Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йөҙҙән – шеш, күҙҙән күк китмәй”...
“Йөҙҙән – шеш, күҙҙән күк китмәй”...Хәбир Сөләймәновтың спорттағы карьераһы кик-боксингтан башлана: игеҙәге Сабир менән студент саҡтан уҡ Бөтә Рәсәй ярыштарында байтаҡ уңышҡа өлгәшә. Һуңыраҡ Америкаға юлланалар. Бер аҙ ваҡыттан Сабир, тыуған яғына ҡайтып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай, ә Хәбир океан аръяғында төпләнеп, профессиональ бокс буйынса яңынан-яңы үрҙәр яулауын дауам итә. Бөтә Рәсәй бокс ойошмаһы рейтингында иң көслө 15 кеше араһында урын алыу, чемпион билбауына эйә булыу уның иң ҙур ҡаҙанышы иҫәбенә инә.
Талантлы боксер Рәсәйгә һирәк ҡайта. Хәбир менән 21 августа, тыуған яғы — Арғаяш районына ҡайтыуының өсөнсө көнөндә осраштыҡ.
— Хәбир, тормошоғоҙҙо бокс менән бәйләргә ҡарар иткән мәлде хәтерләйһегеҙме?
— Хәтеремдә, Сабир менән Ал Болонда торабыҙ. Силәбе агроинженерия академияһын тамамлағанбыҙ, күптән түгел генә Американан кикбоксинг буйынса ярыштан ҡайтҡанбыҙ. Унда мин ике тапҡыр донъя чемпионы, ә Сабир донъя чемпионатының бронза призеры булды. “Университетты тамамланыҡ, дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым бар, өйләнермен, моғайын. Яҡшы эш тә тәҡдим итәләр. Тормошом ошоға ғына ҡоролғанмы икән ни? Юҡ, килешә алмайым. Донъяға бының өсөн генә килмәгәнбеҙ. Әйҙә Америкаға китәйек, бокс менән шөғөлләнербеҙ”, — тинем Сабирға. Ул: “Африкаға китергә лә ризамын”, — тип яуапланы.
Атай-әсәйгә әйтеп тормайынса (улар беҙҙең китеүебеҙгә риза түгел ине), иртәгәһенә үк билет алдыҡ. Тиҙҙән Америка еренә аяҡ баҫтыҡ. Шулай итеп, профессиональ бокс менән шөғөлләнә башланыҡ. Бер йыл буйы һәүәҫкәрҙәр араһында бында киң танылған “Алтын бирсәткә” турнирында көсөбөҙҙө һынаныҡ. 2005 йылда ошо ярыш тарихында тәүге тапҡыр финалға игеҙәктәр сыҡты. Судьялар хәл иткес алышты үткәрмәҫкә ҡарар итте. Икебеҙгә лә алтын бирсәткәләр тағылған муйынсаҡ тапшырҙылар.
— Профессиональ боксҡа килеүегеҙгә нисә йыл?
— Алты йыл. Спортсы өсөн был бик аҙ. Ҡайһы берәүҙәр 15 — 20-шәр йыл шөғөлләнә.
— Ғөмүмән, боксҡа ла һеҙ сағыштырмаса һуң килгәнһегеҙ шикелле? (Хәбиргә тиҙҙән 32 йәш тула).
— Эйе. Шуға ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләрем яҡшы. Сабир ҙа, мин дә ни бары дүрт тапҡыр һәүәҫкәрҙәр ярышында ҡатнаштыҡ. Өс аҙна элек кенә 400 турнир үткәргән егет менән донъя чемпионы исеме өсөн һуғыштым.
— Алыш нисек үтте?
— Турнир Мексиканың Синалоа штатындағы Масатлан ҡалаһында уҙғарылды. Еңергә бер аҙ тәжрибә етмәне. Донъя чемпионы исеменә тәүге алышымда мәрәйҙәр буйынса артта ҡалдым.
(Әйткәндәй, 2010 йылдың көҙөндә Хәбир Сөләймәнов Мексика спортсыһы Хавьер Галло менән Америка чемпионы титулы өсөн һуғыша. Көньяҡ Урал батыры был көндә 10 раундлы уйында тәүге тапҡыр ҡатнаша һәм 9-сы раундта дошманын нокаутҡа ебәреп, еңеүсе билбауын яулай).
— Бокс — аяуһыҙ спорт төрө. Холҡоғоҙға уның ниндәйҙер йоғонтоһон тояһығыҙмы?
— Юҡтыр, моғайын. Холҡоң тыумыштан ҡаты булһа ғына бокс менән шөғөлләнә алаһың.
— Балаларығыҙҙың был спорт төрөн һайлауын теләйһегеҙме?
— Юҡ, быға ҡырҡа ҡаршымын. Бокс хаҡында асыҡтан-асыҡ бөтәһен дә ентекләп һөйләһәм, уның менән берәү ҙә шөғөлләнергә теләмәйәсәк. Шуға күрә был турала өндәшмәүҙе хуп күрәм. Бер ваҡиғаны ғына телгә алырға кәрәктер, тип уйлайым. Ҡасандыр күнекмәләргә бергә йөрөгән дуҫым бар ине. Бына ике йыл инде ул комала ята. Ун раундлы алышта ҡатнашты. Турнирҙан һуң асыҡланыуынса, “дошманы” уға бер нисә тапҡыр терһәге менән төрткән. Дуҫым ярыштан һуң кейем алмаштырыу бүлмәһендә эскәмйәгә ятҡандан башҡаса торманы.
Ун ике раундлы алыштан һуң минең дә бер ай буйы битемдән — шеш, күҙемдән күк китмәй. Шуға күрә йылына дүрт алышта ғына ҡатнашам.
— Америкала эш көнөгөҙ нисек үтә?
— Ниндәй көн булыуына ҡарап. Дүшәмбе иртә менән күнекмәгә юлланабыҙ. Ошонда уҡ спаррингтар (күнекмәле алыштар) үтә. Унан һуң ял итәбеҙ, кис саф һауала йүгерәбеҙ. Шишәмбе таңғы сәғәт алтынан паркта тауға йүгереп менәбеҙ. Был еңел түгел. 1-1,5 сәғәт йүгерәбеҙ. Төштән һуң тоҡтарға һуҡҡылайбыҙ. Аҙнаһына өс тапҡыр спаррингтар була.
— Тыуған яҡта күнекмәләрҙе дауам итәһегеҙме?
— Юҡ, бында мин ял итергә ҡайтам. Алыштан һуң кәмендә бер ай ял кәрәк, шул саҡта тыуған яғыма юлланам. Туғандарым, яҡындарым менән аралашам. Уларҙы бик һағынам. Донъялағы иң яҡшы ял бына ошо.
— Алыҫта милли тамырҙарығыҙҙы, башҡорт телен онотмайһығыҙмы?
— Туғандарым менән тик башҡортса һөйләшәм, туған телемде онотмайым.
— Американдар Рәсәйҙән килгән кешеләрҙең барыһын да урыҫ тип атай, тигәйнегеҙ. Ошондай осраҡта үҙегеҙҙең башҡорт икәнегеҙҙе аңлатырға тырышаһығыҙмы?
— Эйе, аңлатып ҡарайым, әммә Америкала, шулай уҡ Мексикала ла башҡорт милләтен белмәйҙәр.
(Әйтергә кәрәк, Хәбир үҙ милләтенә һөйөүен бер ваҡытта ла йәшермәй. Ул хатта рингка ла Силәбе башҡорттары ҡоролтайы бүләк иткән ҡамсат бүрек менән елән кейеп сыға).
Әңгәмә аҙағында Хәбирҙең туғаны — Сабир Сөләймәнов та һүҙгә ҡушылды.
— Хәбир, йөҙөгөҙ, буй-һынығыҙҙан тыш, Сабир менән тағы ла ниндәй оҡшаш яҡтарығыҙ, ниндәй айырмалыҡтарығыҙ бар?
— Бер-беребеҙгә ныҡ оҡшағанбыҙ, хатта тауыштарыбыҙ ҙа бер үк. Айырмалыҡтарҙы аныҡ ҡына әйтә алмайым. Сабир, беҙ нимә менән айырылабыҙ?
— Исемдәр менән, — тип йылмая Сабир. — Бүтән айырма юҡ. Беҙ — уртаҡ йәнле кешеләр.
— Атай-әсәйегеҙ һеҙҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләне? Тормошта уңышҡа өлгәшергә нимә ярҙам итә?
— Маҡсатҡа ынтылыштыр, моғайын. Бер ваҡытта ла бирешмәҫкә, һынмаҫҡа, ҡуйылған маҡсатҡа табан барырға кәрәк.
— Йәш быуын һеҙҙең кеүек тырыш, тәүәккәл, ныҡышмалы булып үҫһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? Уңыштың сере нимәлә?
— Ғаиләлә ата-әсә өлгө күрһәтергә тейеш, ә йәмғиәттә күп һөйләү урынына күберәк эшләү зарур, — ти Сабир. — Йәштәргә финанс ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Кеҫәһе ҡалын кешеләр байтаҡ бит. Әммә уларҙан файҙа аҙ. Арғаяшта ғына эш эҙләгән күпме йәштәр бар. Улар ярҙамға мохтаж.
Һаубуллашҡанда Хәбир Сөләймәновтың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһындыҡ.
— Киләсәктә Рәсәйгә ҡайтырға ниәтләйһегеҙме, әллә Америкала ҡаласаҡһығыҙмы? Ғөмүмән, артабанғы карьерағыҙҙы нисек күҙаллайһығыҙ
— Биш-алты йылдан ҡайтырмын, моғайын. Пландар Наполеондыҡыса, шуға күрә улар хаҡында әлегә әйтмәй торайым.
— Улайһа, яңынан-яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!
Динә НАФИҠОВА.
Силәбе өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 754

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 376

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069