Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Океандың аръяғында бер энәгә – бер һыйыр
Океандың аръяғында бер энәгә – бер һыйыр…Америка! Күпме ләғнәт уҡыйҙар уға, күпме данлайҙар! Шулай ҙа бөйөк ил ул, быныһын танырға кәрәк. Ә күпме мөмкинлектәр бар унда?
Хыялдар тормошҡа ашыр ер. Ошо уйҙар Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) 4-се курсында уҡып йөрөгән Рита МӘХМҮТОВАны океан аръяғына осорға ҡанат ҡуя. Күреп ҡайтырға ғына барған ҡыҙ ун йылға яҡын ғүмерен Америка Ҡушма Штаттарында үткәрә. Уның менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ сит илдәге тормош хаҡында бара.



Инглиз телен бушлай өйрәнегеҙ!

— Нисек американка булып киттең?
— Беҙ студент йылдарында “Work and Travel USA” (“АҠШ-та эшләү һәм сәйәхәт итеү”) программаһы ныҡ танылыу яула­ғайны. Стәрлетамаҡтан ғына ла әллә нисә­мә егет-ҡыҙҙы дәртләндерҙе ул. Шулай итеп, 2008 йылдың йәй башында бер төр­көм йәштәр Америкаға остоҡ. Беҙ, ҡыҙҙар, Флорида штатында урынлашҡан Орландо ҡалаһына эшкә барҙыҡ. Унда, билдәле бу­лыуынса, донъя кимәлендәге 15 ял һәм күңел асыу паркы бар. Мин “Бүләктәр” ма­га­зинына консультант булып урынлаштым.
Сер түгел, эшкә ҡыйынлыҡтар аша өйрәнелде. Бында сит телде генә күҙ уңында тотмайым, Америкала һатыу-һатып алыу мәҙәниәте бөтөнләй башҡаса. Әйткәс әйтәйек инде, хеҙмәтләндереү юғарыраҡ кимәлдә. Нисек кенә булмаһын, өйрәнеп киттем, клиенттар ҡәнәғәт ҡалды. Һөҙөмтәлә, ҡайтып, вуз тамамлауға йәнә эшкә саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө. Ҡулыма диплом алған көндә үк йәнә Америкаға ҡарай остом.
— Тимәк, тырышлығың бушҡа кит­мәгән, афарин! Ә бына студент була­раҡ барған саҡта эшкә кереү мотлаҡ инеме?
— Юҡ, әлбиттә. Теләк буйынса, ҡулың­дан (дөрөҫөрәге, кеҫәңдән) килһә, ял итеп кенә йөрө. Хәйер, Мәскәүҙән барған бай егет-ҡыҙҙар шулай эшләне лә – дүрт ай буйы АҠШ менән танышты. Дөрөҫөн әйт­кәндә, программа студенттар өсөн ҡаралһа ла, Америкаға барыу бәхете ҡиммәт ине — 100 мең һум тирәһе. Ул йылдарҙа бындай сумма аҙ аҡса түгел. Әсәйем, мәрхүм атайым менән мәрхүмә өләсәйемә рәхмәт – улар хыялымды тормошҡа ашырҙы. Ошо тиклем аҡса түгеп, ял итеп кенә ҡайтыуҙы күҙ алдына ла килтермәнем.
— Мәктәптә уҡығанда инглиз теле­нән насар билдәләр күренә башлаһа, һеҙ барыбер Америкаға йәшәргә бар­май­һығыҙ, тип йыуаталар ине беҙҙе…
— Телде белеү мотлаҡ, бигерәк тә артабан үҫешәм тиһәң. Мин, мәҫәлән, сит тел йүнәлешле класта уҡып, гимназияны алтын миҙалға тамамланым, вузда ла сит телдәр бүлегендә белем алып, ҡыҙыл дипломға эйә булдым. Тик шуныһы — беҙҙе башлыса Англиялағы инглиз теле нигеҙендә өйрәтәләр, Америкалағы һөйләш унан айырыла.
Яҡшыраҡ эшкә урынлашам тиһәң, урындағы телде белеү, мәҙәниәтте, тормош мәғәнәһен хөрмәт итеү мөһим. Мәҫә­лән, бергә барған студенттар араһында инглизсә насар һөйләшкәндәр бар ине, барыбыҙ ҙа сит телдәр төркөмөндә уҡымай инек бит – кемдер буласаҡ иҡтисадсы, математик һ.б. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡ менән һөйләшкәс, улар йыйыштырыусы сүрәтендә урынлашты, клиенттар менән эшләгән ергә алманылар. Аҙаҡ әллә нисәмә кеше араһынан саҡырыу ҙа нәҡ миңә килде. Әйткәндәй, башҡорт телендә “һ” өнө булғас, миңә инглизсә аралашыу ҙа еңелерәк!
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем, ҡайһылай ғына ҡалыплы яңғырамаһын, бала саҡтан күберәк тел белергә, уларҙы тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк, тип уйлайым. Ғөмүмән, һәр мөмкинлектән файҙаланып, ҡулдан килгәнсә үҫешеү, камиллашыу яҡлымын. Мәктәптә уҡығанда инглиз телен бушлай уҡыталар, ә оло кеше булараҡ сит илгә йыйынһаң – сығымдар үҙ кеҫәңдән!..

Начальник эштән ҡыумай

— Ун йылға яҡын бер үк магазинға хеҙмәт иттеңме?
— Кире шунда уҡ эшкә барҙым. Әммә аҙаҡ, махсус курс тамамлағас, белгес булараҡ, банк системаһына күстем. Һәр эштең үҙенсәлеге бар, әлбиттә, тик яңы урында эш хаҡы яҡшыраҡ ине. Ғөмүмән, АҠШ-та, аңлауымса, иң түбән эш хаҡы – 8 доллар, биләгән вазифаңа, эштең ауырлығына ҡарап, ул арта бара. Хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ инде: һигеҙ сәғәтлек эш көнөндә күпме аҡса эшләргә мөмкин? Бәлки, американдар шуға иркен йәшәйҙер ҙә. Кредит, ипотека түләйҙәр, әммә үҙҙәрен сәйәхәттән, ҡиммәтле бүләктәрҙән сикләмәйҙәр.
Америка хаҡында һөйләп, “америка асыр­ға” йыйынмаҡсы тиерһегеҙ, әммә эш алымы тураһында әйткем килә. Шуныһына һоҡландым: унда һәр кемдең теүәл үҙ бурысы бар, һәм ул шуның өсөн генә яуаплы. Мәҫәлән, мин бер төркөм клиенттар менән эшләнем, улар менән аралашам, мәғлүмәт туплайым, әммә уларҙы нисек тикшерәләр, нисек кредит бирәләр – белмәйем. Дөрө­ҫөрәге – минең эшем түгел. Шундай сис­тема бар: хатта клиент банк менән ма­шинаһынан сыҡмай ғына ла аралаша ала.
Үҙеңдең бурыстарыңды теүәл белһәң, эш ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, әммә талаптар етди. Мәҫәлән, өс тапҡыр эшкә һуңлаһаң, хеҙ­мәт урыныңдан ҡолаҡ ҡағасаҡһың. Беҙ­ҙәге һымаҡ тығында ултырҙың, һы­йырың быҙаулаған – бер ниндәй ҙә сәбәп ҡотҡара алмай. Ул көндә дауаханаға бар­һаң – ҡулыңда мотлаҡ белешмә булырға тейеш. Иң ҡыҙығы шул: начальнигың һине эштән ҡыумай (ул был хаҡта белмәүе лә ихтимал), ә компьютер системаһы шулай хәл итә. Әйткәндәй, начальнигың менән бергә ял итеү, гәп һатыу ҙа килешкән эш түгел ине мин хеҙмәт иткән банкта. Ғөмүмән, ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ юҡ унда. Хатта бизнес алып барһаң да, туған-танышың менән тик хеҙмәттәшлек мөнәсәбәте булыуы зарур. Ә былай ҙур компанияла эшләгән кеүек үк, шәхси бизнесыңды алып барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай – тик законды теүәл үтә.
— Сәғәтенә 8 доллар тинең. Түләү­ҙәр, һалым, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарға туҡ­талып тормай, заманса төп ихтыяж – торлаҡлы һәм автомобилле булыр өсөн Америкала күпме ғүмер сарыф итергә кәрәк?
— Минең уйлауымса, тырышып эшләгәндә, 4-5 йылда был мөлкәтте туплап була һәм (иғтибар итегеҙ) кредит йәки ипотекаға түгел. Фатирҙы Америкала ла, үҙебеҙҙә лә һатып алырға мөмкин.
— Шулай ҙа американдар күберәк ҡуртымға алған фатирҙа йәшәй тигән фекер йөрөй. Был дөрөҫмө?
— Кемгә нисек оҡшай. Теләгең булһа, һатып алаһың, юҡ икән – әйҙә, түләп тор. Унда “торлаҡ хәстәрләйем”, “балаларыма бүлеп бирәм” тигән ҡалыптар юҡ. Кешеләр хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғүмерен бөтөнләй икенсе ерҙә күҙ алдына килтерә, бер урынға, бер фатирға йәбешеп ятмай, күсенгәндә лә бер-ике төргәге менән сығып китә. Пенсионерҙар ял итеп, сәйәхәт ҡылып йөрөй, беҙҙәге һымаҡ бер кемдең дә “ҡарттар йорто” тип сәсе үрә тормай, пансионаттарҙа риза булып йәшәйҙәр. Шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарарға ла бурыс алмайҙар.

Ҡунаҡҡа аҡсаһыҙ йөрөмә!

— Эш, хеҙмәт хаҡы үҙенсәлектәре тураһында белдек. Ә бына тормош мәғәнәһендә ниндәй айырмалар күрҙең?
— Айырмалар күп, әлбиттә. Ҡайһы­ларын өлгө итеп ҡулланырға була, икенселәренән һабаҡ алырға кәрәк, өсөнсөләренән бөтөнләй сәс үрә тора. Һуңғы айырмаға килгәндә, мәҫәлән, американдар Икенсе донъя һуғышында үҙҙәрен еңгән тип иҫәпләй. Тарихты һөйләй башлаһаң, килешмәй, бәхәсләшеп китергә мөмкин. Бындай фекер мәктәп программаһына ла һалынған. Улар шулай үҙҙәрен иң мөһим халыҡ тип иҫәпләп өйрәнгән. Телеканалдарҙан да башлыса үҙҙәре хаҡында ғына күрһәтәләр, әйтәйек, АҠШ вәкиле берәй спорт төрөндә 5-се урынды алды, ти – сюжет уның хаҡында буласаҡ, ә тәүге баҫҡыста торғандарҙы телгә лә алмаясаҡтар.
Уларҙың шулай уҡ байрам итеү мәҙәниәте аптыратты. Мәҫәлән, берәй кем кафеға үҙенең тыуған көнөн билдәләргә саҡыра икән, унда һине һый көтә тип уйларға ярамай. Киләһең, нимә ашағың килә – шуға заказ бирәһең һәм… ул заказ өсөн үҙең түләргә тейешһең! Ә баланың тыуған көнө икән, бала ғына беренсе планда. Барыһы ла уның ялы һәм байрамы өсөн эшләнә. Ата-әсә эштәге коллегаһын йәки башҡа берәй кәрәкле кешеһен саҡырып һыйламай, балаһының дуҫтары ғына йыйыла. Ә бына беҙ яратҡан оҙайлы Яңы йыл каникулы юҡ – 2 ғинуарҙа эшкә сығыу ғына түгел, урамда ла, офиста ла, хатта өйҙә лә байрам мөхитен хәтерләткән предметтар ҡалмай.
Шулай ҙа америка ғаиләһе ял сараларына айырыуса иғтибар бирә – берәй ергә походҡа барып ҡайтыу, спорт менән әүҙем шөғөлләнеү – барыһы ла йолаға әүерелгән.
Медициналағы айырма хаҡында күп һөйләйҙәр – был һүҙҙәрҙе дәлилләп кенә үткем килә. Мәҫәлән, анализдар тапшырыр өсөн иртәнге 6-ла поликлиникаға барып, сиратта торорға кәрәкмәй – лаборатория һине тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында көтә. Табипҡа ла сират күп булһа өс кешенән артмай. Уның ҡарауы, медицина түләүле, тик был кеҫәгә һуҡмай.
Тәртип дауаханала ла, урамда ла күренә. Һәр хәлдә, мин йәшәгән штатта шулай ине. Сүп күрмәҫһең, юлда соҡор барлыҡҡа килһә, иртәгәһенә ул юҡ. Күрәһең, төндә йүнәтәләр.

Һаумы, Рәсәй,
һине таныным!


— Беҙҙә хәлдәр шулай уҡ насармы ни?
— Был күренештәрҙе бер илде маҡтап, икенсеһен яманлау өсөн әйтмәйем. Ә етешһеҙлектәрҙе танырға кәрәк тигән фекерҙәмен. Мәҫәлән, айырманы үҙебеҙ­ҙең илгә йәшәргә ҡайтҡас та тоям. Йылына өс ай ҡайтып ял итә инем, ул мәлдәрҙә әллә ни иғтибар итеп барманым. Кире төпләнгәс иһә, ныҡлап һиҙелә. Мәҫәлән, бер мәл магазинда тауар алғас, ҡалған аҡсаны кире ҡайтарып бирергә тейештәр ине. Һатыусынан һорайым, “Аҡса юҡ бит, сдача булғансы көтөп тор!” — тип ҡаты ғына шелтәләп ташламаһынмы. Әйтерһең дә, ул түгел, мин бурыслы. Ошо мәлдә тыу­ған яғыма ҡайтҡанымды аңланым инде.
— Ә шулай ҙа кире Рәсәйгә йәшәргә ҡайтҡанһың…
— Әле Орландола ял һәм күңел асыу паркының магазинында эшләгәндә бер ғаилә бүләк алырға инде. Һөйләшеп киттек. Был ир менән ҡатын, баҡтиһәң, өс малайын да Украинанан уллыҡҡа алған (әйткәндәй, Америкала, ғөмүмән, балалар йорто юҡ – барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә, хатта етем ҡалһалар ҙа, алып аҫраусы табыла). Һөйләштек, ғаилә китеп барҙы, тик бер аҙ атлағас, малайҙар барыһы ла кире йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап алды. Башта, бәлки, оялғандарҙыр. Үҙебеҙ ҡосаҡлашабыҙ, үҙебеҙ илайбыҙ. Яҡташтар бит, ә ҡайҙа Украина ята ла ҡайҙа Башҡортостан! Ғөмүмән, күңел йылыһы, туғанлыҡ төшөнсәһе етмәй Америкала. Ҡалала үҫкән ҡыҙ булһам да, тәбиғәт балаһы башҡортҡа был бигерәк тә ауыр. Бәлки, АҠШ-ҡа әсәйем менән бергә киткән булһаҡ, артабан да йәшәр инем. Ошо рухи бәйләнеште һаҡлау маҡсатында унда күптәр ғаиләләре, хатта нәҫелдәре менән бергә күсеп китә бит.
Эйе, беҙҙә хис-тойғо ысын, саф. Тормошобоҙ ҙа шулай. Ашаған ризығыбыҙ ҙа айырыла – Америкала, мәҫәлән, башлыса генетик модифицирланған организм нигеҙендә аҙыҡ ҡулланыла. Бында, әлбиттә, ошо арҡала яман шеш, һимереү сирҙәренең көслө булыуын билдәләргә кәрәк, тик һүҙем ул хаҡта түгел. Ул аҙыҡтан һуң үҙебеҙҙә тәбиғи шарттарҙа үҫкән игендән бешерелгән икмәкте ашаһаң, ожмах ризығын ҡапҡандай булаһың.
Тәбиғи сафлыҡ, тип әйтәйемме, ысын хистәребеҙ төп өҫтөнлөгөбөҙ ҙә инде беҙҙең.
— Әле берәй дуҫың йәки танышың Америкаға йыйынһа, ниндәй фатиха бирер инең?
— Минән АҠШ-та бер нисә тапҡыр “Рәсәй – ҙур ил, тәбиғи байлыҡтары күп, ә ниңә һеҙ нәҡ беҙгә бәхет артынан киләһегеҙ?” тип аптырап һоранылар. Әйткәндәй, улар әрмәндәрҙе лә, украиндарҙы ла урыҫ тип күҙ уңында тоторға күнеккән, башҡорттар хаҡында белмәгәс, мине йөҙ-ҡиәфәтемә ҡарап, Филиппин утрауынан килгән, тип уйлап бөттөләр. Шуға был һорау океандың был яғынан килгән барыбыҙға ла ҡағыла ине. Ысынлап та, ниңә бәхетте ситтән эҙләргә һуң? Үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе дөрөҫ юлға һалып ҡына, үҙебеҙҙә бәхетле йәшәһәк ине. Әммә ысынбарлыҡҡа төшөп, теләгән кеше барып ҡайтһын, күрһен тигән теләктә ҡалам. Донъяуи кимәлдә исемдәре булған күренештәр менән танышыу насармы ни? Тағы шуныһы, дүрт-биш йылда фатирлы, автомобилле булыр өсөн ҡайҙа эшләргә кәрәк беҙҙә?
Америкаға ғына түгел, ҡулдан килгәнсә, башҡа илдәргә йөрөргә, бүтән халыҡтар менән күберәк аралашырға, телдәрен өйрәнергә кәрәк. Ғәмәлдә беҙ океан аръяғына түгел, ҡала йәки ауылдан ситкә сығырға ла тартынабыҙ шул…

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199