Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡояш аҫтында йөрөһәләр ҙә...
Спортсыны ярышта еңелеүҙән, йәрәхәт алыуҙан тыш та бәләләр һағалай

Бер ҡояш аҫтында йөрөһәләр ҙә...Көйәрмәндәр спортты ни өсөн ярата? Ул кешеләргә еңеү шатлығы, ләззәт тойғоһо килтергәнгә. Юҡҡа ғына халыҡ телендә Боронғо Рим ваҡытынан алып “икмәк һәм тамаша” тигән һүҙбәйләнеш йөрөмәй. Тамаҡ туҡ булыу ғына әҙәмгә рәхәтлек килтермәй, уның күңеле ҡомарлы уйындар ҙа талап итә. Бөгөнгө спорт был теләкте тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.


Һәм бына көйәрмән стадионға йә аренаға барып, йәки телевизор, компьютер алдына ултырып, йәне көҫәгән ярышты ҡарай, кемдер өсөн янып-көйә, борсола, ҡыуана. Уның яратҡан спортсыһы йә командаһы алға сыҡһа, еңһә, үҙен бәхеттән күктең етенсе ҡатында тоя. Был шаштырғыс хисте янындағы меңәрләгән кеше күтәреп алһа, бөтөнләй йүгәнләп булмаған күтәренке кәйеф солғанышына сума. Ни әйтәһең, спорт – бөйөк көс. Шуға ла спортсылар ҙа күҙ уңында, күктәге йондоҙ кеүек сағыу балҡый.
Эйе, еңеүҙәр – рекордтар – автографтар – дан-шөһрәт һәр кемдең дә өлөшөнә тәтемәй. Шуға ла был бәхетлеләргә ҡарап көнләшәләр, һоҡланалар, табыналар. Тәбиғәт биргән һәләтенә хеҙмәт һөйөүсәнлекте ҡушҡас, чемпион тыуалыр ҙа инде. Ләкин... күптәр спорт донъяһының күренмәгән яғында – эске кухняһында ниҙәр барғанын күҙ алдына ла килтерә алмай.
Әлбиттә, күп кенә атлеттар уларҙың биография­һын өйрәнгәндә, үҙҙәренән интервью алғанда бала саҡтарының, тормоштарының ауыр булғанын, төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, оло уңыштарға өлгәшкәнен тәфсирләп һөйләргә ярата. Ауырлыҡ кәртәләрен еңеп сыҡҡанын ишетеп, тамашасыла, уҡыусыла уға ҡарата тағы ла ҙурыраҡ ихтирам уяна. Бына бит һары таңдан ҡара төнгәсә күнекмәләрҙән ҡайта белмәгәс, ихтыяр көсө ныҡ булғас, ниндәй ҙур еңеүгә өлгәшкән!
Әммә спортсыларҙың байтағы ҙур ярышҡа сыҡҡансы үҙенә аяҡ салған күренештәр тураһында һөйләп бармай. Ҡайһы бер турнирҙарҙа тәғәйен атлеттың уңышһыҙлығын яҡшылап әҙерләнмәүенә, күнекмәләрҙә етерлек шөғөлләнмәүенә һылтап ҡуябыҙ. Ә ул, бәлки, яңы ғына көслө стресс кисергән, нервы көсөргәнешенә дусар булған тип уйламайбыҙ. Бөтә кешеләр кеүек, ул да “ҡояш аҫтындағы урын өсөн” көрәшә бит. Һәм был туранан-тура ярыш ваҡытында ғына түгел, ә уға тиклем байтаҡ алыҫ булған мәлдә үк башлана.
...Быйылғы йылдың ғинуар айында шорт-трек буйынса Европа чемпионатында Өфөнән Дмитрий Мигуновты Франция йыйылма командаһы составында күреп ғәжәпкә ҡалдым. Ул шәхси беренселектә ҡатнашыуын-ҡатнашманы, әммә эстафетала старт алды. Бәй, 25 йәшлек яҡташыбыҙ 500 метр арауыҡта илдә иң яҡшыларҙың береһе бит! Данлыҡлы корей-рәсәй спортсыһы Виктор Анға алмашҡа килә ине! Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпиада ҡатнашыусыһы (тик беҙҙең егеттәр алтын миҙал яулағанда ул запаста ине), илебеҙҙең эстафета составында ике тапҡыр Европа чемпионы, ике йыл рәттән 500 метр арауыҡта Донъя кубогы эйәһе...
Ни булды был? Күҙемә күренәме? Юҡ, ысын ул. Ә ниңә сит ил өсөн сығыш яһай? Ҡатын-ҡыҙ булһа, французға кейәүгә сыҡҡандыр тип уйлар инең...
Баҡтиһәң, 2016 йылдың йәйендә Дмитрий Мигуновты тренерҙар штабы Рәсәй йыйылма команда­һынан ситләтә. Йәнәһе, ул миҙгел алды медицина тикшереүендә психолог менән әңгәмәне үтә алмаған. Ғәжәп, ул бит психопат түгел... Һөҙөмтәлә егет дәүләт финанслауынан мәхрүм ителә. Тәүҙә ул Өфөлә күнекмәләргә йөрөй, аҙаҡтан Польшала шөғөлләнә. Былтыр иһә башҡа ил байрағы аҫтында сығыш яһауҙы тыйған “карантин” ваҡыты уҙыу менән Францияның данын яҡларға рөхсәт ала.
Медицина тикшереүе һөҙөмтәләрен ишеткәс, Дмитрий үҙ ҡолағына үҙе ышанмай. “Эйе, мин ҡыҙып та китәм, боҙҙа әрепләшеүем дә ихтимал. Ләкин был шундай ҙур проблемамы ни? Киреһенсә, шорт-тректа эмоционаллек үҙеңә лә еңергә ярҙам итә, иптәштәреңде лә дәртләндерә”, – ти ул. Ахырҙа спортсы үҙ аҡсаһына бойондороҡһоҙ медицина тикшереүе үтә. Табиптар уның һаулығында бер ниндәй ҙә тайпылыш тапмай. Әммә инде һуң була – йыйылма команда составында уға урын ҡалмай.
Шорт-трек беҙҙең илдә ныҡ киң таралмаған. Шуға күрә, әгәр һин Рәсәй йыйылма командаһынан сығаһың икән, шөғөлләнеү өсөн шарттарҙан да ҡолаҡ ҡағаһың. Дәүләт ярҙамы милли команда ағзаларына ғына бүленә. Тимәк, күнекмәләрҙе үҙаллы үткәрергә тура килә. Ә шорт-трек осһоҙ спорт төрө түгел. Боҙ майҙансығын ҡуртымға алыу ҡыйбатҡа төшә. Етмәһә, беҙҙәге стадион-ареналар хоккей йә фигуралы шыуыу өсөн тәғәйенләнгән. Шорт-тректа майҙансыҡты йомшаҡ матрастар менән хәүефһеҙ итеп йыһазландырып алырға кәрәк. Юғиһә сәғәтенә 50 километр тиҙлек менән елгән спортсы боролошта ҡолай ҡалһа, ауыр йәрәхәт алыуы, инвалид булып ҡалыуы ихтимал.
Шөкөр, Мигунов күнекмәләр өсөн беҙҙең республикала боҙ аренаһы таба, ләкин бынан башҡа бит конкурентлы шарттар ҙа кәрәк. Илдә 50-ләп юғары кимәлдәге шорт-трекист бар, тик улар барыһы ла тиерлек йыйылма команда составында һәм бергә шөғөлләнә. Ә “ала ҡарға” кем менән ярышһын да был хәлдә нисек үҫешһен?! Ике генә юл ҡала: йә ҙур спорт менән хушлашырға, йә... сит илгә китергә.
Ә Рәсәй коньки уҙышыусылар союзында был күренеште нисек аңлаталар һуң? Юҡ, уны берәү ҙә ситләтмәне, Мигунов бары тик яңы миҙгелгә командаға эләкмәне, бөтәһе лә ғәҙел, тиҙәр.
– Спортсыларҙы үҙәкләштерелгән әҙерлек йыйындарына саҡырғанда, беҙ уҙған миҙгелдәге спорт ҡаҙаныштарын ғына түгел, күп хәлдәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Мәҫәлән, спортсы күнекмә процесына инеп китерлекме, алдына ҡуйылған бурыстарҙы нисек үтәй, һәм иң мөһиме – ул күнекмә барышына һәм башҡа спортсыларға зыян килтерергә тейеш түгел. Был бик мөһим, – ти союз президенты Алексей Кравцов.
Әһә, “зыян килтерергә тейеш түгел”. Һүҙ нимә тураһында бара һуң? Бәлки, 2016 йылдың мартында Дмитрийҙың командалашы – тағы бер яҡташыбыҙ Семен Елистратовтың допингка алынған анализында тыйылған мельдоний препараты табылыуына бәйле низағ хаҡындалыр? Хәтерегеҙҙәлер, ул саҡта күп кенә Рәсәй спортсылары ошо матдә ҡулланыуҙа тотолғайны. Аҙаҡтан уларҙы аҡланылар. Әммә ваҡытында шорт-трек лидеры организмында табылған мельдоний – командалаш иптәштәренең эше, тип ғәйепләү ҙә ташланғайны. Аныҡ исемдәр аталманы, артабан был сәйер күренештең сәбәбе сер булып ҡалды, әммә Мигуновты ситләтеү ошо хәлдең шаңдауы түгелме икән? Дмитрий иһә командалаш иптәшеңде сафтан сығарыуҙы үҙең ултырған ботаҡты сабыуға тиң һанап: “Был көлкө. Шул рәүешле мин үҙемде лә эстафетала миҙалдан мәхрүм итәм бит. Улай эшләргә нигеҙ юҡ. Беҙ Семен менән бер ҡаланан, бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ. Өҫтәүенә төрлө дистанцияларҙа сығыш яһайбыҙ, бүлешер нәмә юҡ”, – ти.
Ысынлап та, Семендың яратҡан уҙыш арауығы – 1500 метр, Дмитрийҙыҡы – 500 метр. Етмәһә, ул саҡта мельдоний күп кенә Рәсәй спортсылары анализында табылды. Былар барыһы ла командалағы “дошмандар” эшеме ни?! Миңә ҡалһа, иң еңеле был бәләлә иптәштәреңде, ситтәрҙе ғәйепләү. Яңы ғына уҙған Кореялағы Ҡышҡы Олимпиадала ла керлингта бронза миҙал яулаған беҙҙең ил вәкилдәре парынан Александр Крушельницкийҙың организмында шул уҡ мельдоний табылғас, ул да быны командалаш иптәштәренән күргәйне. Хатта Керлинг федерацияһы вәкилдәре лә ошо фаразды яҡланы. Ахырҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпиаданан алда Японияла күнекмә үткән йыйылма командабыҙ урынлашҡан ҡунаҡхананан видеокүҙәтеү яҙмаларын тикшерергә рөхсәт биргәйне. Һөҙөмтәләр нимә күрһәт­кәндер – билдәһеҙ. Һәр хәлдә, әлегә Крушельницкийҙың ризығына мельдоний һалып йөрөгән кешенең тотолғанын ишетмәнек.
Илдең йыйылма командаһына эләгеүе рәхәт бул­маһа ла, унан “осоп сығыуы” бына шулай еп-еңел. Америкала ғына барыһы ла “спорт принцибы”на таянып эшләнә. Күрһәткестәрең, ҡаҙаныштарың юғары икән – командаға рәхим ит, Ҡушма Штаттар беренселегендә призлы урын яуламаның иһә – урыныңды яңы чемпионға бушат. Һиңә бер ниндәй “тренерҙар ҡарары” ла ярҙам итә алмай.
Беҙҙә иһә һаман да “көслөнөкө – замана” тип йәшәйҙәр. Европа, донъя беренселектәренә кемде ебәрергә икәне йыш ҡына кабинеттарҙа хәл ителә. Һайлап алыу турнирында еңеп тә, йыйылма командаға эләкмәүең бар. Мәҫәлән, 2014 йылғы Сочи Олимпиадаһына фигуралы шыуыуҙа ир-егеттәрҙән Максим Ковтун барырға тейеш ине. Ләкин тренерҙар советы бик йыш йәрәхәттәр алып, ҡатмарлы операциялар үткәргән Евгений Плющенконы ебәрҙе.
Был хәлгә абруйлы спортсылар араһынан Алексей Ягудин, Татьяна Лебедева, Александр Емельяненко ғына түгел, хатта ул саҡтағы Халыҡ-ара конькиҙа уҙышыусылар союзы президенты Оттавио Чинкванта ла кире ҡарашын белдерҙе. Емельяненко: “Талантлы егеттәр күп, уларҙы күрәләтә ҡыйырһыталар, үҫергә бирмәйҙәр. Йә судьялар аяҡ сала, йә улар урынына башҡалар ярышҡа бара”, – тине. Ә Чинкванта күрәҙәлек ҡылдымы ни: “Әлбиттә, спортсылар йәрәхәт тә ала, ауырый ҙа. Милли федерация ла Уйындарға кемде теләй, шуны ебәрә ала. Тик мин гел генә йәрәхәтләнгән спортсыны командаға индергән федерация ағзаларын аңламайым. Әгәр ҙә бер-бер хәл була ҡалһа, уны кем менәндер алмаштырыу мөмкин түгел. Быны эшләй торған һуңғы срок – 5 февраль үтеп киткән буласаҡ”. Һөҙөмтәлә команда ярышында алтын миҙал менән хушһынған спортсы шәхси беренселек башланыр алдынан ғына йәрәхәтенә бәйле боҙға сығыуҙан баш тартты. Уның урынына кемделер ҡабаттан ҡатнашыусылар исемлегенә индереү мөмкин булманы...
Йәки 2006 йылғы Ҡышҡы Олимпиадаға команда туплағанда килеп тыуған сетерекле мәсьәлә. Шорт-тректа һайлап алыу турында Башҡортостандан Вячеслав Кургинян еңде, тик Туринға ниңәлер Омскиҙан Сергей Пранкевичты ебәрергә булып киттеләр. Ул ваҡыттағы республика етәкселегенең Рәсәй олимпия комитеты президенты Леонид Тягачевҡа мөрәжәғәт итеүе генә хәлде төҙәтте.
...Ошондай спорт алыштарынан алыҫ ваҡиғалар спортсының байтаҡ көсөн ала, нервыһын ҡаҡшата. Шуға күрә лә ваҡыт-ваҡыт кемдеңдер башҡа ил командаһы составында сығыш яһарға ҡарар итеүенә аптырарға түгел. Бындай ихтыярлы ватандаштарға ла ҡасандыр ҡояш йылмайырын теләргә генә ҡала. Спортсы ғүмере үтә оҙон түгел бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199