Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан — туристар өсөн көрәш майҙанында
Башҡортостан — туристар өсөн көрәш майҙанында1979 йылдан алып билдәләнеүсе Бөтә донъя туризм көнөнөң маҡсаты — кешеләрҙе сәйәхәткә, туризмдың донъя иҡтисадына ыңғай йоғонтоһон аңлатыу, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу. Рәсәй етәкселеге табышлы тармаҡҡа, ниһайәт, йөҙ менән боролдо — “2011 — 2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы бойомға ашырыла башланы. Уның өсөн дәүләт бюджетынан 100 миллиард һум бүленә, төбәк аҡсаһы йәлеп ителә. Программа уңышлы үтәлһә, Рәсәйгә сит ил туристары алты тапҡырға күберәк киләсәк, илебеҙ туризм мәккәһенә әүереләсәк тип көтөлә.
Хәҙер Рәсәй төбәктәре туристар өсөн үҙ-ара сәмле көрәш алып барырға өйрәнә: тармаҡҡа тос өлөш индерерҙәй инвесторҙар эҙләй, милли мәҙәниәтен һәм тарихи ҡомартҡыларын тергеҙә, күмәк халыҡты йәлеп итерҙәй ҡоролмалар төҙөй... Ошондай көрәш майҙанында һыр бирмәҫлек ҡеүәте бармы Башҡортостандың? Туризм беҙҙә ниндәй йүнәлештә үҫешә? Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан КИНЙӘКӘЕВ менән әңгәмә, нигеҙҙә, шул хаҡта.

— Руслан Усман улы, әңгәмәне күңелле яңылыҡтан башлау форсаты бар. Ай башында һеҙҙең етәкселектәге делегация Мари Иле Республикаһында “Волга буйын ас” II төбәк-ара фестиваленән I дәрәжә диплом алып ҡайтты. Был еңеүҙең сере нимәлә?
— Әлеге ҡаҙаныш Башҡортостанды Волга буйы федераль округының туризм тармағында лидер итеп танытты. Былтырғы фестивалдә Татарстан менән беҙ дүртенсе-бишенсе урындарҙы яулағайныҡ. Быйыл тәүге баҫҡысҡа күтәрелеүебеҙ осраҡлы түгел. Республика Хөкүмәте алып барған эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе ул.
Һуңғы бер йылда ғына туризм тармағын формалаштырыуҙа шаҡтай үҙгәрештәр күҙәтелде. Иң мөһиме — “2012 — 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереү” программаһы ҡабул ителде. Был документ туризмды үҫтереү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы, инвесторҙар менән эшләү һәм федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү өсөн нигеҙ булдырҙы.
Шулай уҡ Башҡортостандың туризмдағы абруйын арттырыу, инвесторҙар менән федераль властың иғтибарын йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барылды. Мәҫәлән, халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә уңышлы сығыш яһаныҡ, Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн Башҡортостан буйлап сәйәхәт ойошторолдо, байтаҡ фильм, тапшырыу төшөрөлдө, мәҡәләләр яҙылды. Башҡортостандың Туризм индустрияһы союзы тулыһынса формалашты, йәғни төбәктең алдынғы туристик операторҙары һәм ошо өлкәләге абруйлы белгестәр коммерцияға ҡарамаған ойошмаға берләште. Беҙҙең комитет хәҙер күп мәсьәләләрҙе уға ышанып тапшырҙы.
— Барыһы ла сағыштырыуҙа беленә тигәндәй, баяғы фестивалдән һуң ниндәй һығымта яһарға өлгөрҙөгөҙ? Кемдәрҙең тәжрибәһен Башҡортостан мәнфәғәтендә ҡулланыр инегеҙ?
— Сарала беренсе урынды яуланыҡ тип түгел, ә үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырҙыҡ, кәмселектәребеҙҙе белдек, артабанғы үҫеш өсөн йүнәлеш алдыҡ тип ҡыуанам. Еңеүебеҙ менән маҡтанырға ла йыйынмайым, сөнки асылда Рәсәй туризмы лидерҙары кимәленә етмәүебеҙҙе яҡшы аңлайым. Яҡын-тирәләге күршеләрҙән Татарстан Республикаһы менән Һамар өлкәһе көслөләр рәтендә.
Шуныһы ҡыуаныслы: фестивалдә бер нисә төбәк менән уртаҡ проекттар өҫтөндә эшләргә һүҙ ҡуйыштыҡ. Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһенең “Тарих” стилендә төшөрөлгән фильмдары өлгөһөн алырға һөйләштек. Төбәктең тарихи-мәҙәни мираҫына бағышланған үҙенсәлекле кинофильмдар уларға туристарҙы ылыҡтырырға ярҙам итә, экскурсияларҙың йөкмәткеһен байыта.
Һамар өлкәһенең “Ҙур тәнәфес” тигән проектын үҙләштерәсәкбеҙ. Күмәк мәктәп уҡыусыларына иҫәпләнгән экскурсиялар тиҙ арала киң ҡолас йәйгән, хатта бюджет ярҙамынан тыш эшләүгә күскән.
Тағы ла “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм уның “РЖД-тур” турист операторы менән хеҙмәттәшлек тураһында килештек. Киләсәктә поезда алыҫ ерҙәргә экскурсия ойоштороу күҙ уңында тотола.
Иң бай тәьҫораттарҙы Мари Иле Республикаһы бүләк итте. Дотация иҫәбенә йәшәгән төбәктең 260 мең халҡы булған баш ҡалаһы Йошкар-Ола ете йылда төҫһөҙ, күңелһеҙ ҡаланан әкиәт донъяһына әүерелгән! Ҡаланың үҙәгендә һәм яр буйында Италия, Бельгия, Мәскәү архитектураһы стилендәге төҙөлөштәр барлыҡҡа килгән. “Ун ике апостол” тигән хәрәкәт итеүсе скульптуралар композицияһы, сәғәт һайын тирә-яҡты яңғыратып, төркөм-төркөм туристарҙы йәлеп итә. Мари Иле бының менән генә сикләнмәй, халыҡты ҡыҙыҡтырыуын дауам итә: ошо мөһабәт архитектура ҡоролмаларында төрлө шоу, спектакль күрһәтәләр.
Башҡортостан делегацияһы Йошкар-Оланан ең һыҙғанып, сәмләнеп ҡайтты. Һөҙөмтәлә кисә башланған “Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар” форум-күргәҙмәһен ойошторҙоҡ. Бында Һамар, Ульяновск өлкәләре, Мари Иле Республикаһы ҡатнашты. Башҡортостандың турист операторҙары, шифаханалары, район һәм ҡала хакимиәттәре киләсәктә бындай сараларҙа үҙҙәрен ҡыйыу танытырға өйрәнһен ине.
— Туристар диңгеҙе булған ҡояшлы төбәктәргә өҫтөнлөк бирә. Башҡортостанда иһә тәбиғәт шарттары ҡырыҫ, диңгеҙебеҙ ҙә юҡ. Кешеләрҙе нисек күпләп йәлеп итергә?
— Йошкар-Ола миҫалында күреүебеҙсә, бер ниндәй диңгеҙе, тарихи ҡомартҡыһы булмаған ерҙә яңы биналар төҙөп, туризмды үҫтерергә мөмкин. Рәсәйҙең Санкт-Петербург, Мәскәү кеүек туристик үҙәктәрендә лә архитектура ҡомартҡылары күктән төшмәгән, улар ҙа кеше ҡулы менән һалынған. Ҡазан менән Екатеринбург та, элекке архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеп, яңыларын төҙөп, туристарҙы ылыҡтыра. Тимәк, Өфөлә инвесторҙар ярҙамында ҙур сауҙа, күңел асыу һәм хеҙмәтләндереү үҙәге булдырырға, унда йылына биш – һигеҙ миллион тирәһе кешене йәлеп итергә мөмкин. Күршеләрҙән күренеүенсә, был әкиәт түгел, ҡулдан килә торған эш.
Билдәле булыуынса, БРИКС һәм ШОС саммиттарына ҡарата Өфөлә “Халыҡ-ара ауыл” һәм “Иҫке Өфө” тигән өлөштәрҙән торған парк-музей төҙөләсәк. Беҙ хәҙер Өфөгә киләсәк туристар ағымын республика район һәм ҡалаларына ла йүнәлтеү тураһында уйларға тейешбеҙ. Донъяға билдәле шифаханаларҙы иҫкә алһаҡ, был тәңгәлдә беҙҙән дә отошлораҡ төбәк юҡтыр. Башҡортостан әлегә үҙенең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланмай тигән һығымта яһарға мәжбүр итте уҙған фестиваль.
Бынан тыш, саммиттарҙан һуң ҡалған ҡунаҡханалар менән транспорт селтәренең артабан да тулы ҡеүәттә эшләүен хәстәрләргә кәрәк, юғиһә ҙур финас юғалтыуы кисерәсәкбеҙ. Шуға күрә халыҡ-ара кимәлдәге туроператорҙар ярҙамына таянырға тура киләсәк.
— Туризм — донъя хужалығындағы иң табышлы тармаҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бөтөн донъя тулайым милли продуктының 10 проценты уның өлөшөнә тура килә. Башҡортостандың бөгөн туризмдан алған килемен нисек баһалайһығыҙ?
— Республиканың туризм баҙары йылдан-йыл үҫешә: туристик хеҙмәтләндереү күләме, ҡунаҡханалар менән шифаханаларҙың табышы арта бара.
Шифахана-курорт учреждениеларыбыҙ йылына 250 мең кешене ҡабул итә, ҡайһы берҙәрендә оҙаҡ ваҡыт буш урындар булмай. Һуңғы йылдарҙа республикалағы туроператорҙарҙың яртыһынан күберәге эске туризм йүнәлешендә эшләй. Әгәр туристар ағылмаһа һәм табыш булмаһа, эске туроператорҙар ҙа барлыҡҡа килмәҫ ине!
— Тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итеү буйынса хәлдәр нисек? Ни тиһәң дә, туризмдың үҫеше социаль өлкәгә ыңғай йоғонто яһай: яңы эш урындары барлыҡҡа килә, халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелә.
— Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәй төбәктәре әле саҡ ҡеүәтле инвесторҙарҙы йәлеп итергә өйрәнә башланы. Мари Илендәге фестивалдә барыһы ла бер фекергә килде: инвестициялар йәлеп итеүсе һәм инвесторҙарҙың маҡсатҡа ярашлы эшләүен күҙәтеүсе идара компанияһы булған көслө туристик кластерҙар һәр төбәктә булырға тейеш. Шунһыҙ туризмды үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаны бойомға ашырыу, инвесторҙар табыу ҙур ауырлыҡ менән барасаҡ. Төбәк идара компанияһы булмағас, ер активын булдырыу, инвесторҙарға гарантия биреү һәм уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу, ерҙәрҙе эшҡыуарҙарға ҡуртымға тапшырыу, йылға һәм күл буйҙарында мәҙәниәтле ял ойоштороу, юл эргәһендә хеҙмәтләндереү объекттарын төҙөүҙе планлаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләр асыҡ килеш ҡала.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте туризмды үҫтереү ысулын эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүҙә күрә. Шул уңайҙан 2010 йылда туризм башҡарма власть структураһында айырым иҡтисади тармаҡ итеп билдәләнде. Республикабыҙ Хөкүмәте шулай уҡ туризмды үҫтереү буйынса программаларҙы финанслауҙы һуңғы ике йылда ҡырҡ тапҡырға арттырҙы. Эске инвесторҙарыбыҙ ҙа туристик объекттар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә башланы. Муниципаль берәмектәр биргән мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес 1 миллиард 600 миллион һумға еткән.
Ошо тәңгәлдәге аныҡ миҫал тураһында әйтке килә: Әбйәлил районындағы динозаврҙар паркын бойомға ашҡан ыңғай инвестиция проекты тип атарға мөмкин. Ундағы боронғо йәнлектәрҙе ҡарарға килеүселәр өсөн кафе, ресторан, ҡунаҡхана эшләй. Иң мөһиме — урындағы халыҡҡа эш урыны барлыҡҡа килде, ҡуртымға бирелгән ер өсөн район ҡаҙнаһына 49 йыл буйы килем килеп торасаҡ.
— Бөтә донъя туризм көнө утыҙ йылдан ашыу билдәләнә. Руслан Усман улы, һеҙҙеңсә, был кемдәрҙең байрамы?
— Тәү ҡарашҡа был айырым бер тармаҡтың байрамы кеүек. Ысынында улай түгел. Бөтә кешеләрҙең байрамы ул, сөнки ҡайһы берҙә хатта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән турисҡа әүереләбеҙ: эш буйынса сит ергә барабыҙ, тәбиғәттә ял итергә сығабыҙ, музейҙарға йөрөйбөҙ һәм башҡалар. Республикала етеҙ үҫешкән тармаҡ иҡтисадыбыҙҙы ла үҫтерә башлаһа, туризм Башҡортостандағы һәр кешегә ҡағыласаҡ.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 041

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 935

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 407

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 399

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 571

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 427

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200