Ниһайәт, Континенталь хоккей лигаһының көйәрмәндәр ҙур түҙемһеҙлек менән көткән өр-яңы миҙгеле башланды. Тәүге дүртәүһендә чемпион исеменә ике тапҡыр “Аҡ барыҫ”, “Салауат Юлаев” һәм былтыр, бер кем уйламағанда, Мәскәүҙең “Динамо”һы лайыҡ булды. Яңыһы беҙгә ниндәй “күстәнәстәр” әҙерләй икән?
Ролинек менән Филатов
хәҙер Өфөлә уйнай Былтырғы миҙгел юлаевсылар өсөн уңышһыҙ тамамланды. Тәүҙә, “ҡара октябрь” осоронан һуң, баш тренер Сергей Михалев вазифаһынан бушатылды, урынына үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүсе Венер Сафин тәғәйенләнде. Бөтәһе лә көйләнгән кеүек ине лә, тик плей-офта “Салауат Юлаев” үҙенең электән килгән төп дәғүәсеһе “Аҡ барыҫ”тан еңелеп, көрәштән төшөп ҡалды.
Хәҙер Өфө клубы был миҙгелдә берәй төрлө уңышҡа өлгәшә алырмы-юҡмы – көйәрмәндәрҙе ошо һорау борсой. Ни тиһәң дә, лигабыҙ Праганан “Лев” (былтырғыһы Попрад ҡалаһы исеменән сығыш яһағайны), Братиславанан “Слован”, Донецкиҙан “Донбасс” кеүек көслө командалар менән тулыланды, шулай уҡ Ярославлдең “Локомотив”ы ла тергеҙелде. Йыл һайын башҡа командалар ҙа көсәйгәндән-көсәйә. Әммә юлаевсыларҙың генераль менеджеры Олег Гросс фекеренсә, команда быйыл миҙаллы урындарға дәғүә итә, түбәнерәк маҡсат Өфө клубына хас түгел.
Шулай ҙа маҡсатыбыҙға өлгәшергә хәлебеҙ етерме икән? Бер кемгә лә сер түгел, былтырғы уңышһыҙлыҡтан һуң, клуб етәкселеге “йондоҙҙар”ҙан ҡотолоп, улар урынына тик команда өсөн генә тырышҡан уйынсыларҙы туплауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Тап ошо сәбәптән ҡайһы берәүҙәр беҙҙән китергә мәжбүр булды, байтаҡ ҡына яңы хоккейсылар килде. Быйылғы капитаныбыҙ Виталий Прошкин фекеренсә, хәҙер етди команда тупланған, һәр уйынсы турнирҙағы иң юғары урын өсөн башҡалар менән иңгә-иң тороп көрәшергә әҙер.
Кемдәр килде һуң быйыл “Салауат Юлаев”ҡа? Клуб миҙгел араһында быға тиклем Магнитогорскиҙың “Металлург“ында уйнаған Томаш Ролинек (әйткәндәй, ул — Чехия йыйылма командаһының капитаны) менән Денис Хлыстов, “Атлант”тан Алексей Глухов, “Северсталь”дән Александр Степанов, “ЦСКА”нан Никита Филатов кеүек һөжүмселәр менән тулыланды. Һуңғыһына былтыр Мәскәү командаһында әллә ни ышанманылар, хатта уның фарм-клубы булған “Ҡыҙыл Армия”ла ла үҙен күрһәтергә мөмкинлек бирмәнеләр. Әммә 22 йәшлек уйынсыға Өфө клубы етәкселегендә ышаныс бар буғай, ул Башҡортостан Республикаһы кубогына уйындарҙа Сергей Зиновьев һәм Игорь Григоренко кеүек оҫталар менән беренсе звенола сығыш яһаны.
Шулай уҡ беҙгә “Амур”ҙан Виталий Шулаков, “Атлант”тан Андрей Зубарев кеүек һаҡсылар килде, Якуб Накладалды “Спартак”та сығыш яһаған Иван Баранкаға алмаштырҙыҡ. Тағы бер һөйөнөс – былтыр “СКА”ға күскән Кирилл Кольцов та “Салауат”ҡа ҡабаттан ҡайтты. Ҡапҡасылар ҙа тулыһынса үҙгәрҙе. Хәҙер 2008 йылда беҙҙә чемпион исемен яулаған Вадим Тарасов менән океан аръяғынан килгән фин Ииро Таркки (Америка хоккей лигаһындағы “Сиракьюз Кранч” командаһынан күсте) беҙҙекеләр өсөн тырышасаҡ. Әйткәндәй, Андрей Зубарев менән Денис Хлыстов – үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүселәр, шуға ла уларҙың ҡайтыуын көйәрмәндәр шатланып ҡабул итте.
“Локомотив” менән “ЦСКА”ны көсәйттек Ә кемдәр менән хушлаштыҡ һуң быйыл? Әлбиттә, клуб етәкселеге һуңғы мәлдә әллә ни һөҙөмтәле уйын күрһәтә алмағандар менән килешеүҙе өҙөргә мәжбүр булды. Шулай уҡ Өфөлә сығыш яһаған ҡайһы бер “йондоҙҙар” ҙа үҙҙәренә яңы команда тапты. Мәҫәлән, былтырғы миҙгелдәге капитаныбыҙ Виктор Козлов менән килешеү оҙайтылманы, ул тергеҙелгән “Локомотив”та сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ был команда өсөн ҡапҡасы Виталий Колесник менән һаҡсы Максим Кондратьев уйнаясаҡ. Петр Счастливый “Торпедо”ның, Андрей Таратухин “Авангард”тың, Денис Платонов Магнитогорскиҙың “Металлург“ының, ә Өфөлә күптән үҙ кеше булып бөткән Константин Кольцов хәҙер “Атлант”тың намыҫын яҡлаясаҡ. Ә ағалы-ҡустылы Радуловтар менән Сергей Ғимаев, быйыл “Роснефть” йөҙөндә ҡеүәтле бағыусы табып, ҡапыл көсәйгән “ЦСКА”ға күсте.
Океан аръяғынан беҙгә килеп, тәүге йылда уҡ Континенталь хоккей лигаһы кубогын яулаған ҡапҡасы Эрик Эрсберг менән дә килешеү ниңәлер оҙайтылманы. Ул хәҙер Донецкиҙың “Донбасс”ында сығыш яһай. Тәүге йылда көйәрмәндәр уны “швед стенаһы” тип исемләһә лә, уйынсы былтырғы миҙгелдә ни өсөндөр ҡапҡала ышаныслы тора алманы. Клуб етәкселеге уға икенсе мөмкинлек бирергә теләмәне, буғай.
Былтыр “Өфө-Арена” боҙонда һирәк-һаяҡ күренеп ҡалған (бының сәбәбе – йыш йәрәхәтләнеүендә) Вилле Койстинен да хәҙер үҙенең элекке командаһы “Ильвес”ҡа (Финляндия) ҡайтҡан.
Әммә “Салауат Юлаев”та быларҙан тыш та һиҙелерлек юғалтыуҙар бар. Бәлки, клубта үҙебеҙҙең йәш уйынсыларға ышаныс етеңкерәмәгәндер, бының сәбәбен хәҙер аныҡ ҡына әйтеүе ауыр. Күптәр “эҫенеп” өлгөргән йәш ҡапҡасы Никита Давыдов хәҙер “Атлант”, ә Михаил Григорьев “Барыҫ” өсөн сығыш яһаясаҡ. Нефтекаманың “Торос”ында уйнаған Артем Гордеев “Спартак”ка күсте. Әйткәндәй, тағы бер тәрбиәләнеүсебеҙ Никита Щитов та ошо команда өсөн сығыш яһай.
Радулов ниңә китте? Әгәр лиганың иң көслө һөжүмселәренең береһе Александр Радулов Риганың “Динамо”һына ҡаршы боҙға бер үҙе сыҡһа, ҡайһы яҡ еңер ине икән? Әлбиттә, был һорауға яуап ап-асыҡ кеүек: Радулов нисек кенә талантлы булмаһын, бер нисек тә үҙе генә тотош команданы теҙ сүктерә алмаясаҡ. Ә бына эш хаҡы буйынса Рига клубы хоккейсыларының еңеүгә өмөтө аҙ. Былтыр “Динамо”ның бөтөн уйынсыларына 7,9 миллион доллар сарыф ителһә, быйыл “Салауат”тан “ЦСКА”ға күскән Радулов, ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, дүрт миҙгел эсендә 1,2 миллиард һум, йәғни йылына яҡынса 9 миллион доллар күләмендә эш хаҡы аласаҡ! Шулай итеп, Континенталь хоккей лигаһы “йондоҙо” донъяның иң бай хоккейсыларының береһенә әүерелде. Бының сәбәбе – НХЛ-да уйынсыларҙың эш хаҡынан яҡынса 40 процент һалым тотолһа, беҙҙә – ни бары 13 процент.
Ниңә беҙ бындай билдәле уйынсыны ебәрҙек һуң? Бының бер нисә сәбәбе бар (алдараҡ берәүһен атап үткәйнек инде). Шулай уҡ күптән түгел биргән интервьюһында Александр үҙенең “мөхитте алмаштырғыһы килеүенә” һылтанды. Әйткәндәй, уның яңы командаға күсеүенән үҙе лә, “Салауат” та отолманы, отто ғына. Төрлө сығанаҡтан асыҡланыуынса, уйынсыға хоҡуҡты “ЦСКА” Өфө клубынан 255 миллионға һатып алған. Әлбиттә, НХЛ-дан беҙгә күскәндә был хоккейсыны берәү ҙә ул тиклем юғары баһаламаны. Тап “Салауат Юлаев”та сығыш яһаған дәүерендә генә ул донъя кимәлендә билдәлелек яуланы. Шуға күрә хәҙер Өфө клубы Радуловтан килгән аҡсаға үҙенә байтаҡ яңы уйынсы һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Ул Риганың “Динамо”һы уйынсыларына былтыр түләнгән аҡсанан кәм түгел. Был йәһәттән беҙҙең клуб етәкселегенең аҡса эшләй белеүенә ҡыуанырға ғына кәрәк. Мәҫәлән, донъяның һәм Рәсәйҙең билдәле футбол командалары араһында ошондай юл менән аҡса эшләү күптән ғәҙәти күренешкә әүерелде. Хәҙер, Никита Филатовтан шул кимәлдәге “йондоҙ” яһаһаҡ, бөтәһе лә Өфөгә атлығасаҡ.
Әлбиттә, Александр Радуловтың беҙҙән китеүенең кире яғы ла бар. Йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы бер көйәрмәндәр “Өфө-Арена”ға нәҡ уның уйынын күрергә генә йөрөй торғайны. Бөгөн юлаевсыларҙың уйынын ҡарарға халыҡ шығырым тулып Боҙ һарайына килә икән, бында уның да өлөшө ҙур.
Әлбиттә, хәҙер Сашаны юлаевсылар формаһында күреп өйрәнгәндәргә еңел булмаясаҡ. Әммә баш тренер Венер Сафин, Өфөлә ҙур хоккей Радуловҡа ҡәҙәр ҙә булған, унһыҙ ҙа бөтмәйәсәк, тип бара. Көйәрмәндәргә лә уйынсыға үпкәләргә нигеҙ юҡ, ни тиһәң дә ул беҙҙә уйнаған осорҙа команда алтынға һәм бронзаға лайыҡ булды.
“ЦСКА” иһә был уйынсыны һатып алып, үҙенең Боҙ һарайына күберәк халыҡ йыйырға өмөтләнә. Ни тиһәң дә, ҡасандыр СССР-ҙың иң ҡеүәтле клубының уйынын күрергә атлығып тороусылар бөгөн Мәскәүҙә һирәк. Яңы бағыусылар ошоно тамырынан үҙгәртергә ниәт итә лә инде. Радулов команда көйәрмәндәре өсөн “алтын ҡармаҡ” булыр һымаҡ...
Шулай итеп... Әлбиттә, яңы миҙгелгә фараз ҡылыу мөмкин түгел. Шулай ҙа составы буйынса тигеҙ, әммә ҡеүәтен юғалтмаған “Салауат Юлаев” командаһы үткәненән айырмалы, был юлы күпкә юғарыраҡ уңышҡа өлгәшер тип өмөтләнге килә. Мөмкинлеге лә етерлек. Әммә хәҙер лигала “CКА”, “Авангард”, “Аҡ барыҫ”, Магнитогорскиҙың “Металлург“ы кеүек көйәрмәндәр телендә “олигарх” командаларға тергеҙелгән “Локомотив”, финанс мөмкинлектәре сикһеҙ булған “ЦСКА” менән “Донбасс” кеүек яңылары өҫтәлде. Шулай уҡ былтырғы миҙгелдә чемпион исемен яулаған Мәскәүҙең “Динамо”һы менән дә иҫәпләшмәй булмай. Әлбиттә, уларҙың һәр береһе тик иң юғары урын өсөн генә көрәшәсәк. Тап бына шул мәлдә кемдең кем икәне күренәсәк тә инде. Әммә “Салауат Юлаев” алдағы миҙгелдә бөтәһенә лә лайыҡлы яуап бирер һәм Рәсәйҙең генә түгел, Европаның иң көслө командалары иҫәбендә ҡалыр, тип ышанғы килә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН