“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла
Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт телевидениеһы тарихында иҫтәлекле ваҡиға булды. Тәүге тапҡыр “Ҡурай” телеканалында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы матчтары тура эфирҙа башҡортса алып барыла башланы. Микрофон алдындағы егеттәр кемдәр? Был мөмкинлеккә нисек өлгәшкәндәр? Һөнәри оҫталыҡта нисек камиллашалар?.. Спорт комментаторҙары Фәрүәз Рафиҡов һәм Рәмил Урманшин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Егеттәр, тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине: тыуған ерегеҙ, нисә йәштәһегеҙ, алған белемегеҙ, шөғөлөгөҙ...
Ф. РАФИҠОВ: Мин Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан булам. 23 йәштәмен. Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатта урта белем алдым, БДУ-ның Сибай институтында иҡтисадсыға уҡыным. “Ирәндек” боҙ һарайында бер йылдан ашыу тренер булып, институтта уҡығанда Сибай филармонияһында эшләнем. Һуңғы йылдарҙа Сибайҙа менеджер инем.
Р. УРМАНШИН: Салауат районының Малаяҙ ауылынанмын. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамланым. Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт иттем. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Юғары судында судья ярҙамсыһы булып эшләп йөрөйөм.
– Ҡасандан алып “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәнеһегеҙ? Ғөмүмән, хоккей менән күптән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Үҙегеҙ уйнайһығыҙмы?
Ф. РАФИҠОВ: Үҙебеҙҙең клуб өсөн башланғыс кластарҙан янам, ауылда уҡығанда егеттәр менән урамда хоккей уйнай торғайныҡ. Хатта күрше ауылдан тиҫтерҙәребеҙ менән турнир ойоштора торғайныҡ. Элек бит атрибутика әллә ни һатыуҙа булманы, гәзит-журналдарҙан эмблемаларҙы киҫеп алып, кейемгә йәбештереп йөрөй инек. “Ирәндек” боҙ һарайында ла була торғайны уйындар, ғөмүмән, хоккейҙың нескәлектәренә, уны аңларға мин шунда өйрәндем.
Р. УРМАНШИН: Хоккей менән бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡһынам. Шул ваҡыттан бирле “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәнемен. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа район йыйылма командаһы өсөн уйнаным.
– Хоккей матчтарына йөрөйһөгөҙмө? Ситтә уҙған уйындарҙа булғанығыҙ бармы?
Ф. РАФИҠОВ: Беҙгә Магнитогорск ҡалаһы яҡын булғас, йышыраҡ шунда йөрөйбөҙ. Унда бөтә Урал аръяғы килеп тула. Арена йәп-йәшел була, беҙҙекеләр өйҙә уйнаған кеүек. Шулай уҡ Ҡазанда, Силәбелә уйындарҙа булғаным бар. Өфөгә лә гел генә барып тора торғайныҡ. Хәҙер инде бөтөнләй шундамын.
Р. УРМАНШИН: Хоккей матчтарына даими йөрөйөм. Малаяҙҙа йәшәгән осорҙа атайым менән Өфөгә уйындарға йыш йөрөнөк.
– “Ҡурай” телеканалында юлаевсыларҙың матчтарын хеҙмәтләндергән комментаторҙарға конкурс уҙғанын ҡайҙан белдегеҙ? Ҡатнашыу теләге нисек тыуҙы?
Ф. РАФИҠОВ: Миңә был конкурс тураһында шағирә Шәүрә Туйсина, “Инстаграм”да һылтанмаһын ебәреп, белдергәйне. Ҡыуанып киттем. Шунда уҡ ҡатнашыу теләге уянды, ләкин бындай уй элек тә бар ине. Уйынды башҡортса ҡарағы килә торғайны.
Р. УРМАНШИН: Конкурс хаҡында интернет селтәре аша белдем һәм көсөмдө һынап ҡарарға хәл иттем. Спорт комментаторы булыу минең бәләкәйҙән килгән хыялым ине.
– Тәүге турҙа дәғүәселәргә өс хоккей матчынан ролик тәҡдим ителгәйне. Ниндәйен һайланығыҙ һәм ни өсөн?
Ф. РАФИҠОВ: Мин былтырғы плей-офтағы “Трактор” – “Салауат Юлаев” матчын һайланым, сөнки плей-офф уйындары даими беренселектән айырылып тора. Улар етеҙерәк, ялҡынлыраҡ һәм йөрәкте елкендерә.
Р. УРМАНШИН: Беренсе һайлап алыу турында “Салауат Юлаев” – ЦСКА командаларының уйын барышын һөйләп, тауышымды яҙҙырып ебәрҙем.
– Икенсе турға уҙғас, онлайн комментарий башҡарыу мәлендә тулҡынланманығыҙмы? Бурысты нисек атҡарып сыҡтығыҙ?
Ф. РАФИҠОВ: Бер ҙә тулҡынланыу булманы, күптән эшләгән кеүек килеп ултырҙым. Барыһы ла бер тынала үтеп китте. Уйынға алдан әҙерләнеү, статистикаға күҙ һалыу зарур. Комментаторға, ғөмүмән, хоккей менән йәшәү мотлаҡ. Нисек кенә уйынға әҙерләнмә, әгәр хоккейҙы, уйынсыларҙы, яңылыҡтарҙы уйын алдынан ғына ҡарайһың икән, эш барышында бик ауыр буласаҡ.
Р. УРМАНШИН: Икенсе турҙа әллә ни тулҡынланманым, сөнки башҡорт телендә иркен аралашам һәм үҙебеҙҙең команда, ғөмүмән, хоккей тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күҙәтеп барам.
– Профессиональ спорт журналисының, шул иҫәптән спорт комментаторының этикаһын өйрәндегеҙме?
Ф. РАФИҠОВ: Эйе, беҙгә бөтә нәмәне тәфсирләп өйрәттеләр. Уны элек тә әҙме-күпме белә инек, сөнки хоккей ҡарайһың, күҙәтеп бараһың. Азамат Моратов менән һөйләшеп алдыҡ, унан күпте белдек. Мин үҙем элек “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым, институтта ла гәзит мөхәррирләү эшендә эшләнем, шуға күрә ярайһы ғына белем бар ине.
Р. УРМАНШИН: Спорт комментаторы үҙенең үҫеше өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләргә, профессиональ этиканы өйрәнергә бурыслы тип иҫәпләйем.
– Тура эфирға нисек әҙерләнәһегеҙ? Был күпме ваҡытты ала?
Ф. РАФИҠОВ: Мин үҙем шәхсән эфирға тиклем бер нисә сәғәт алда төрлө яңылыҡтарға байҡау яһап сығам, интернеттағы спорт сайттарына күҙ һалам. Хоккейсыларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәләрен, төрлө превьюларҙы ҡарайым. Сибайҙағы тренерҙарҙан да кәңәш һорайым, теге йәки был командаға күмәкләп анализ эшләйбеҙ. Мәҫәлән, балалар тренеры Салауат Хәҙит улы Вәлиев – юғары квалификациялы белгес. Ул хоккей буйынса төрлө әсбаптар ҙа тәҡдим итә.
Р. УРМАНШИН: Һәр эфир ентекле әҙерлек талап итә. Уйнаясаҡ командалар тураһында мәғлүмәттәргә байҡау яһайым, тамашасыға еткерә торған хәбәрҙәрҙе өйрәнәм, спорт эксперттарының фараздары менән танышам.
– Хәҙер инде тәүге матчтарҙан тура эфирҙар алып барҙығыҙ. Уларҙан һуң эшегеҙҙе икәү-ара анализлайһығыҙмы, тел өлкәһендә белемегеҙҙе камиллаштыраһығыҙмы? Телевидение хеҙмәткәрҙәренән кемдер башҡарылған эште тикшерәме, кәңәштәр бирәме?
Ф. РАФИҠОВ: Уйындан һуң “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Whatsappта көнө-төнө үҙ-ара һөйләшеү, хаталар өҫтөндә эш бара. Әҙәби китаптарҙы яңынан уҡый башлар кәрәк икәнен аңланым. Һүҙлекте байытыр кәрәк. “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева эфир алдынан кәңәштәрен, һуңынан да үҙенең баһаһын бирә. Шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә һүҙенә ҡолаҡ һалам. Әсәйем дә, тел уҡытыусыһы булараҡ, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Р. УРМАНШИН: Тура эфирҙан һуң тапшырыуҙы алып барыуға анализ яһайбыҙ, хаталар өҫтөндә эш уҙғарабыҙ. Тел уҡытыусылары булғас, атайым менән әсәйем дә кәңәштәрен бирәләр, телмәремде камиллаштырыу өҫтөндә эшләйем.
– Ә Рәсәй спорт каналдары комментаторҙарының тәжрибәһен ҡулланаһығыҙмы? Уларҙан кем оҡшай, кемгә эйәрергә теләр инегеҙ? Татарстанда “Аҡ Барыҫ” осрашыуҙарын бер йыл буйы татарса алып баралар, шул матчтарҙы ҡарағанығыҙ бармы?
Ф. РАФИҠОВ: Миңә үҙебеҙҙең Азамат Моратов, КХЛ-ТВ-нан Олег Мосалёв, Олег Власов, Денис Казанский кеүек комментаторҙар оҡшай. Бигерәк тә Денис Казанский. Бик оҫта, эксперт фекере лә төплө. Яҡташыбыҙ Сергей Ғимаев та оҡшай торғайны, беҙҙең хатта бергә төшкән фоторәсем дә бар. Ҡыҙғаныс, уҙған йыл мәрхүм булды... ТНВ-ла ҡайһы тапшырыуҙарҙы ҡараным, бик шәп эш алып баралар.
Р. УРМАНШИН: Рәсәй спорт каналдары тапшырыуҙарын яратып ҡарайым. Бигерәк тә комментатор Владимир Стогниенконың эшләү рәүеше оҡшай, үҙебеҙҙекеләрҙән Азамат Моратовтың алып барыуы күңелемә яҡын. Телевидениенан татар телендә “Аҡ Барыҫ” командаһы уйындарын күҙәтеп барам. Минеңсә, дөрөҫ юҫыҡта эшләйҙәр. Быйыл беҙҙә лә “Ҡурай” телеканалында ошондай уҡ эште башҡорт телендә башлап ебәреү – ҡыуаныслы ваҡиға.
– Тамашасыларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалаһығыҙмы? Улар ниндәй етешһеҙлектәрҙе күргән?
Ф. РАФИҠОВ: Әлбиттә, башҡа көйәрмәндәрҙең мөнәсәбәтен белдергәнен көтөп алам. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә уларҙың комментарийҙарын уҡыйым, тәнҡит һүҙҙәренә ҡолаҡ һалам. Маҡтау һүҙҙәре күберәк, шул уҡ ваҡытта ипле рәүештәге иҫкәрмәләр ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, беренсе уйында беҙҙекеләр ҡапҡаһына гол үткәртһә, хоккейсыларыбыҙҙы ныҡ ҡына шелтәләп ала инек. Ә көйәрмәндәр шелтәләмәҫкә, киреһенсә, ҡеүәтләргә тәҡдим иткәс, кәңәштәренә ҡолаҡ һалдыҡ.
Р. УРМАНШИН: Һис шикһеҙ, тамашасыларҙың кәңәштәренә иғтибар итәбеҙ, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә улар менән аралашып торабыҙ.
– Хоккей терминдарын руссанан башҡортсаға тәржемәләүе һәм ҡулланыуы ауырмы?
Ф. РАФИҠОВ: “Судья” терминының тәржемәһе өҫтөндә бик оҙаҡ уйландым. “Хөкөмсө” тигән вариант бар ине, әммә ул боҙҙа хөкөм итмәй, ә ҡағиҙәләрҙең дөрөҫ үтәлешен тикшерә. Шуға ул һүҙҙе шул килеш ҡалдырҙым.
Р. УРМАНШИН: Тәүге эфирға әҙерләнгәндә башҡортса хоккей терминдары һүҙлеге төҙөп алдым. Ҡайһы бер төшөнсәләрҙе рус телендә ҡулланырға булалыр тип иҫәпләйем.
– Әйткәндәй, уйын ҡағиҙәләрен яҡшы беләһегеҙме? КХЛ-дағы быйылғы үҙгәрештәр менән танышһығыҙмы?
Ф. РАФИҠОВ: Әлеге лә баяғы Сибайҙа Боҙ һарайында эшләгәс, хоккейҙы электән ҡарағас, бөтә ҡағиҙәләрҙе, регламентты беләм. Судьяның ишараларын да таныйым. Быйылғы хоккей миҙгеле алдынан уйынға күп кенә үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, мәрәйҙәр иҫәпләү системаһы, боҙҙа шайбаны уйынға индереү үтәлеше үҙгәрҙе, ҡапҡасылар хәҙер, әгәр уйынды дауам итеп була һәм яҡын-тирәлә дәғүәсе юҡ икән, шайбаны теләһә ҡайҙа туҡтата һәм кәрәк-кәрәкһеҙгә боҙға ҡыҫа алмай.
Р. УРМАНШИН: Уйын ҡағиҙәләрен яҡшы белмәй тороп, хоккей телетапшырыуын алып барып булмайҙыр.
– Билдәле рус йырында: “Һоҡланғыс бишәү һәм ҡапҡасы” тиелә. Шуны күҙ уңында тотоп, хәлегеҙҙән килһә, лигалағы ниндәй хоккейсыларҙан юлаевсыларҙың старт составын төҙөр инегеҙ?
Ф. РАФИҠОВ: Миңә ҡалһа, ҡапҡасы элекке юлаевсыларҙан Эрик Эрсберг булыр ине, һаҡсылар – Виталий Прошкин, ул минең иң яратҡан уйынсым, Мирослав Блатяк. Һөжүм итеүселәр – Михал Микеска – Сергей Зиновьев – Игорь Волков. Команданы барыбер ҙә үҙебеҙҙең хоккейсыларҙан туплар инем.
Р. УРМАНШИН: Яратҡан командабыҙҙың әлеге составы көслө генә, мин уны шул килеш ҡалдырыр инем.
– Нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең әлеге команда миҙгел һуңында ниндәй уңышҡа өлгәшер? Состав көслөмө һеҙҙеңсә?
Ф. РАФИҠОВ: Быйыл беҙҙең команда көсәйҙе тип уйлайым, Юха Метсола ҡапҡасылар мәсьәләһен хәл итте. Оҫтараҡ һаҡсылар килде. Күпселек, аҙсылыҡ бригадаларында көслөрәк уйынсылар тупланды. Үҙәк һөжүм итеүселәр былтырғыға ҡарағанда шәберәктәр. Еңеү яулау өсөн бөтәһе лә бар. Көнсығышта беҙ иң көслөләре, кубок беҙҙеке булырға тейеш.
Р. УРМАНШИН: Мин дә миҙгел аҙағында юлаевсылар көйәрмәндәрҙе үҙҙәренең еңеүе менән һөйөндөрөр тип ышанам.
– Егеттәр, бөгөнгө һөйләшеү өсөн рәхмәт. Юлаевсыларға ла, һеҙгә лә ошо миҙгелдә уңышлы үрҙәр теләйем. Уны башҡортсалап “Гагарин кубогы беҙҙә! Афарин!” тигән һүҙҙәр менән тамамларға яҙһын.