Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын миҙалдар “яуҙы”!
Алтын миҙалдар “яуҙы”!Өфөлә Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Өс көнгә баш ҡалабыҙ донъя спорты үҙәгенә әүерелде. Беҙгә мауыҡтырғыс бәйгеләрҙе күрергә яҙҙы, ә яратҡан спортсыларыбыҙ өсөн янып-көйгәнде белһәгеҙ! Конгресс-холда чемпионатты ябыу тантанаһы ла гөрләп үтте. Шулай ҙа уға тиклемге бәйгеләр көндәлегенә күҙ һалайыҡ.

Рәхмәт, Максим!

Ярыштың икенсе көнөндә спринт булды. Спортсылар шәхси беренселек өсөн көрәште. Ирҙәр 10 километр араға йүгерҙе. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына чемпионатты ҡарарға килеүселәрҙе лә, телевизор аша күҙәтеүселәрҙе лә тәү сиратта яҡташыбыҙ Максим Чудов ҡыҙыҡһындырҙы. Әлеге бәйге уның мөмкинлектәрен, әҙерлек кимәлен күрһәтергә тейеш ине. Шуға ла спортсыбыҙҙың һәр стартҡа сығыуын өфөләр дәррәү алҡыштар менән ҡаршыланы.
Максим беҙҙең ышанысты аҡланы: спринтта алтын миҙал яуланы! Яҡташыбыҙ атыуҙа бик яҡшы күрһәткескә өлгәште: ун сәптең бөтәһенә лә бер яҙлығыуһыҙ тейҙерҙе. Дистанцияла ла уны ҡыуып етеүсе булманы.
Икенсе урынды Рәсәй егете Алексей Волков алды. Ул ни бары бер сәпкә тейҙерә алманы. “Бронза” ла Рәсәй спортсыһы Антон Шипулинда.
Ҡатын-ҡыҙҙар спринтында спортсыларыбыҙҙы дәртләндерергә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе килгәйне. Бәйге бик көсөргәнешле барҙы: ҡыҙҙар бер-береһен йә уҙып китте, йә тороп ҡалды. Башҡортостан ҡыҙы Ольга Вилухина ике утлы һыҙатта ла яңылышманы. Тик Ольга Зайцева, бер сәпкә тейҙермәү сәбәпле штраф әйләнешен урарға мәжбүр булһа ла, яҡшы тиҙлек күрһәтте. Теше-тырнағы менән тигәндәй алтын миҙал яуланы. Көмөш миҙалға Украина спортсыһы Вита Семеренко лайыҡ булды. Өсөнсө булып яҡташыбыҙ Ольга Вилухина килде һәм уға “бронза” тейҙе.

Йәштәр араһында ла бәйге көсөргәнешле барҙы. Бында барлыҡ миҙалдарҙы ла Рәсәй командаһы спортсылары алды. Ҡыҙҙар үҙ-ара беренселек өсөн көрәште. Шулай ҙа Ольга Подчуфароваға етеүсе булманы. Икенсе — Кристина Смирнова, өсөнсө — Ольга Калина.
Егеттәр өсөн дә спринт уңышлы булды. “Алтын” — Рәсәйҙә. Александр Печенкин, атҡан саҡта яңылышһа ла, тиҙлеге арҡаһында икенсе килгән чех биатлонсыһы Михаил Закты 11 секундҡа үтеп китте. “Бронза” ла беҙҙә — Иван Пичужкинда.
Шулай ҙа башҡортостандар өсөн иң шатлыҡлыһы — Максимдың “алтын”ы.
— Бөгөн бик көслө ынтылыш менән сыҡтым. Моғайын, ошо ярҙам иткәндер ҙә — артыҡ хафаланмай ғына барлыҡ сәптәргә лә тейҙерә алдым. Иң тәүҙә ҡатыным Надежда Алтын миҙалдар “яуҙы”! менән улыма ярҙамдары өсөн рәхмәт, — тине Максим Чудов, бәйге тамамланғас. — Мин күп ярыштарҙы ҡалдырҙым, шуға күрә башҡаларҙың көслөрәк икәнен аңлай инем. Шулай ҙа финишҡа яҡынлашҡас, хәлемдән килгәндең бөтәһен дә эшләнем.
Максим ярыштарҙы һағыныуы тураһында әйтте. Яҡындарына һәм Өфө көйәрмәндәренә байрам бүләк итә алғаны өсөн шатлығын белдерҙе.

Еңеүселәр — йәнә рәсәйҙәр

Чемпионаттың һуңғы көнө лә Рәсәй командаһы өсөн уңышлы булды. Персьют (эҙәрлекләү ярышы) — биатлондың иң мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы бәйгеһе. Ирҙәр 12,5 километр араны үткәнсе дүрт тапҡыр сәпкә атырға тейеш ине. Бында ла беҙҙең иғтибар иң тәүҙә Максим Чудовта булды. Спринтта еңгәнлектән ул 23 секундҡа алдараҡ иң беренсе булып йүгерҙе. Тик әллә тулҡынланыу, әллә бағланған өмөттөң ҙур булыуы ҡамасауланымы — тәүге атыуҙа уҡ ул өс тапҡыр яңылышты. Хата үҙенекен итте: уны башҡалар уҙып китте. Рәсәйҙәр Алексей Волков менән Андрей Маковеев үҙ-ара ғына “алтын” өсөн көрәшһә лә, Максим бының менән риза түгел ине. Бер тапҡыр ғына яҙа атҡан Алексей Волковты ҡыуып етә алмаһа ла, яҡташыбыҙ финишҡа килеп еткән ерҙә Андрей Маковеевты 0,06 секундҡа ғына уҙып китте. Был Чудовҡа көмөш миҙал килтерҙе. Пьедесталда — рәсәйҙәр!
— Көткәнемсә, көрәш тәүге дүрт кеше араһында булды. Беренсе атыуҙа Максимдың өс тапҡыр тейҙерә алмауына ғәжәпләндем. Ул миҙал өсөн дәғүәселектән төшөп ҡалды тип тә уйлай башлағайным, әммә финишта уның Маковеевты уҙып китеүенә шатландым. Үҙем өсөн ярыш күберәге тактик көрәш булды, — тине Алексей Волков.
Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар араһында эҙәрлекләү ярышы улай уҡ уңышлы түгел ине. Беренсе урынды Украина спортсыһы Вита Семеренко яуланы. Рәсәй йыйылма командаһы лидеры Ольга Зайцеваға ике тапҡыр яҙа атыуы сәбәпле, “көмөш” менән генә мөрхәтһенергә тура килде. “Бронза” шулай уҡ Украина спортсыһы Елена Пидрушнаяла. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина ни бары алтынсы булып килде.
Йәштәр ҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. “Алтын” — Петр Пащенко, “көмөш” — Александр Печенкин һәм “бронза” — Алексей Корневта. Бөтәһе лә беҙҙекеләр. Өфө егете Антон Бабиков бишенсе һөҙөмтә күрһәтте. Ҡыҙҙар ҙа персьютта алдынғылыҡты бирмәне. Мәскәү ҡыҙы Ольга Подчуфарова — беренсе, икенсе урында Украинанан Ирина Вавринец һәм өсөнсө урында — шулай уҡ Рәсәй спортсыһы Кристина Смирнова.

Ҡуян менән бүре етеҙ ҙә ул...

Йәкшәмбе кис Конгресс-холда Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын ябыу тантанаһы булды. Унда ике тапҡыр Олимпия, өс тапҡыр донъя чемпионы Анна Богалий ҙур спорт менән хушлашты. Көслө биатлонсыны оҙатырға уның тренерҙары, яҡындары килде. Аннаның сағыу сығыштарын биатлонды яратҡан һәр кем белә, ул беҙҙең йыйылма командала ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң көслө спортсы ине. Уға киләсәк тормошонда ла уңыштар, спорттағы кеүек юғары үрҙәргә артылыуын теләнеләр.
Ә чемпионаттың һөҙөмтәләре шундай: Рәсәйҙә ун “алтын”, биш “көмөш” һәм алты “бронза” миҙал. Украинаның бер “алтын”, дүрт “көмөш” һәм ике “бронза”. Чехия командаһында бер “көмөш” һәм ике “бронза”. Өс алтын миҙал яулаған Мәскәү ҡыҙы Ольга Подчуфарова чемпионаттың абсолют чемпионы булып танылды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтә “ҡуяндай” етеҙ Ольга Зайцевала — ике алтын һәм бер көмөш миҙал. Ирҙәр араһында бүреләй йылғыр Алексей Волковҡа етә алыусы булманы, унда — ике “алтын” һәм бер “көмөш”. Башҡортостан спортсылары ла яҡшы һөҙөмтәләр менән шатландырҙы. Максим Чудовта бер — “алтын” һәм бер “көмөш”, Ольга Вилухинала — бер “бронза”.
Һүҙ ҙә юҡ, һөҙөмтәләр ҡыуаныслы. Әммә күңелдәге шатлыҡты бер аҙ болоҡһотоп торған һорау ҙа тыуып ҡуя. Ә Рәсәй өсөн лайыҡлы дәғүәселәр булдымы һуң был чемпионатта? Ҡайҙа Норвегия, Финляндия, Франция һәм биатлон буйынса ҡышҡы ярыштарҙа беҙҙең төп дәғүәсе булған башҡа командалар? Эйе, бәйгелә 17 ил вәкиле ҡатнашты. Улар араһында хатта Һиндостан спортсыһы ла бар ине. Тик улар Рәсәйгә дәғүәсе түгел. Әллә был йәйге биатлонға ҡарата шундай мөнәсәбәтме?
Башҡортостан чемпионатты үткәреү өсөн әҙерлеккә ҙур көс һалды. Спортсылар һәм сит ил ҡунаҡтары ойоштороуҙың бик юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Өфөнөң бындай кимәлдәге ярыштар үткәреү тәжрибәһе ҙур. Халыҡ-ара биатлонсылар союзының беренсе вице-президенты, Рәсәй Олимпия комитетының башҡарма комитеты ағзаһы Сергей Кущенко ла ошоно раҫлап, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванютаға яҡшы әҙерлек өсөн махсус бүләк тапшырҙы.

Вил РӘХМӘТУЛЛИН, Өфө ҡалаһы:
— Бик матур бәйге булды. Республикабыҙҙың ошондай донъя кимәлендәге спорт ярыштарын ҡабул итә алыуына шатланабыҙ. Оҙаҡламай тағы ла халыҡ-ара кимәлдә балаларҙың ҡышҡы уйындары, йәштәр араһында хоккей чемпионаты көтөлә. Уларҙы ла үҙ күҙебеҙ менән күрә аласаҡбыҙ! Шундай мөмкинлек өсөн етәкселәргә рәхмәт.

Лилиә менән Рөстәм, Өфө ҡалаһы:
— Максим Чудов шатландырҙы. Уны күрер өсөн генә килгәйнек, ышанысыбыҙҙы аҡланы. Өфө егетенә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ һәм Башҡортостандың данын тотош донъяға таратыр тип уйлайбыҙ.

ҒӘФҮРОВТАР ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Биатлонды бик яратабыҙ. Үҙ күҙҙәребеҙ менән күрер өсөн ғаиләбеҙ менән махсус килдек. Матур бәйге булды. Беҙ ҡәнәғәт!
Әлфиә Әйүпова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 787

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 406

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073