Өфөлә Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәреүҙең маҡсаты ҙур ине. Шулай ҙа илдә генә түгел, барлыҡ донъяла Башҡортостан, баш ҡалабыҙ тураһында ишетһендәр, белһендәр тип, республика етәкселеге айырыуса тырышҡандыр. Минеңсә, быға өлгәшелде. Чемпионат бөтмәҫ элек үк Интернетта беҙҙең турала мәғлүмәт күбәйҙе. Бәлки, әйтелгәндәрҙең бөтәһе лә ыңғай түгелдер, әммә уларҙы уҡыуы ҡыҙыҡ. Үҙебеҙгә ситтән ҡарау мөмкинлеге тип тә ҡабул итергә кәрәк. Һеҙҙең иғтибарға ла уларҙы тәҡдим итмәксебеҙ.
Өфөбөҙ айырыуса Канада көйәрмәндәренә ҡыҙыҡлы тойолған. Иң күп ҡунаҡтар ҙа ошо илдән килгәйне шул. Канада репортеры Кевин МакГрэндың мәҡәләһенән өҙөк килтерәм.
"Рәсәйҙең был төпкөл төбәгенә сәфәрем тамамланып та килә. Донъяның икенсе өлөшөндә, йәғни икенсе мәҙәни мөхиттә булдым, сәйерлектәре күп булһа ла, хәҙер миңә уның тураһында ҡайһы бер нәмәләр билдәле.
Кешеләр бик яҡшы булып сыҡты. Мин көткәндән дә һәйбәтерәк, ихласыраҡ улар. Туҡланыу яғына килгәндә, ыңғайы ла, киреһе лә булды.
Әммә Рәсәй — икенсе ил, бүтән мәҙәни мөхит. Тел ҡаршылығы ныҡ һиҙелә. Уларҙың инглизсәһе минең урыҫсама ҡарағанда саҡ ҡына һәйбәтерәк ине. Ҡала буйлап телефонһыҙ йөрөп булманы, ундағы махсус тәржемә итеүсе программаға инглиз телендә нимә теләүемде яҙам һәм урындағы халыҡҡа урыҫса уҡыһындар өсөн күрһәтәм. Ә бына урыҫсанан инглизсәгә тәржемә итеү мәсьәләһе бер нисек тә хәл ителмәне. Шуға күрә ымдар теле менән аралашыу иң хәйерлеһе ине.
Босым ун ҡыҙыҡлы күренеш исемлеген төҙөргә ҡушҡайны. Тик мин был һан менән генә сикләнә алманым, күберәк булды:
3 Светофорҙағы ҡыҙыл төҫтән һуң һарыһы тоҡана, шунан — йәшел. Һары төҫ хәрәкәткә әҙерләнергә ҡуша икән.
3 Полицейскийҙар бер ҡасан да йылмаймай. Улар вестибюлдә, урам буйында, сауҙа үҙәктәрендә һиңә "таш ҡараш" менән ҡарап тороуҙан башҡа бер нәмә лә эшләмәй кеүек.
3 Лифттар бик бәләкәй, ә пандустар йә текә, йә тайғаҡ, йә бөтөнләй юҡ. Был инвалидтарҙың һәм коляскалы кешеләрҙең тормошон бик ауырайта.
3 Һәр автобус туҡталышында тиерлек бәләкәй генә магазиндар бар.
3 Ҡайҙа барһағыҙ ҙа, бәҙрәф ҡағыҙы алырға онотмағыҙ. Күп йәмәғәт бәҙрәфтәре кабинкаһында улар юҡ йә иһә уны раковина янынан алырға мөмкин.
3 Сауҙа үҙәктәре туп-тулы. Әммә ундағы магазиндарҙа кеше бик һирәк. Моғайын, бында йылыныр өсөн киләләрҙер.
3 Автомобилдә йөрөгәндә ҡапыл ғына рәттән рәткә күсеү дөйөм ҡабул ителгән тактика, ахырыһы. Минеңсә, водителдәр быны махсус эшләй. Айырыуса боролорға кәрәк булғанда. Күптәрҙең тәгәрмәсендә ҡышҡы резина ла тойолманы. Ә иң мөһиме — улар йәйәүлеләр тураһында тамсы ла уйламай.
3 Водителдәр ҡайҙа теләй, шунда машинаһын ҡуя. Тротуарҙа, бордюр буйында, юл ситендә... Ҡайҙа ташлап китә алалар, автомобилдәрен шунда ҡалдыралар. Аҙаҡ берәйһе килә лә машинаңды этеп сығарырға ярҙам итә. Бер тапҡыр быны миңә лә эшләргә тура килде.
3 "Өфө-Арена"ла йыйыштырыусылар һәр уйын һайын 3-сө осор бөтөүгә 10 минут ҡалғас иҙән йыуа. Көйәрмәндәрҙең аяҡ аҫтында күләүектәр ятып ҡала. Күрәһең, бында судҡа биреү һәм страховка түләү ихтималы бөтөнләй борсомай.
3 Трибунаға ризыҡ индереү тыйыла. Сауҙа палаткалары янында ғына ашарға мөмкин.
3 Йәш ҡыҙҙар тубығына тиклемге оҙонлоҡтағы хәтәр бейек, нәҙек үксәле итек кейә. Тышта ниндәй генә һауа торошо һәм шарттар булыуына ҡараусы юҡ!
3 Таксиға ултырып китер алдынан һәр саҡ 15 минут самаһы һөйләшеүҙәр алып барырға кәрәк. Бер таксисҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң, ул өс-дүрт коллегаһы менән кәңәшләшә. Был саҡта бөтәһе лә башын борғолай, әллә кемдәргә шылтырата һәм бик хәйләкәр йылмая. Шунан һуң ғына береһе: "О,к, поехали", — ти.
3 Отелдәге бүлмәмдә бер генә ут һүндергес бар ине, ул ишек төбөнә ҡуйылған. Йоҡларға ятҡанда, утты һүндерер өсөн унда тиклем — 10 фут, ә кире карауатҡа дөм ҡараңғыла бараһың.
3 Иртән аш, спагетти, бешерелгән тауыҡ һәм ҡырҡыу ит бирәләр. Мин аш алырға тәҡдим итәм.
3 Улар ҡамыр ризыҡ бешерергә ярата. Әммә һаҡ булығыҙ. Ҡайһы берҙә уның эсендә джем була, ә ҡайһы саҡта — һуған.
Канаданың төп гәзиттәренең береһе — "Торонто Сан"да ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫылған. Сит ил журналистарын һыуыҡ көндәр (чемпионат барған көндәр ысынлап бик һалҡын торҙо шул), иҙән ситенә ҡуйылған ағас плинтустар, ҙур мегаполис өсөн аҙ таксиҙар һәм Өфө ҡыҙҙарының һәр ваҡыт бейек үксәле итектә йөрөүе аптыратҡан.
"Уны һәр бер ҡатын-ҡыҙ кейә тиерлек. Моғайын, бындай аяҡ кейемен ҡыҙҙар ике йәштән үк кейә башлайҙыр. Бында, Өфөлә, улар боҙло тротуарҙа һәм көрт аша Шерптар кеүек (Тибет тауҙарында оҙатып йөрөүсе) атлайҙар. Иҫ китмәле күренеш!"
Беҙҙең водителдәрҙең машинаһын нисек ҡалдырып китеүе, ысынлап та, бик күп сит ил ҡунаҡтарын аптыратҡан. "Кешеләр бында машинаһын банк талаған саҡтағы кеүек ташлап китә. Әйтерһең, ҡапыл ғына водитель урынынан һикереп төшөргә хәл иткән, ә машина үҙе туҡтағансы барыуын дауам итә. Машиналар — бордюрҙа, бордюрҙан ярты метр йыраҡлыҡта, бордюрға перпендикуляр рәүештә... Быға бейек үксәле ҡатын-ҡыҙҙың тайғаҡ юлдан китеп барыуын да өҫтәһәң, ҡалалағы иң ҡурҡыныс урын тротуарҙар булып сыға".
Ә Канада көйәрмәндәре Өфөнө ошолай күрә:
"Өфөлә миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ҡала бик боронғо һәм ифрат матур. Төп сәнәғәт — самолеттарға комплектлаусы деталдәр етештереү. Өфө Европа менән Азия сигенән 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Шуға күрә балыҡ тотолған океан тураһында һөйләгәндә, улар Тымыҡ океанды күҙ уңында тота. Бында һыуыҡмы тип ҡыҙыҡһынһағыҙ, әйтәм — ныҡ һыуыҡ. Шулай уҡ бында дауыллы елдәр иҫә, улар Себерҙән килә, шикелле".
"... Өфө — миллионлы ҡала һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы. Унда йәшәүселәрҙең бер өлөшө урыҫтар, әммә башҡорттар һәм татарҙар күпселек кеүек. Әгәр Оттава, Саскатун, Баффало һәм Калгари кеүек быға тиклем йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткән ҡалалар Өфөгә әллә ҡайҙа йәһәннәмдә урынлашҡан, таныш булмаған ҡала тип өҫтәнерәк ҡараһалар, Википедияла уның менән танышыу уларҙы бик аптыратыр ине. Эш шунда: Өфөгә борон заманда, 1574 йылда, Иван Грозный үҙе нигеҙ һалған!"
"... Миңә бында оҡшай. Быға тиклем Рәсәйҙә булғаным юҡ ине. Аштары тәмһеҙ һәм кешеләре яғымһыҙ, тип ишеткәйнем. Әммә ошоғаса бынамын тигән тәмле аш менән һыйланам, һәм кешеләр ҙә бик ихлас..."
Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель Өфөлә ойошторолған чемпионат кимәлен шулай уҡ юғары баһаланы: "Донъя чемпионатын ойоштороу кимәлен юғары тип баһалай алам. Бик етди эш башҡарылды, шуға өҫтәп, бында ҡарлы ысын ҡыш, ә Өфөлә хоккей яратҡан көйәрмәндәр бихисап", — тине ул.
Чемпионат барған көндәрҙә бәйге барышын телевизорҙан федераль каналдарҙан ҡарарға тырыштым. Маҡсатым комментаторҙарҙың Өфө тураһында, беҙҙең әҙерлек хаҡында нимә әйтерҙәре ҡыҙыҡһындыра ине. Эйе, баһа юғары булды, спорт һарайҙарының әҙерлегенән дә ҡәнәғәттәр ине. Ә иң ҡыуаныслыһы: Өфөнөң өлкәндәр араһында бөгөндән донъя чемпионатын ҡабул итергә әҙерлеген билдәләнеләр. Әгәр ул ысынлап ойошторола ҡалһа, тағы ла күберәк көйәрмәндәр көтөләсәк, донъя телеканалдары иғтибары ла беҙгә төбәләсәк.