Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан ынйыһы – Нөгөшкә сәйәхәт
Башҡортостан ынйыһы – Нөгөшкә сәйәхәтБашҡортостанды “Икенсе Швейцария”, “Рәсәй хазинаһы”, тибеҙ. Ә был ынйы бөртөгөләй хазинаны үҙебеҙ беләбеҙме? Юҡ бит!
Сит илдәрҙә йөрөгән кеше күрә: Европала ҡала-ауылдар ғына түгел, илдәр тоташып бөткән, ҡомло-сүлле илдәрҙә һыулы-үҫемлекле утрауҙар ғына бар, беҙҙәге тәбиғи матурлыҡ унда юҡ.
Шағир Геннадий Молодцов:
Мне жаль того, кто
Здесь ни разу не был,
Мне жаль того, кому
Не пел курай, –
тип юҡҡа ғына яҙмаған.


“Велком” (“Рәхим итегеҙ!”) компанияһы етәксеһе Заһир Зәки улы Ҡотлосурин, Нөгөшкә (“На Нугуш”) беренсе сәйәхәт маршрутын һынап ҡарау өсөн, шунда барып ҡайтырға саҡырҙы. Шатланып ризалаштым, үҙем менән балалар ҙа юлланды.
Быға тиклем “Велком” компанияһы “Ысын Башҡортостан” (“Настоящая Башкирия”) тип аталған маршрут буйынса ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойошторған икән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Мәскәү һәм сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы этнотур маршруттарына ярашлы гүзәл тәбиғәтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ ҡомартҡылары менән таныштырып өлгөргәндәр.
Өфө территорияһында нигеҙләнгән, Ибн Халдундың 1375 йылғы Каталон атласына, Г. Мркаторҙың 1554 йылғы картаһына индерелгән Башҡорт йәки Имән ҡаланан ҡуҙғалып киткәндәй тойҙом үҙемде, сөнки етәксе-гидыбыҙ башҡорт мөхите солғанышында ҡаласағыбыҙҙы вәғәҙә иткәйне. Ун кеше уңайлы микроавтобуста Өфө — Ырымбур юлынан убалы тигеҙлек буйлап елдерҙе.
Үҙ-ара танышып-һөйләшеп, Стәрлета­маҡтан 20 саҡрым көнбайышта төшкән, СССР метеориттар кадастрында 180-се һан менән теркәлгән Стәрлетамаҡ метеоритын иҫләп бара торғас, килеп еткәнебеҙҙе шәйләмәй ҙә ҡалдым. Шәмәреп торған болотло көндө балҡытып, офоҡта ап-аҡ шихандар теҙмәһе күренде: Шәкетау (Шахтау), Ҡуштау, Йөрәктау, Торатау. Бында булғаным бар ине, әммә тауға менергә йөрьәт итмәнем. Борон Башҡортостан ерендә океан булған, осло башлы суҡаҡ тауҙар һыу аҫтындағы һерәйеп торған рифтар йәки ҡаялар икән. Торатау – шихандар араһында иң бейеге, 402 метрлы киҫек конусҡа оҡшаған. Ул эзбиз таштан, үҙ заманының органик донъяһы ҡалдыҡтарынан тора. 1965 йылдан геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. Уйлап ҡараһаң, бында ҡыҙыҡһыныр урындар байтаҡ: бер саҡрымға һуҙылған Йөрәктау үҙе ни тора! Көкөртлө шишмәһе лә бар тиҙәр. Стәрлетамаҡ урман хужалығы тәрбиәләп үҫтергән ҡарағайҙар ҙа тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән.
Хозурланып, тирә-яҡты байҡап торһаҡ, Торатау түбәһенән берәү ҡул болғап, әйҙәп, тауыш бирҙе. Профессиональ фотограф Фәрит Латипов икән. Ул ситтә йәшәһә лә, Башҡортостанды яҡшы белә. “Мин өс урында йәшәйем: Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, йәйен Башҡортостанда”, – тип һөйләй, ғорурланып.
Беҙ уның тураһында хәбәрләшкәнсе, һигеҙ йәшлек ейәнсәрем Айлина осоп-ҡунып тауға менде лә китте, уның артынан биш йәшлек ейәнем Арсен ҡыуанып көлә-һөйләнә йыбырҙап эйәргән. Миңә, 70 йәшлек өләсәйгә, ни йөрәк менән уларҙың тауға менеп төшкәнен аҫтан күҙәтеп торорға кәрәк?! Мин дә тырмашып тауға үрләнем. Эй, Хоҙайҙың рәхмәте! Тау түбәһендә торабыҙ, аҫта ун ауыл, ике ҡала күренә. Сикһеҙ йәшеллек диңгеҙе офоҡҡа артылған. Үҙе бер мөғжизәле донъя, ҡурсаулыҡ иле!
Ишембай ҡалаһы ашханаһында башҡорт ризыҡтарынан табын әҙерләгәйнеләр. Ашап алғас, Салауат, Мәләүез ҡалаларына һуғылмай, Һайран, Әптек, Верхотор ауылдары аша Воскресенкаға килеп еттек. Тор йылғаһы буйында И.В. Твердышев, И.С. Мясников тарафынан Бошман-ҡыпсаҡ һәм Тамъян башҡорттары ерендә төҙөлгән Уралдың иң боронғо (1745 йыл), иң ҙур баҡыр иретеү заводын ҡараныҡ. Е.И. Пугачев ихтилалы ваҡытында уларҙың армияһын туптар, снарядтар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән ул. Бында руда сығарылмай. Ҡарғалы руднигынан ташып иретер руда кәмегәс, 1895 йылда завод баҡыр иретеүҙән туҡтай. Завод хужалары ла алмашынып тора: 1783 йылда Д.И. Пашкова, 1870 йылда Англияның “Прогден, Леббок и К” компанияһы, 1891 йылда В.А. Пашков ҡулына күсә. Заводтан ун саҡрымда көрән тимер рудаһы табылғас, 1897–1902 йылдар арауығында заводта суйын ҡойола. Әле уның монолит ҡоролмаларының, баҡыр иретеү мейесенең, тимерлек усағының ҡалдыҡтары һаҡланған. Тарихи ҡомартҡыны ташландыҡ хәлдә тотоуҙары, келәт, бура бурау урыны итеп ҡулланыуҙары эсте бошорҙо. Уны кәртәләп, сүп-сарҙан таҙалап, ишегенә яҙып та ҡуйғанда, һәр кем уҡып, ҡыҙыҡһынып белер ине. Ул бит тарихи ғына түгел, архитектура ҡомартҡыһы ла була ала. Был – мотлаҡ хәл ителергә тейешле көнүҙәк мәсьәлә, минеңсә.
Мәләүез районында иғтибарға лайыҡ урындар бик күп: Урал башланған һырттар, ҡалҡыулыҡлы тигеҙлектәр, ҡара урманлы тайга, ҡылғанлы дала, көҙгөләй күлдәр, сиге күренмәгән һыу һаҡлағыс – барыһы ла бар. “Башҡортостан милли паркы”, Ҡотоҡ төбәге, Күперле, һирәк осрай торған ҡоштарҙың йәшәү урыны – Кошкарь заказнигы, Ромадановка йырыны ла – ошо төбәк хазинаһы. “Ағиҙел-Нөгөш йылғалары араһы”, “Үрек” (Нөгөштөң уң ҡушылдығы) Европа кимәлендәге орнитологтар майҙаны иҫәпләнә. Һыртлан ауылы исеме үк бындағы ике меңләп иҫәпләнгән хайуандар донъяһы хаҡында тәүге мәғлүмәтте бирә. Башҡорт халыҡ йырында:
Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе
Күк һыртлан да булыр күбеһе, –
тип йырлана бит.
Юлда рәсми булмаған (Башҡортостанда ике генә урында ҡуйылған) айыуҙан һаҡланыуҙы иҫкәртеүсе билдә тора. “Бында айыуҙар йөрөй” тигән һүҙҙәрҙе кешеләрҙән ишеткән бар. Бына насип булды ысын ҡырағай мөхиткә аяҡ баҫырға! Урман аҡланында ике мышы балаһын күрҙек. Йыш ҡына баш осонда бөркөттәр осто. Ҡала кешеһе өсөн был әкиәт донъяһы ине.
Мәләүез ҡалаһын ситләтеп үтеп, ниһайәт, кисләтеп кенә Нөгөш ауылына килеп еттек. Урман араһында урынлашҡан “Йүкә сәскәһе” тип яҙылған ҡапҡанан инеп, иҫ китмәле ихатала туҡтап, машинанан төштөк. Алдыбыҙҙа ике ҡатлы дүрт ағас йорт, һәр береһенең үҙ архитектура биҙәлеше бар. Ихаталағы бөтә ҡоролмалар, өй эсе йыһаздары ағастан шымартылып, лак менән ялтыратып эшләнгән. Ихата буйлап йөрөп сыҡтым: ситлектәрҙә Башҡортостандың дүрт төрлө бөркөтө, ҡара төлкө, өкө йәшәй. Һунарсылар яраланған йәнлек-ҡоштарҙы йорт хужаһы Александрға килтереп бирә лә уларҙы һауыҡтырып яңынан тәбиғәт ҡосағына ҡайтара икән. Балаларға бигерәк тә ҡуяндар оҡшаны, ҡайтып киткәнсе уны һыйланылар ғына. Бында тыныс, саф һауа, экологик таҙа аҙыҡ. Ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Александр заманында балта оҫтаһы, төҙөүсе булған. Бындағы ҡоролмаларҙы ул үҙе, ҡайһы ваҡытта үҙ аҡсаһына бригадалар яллап төҙөткән. Беҙҙең башҡорттоң балта оҫталары ҡайҙа икән?! Урман араһында йәшәйбеҙ бит.
Асыҡ һауала аласыҡта ҙур өҫтәл тирәләй ултырып, бер ҡунаҡтың тыуған көнөн билдәләнек. Бындай ваҡиғаның тап килеүе үҙе бер шатлыҡлы күренеш булды. Юлдан арып килгән ҡунаҡтарға мунса әҙер, тинеләр. Сабыныу өсөн ҡайын, имән, ҡарағай миндектәре, хуш еҫле үлән сәйе тәҡдим ителде.
Иртән тамаҡ ялғап алғас, машинаға ултырып, Рафаэлдең ат һарайына киттек. Аттары байтаҡ икән. Һигеҙ кеше бер саҡрым тирәһе ерҙе урап, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында һыбай йөрөп килде. Ипподромдарҙа ғына бындай мөмкинлек бар. Шатланған ваҡытта, ат менгәндәй булдым, тип һөйләйбеҙ. Тәүге тапҡыр атты һыбайлаусылар шундай хистәр кисерҙе.
Төштән һуң Нөгөш һыу һаҡлағысы янына киттек. 1967 йылда төҙөлгән һыу һаҡлағыс офоҡтарҙы тоташтырып 25 саҡрымға һуҙылған. Майҙаны – 2870 квадрат километр. Киңлеге бер саҡрымдан алып бишкә етә икән. Тәбиғәттең ғәйрәтен, ҡеүәтен тойоп, ғорурлыҡ хистәре таша. Һис бер кәмселекһеҙ, тәбиғи гармоник ҡупшылыҡ күҙ яуын ала.
Буй-буй һайғауҙарҙан ҡоролған араталы ҡапҡа аша Эмиль Кәримовтың “Иная” этник паркы йәйләүенә килеп индек. Һыу һаҡлағыс ярындағы тигеҙлектә ул тирмәләр ҡорған. Башҡорт (төрки), монгол, Америка индеецтарының милли тирмәләре һәм сфера формаһындағы заманса тирмәләр бар. Һөҙәк көмбәҙле, уҡ-кәртәләре түбәнге өлөштә тышҡа сығарып бөгөлгән, 8-ҙән алып 20-гәсә кирәгәһе булған тирмәләр халыҡ ижадынан билдәле. Осло көмбәҙле, тирәсе төҙ уҡ-кәртәләрҙән торған монгол тирмәһе өсмөйөшкә оҡшаш. Индеецтарҙың торлағы, йәғни типиҙары тыштан көпләнгән һәм бергә таяп ҡуйылған һайғауҙарҙан тора, беҙҙәге ҡыуыштарҙы хәтерләтә. Түңәрәк планлы, кейеҙ менән көпләнгән, йыйылма каркаслы, еңел күсереп йөрөтмәле ҡоролмаларҙы Эмиль ҡышын йәшәрлек итеп файҙаланыу тураһында хыяллана һәм ғаиләһе менән шунда йәшәй. Тирмәләрен төрлө ҡала майҙандарында ҡороп, телмәр тотоп йөрөй. Бына бит ҡыҙыҡһынған кеше тарихты ла белә, дөрөҫ ҡоролған ысын тирмәләрҙә һауа ла икенсе икәнен раҫлай. Йәштәр өсөн фестивалдәр үткәрә.
Килгән ҡунаҡтарҙы үлән ҡатнаштырып бешерелгән ыумас менән һыйланылар. Ни өсөндөр ыумас менән сумарҙы бергә ҡушып атайҙар. Башҡорт әҙ генә һыуҙа йә һөттә ондо ыуып, төйөрлө ҡамырҙы файҙалы үләндәр менән бергә ыумас бешерә. Ә сумарҙы йомортҡа менән һөткә баҫылған ҡамырҙы ҡалаҡ менән өҙөп-өҙөп алып, йомро һалма итеп ашҡа һала. Ҡасан әле беҙ ошо аштарҙы тәмләп ҡарағаныбыҙ бар? Бала саҡта әсәйҙәр: “Яҙын бер тапҡыр булһа ла мотлаҡ балтырған ашы йәки үлән ашы ашарға кәрәк”, – тип тылҡый торғайны.
Сәй эсереү церемонияһын күрһәттеләр. Тибет сеүәтәһе тирәсенән таяғы менән өйөрөлтөп сығарылған тауышҡа Эмиль ҡумыҙҙа уйнап ҡушылып киткәйне, ҡапыл бик борондан килгән тәбиғәт ауазы терелгәндәй булды. Быға ҡурай ҙа ҡушылһа, моғайын, ата-бабалар тауышының шаңдауын тойор инек, тип уйлап ҡуйҙым.
Балалар рәхәтләнеп эйелтмәктәрҙә бәүелде. Урамда һыуыҡ булһа ла йәйенке ауыҙлы, йомро төплө, бик ҙур ҡаҙан (шан) аҫтына ут яғып һыу йылыттылар, дүртәрләп шунда оҙаҡ ҡына шифалы һыуҙа муйынға тиклем күмелеп ултырҙыҡ. Балаларға ла бер ирмәк булды ҡаҙанда һыу инеү. Ҡаҙан һыуының энергетикаһы бөтөнләй икенсе икән: арымайһың да, өшөтмәй ҙә.
Кисләтеп Александрҙың йорттарына ҡайттыҡ. Киске аштан һуң, бик оҙаҡ ҡына сәйәхәтебеҙ тураһында фекер алыштыҡ. Эш кешеһе өсөн ял көндәренә тәғәйенләнгән этнотурҙан һуң, үҙебеҙҙең асылыбыҙға ҡайтып, халҡыбыҙҙың бай традицияһы нигеҙендә бөтөнләй икенсе кешегә әүерелеп, рухи сафланып, ләззәт, ғорурлыҡ хистәре кисерҙек.
Нөгөш һыу һаҡлағысының тәбиғи байлығы, тылсымлы ҡеүәте дәрт уятты, күңелдәрҙә һис һүрелмәҫлек саф тойғолар ҡалдырҙы. Ул үҙенә тартып, саҡырып ҡына тора! Тағы килеп күрҙеңме, яңынан үҙенең төрлө төҫтәрендә балҡыясаҡ.
Йәштәргә башҡорт халҡының тарихи, мәҙәни традициялары нигеҙендә экологик тәрбиә биреү, сәләмәт ял ойоштороу маҡсатына ярашлы ойошторолған этнотурға аҡ юл теләргә генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199