Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Самбо — минең һөнәрем”
“Самбо — минең һөнәрем”Грецияның Салоники ҡалаһы. Хәрби самбо буйынса донъя чемпионатының финалы. Барса халыҡ Эстония көрәшсеһе Александр Федоров менән Рәсәйҙән килгән Венер Ғәлиевтең алышын ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Һүҙ юҡ: егеттәр икеһе лә яҡшы һуғыша! Оҫталар, хәрәкәттәре йылдам, алымдары шәп. Шулай ҙа бер мәл өҫтөнлөк Федоров яғында була башламаһынмы! Хатта әллә нисә яҡшы алым да күрһәтеп алды. Иҫәп уның файҙаһына 8:0. Хәҙер инде эстондарҙың еңеүгә шиге ҡалманы шикелле. Әммә иртәрәк ҡыуанғандар! Һис уйламағанда башҡорт егете дәғүәсеһен дөмбәҫләй башламаһынмы! Кәрәген бирә генә! Һөҙөмтәлә Венер Ғәлиев икенсе тапҡыр рәттән — донъя чемпионы! Данлыҡлы спортсы бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

— Венер, иң тәүҙә үҙең хаҡында һөйлә әле.
— Атайым — Миәкәнән, әсәйем Белорет районынан Стәрлетамаҡҡа килеп, ғаилә ҡорғандар. Бала сағым, үҫмер йылдарым ошо ҡалала үтте. Дамир исемле ҡустым бар. Тыныс малай булдым, спорт яраттым.
— Тимәк, профессиональ спортҡа һуҡмаҡ үҫмер саҡта һалынған...
— Дөрөҫ. Теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшәм тиһәң, бәләкәйҙән үҙеңде шуға әҙерләү кәрәктер. Берәү ҙә өгөтләмәне, нисектер үҙемдән-үҙем спортҡа тартылдым, күнекмәләр менән үтте бала саҡ. Ун йәштәрҙә дзюдоға йөрөй башланым, футбол менән дә мауығып алдым. Ә бер аҙҙан грек-рим көрәше үҙенә тартты. Атай-әсәйем дәртләнеп, етди шөғөлләнеүемде аңлай ине. Һөҙөмтәләрҙе күргәс, улар миңә ышанды. Артабан Стәрлетамаҡтағы физик культура техникумына уҡырға индем, уны “ҡыҙыл диплом”ға тамамланым. Ә 17 йәштә баш ҡалаға “Уфимец” командаһы өсөн сығыш яһарға саҡырҙылар.
— Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай, тиҙәр. Ә бына самбистар көрәштән ҡурҡамы йәки тулҡынланамы икән?
— Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған кеше бармы икән? Әлбиттә, рингка сығыр алдынан күңелде ниндәйҙер көсөргәнеш биләп ала. Башҡалар ҙа шулай. Мин тулҡынланмаған бер спортсыны ла белмәйем. Айырыуса ҙур ярыш алдынан. Кейем алмаштырыу бүлмәһендә егеттәрҙең күҙ ҡарашынан уҡ аңлашыла был тойғо, әммә алышҡа сығыу менән ул һыпырып ташлағандай юҡ була.
— Танылған бер көрәшсенең, үҙенең ысын уй-ниәтен йәшермәй, фәҡәт аҡса өсөн һуғышам, тигәне хәтерҙә ҡалған. Ә һеҙ?..
— Әлбиттә, малай саҡта, тәүге осорҙа барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Хәҙер мин — профессиональ спортсы, самбо төп һөнәремә әүерелде. Уны ғаиләмде ҡарау өсөн төп финанс сығанағы тип әйтер инем. Ҙур спортҡа сығыу — ауыр, етди хеҙмәт емеше. Ул лайыҡлы баһаланырға тейеш.
— Ҡушаматығыҙ — “Башҡорт”. Кем уйлап тапты?
— Ҡаҙағстанда тағып ҡуйҙылар был исемде. Рингка “Башҡортостан” тип яҙылған футболка кейеп сыҡҡайным. Чемпионатта еңгәс, барса халыҡ: “Башҡорт, молодец!” — тип һөрән һала башламаһынмы! Шунан китте инде.
— Олимпия чемпионы Василий Ломаченко, судьяларға бәхәсләшергә урын ҡалдырмайым, дәғүәсемде шунда уҡ нокаутҡа ебәрәм, тигән. Һеҙҙең ошондай маҡсат ҡуйғанығыҙ бармы?
— Дәғәүсемде нокаутҡа йәки нокдаунға ебәрәм тип ғәйрәтләнмәйем. Улай иткәндә бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Киреһенсә, тынысланып үҙемә аҙаҡҡа тиклем кинәнес алып көрәшергә тигән маҡсат ҡуям. Самбола бит башҡа төрлө алымдар ҙа бар. Мин йышыраҡ быуыу, берәй ерен ауырттырыу кеүегерәк ысулдарҙы ҡулланам, Нокаут ҡайһы ваҡыт үҙенән-үҙе килеп сыға. Тыныс ҡына һелтәнгән һымаҡ булһаң да, дәғүәсең бөгөлә лә төшә. Ҡайһы саҡ, ниңә һуҙаһың, әйҙә, еллә, еппәр, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Әммә, минеңсә, нокаутҡа, нокдаунға ебәреү генә көрәшсенең көсөн күрһәтмәй. Белгән кеше самбосының оҫталығын шунда уҡ самалай.
— Дәүғәселәрең йәл түгелме?
— Әлбиттә, алышта кемдер беренселекте алырға тейеш, әммә бер ваҡытта ла рингка дәғүәсемде йәрәхәтләргә тигән уй-ниәт менән сыҡмайым. Төп маҡсатым — еңеү.
— Самбосылар араһында конкуренция нисек?
— Хәҙер көслө. Йылдан-йыл таһыллы спортсылар ишәйә бара. Мин башлағанда юҡ инеләр, тиергә була. Бөгөн махсус мәктәптәр эшләй, тренерҙар бар, һәр яҡлап оҫта көрәшселәр күбәйҙе.
— Венер, ғаиләгеҙ хаҡында ла белге килә...
— Ҡатыным Алена — шәхси балалар баҡсаһы етәксеһе, улыбыҙ Тимурға — туғыҙ йәш.
— Улығыҙ ҙа, моғайын, спорт тип атлығып торалыр...
— Эйе, дәрте юҡ түгел. Тәүҙә хоккейға, йөҙөүгә йөрөнө. Әле дзюдо менән мауыға. Самбо менән тиҙҙән үҙем күнектерә башлармын, тип торам. Былай һәләте, теләге бар.
— Яҡын көндәрҙә беҙ һине Өфө рингында күрә алырбыҙмы?
— Республикабыҙҙың баш ҡалаһында сығыш яһағаным бар, әммә көрәште үҙем ойоштора алмайым бит. Теләүселәр бар икән, шарттары мине ҡәнәғәтләндерһә, ризамын.
— Бөгөн Башҡортостанда самбо үҫешен нисек баһалайһығыҙ?
— Был юҫыҡта күп эш башҡарыла, тәжрибәле тренерҙар етерлек, йыл һайын мастерлыҡҡа бихисап кандидат әҙерләнә.
— Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
— Күнекмәләр күп ваҡытты ала, шулай ҙа телевизорҙан спорт хаҡындағы тапшырыуҙарҙы ҡарап барырға тырышам. Үҙем хоккей, футбол уйнарға яратам.
...Венер Ғәлиев — самбосылар араһында киң билдәле спортсы. Хатта өлкәндәрҙең күбеһе уны кумиры итеп хөрмәтләй. Бөгөн егет республикабыҙҙа һәр яҡтан таһыллы көрәшселәр әҙерләү йәһәтенән ҙур эш алып бара, “ISIMOTSU” алышсылар клубына етәкселек итә.
Теге ваҡыт, Грецияла икенсе тапҡыр донъя чемпионы булғас, Өфө аэропортында батырҙы халыҡ, күҙҙәре шатлыҡтан балҡыған малайҙар геү килеп ҡаршы алды. Улар егетте күреү менән:
— Һинең менән ғорурланабыҙ, афарин, — тип ҡул саба башланы.
Яңынан-яңы бейеклектәр һиңә, башҡорт батыры!
Венер Исхаҡов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 320

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199