Шайморат Мәхмүтов Күгәрсен районының Түлебай ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, тырышлығы, сәмлелеге менән тормошта үҙ юлын табып, яҡташтарына өлгө күрһәтеп, гөрләтеп донъя көтә. — Әсәйем менән атайым колхозда эшләне. Тыуған ауылыбыҙҙа ҡәҙимгесә ғүмер кисергәндә, яҙмыш беҙҙең ғаиләне Үзбәкстанға илтте. Унда тиҫтә йылға яҡын йәшәгәс, тыуған яғыбыҙға кире әйләнеп ҡайттыҡ, – тип хәтерләй Шайморат.
Тормошондағы ошо осорҙоң әһәмиәте бына нимәлә: тап Үзбәкстанда 13 йәшлек үҫмер тәүге тапҡыр тхэквондо исемле көрәш төрө хаҡында белеп ҡала һәм урындағы түңәрәккә йөрөй башлай. Тәүге тренеры – Фуркат Ғәфүр улы Рәсүлев, малайҙың ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләтен күреп, күңелен үҫтерә, уның менән айырым шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл эсендә Шайморат төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа призлы урындар яулай башлай, ҡара билбауҙың тәүге данын уңышлы тапшыра.
...Башҡортостанға ҡайтҡас, Шайморат Урал дәүләт спорт һәм физкультура академияһының Өфө филиалына ситтән тороп уҡырға инә, сөнки киләсәген тап спорт менән бәйләйәсәгенә, тхэквондо менән артабан шөғөлләнәсәгенә, белгәнен башҡаларға ла өйрәтәсәгенә шикләнмәй ул. Йәш, дәртле егеттең башланғысын Мәләүез ҡалаһындағы 9-сы гимназия директоры, билдәле мәғариф хеҙмәткәре, Тәнзилә Малбаева хуплай, уны мәктәпкә эшкә ала.
...2001 йылда булып үткән был ваҡиғалар күптән инде тарих төпкөлөндә ҡалған. Бөгөн Шайморат Мәхмүтов – Рәсәйҙең спорт мастеры, юғары категориялы тренер, ҡара билбауҙың өсөнсө данын яҡлаған. Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә, Ферин урамында урынлашҡан 31-се спорт мәктәбендә тхэквондонан күнекмәләр алып бара, ғаиләһе менән йәшәгән Дорогин ауылындағы мәктәптә лә эшләргә өлгөрә. Әйткәндәй, Шайморат ҡатыны Гөлсибәр менән бында “Үҙ йортом” программаһы буйынса өйлө булып, донъя ҡорған, Ләйсән һәм Искәндәр исемле ике бала үҫтерәләр.
Тренерҙың тәрбиәләнеүселәре – 7 – 18 йәшлек өс тиҫтәгә яҡын үҫмер, улар ике секцияға бүленеп шөғөлләнә.
– Өс-дүрт йыл даими күнекмәләр үткәндән һуң, тырыштарҙың тәүге һөҙөмтәләре күренә башлай, – ти тренер. – Төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә сығыш яһап, мәктәптең генә түгел, ҡаланың, республиканың данын яҡлау форсаты тыуа.
Әммә... Барыһы ла әлеге лә баяғы аҡсаға бәйле, ә спорт мәктәптәрен финанслау хәҙер бик түбән кимәлдә. Шуға ла һәләтле балалар артабан шөғөлләнә алһын, уңыштар яулаһын өсөн бағыусыларҙың, ата-әсәләрҙең ярҙамына өмөт итергә тура килә.
– Күнекмә залдарының етмәүе лә – ҙур проблема. Мәктәптәге залдар төрлө ваҡытта үткән төрлө спорт төрҙәре секциялары өсөн тәғәйенләнгән, аныҡ көн тәртибе бар. Ә һәләтле балалар менән тейешле ваҡыттан тыш өҫтәмә күнекмәләр үткәреү ҙә зарур. Бының өсөн залды ҡуртымға алырға, уны йыһазландырырға кәрәк. Был матди сығымдар талап итә. Беҙҙең эш хаҡы ла әллә ни ҙурҙан түгел, әммә һине көтөп торған балалар, тормошта һайлаған юлың, яратҡан һөнәрең хаҡына эшләүҙә, йәшәүҙә бит бәхет, – ти Шайморат Мәхмүтов.
Тап ошо ниәттән сығып, үҙ һөнәренең оҫталары – спорт донъяһында исемдәре яҡшы билдәле тренерҙар, спорт мастерҙары берләшеп, “Ғәскәр” исемле спорт клубы ойошторорға ниәтләгән (етәксеһе – Альберт Әминев). Шайморат Мәхмүтовтан тыш, төркөмгә Таһир Вәхитов, Рим Хәйретдинов, Альберт Әминев, Рөстәм Әйүпов, Рената Ҡанафина инә. Барыһы ла тәжрибәле, юғары категориялы тренерҙар, араларында Рәсәйҙең спорт мастерҙары бар, һәммәһе лә бихисап йылдар спорт мәктәптәрендә эшләй.
“Ғәскәр”ҙең эшмәкәрлегенә тиҫтә йылдан ашыу, ул баш ҡаланың Калинин һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан, тхэквондо көрәш сәнғәтен популярлаштырған спорт клубтарын берләштерә. Былтыр, эшмәкәрлектең эшен камиллаштырыу йәһәтенән, уны коммерцияға ҡарамаған ойошма категорияһына күсергәндәр, хәҙер ул “Башҡортостандың “Ғәскәр” тхэквондоны үҫтереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы” тип атала.
Спортты үҙ итеүсе әүҙем тренерҙар тәүмаҡсаттарын йәш быуынды тәрбиәләүҙә, уның шәхесен гармониялы үҫтереүҙә күрә. Тхэквондо был йәһәттән киң мөмкинлектәр аса: Көнсығыш философияһы менән бер рәттән, белем биреүҙең заман инновация технологиялары, үҙ эшенә мөкиббән тренерҙарҙың тырышлығы балаларҙың рухи һәм физик үҫеше өсөн ифрат ҙур әһәмиәткә эйә.
Төрлө кимәлдәге спорт бәйгеләрендә даими ҡатнашыу ҙа – файҙаға. Мәҫәлән, тәрбиәләнеүселәре Анна Евдокимова, былтыр Башҡортостандың йыйылма командаһы составында Тайвандә үткән Халыҡ-ара балалар уйындарында уңышлы сығыш яһап, көмөш миҙал яулаған. Екатерина Имаева Ҡаҙағстанда “Берләшмә кубогы” халыҡ-ара турнирында еңеүсе булған. Павел Зямилевтың да төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә яулаған еңеүҙәре бихисап, ул Башҡортостандың йыйылма командаһы составында почетлы урын биләй. “Ғәскәр” тәрбиәләнеүселәрен баш ҡаланың төрлө сараларында йыш күрергә була, ә спорт клубы йыл һайын район беренселегенән башлап, Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғара.
“Ғәскәр”ҙә йәмғеһе 250-гә яҡын үҫмер шөғөлләнә. Йыл һайын спорт клубы һигеҙ йәштән тхэквондоның Олимпия төрө менән шөғөлләнергә, биш йәштән техниканы өйрәнә башлау, дөйөм физик әҙерлек өсөн балалар ҡабул итә. Күнекмәләр һәм ҡабул итеү Калинин һәм Орджоникидзе районындағы спорт мәктәптәрендә ойошторола.
Киләсәктә “Ғәскәр”ҙең эшен тағы ла әүҙемләштерергә, уға күберәк йәштәрҙе ылыҡтырырға теләй клуб ағзалары, сөнки илдең киләсәге сәләмәт рухлы, сәләмәт тормош алып барған йәштәрҙә. Унан тыш, күнекмә шарттарын да яҡшыртырға кәрәк, ти әүҙем спортсылар. Бының өсөн залға махсус япмалар, электрон судьялыҡ системаһы, костюмдар һатып алаһы бар. Кем белә, бәлки, йәмғиәтебеҙҙең сәләмәт киләсәге өсөн янып йөрөгән, Олимпия чемпиондарын тәрбиәләргә хыялланған, бының өсөн ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән тхэквондо оҫталарына ярҙам итеүсе бағыусылар ҙа табылыр? Киләсәктә иһә “Ғәскәр” тәрбиәләнеүселәренең иң юғары спорт бейеклектәрен яуларына шигебеҙ юҡ, сөнки берҙәмлек, уртаҡ маҡсат, тырышлыҡ һәр ваҡыт үҙ һөҙөмтәһен бирә.
БелешмәТхэквондо – ҡорал ҡулланылмай торған көрәш сәнғәте, тыуған иле – Корея. Ошо телдән тәржемә иткәндә, тхэквондо “яланғас ҡул һәм аяҡ менән үткән юл” тигәнде аңлата. Әйткәндәй, аяҡтарға был һуғыш төрөндә күберәк иғтибар бирелә. Тхэквондо оҫталары иһә уны, дошманды еңә торған ҡеүәтле алыш техникаһы булыуы менән бер рәттән, культ, йәшәү рәүеше тип тә тип атай. Был спорт төрө менән шөғөлләнеү баланың физик мөмкинлектәрен үҫтереп кенә ҡалмай, унда ихтыяр көсө, үҙ-үҙенә ышаныс, маҡсатҡа ынтылыш кеүек тормошта бик кәрәкле сифаттарҙы ла тәрбиәләй.
Тхэквондо донъяла бик популяр. Уның менән 180 илдә 50 миллионға яҡын кеше шөғөлләнә. Башҡортостанда иһә ундайҙарҙың иҫәбе 2500-гә етә.