Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Йондоҙҙар"ҙан ҡотолоу ярҙам итмәне...
"Йондоҙҙар"ҙан ҡотолоу ярҙам итмәне...Кубокка быйыл төп дәғүәселәр – "ЦСКА" менән "СКА"

– Беҙгә "йондоҙҙар" кәрәкмәй, уларҙан көйәрмәндәр ҙә, беҙ ҙә ялҡып киттек, – тигәйне юлаевсыларҙың генераль менеджеры Олег Гросс быйылғы уйын миҙгеле башланыр алдынан. Ошоно раҫлағандай, команданан Александр Радулов, Виктор Козлов, Петр Счастливый кеүек хоккейсылар китеп барҙы. Ғөмүмән, состав тулыһынса яңырҙы тиергә була. Әммә бындай үҙгәрештәр һөҙөмтә бирҙеме һуң? Әйҙәгеҙ, Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле тамамланыр алдынан ошо турала фекер йөрөтөп алайыҡ.

Бынан бер нисә йыл элек яңы барлыҡҡа килгән лигала Көнсығыш клубтары хакимлыҡ итте. Бигерәк тә, Ҡазандың "Аҡ барыҫ"ы менән Өфөнөң "Салауат Юлаев"ы һәр ваҡыт тиерлек Гагарин кубогына төп дәғүәселәрҙән һаналды. Ә Көнбайыш конференцияһында хәлдәр маҡтанырлыҡ булманы (әлбиттә, "СКА" менән "Локомотив"ты иҫәпкә алмағанда), улар иң шәбендә "Атлант" кеүек көмөшкә генә дәғүә итә алды. Күптәр фекеренсә, лиганы конференцияларға бүлеү ниндәйҙер кимәлдә ошо яҡ командалары ла миҙалдарға дәғүә итә алһын өсөн башҡарылғайны.
Бына, ниһайәт, бер нисә йылдан хәл үҙгәрҙе. Бығаса Мәскәүҙең "Динамо"һы чемпион булып өлгөрҙө, бөгөн "ЦСКА", "СКА", ҡабаттан тергеҙелгән "Локомотив""Йондоҙҙар"ҙан ҡотолоу ярҙам итмәне... кеүек командалар иң ғәйрәтлеләр рәтендә. Әммә, нисек кенә булмаһын, был лидерлыҡ махсус ҡабартылған ҡыуыҡты хәтерләтә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа "Газпром", "Роснефть" кеүек дәүләт компанияларының миллиондарса аҡсаһы тап "ЦСКА" менән "СКА"-ға һалынды. Эйе, һалым түләүселәрҙең аҡсаһы. Шуға ла диңгеҙ аръяғында локаут башланыу менән (НХЛ-дағы уйындарҙың билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеүе), ундағы Павел Дацюк, Александр Овечкин, Илья Ковальчук, Никлас Бэкстрем кеүек билдәле уйынсылар тап ошо командаларға ағылды (халыҡ аҡсаһы йәлме ни?). Ә локаут бөткәс, миллиондарса һум менән иҫәпләнгән эш хаҡын алып, улар китеп барҙы. Шул мәлдә КХЛ етәкселеге лә көтмәгәндә "ярлыланып" ҡалған бай клубтарҙың хәленә инде (етәкселектә шул клубтарҙың хужалары ултыра бит): дедлайнды (уйынсыларҙың бер клубтан икенсеһенә күсеүҙең һуңғы көнөн) аҙаҡҡараҡ күсерҙе. Бының менән "олигархтар" турнир аутсайдерҙарының "ҡаймағын", йәғни иң яҡшы уйынсыларын, "һөҙөп алып", хәлдәрен йәнә яҡшыртты.
Көнсығышта ла быйыл лидерҙар шул уҡ: һуңғы йылдарҙа "күтәрелгән" "Трактор"ҙан тыш, һаман да "Аҡ барыҫ", “Авангард", Магнитогорскиҙың "Металлург"ы турнир баҫҡысында беренселек өсөн көрәшә. Ә бына ҡасандыр лиганы дер һелкеткән "йәшел машина" тураһында ғына улай тип әйтеп булмай: быйыл юлаевсылар хатта үҙенең дивизионында ла беренселеккә күтәрелә алманы. Баш тренерҙы сираттағы тапҡыр уның ярҙамсыһына алмаштырыу ҙа, Томаш Ролинек һәм Виталий Шулаков кеүек уйынсыларҙан ҡотолоу ҙа ярҙам итмәне. Бөгөн беҙ Көнсығыш конференцияһында хатта "Барыҫ" менән "Себер" кеүек командаларҙан да ҡалышабыҙ. Бер генә йыуаныс: плей-офф уйындарында кемлегебеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек ҡалған кеүек. Әммә өмөтһөҙ һөжүм, "тишек" оборона быға ышанысты көндән-көн кәметә...
Эйе, нисек кенә ауыр булмаһын, танырға тура килә: Өфө командаһына "йондоҙҙарҙан" ҡотолоу һис тә ярҙам итмәне, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштырҙы. Хәҙер ер тырнап илаһаң да, Радулов кеүек уйынсыларҙы ҡабаттан ҡайтарыу бик ауыр буласаҡ. Бер генә өмөт – бик күп көйәрмәндәр "Салауат"тан киткәне бирле бер клубҡа ла етәкселек итмәгән Вячеслав Быковтың кире ҡайтырына һәм хәлде төҙәтеренә өмөтләнә. Булдырһа, ул ғына булдырыр. Ләкин, теләрме икән?


Автор: З. РӘШИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 763

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 384

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 262

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 228

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 095

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069