Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдә ҡалған сәфәр
Күңелдә ҡалған сәфәрБашҡортостандың һәр төбәге, үҙәне, тауы, йылғаһы, туғайы, күле халыҡтың үткән тормошон сағылдырған легендаларға, йырҙарға, бәйеттәргә бәйле тарих һаҡлай. Борон-борондан өлкән быуын вәкилдәре тыуған ер, тыуған төбәк тураһында мәғлүмәт биргән, шул урынға ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, һәр ерҙең үҙенә генә хас матурлығын күрергә өйрәткән. Бөгөн беҙҙең республикала тыуған яҡты, халыҡтың тарихын, туған телен, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеүгә, милли рух тәрбиәләүгә иғтибар артҡандан-арта барып, маҡсатҡа ярашлы эштәр башҡарыла.
Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернатында ла йәш быуында ватансылыҡ, батырлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә күп эштәр башҡарыла. Йәйге йәмле көндәрҙең береһендә лицей уҡыусыларынан бер төркөм Башҡортостандың төньяғына — милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған төйәгенә, уның тураһында ҙур тарих һаҡлаған Салауат районына сәйәхәт ҡылып ҡайтты. Автобус менән Күмертауҙан Малаяҙға тиклем туғыҙ сәғәткә һуҙылған юл арытманы ла тиерлек. Көндәрҙең матур тороуы ла беҙҙең изге эш менән йөрөүебеҙҙе хуплағандай ине. Тәьҫораттар иҫ киткес! Һүҙ — уҡыусы балаларға.

"Бындай оҙон юлға үҙ ғүмеремдә тәүгә сығыуым. Юл буйынса Башҡортостаныбыҙҙың матурлығына һоҡланып барҙым. Беҙ төбәп барған Салауат районының тәбиғәте иҫ китмәле: бейек-бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, боролоп-боролоп аҡҡан Йүрүҙән йылғаһы! Шул тәбиғәт ҡосағында йәшәгән кешеләр ниндәй бәхетле!"
(Розалина Искәндәрова,
VI класс).
"Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр барып күреүең биш артыҡ. Халҡыбыҙҙың ошо мәҡәле сәйәхәт ваҡытында күңелемдән сыҡманы. Арҡауыл — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ауылы. Бөйөк шәхестең эҙҙәре ҡалған һуҡмаҡтар буйлап йөрөү, йорт-музейҙа булыу, тарих уҡытыусыһы Искәндәр Абрар улы Миһрановтың шағир тураһында иҫтәлектәр менән бүлешеүе, ҡыҙыҡлы экспонаттар — былар барыһы ла яратҡан шағирымдың ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныуымды арттырҙы.
(Эльвира Аҙнабаева,
VIII класс).

"Быға тиклем "Янғантау"ҙа ял итеп ҡайтҡан туғандарҙың фотоларында ғына күргән Ҡорғаҙаҡ сығанағы янында баҫып тороуыма күңелем ышанмай. Һыуы, гәлсәр шикелле саф, таҙа. Башҡортостанымдың ошондай тәбиғәт һәйкәле менән нисек ғорурланмайһың!"
(Айрат Заһиҙуллин,
VIII класс).

"Походта беҙ дүрт музейҙа булдыҡ. Әлбиттә, иң оҡшағаны Салауат Юлаевтың йорт-музейы булды. Экспонаттар араһында төп урынды батырҙың ҡылысы һәм эйәре алып тора. Уйлап ҡараһаң, күпме тарих һаҡлай улар. Салауат Юлаев — эйәр өҫтөндә, ҡулында — ошо ҡылыс! Йөрәккә ҡан һауҙырырлыҡ күренеш! Тыуған еренең азатлығы өсөн көрәштә уға тәбиғәт ярҙам иткәндер, тип уйлайым, сөнки ул — шул тәбиғәттең улы. Ғөмүмән, милли батырыбыҙҙың эҙҙәре ҡалған урындарҙы барып күрмәгән башҡорт ысын башҡорт түгелдер".
(Айҙар Дауытов, VIII класс).

"Иң ғәђәпләндергәне — үҙ көсө менән экспонаттар йыйып, Диңгеҙ музейы асҡан Рауил Ким улы Саматов булды. Ул һалдат хеҙмәтен Кубала үткән. Шул ваҡытта ҙур ҡабырсыҡ алып ҡайта. Бөгөнгө беҙ күргән экспонаттар һәр кемдең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ. Нимә генә юҡ! Оҙонлоғо бер метр тирәһе диңгеҙ ташбаҡаһы (уны Рауил ағай Одессанан алып ҡайтҡан), Нил крокодилы, акула, ҙур йәйен баштары, төрлө ҡусҡарҙар, балыҡ-ҡылыс... Һөйләп кенә аңлатып бөтөп булмай, үҙеңә барып күрергә кәрәк".
(Айҙар Хәлитов, VIII класс).

"Был поход нимәһе менән бик оҡшаны — мин беренсе тапҡыр мәмерйәгә керҙем! Был урындарҙы тағы бер килеп күрермен тип уйлайым".
(Сергей Пухальский,
VIII класс).

"Салауат яуҙаштары менән йәшенеп йөрөгән Нәсибаш һәм Иҙрис мәмерйәләрен күреү күңелемә ныҡ тәьҫир итте. Экскурсовод Зилә Әмин ҡыҙы Садиҡова шундай ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Шул замандың хәтәр ваҡиғалары күҙ алдына килә. Рәссамдарҙың һүрәттәрендә генә күргән урындарҙа йөрөйбөҙ. Ана, Салауат ҡорал йәшергән бейек ҡаялағы мәмерйә, ә был ҡаянан "Салауат Юлаев" фильмын төшөргәндә Арыҫлан Мөбәрәков һикергән. Юҡҡа ғына был тирәнән ҙур шәхестәр сыҡмағандыр".
(Альберт Нуриев, VIII класс).

"Маршрут буйынса аҙаҡҡы туҡталыш — Әлкә ауылының музейы Салауаттың бала сағы тураһында һөйләй. Шағирҙар һәм батырҙар ошондай ерҙә тыуалыр".
(Руслан Рәхимов, VIII класс).

"Кем поход ашы ашап ҡарамаған, ул үҙен турист тип иҫәпләй алмай. Мәмерйәләрҙә йөрөп, Йүрүҙән буйында тамаҡ туйҙырыу лицейҙа беренселәрҙән булып беҙгә тәтене. Ә йырҙарҙа данланған йылғала һыу инеү һуң!"
(Линара Ҡорманаева,
VIII класс).

Юлда йөрөп ҡайтҡас, тәьҫораттар менән уртаҡлашҡанда һәр бала яҙма эшендә шул яҡтарҙы барып күрергә саҡырған. Салауат районы хакимиәте ойошторған "Салауат эҙҙәре буйлап" туристик маршруты бик мауыҡтырғыс. Һеҙ ҙә барығыҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Фәүзиә ИШКИНИНА,
төркөм етәксеһе, Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199