Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Танк “ене” ҡағылған егет
“Чемпионмын тип маҡтанғаным юҡ, ә бына әрмелә лә, былай тормошта ла “Башҡортмон” тип күкрәгемде һуғам!” — тип көлә Сибай ҡалаһында йәшәгән танк биатлоны буйынса Рәсәй чемпионы Илшат Вәхит улы Йәнекәйев.
Ҙур спортта бала саҡтан ныҡлы шөғөлләнһәң генә уңыштарға өлгәшеп була, тиҙәр. Ә бына Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуып үҫеп, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә белем алған Илшат Йәнекәйев танк биатлонында Рәсәй чемпионы исемен әрме сафында яулай. Был үрҙәргә махсус шөғөлләнеп тә етә алмаусылар бик күп, етмәһә, хәрби хеҙмәттәгеләр араһынан ундай ярыштарға эләгеүселәр бөтөнләй юҡ. Танк биатлонында контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр генә чемпион исеме өсөн ярыша.



— 8-се мәктәптә уҡығанда уҡытыу­сым Ә.С. Байғужин туризм буйынса ярыштарға алып йөрөнө. Еңел атлетика менән шөғөлләндем. БДАУ-ның Урал аръяғы филиалына уҡырға ингәс тә, спортты ташламаным. Бөтә төр техника менән ныҡлы ҡыҙыҡһындым, бик күп уҡыным, — ти Илшат, уңышҡа өлгәшеүенең серҙәре менән уртаҡ­лашып. – Мин бер ҡасан да көсөмдән килмәҫтәйгә ынтылмайым. Тыныс холоҡломон, кәрәк саҡта һалҡын ҡанлы була беләм, бер нәмәнән дә ҡурҡ­майым. Эскелек, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрем юҡ.
Илшат Йәнекәйев Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетында бик төплө һәм төрлө йүнәлешле белем алыуына ҡыуана. Тағы шуныһы: Сибайҙан һуң баш ҡалаға уҡырға күсеүен дә отошло тип һанай. Тап ошо уҡыу йортонда егет тормош һабаҡтары ала. Университетта йыл һайын ауыл хужалыҡ­тарында практика үткән студенттар араһында “Иң яҡшы комбайнсы” конкурсы ойошторола. Еңеүсегә бүләккә ат бирелә. Илшат был хаҡта хәбәрҙар булғас та, үҙ-үҙенә ошо конкурста еңәсәкмен һәм йылҡы малы минеке була тигән маҡсат ҡуя. Ысынлап та, трактор, комбайн, теләһә ҡайһы авто­мобилдең төҙөлөшөн ентекле белгән егеттең был хыялы тиҙ арала тор­мошҡа аша. IV курсты бөтөп, V-кә күскәндә Баймаҡ районының Күлтабан хужалығында төбәктең “Урал аръяғы” МТС-ы комбайнсылары менән бер рәттән ең һыҙғанып иген саба. Ул тултырған комбайн бункерындағы уңыш ырҙын табағына оҙатыла. Шулай итеп, башҡа тиҫтерҙәре йәйге каникулын күңел асып уҙғарғанда, ялан батыры тирләп-бешеп бойҙай, арыш баҫыуҙарында башаҡ һуға. Хужа­лыҡ ҡырҙарының 970 гектар майҙанынан мул уңыш йыйып тапшырып “Иң яҡшы комбайнсы” исеменә лайыҡ була. Баҫыуҙарҙа эштәрҙе тамамлап, ҡара көҙҙә генә уҡырға барыуына уға республиканың ауыл хужалығы министры үҙе килеп төп бүләкте — атты тапшыра.
Мәртәбәле ярыш еңеүсеһенә уҡыуҙы тамамлау ҡыйын булмай. Әммә егет бының менән генә тынысланмай. Студент булған кеше йәшлекте татый, һалдат һурпаһын эскән егет тормошто күрә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Fүмеренең сираттағы баҫҡысы алдында тороуын яҡшы аңлай Илшат һәм үҙ теләге менән хәрби комис­сариатҡа барып, әрмегә ебәреүҙәрен үтенә. Шулай итеп, Илшат Йәнекәйевте яҙҙың һуңғы саҡырылышы менән әрмегә алып та китәләр. Ҡазан юғары хәрби команда училищеһына бик күптәр эләгергә теләһә лә, хеҙмәт үтеүселәрҙе унда ала һалып бар­майҙар. Ҡаты уставлы, ҡаты режимлы училищела танк менән идара итергә өйрәтәләр. Башта компьютер аша ғына күргән хәрби техника яйлап ысынбарлыҡҡа әүерелә. Бөтә нәмәне күңелен биреп өйрәнгән Илшат был шөғөлөнә лә башкөллө сума. Тап шунда беренсе тапҡыр ул танк биатлонында ҡатнаша һәм училищеның “Иң шәп уҡсыһы” исемен яулай. Техниканы яҡшы белеүе, тойоуы ла уңышҡа илтеүсе аҙымдарҙың береһе була.
— Нимә ул танк биатлоны? Ул саңғы биатлонына ауаздашмы? — тип күптәр ҡыҙыҡһына. Танк ярышы классик биатлонға ауаздаш булғанға биатлон тип атағандар. Атҡанда сәпкә теймәһәң, танк экипажы штраф ҡуласаһына юллана. Саңғы биатлонындағы кеүек мәргән атырға, штраф балдарын йыймаҫҡа, ҡатмарлы трассаны үткәндә (һыуҙы кисеп сығыу, төрлө күнекмәләр яһау) тиҙлекте тоторға кәрәк. Ярышта өс кешенән торған экипаж һынау тота: механик-водитель, тоҫҡаусы-оператор һәм командир. Отҡорлоҡ, тиҙлек һәм ныҡлыҡ – был осраҡта иң кәрәкле сифаттар, — тип аңлата тоҫҡаусы-оператор Илшат.
Ҡазанда маҡтаулы исем яулаған егет артабан хеҙмәтен дауам итеү өсөн Тамань дивизияһының ғына түгел, донъялағы иң шәп полигондарҙың береһе булған “Алабино”ға ебәрелә. Танк “ене” ҡағылған Илшат бында ла көнө-төнө хәрби техниканан төшмәй. Махсус полигонда башта илебеҙ армияһының дүрт округы ярыша. Унда ла Илшат Йәнекәйевтең экипажы еңеп сыға һәм Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл полигонында үтәсәк Рәсәй чемпионатына әҙерләнә башлайҙар. Ҡыйыу егеттәр бында ла тырыша һәм маҡсаттарына өлгәшә — уларҙың экипажы Рәсәй чемпионы исемен яулай.
— Яуланыҡ тип хәҙер һөйләү генә еңел. Ә ул ваҡытта туҡтауһыҙ әҙерлән­дек. Өс кешең бер булғанда, ваҡыт юғалтмай экипажды әҙерләгәндә генә уңыш көттөрмәй. Ә былай тән йәрә­хәттәре алып бөтәһең, 30 килограмм ауырлыҡтағы снаряд аяҡтарҙы ла йырта, башҡа ла эләгә. Әммә беҙ булдыра алдыҡ, — тип ҡыуана чемпион.
Сыбаркүлдә танк биатлоны буйынса Рәсәй чемпионаты тамамлана, Илшатҡа әрме сафынан демобилизацияланыу ваҡыты ла етә. Тыуған яғын, ата-әсәһен, туғандарын һағынған егетте, әрмелә контракт буйынса хеҙмәтен дауам итеп, донъя чемпионатында ҡатнашырға төрлө дәрәжәләге хәр­биҙәр күпме өгөтләһә лә ризалашмай, сөнки ул бер ваҡытта ла хәрби тормошҡа ҡыҙыҡмай, дан-шөһрәткә лә иҫе китмәй.
Илшат Йәнекәйев 2017 йылдан “Башнефть” йәмғиәтенең Сибай филиалында тырышып эшләп йөрөй. Ошо көндәрҙә ул йәмғиәттең баш ҡалалағы бер филиалына инженер булараҡ саҡырыу алған.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200