Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуланғандары сик түгел
Яуланғандары сик түгелРайоныбыҙҙың Иҫке Монасип мәктәбен уҡыуға, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүгә ныҡлы әһәмиәт биреүсе тәрбиә үҙәге, хоккей мәктәбе булараҡ та яҡшы беләбеҙ.


Бынан ун йыл элек, хоккейға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, районда был спорт төрөн үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, ниндәй мәктәптә эшләһә лә, спортҡа ҙур иғтибар биргән, мәктәбендә волейбол, шахмат, шашка, гер, баскетбол буйынса түңәрәктәр ойошторған етәксе, тыуған төбәгем, мәктәбем тип йән атҡан педагог Йәмил Ҡотлобаев башланғысы менән Иҫке Монасипта, район тарихында тәүгеләрҙән булып, хоккей ҡабы асыла. Ул ваҡытта район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы булған Юлай Садиҡов та был эште хуплай.
Ошонда хоккей менән шөғөлләнә башлап, был өлкәлә төрлө еңеүҙәр яулаған егеттәребеҙ ҙә байтаҡ. Белорет ҡалаһындағы хоккей буйынса билдәле тренер Инсаф Хәлитов, Өфө ҡалаһының мәртәбәле хоккей командаларында уйнап йөрөүсе Рөстәм Хәлитов, әлеге ваҡытта ла хоккей ярыштарында төрлө кимәлдә еңеү яулаусылар Ильяс Мөхәмәтов, Фәнүр Ғәлин, Вадим Юлдашев һәм башҡалар – ошо исемлектә.
Районыбыҙҙа хоккейҙы үҫтереүгә лә ҙур этәргес булды был ваҡиға. Әлбиттә, ошо спорт төрөнә тәғәйен майҙансыҡ асылған мәлдә тәү сиратта уҡыусы балалар йәлеп ителә. Ололар араһында ла ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер арта.
2009 йылдың 17 февралендә Иҫке Монасип мәктәбенең хоккей майҙансығында яугир-интернационалист Азамат Йәғә­фәров призына Иҫке Монасип, Яңы Монасип, Ҡурғашлы, Байназар, Нәби, Яңы Мөсәт мәктәптәре командалары араһында тәүге тапҡыр күсмә кубок ярышы ойошторола. Ошо уҡ йылдың 5 мартында Белорет районының Сермән ауылы уҡыусылары, Белорет ҡалаһының йыйылма командалары менән уйындар уҙғарыла. Һөҙөмтәлә монасиптар 3:2 иҫәбе менән Белорет ҡалаһы командаһын еңә. Еңеүсе монасиптар командаһын ул саҡта көслө уйынсы-уҡыусылар Инсаф Хәлитов, Ильяс Мөхәмәтов, Вадим Юлдашев, Фәнүр Ғәлин, Фәнүр Хәлитов, Илназ Хисмә­тул­лин, Рифат Баймырҙин, Рөстәм Хәлитов, Әнүр Муллағолов, Маргиз Әмирхановтар тәшкил иткән.
Ошо уҡ йылдың 11 мартында Урал аръяғы чемпионы титулына эйә булған Сермән мәктәбенең хоккей йыйылма командаһы менән монасиптарҙың йыйылма командаһы араһында ярыштар үтә. Еңеү 9:2 иҫәбе менән сермәндәр файҙаһына тамамлана. Бына ошондай күп һанлы осрашыу-уйындар аша сермәндәр, белореттар менән булған дуҫлыҡ ептәре нығына. Монасиптың сәмле хоккей командаһы ауылда ғына түгел, күрше Белорет районында, шулай уҡ Шишмә районында хоккей буйынса үткән республика ярыштарында ла ҡатнаша.
Яуланғандары сик түгел– Сермәндәр менән дуҫлыҡ матди-техник базаны нығытыуға ла, уйнарға өйрәнергә ла этәргес булды, – ти Йәмил Ишбулды улы.
Алыштырғыһыҙ комментатор Әлмира Абдуллина уйынсыларҙы алға, еңеүҙәргә рухландырыусы ла булып тора.
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, күрһәткән эшен һанайҙар, тип Йәмил Ишбулды улы кеүек халҡы-иле өсөн башҡарған матур эштәре менән абруй ҡаҙанған хөрмәтле ир-уҙамандарға төбәп әйтәләр.
Хоккей – батырҙар уйыны. Эште башлаған мәлендә Йәмил Ишбулды улына ҡайһы бер етәкселәрҙән “юҡ менән булмағыҙ, ҡурҡыныс уйын бит ул” тигәнерәк тә фекерҙәр ишетергә тура килә. Әммә алдына алғанын ҡуймайынса, етәксе маҡсатына өлгәшә. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, мәктәптә әүҙем йәмәғәтселәр Әлмира Абдуллина, Мансур Ғазин, Сәғиҙә Ғазина һәм башҡа уҡытыусылар, ата-әсәләр һәр эште теүәл үтәгән, шәхси эшҡыуар Рәмил Ишемғужин матди яҡтан ярҙам иткән. Уйынсыларға форманы ла тиҙ арала хәстәрләп алған Йәмил Ишбулды улы.
– Ғүмер буйы спортҡа тоғро физик тәрбиә уҡытыусыһы Мансур Ғазин инде оҙаҡ йылдар хоккей ҡабының боҙон туңдырыусы ла, команданы ярыштарға әҙерләүсе лә, дәрт-дарман биреүсе лә. Ул мәлдә өлкән вожатый булып эшләгән Сәғиҙә Ғазина иһә команда ярышҡа ситкә барһа, ҡатнашыусыларҙы хәстәрләп, аҙыҡ-түлек, кейем-һалымдарын барлап, үҙе лә бергә барып, юлда йырлатып, күңелдәрҙе күтәреп йөрөүсе икенсе әсә ролен үтәне, – ти Йәмил Ишбулды улы.
Бөгөн дә спорт яратыусы мона­сиптарҙың хоккей майҙансығы көҙҙән яҙғаса хоккей уйнаусыларға хеҙмәт итә, йәйге осорҙа ла буш тормай, унда башҡа уйындар ойошторола, ҡыҫҡаһы, йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуҙың әһәмиәтле урыны ул.
Ошо көндәрҙә иһә ажғыр буранлы ҡышты оҙатып, матур яҙҙы ҡаршылаған мәлдә монасиптар хоккей ҡабы төҙөлөүгә ун йыл тулыуға арналған юбилей айҡанлы ярыштар уҙғарҙы. Сараға дуҫтарын – Белорет районының Сермән хоккей командаһы уйынсыларын да саҡырҙылар. Бик көсөргәнешле барҙы байрам сараһы. “Иң шәп уйынсы”, “Иң шәп ҡапҡасы”, “Иң шәп һөжүм итеүсе”, “Иң шәп һаҡсы” ла, еңеүсеһе лә билдәле булды. Юбилей бик матур үтте.
Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа спорттың бөтә төрҙәренә лә ныҡлы иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Районда физик культура һәм спортты үҫтереүҙә дөйөм белем биреү учреждениелары, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, район мәҙәниәт һарайының спорт залы, “Урал” физик культура һәм сәләмәтләндереү комп­лексы дәррәү эшләй.
Бөгөн районда бөтәһе 12 боҙ майҙан­сығы бар, хоккей буйынса 16 ярыш үткән. Халыҡтың да һаулығына битараф түгел­леге һиҙелә.
– Яуланғандар сик түгел, – ти Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев. Бөгөн ул райондың ҙур, алдынғы мәктәптәренең береһе булған Байназар дөйөм урта белем биреү мәктәбе директоры булып эшләй. Бында балалар ат спорты клубын, уҡтан атыу, кикбоксинг, сафҡа теҙелеүгә әҙерлек, сыҙамлылыҡ мәктәптәрен үҙ эсенә алған “Любизар” хәрби-патриотик клубы эшләп килә, уға нигеҙ һалған Йәмил Ишбулды улы икәнен әйтеп тораһы ла түгел. Сабыр ғына маҡсатына ынтылып, теләк-хыялдарын ысын итеүсе, башҡалар­ға ла юл күрһәтеүсе абруйлы уҙаман ул.

Әмир ШАҺИВӘЛИЕВ, Бөрйән районының газ хеҙмәте етәксеһе:
– Районда хоккей майҙансығын йүнсел Йәмил Ишбулды улының Иҫке Монасипта тәүгеләрҙән булып төҙөтөүе маҡтауға лайыҡ. Заманында ошо ҡыуаныслы ва­ҡиғаның шаһиты булдым. Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу юҫығында аныҡ эш булды. Бында матди яҡтан таҡта менән элекке урман хужалығы директоры Р.С. Хәйбуллиндың да ярҙам итеүен билдәләп үтергә кәрәк. Белорет ра­йонының Сермән ауылы уҡыусыларынан торған хоккей командаһын, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов менән берлектә саҡырып, дуҫлыҡ күпере булдырҙы. Уҡыусылар уйнарға өйрәнде. Һөҙөмтәләре лә бар. Уҡыусылары ла, йәштәре лә спорт өлкәһендә алдынғы урындарҙа. Нәбиҙә лә спорт майҙансығы төҙөттө.
Һуңғы ун йылда районда хоккей менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны артты. 40 йәш­те үткәндәрҙең шөғөлләнә башлауы ла бик ҡыуаныслы. Монасиптар башҡа ауыл кешеләрен дә дәртләндереп ебәрҙе. Был башланғыс уларҙан үҫеп сыҡты.
Мин етәкләгән ойошмала ла спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республика кимә­лендә яуланған үрҙәребеҙ бар. Спорт менән дуҫ кеше һау-сәләмәт була.

Юлай САДИҠОВ, элекке район хаки­миәтенең мәғариф бүлеге начальнигы:
– Йәмил Ҡотлобаев алдынғы ҡарашлы директор булараҡ, эшләү дәүерендә күп кенә яңылыҡтар индереүгә өлгәште. Үҙ көсө менән финанс яғын хәл итеп, коллектив менән берлектә хоккей ҡабын төҙөттө, үҙе лә ошо эштең уртаһында ҡайнап, майҙансыҡты боҙ менән ҡаплап, районыбыҙҙа бөтә талаптарға тулы яуап биргән тәүге хоккей ҡабын төҙөтөп тә ҡуйҙы. Монасиптар ошоноң менән тарихҡа инде.
Башта берҙәм кейем бөтөнләй булманы тиерлек: быймаға бәйләнгән коньки, аҡсаһыҙлыҡ, ата-әсәләрҙең иғтибары һүлпәнерәк. Йылға буйында үҫкән ағас­тар­ҙан хоккей уйнарға сәкән эшләп алғайнылар...
Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, тигәндәй, бензин табып, Сер­мән балалар йортона ярышҡа бара улар. Сермәндең данлыҡлы, көслө чемпион командаһы менән бирешмәй уйнап, уларҙы аптыраталар. Улар “Бының менән дә уйнап буламы?” тип быларҙың кейемдәрен тотоп ҡарайҙар икән. Ә үҙҙәре берҙәм формала, ялтырап торған конькиҙа… Быларҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Шунан сермәндәр монасип­тарға үҙҙәренең 15-20 комплект элекке формаларын бүләк итә. Сермән хоккей командаһы тренеры Ринат Ишморатов, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүповтар Йәмил Ишбулды улының таянысына, йән дуҫтарына әүерелгән.
Ә бит иҫке булһа ла, шул сермәндәр бүләк иткән хоккей формаларын кейеп, уйнарға ынтылып үҫте монасиптар. Ун йыл элек ошо командала уйнап йөрөгән әрһеҙ хоккейсылар бөгөн матур ғаилә башлыҡтарылыр, билдәле спортсылар­ҙыр. Ғаиләләрендә, мәктәптә фотолар, видео-аудиояҙмалар һаҡланалыр… Ни генә тиһәң дә, быларҙың бөтәһе лә монасиптарҙың алға ынтылышлы булыуы, әүҙемлеге тураһында һөйләй.
Хоккей майҙансығы төҙөү тураһында һүҙ сыҡһа, күп кенә директорҙар йылғала боҙ бөткәнме тиһә, Йәмил Ишбулды улы үҙ башланғысына таянып, уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу менән бер рәттән, йәш быуынды спортҡа ылыҡ­тырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропа­гандалауға йүнәл­телгән ҙур эштәрҙе атҡарып та ҡуя ине. Беренселәрҙән булып Иҫке Монасип мәктәбендә теплица төҙөттө, мебелде үҙендә – мәктәбендә етештерҙе, шулай уҡ уҡыусылар менән оҫтаханала балалар баҡсаларына карауат-ултырғыстар ҙа эшләп һатыуҙы ойошторҙо.
Эшләргә теләһәң, юлы табыла икәнлеген иҫбатланы Йәмил Ишбулды улы. Бөгөн районда хоккей йылдам үҫешә. Ә уның изге башланғыс­тарынан өлгө алыу­сылар бар икән, был бик ҡыуаныслы күренеш.

Айытбай ӘЙҮПОВ:
– Йәмил Ишбулды улын электән беләм. Ыңғай кеше, ышаныслы дуҫ. Икебеҙ ҙә спорт тип йән атҡан кешеләр булараҡ, дуҫлашып, туғанлашып киттек тиһәм дә, хата булмаҫ. Беҙ Иҫке Мо­насипҡа Сермән командаһы менән гел теләп килдек. Монасиптар менән үҙ-ара бик татыу, сәмле уйнайбыҙ, тик бер кемдең дә еңелгеһе килмәй.
Теләгем – киләсәктә лә хоккей ҡабы буш тормаһын, ата-әсәләр балаларына коньки алып бирһен, йәш быуын боҙ майҙанында һаулығын нығытһын.
Бөрйәнгә ярышҡа килгәндә: “Беҙ һеҙгә ярышҡа түгел, ә ял итергә киләбеҙ, бын­да күңелле ял итеп ҡайтабыҙ”, – тип әйте­үебеҙ ҙә монасиптарҙың, бөрйән­дәрҙең кешелеклелеге, ҡунаҡсыл­лығы тураһында һөйләй. Ысынлап та, Бөрйәндә хоккей бәйгеһе байрамға әйләнә, ә Йәмил Ишбулды улы сараның ғәҙел һәм яҡшы шарттарҙа үтеүенә күп көс һала.
Иҫке Монасипта уҡыусылар ҙа, ауыл йәштәре лә спортты үҙ итә. Йәштәрҙә спортҡа ҡарата һөйөү бар. Команда­ларҙың күбәйеүенә ҡыуанам. Тимәк, монасиптар ойотҡо һала алған. Киләсәктә һәр ауылда ла был майҙансыҡтар булыр, дуҫлығыбыҙ ҙа артабан нығыныр.

Сәғиҙә ҒАЗИНА,
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.


Бөрйән районы,
Иҫке Монасип ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199