Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә — сәләмәт рухСпорт мастерлығына кандидат Василий Калитовты мин башҡаса саңғы юлына баҫмаҫ тип уйлағайным, сөнки етмеш йәште уҙған, күптән олатай булған кеше. Әммә яңылышҡанмын. Уҡытыусылар араһында үткәрелгән ярышҡа Василий Калитович быйыл да килде, бөтәһен дә артта ҡалдырып, беренселекте яуланы.

Ветеран спортсының аралыҡты күпме ваҡытта уҙғанын иҫәпкә алһаң, ул йәш-елкенсәк, урта йәштәгеләр араһында ла иң етеҙ бишәү иҫәбенә инер ине, моғайын. Һоҡланырһың да, ғәжәпләнерһең дә Василий Калитовҡа. Бынамын итеп донъя көтөп ята, шул уҡ ваҡытта иртән йүгереүҙе, йәйге көндәрҙә велосипедта йөрөүен дә ташламай.
Альберт Миңлебаевты легендаға тиң кеше тиергә була. Кирҙә ауылында йәшәгән спортсы гер күтәреү буйынса ветерандар араһында күп тапҡыр донъя чемпионы исемен яулауға өлгәшә. Балаларында ла спорттың был төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Бөгөн улы Әлзәф — спорт мастеры, ҡыҙы Әлзәнә — спорт мастерлығына кандидат.
Район үҙәгенән Юрий Красноборов, Ҡортлокүлдән Радик Миңләхмәтов та өлкәндәр араһында гер күтәреү буйынса үҙ ауырлыҡтарында донъя чемпиондары.
А. Миңлебаев, Ю. Красноборов, Р. Миңләхмәтовтың тырышлығы менән Ҡариҙелдә тиҫтәләрсә һәләтле спортсы үҫеп сыҡты. Улар араһында өс мәртәбә донъя чемпионы Булат Харисов, спорт мастерҙары Дамир Исламов, Рәсим Исламғәлиев, Радик Вәлиев, Дим Сәйетов һәм башҡалар бар.
Иҫке Аҡбүләктән Фәрит Ниғмәтов та танылған шәхес. Ул көрәш буйынса байтаҡ йылдар республика чемпионы исемен йөрөтә. Ҡустыһы — фермер Рәдиф тә бәйгеләрҙә бил бирмәҫ батыр. Бер туған Ниғмәтовтар төбәктә милли көрәште үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Шуныһы ҡыуаныслы, спортҡа йәне-тәне менән бирелгән бындай тренер-энтузиастар урындарҙа бихисап. Район хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Вячеслав Симиряков менән әңгәмәләшәбеҙ. Ул ваҡытында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры булған, бер үк ваҡытта футбол, мини-футбол буйынса тренерлыҡ эшен алып барған.
— Спортты үҫтереүгә барлығы алтмыш бер тренер көс һала, шуларҙың утыҙ икеһе штатта тора, — ти Вячеслав Викторович. — Ҡариҙелдәрҙең һәр дүртенсеһе спорт менән шөғөлләнә. Уның ун туғыҙ төрө айырыуса үҫеш алған. Сәләмәт тормошто пропагандалау, һаулыҡты нығытыу йәһәтенән беҙҙә яҡшы шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырылған. “Олимпиец” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй, бер ҙур стадион, мәктәптәрҙә спорт залы, майҙансыҡ бар.
Ҡайһы ғына ауылды, уҡыу йортон алма, бында спорттың ниндәйҙер бер төрө айырыуса популяр һанала. Мәҫәлән, Хәлил урта мәктәбе өҫтәл теннисы буйынса әйҙәүсе базаға әйләнеп бара. Тренер Ранис Карамовтың ҡулы аҫтында шөғөлләнгән балалар район һәм республика ярыштарында һәр саҡ призлы урындарҙы яулай.
Төбәк шахматсылары элек-электән Башҡортостанда иң көслөләрҙән һаналған. Спорт мастерлығына кандидаттар, ағалы-һеңлеле Нэлли менән Рөстәм Ибраевтар район йыйылма командаһын етәкләгән йылдарҙа иң мәртәбәле турнирҙарҙа ла беренсе-өсөнсө урындарҙан түбән төшмәгәндәр. Бөгөн иһә Иҫке Аҡбүләк урта мәктәбе уҡыусылары уңышлы сығыштары менән һөйөндөрә. Уйын серҙәренә уларҙы Рәмил Мостафин өйрәтә.
Спорт королеваһы — еңел атлетикала Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренең йәш спортсылары ал бирмәй. Тренерҙар Эльвир Ғилмуллин менән Руслан Ильясовтың тәрбиәләнеүселәре, һәр төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтә.
Футболсылар ҙа көйәрмәндәрҙе үҙҙәренең матур уйындары менән һөйөндөрә. Волейболсылар ҙа еңеү артынан еңеү яулай.
Шайбалы хоккей — әле был яҡта сағыштырмаса яңы төр уйын. Бығаса йылға-күлдәрҙә боҙҙа шыуалар ине. Ләкин ул бала-саға шөғөлө булып ҡына ҡалды — заман кимәленә күтәрелеп, ысын ир-егеттәр уйыны, спорттың ҡыҙыҡлы, күңелде арбаған төрөнә әйләнеп, үҫеп китә алманы.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында хоккей майҙансығы төҙөү хәлде ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе — йәшенә лә, ҡартына ла хоккей “ене” ҡағылды. Балалар һәм өлкәндәр командалары барлыҡҡа килде. Райондың йыйылма командаһы ойошторолоп, бер нисә иптәштәрсә осрашыу ҙа үткәрелде. Уйындарын үҙем дә күҙәткәнем бар. Егеттәр боҙҙа үҙҙәрен ышаныслы тота. Уйындан-уйынға уларҙың оҫталығы арта бара. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрит Әйүпов, “Нур” муниципаль предприятиеһы директоры Вадим Ғәҙелшин, Байҡыбаш ауылындағы “Өфөлеспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Эльвир Шаһиев, эшҡыуарҙар Әнүәр Ғәйнуллин, Данил Заһиҙуллин һәм башҡалар эш-вазифалары яуаплы, мәшәҡәтле, ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, хоккей менән шөғөлләнергә форсат таба. Аҙна һайын ике-өс көн эштән һуң күнекмә үткәрәләр.
Ҡариҙелдә хоккей йылдан-йыл киң таралыу ала бара. “Салауат Юлаев”тың маһир уйынсыларының ике аҙна дауамында мастер-класс үткәреүе, команда ветерандарының төбәккә килеп, осрашыуҙар ойоштороуы ла быға булышлыҡ итә.
Спортсылар ысын мәғәнәһендә етәкселәрҙән уңды. Хакимиәттең элекке һәм бөгөнгө башлыҡтары И. Мусин менән И. Ғарифуллин үҙҙәре лә спорт тормошоноң уртаһында ҡайнап, уның өсөн янып-көйөп йөрөгән кешеләр: Илдар Ғаяз улы каратист, оҫта волейболсы булһа, Илдар Вил улы — көслө боксер.
Инде сәстәре салланһа ла ветеран-энтузиастар ярыштарҙан ҡалмай. Уларҙың спортҡа булған һөйөүе ғүмерлек. Шуға ла ҡартайыуҙы белмәйҙәр. Сәләмәт тормош алып барырға бына кемдәрҙән өйрәнергә кәрәк! Спортты, физик культураны үҙ иткән кешеләр тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү кеүек яман ғәҙәттәрҙән азат. Үҙҙәренең шәхси өлгөһө менән йәмғиәтте сәләмәтләндереүгә тос өлөш индерә.
Бөгөн эстафетаны йәштәр, балалар дауам итә. Улар райондың данын арттыра, спорт йылъяҙмаһының яңы биттәрен яҙа.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Ҡариҙел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 779

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 398

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073