлмәһе бар. Тренерҙар, уҡытыусылар өсөн сауна, бер нисә бүлмә булдырылған. Бәләгә тарығандарға тәүге ярҙам күрһәтеү һәм допингка тикшереү хеҙмәткәрҙәре өсөн тиҙҙән медпункт эшләй башлаясаҡ. Ишектәргә башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә яҙыуҙар әҙерләнә.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтә уңайлыҡтары булған мөһабәт спорт мәктәбе төҙөлөүгә балалар ҙа, тренерҙар ҙа ҡыуанып бөтә алмай.
Ринат Урал улы менән йәнә комплекс ихатаһына сығабыҙ. Ғәжәп матур урында, һомғол ҡарағайҙар араһында урынлашҡан ул. Күңелле музыка уйнай. Ҡар бөртөктәре һибәләй. Күңелде әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғо биләй.
– Бында ла һуңғы эштәр бара. Сноубордта, саңғыла шыуыу трассалары киңәйтелде, заманса итеп эшләнде. Ана, тегендә махсус белгестәр ярыштарҙы күҙәтеү урындарын көйләй, – тип тау түбәненә һуҙылған һөҙәк юлдарҙы күрһәтә директор. – Күптән түгел бында Сочи, Красноярск, Мәскәү, Мейәс, Магнитогорск, Пермь, Ижевск ҡалаларынан һәм Мәскәү өлкәһенән 12 – 15 йәшлек балалар сноуборд буйынса көс һынашты.
Етәксе менән хушлашып, ҡайтыр юлға ыңғайлағанда шаулаша-гөрләшә күнекмәләргә килеүсе бер төркөм ҡыҙҙар һәм малайҙар осраны. Кем белә, бәлки, киләсәктә сит илдәрҙә, олимпиадаларҙа республикабыҙҙы танытыр батырҙар тап улар араһындалыр. Ә тиҙҙән бында Халыҡ-ара балалар уйындарына старт биреләсәк.
Әйткәндәй...Ҡалабыҙ ярышҡа әҙер“Өфө бөгөндән йәш спортсыларҙы ҡаршы алырға әҙер”! Мәскәүҙә Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән матбуғат конференцияһында Бөтә донъя халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит шулай тине.
— Уйындарҙың президенты Торстен Раше менән техник комиссия составында ярыштар үтәсәк дүрт объектты ҡарап сыҡтыҡ, һәм, беләһегеҙме, быға хатта ғәжәпләнмәнек. Беҙ бөтәһе лә тәртиптә булырына былай ҙа ышана инек, – тип өҫтәне Ричард Смит.
Өфөләге Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов форумды үткәреү республика өсөн ҙур мәртәбә булыуын билдәләне. “Ярыштарҙан тыш, Өфөлә балаларҙы ҡыҙыҡлы күңел асыу программалары көтә. Йәш спортсыларҙың күпселеге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында йәшәйәсәк, улар өсөн бында дискотека, төрлө уйындар ойошторола”, – тине.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта бындай саралар донъяның төрлө илдәре һәм ҡалаларынан йыйылған балаларға үҙ-ара аралашыу, танышыу, дуҫлашыу өсөн уңайлы мөхит булыуын атаны.
Танылған спортсы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Батталова: “Уйындарҙы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡарарға тейеш. Үҙҙәренең тиңдәштәре нисек ярышҡанын күҙәтеү уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ”, – тине.
Программала шайбалы хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, сноуборд, саңғы уҙышы һәм спорт ориентиры буйынса көс һынашыу ҡаралған. Бәйгелә егерме илдең – 30, Рәсәйҙең шул сама ҡалаһынан һигеҙ йөҙ самаһы бала ҡатнаша.