Күп ерҙәрҙә иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында предприятиелар ябылып, эш урындары ҡыҫҡартылып ятҡан заманда, 2014 йылда Азат Риф улы Вилдановтың Белорет районының Сермән ауылында Урал спорт инвентары заводына нигеҙ һалыуы ошо төбәк тормошонда ҙур ваҡиға булды.Эйе, күптәр был заводтың эшләп китеренә әллә ни ышанманы. Хатта, асылыр ҙа ябылыр, тигән фекерҙәр ҙә ишетелде. Әммә маҡсатлы, ҙур хыялдар менән янып торған йәш етәксе юлда осраған ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, бөгөн дә үҙенең амбициялы пландарын тормошҡа ашырыуын дауам итә. Яңыраҡ Азат Риф улы менән осрашҡан саҡта ул: “Хәҙер заводты күрһәгеҙ, танымаҫһығыҙ ҙа”, — тине. Был һүҙҙәрҙән һуң, әлбиттә, ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алмайынса, тағы ла Урал спорт инвентары заводына юлландыҡ.
Ысынлап та, үҙгәрештәр заводҡа яҡынлашыу менән күҙгә ташлана, сөнки биләмә бейек итеп кәртәләп алынған. Заводҡа сит-яттар инеп-сығып йөрөй алмай, һаҡ ҡуйылған, пропуск буйынса ғына үткәрәләр.
Тәүге бинала идаралыҡ, эшселәр өсөн аш бүлмәһе, кейенеү урыны, бәҙрәф тә ҡаралған, кер йыуыу машинаһы ла ҡуйылған. “Эшселәргә хәлдән килгәнсә уңайлыҡтар булдырырға тырышам”, — тине Азат Риф улы. Ә бит бынан өс йыл элек был уңайлыҡтарҙың береһе лә юҡ ине.
Төп производство бинаһы ла төҙөкләндерелгән: иҙәндәренә тигеҙ итеп бетон түшәлгән, евротәҙрәләр ҡуйылған, элекке кеүек ел үтә өрөп тормай.
Арыраҡ яңы бина күтәрелеп сыҡҡан. Завод ихатаһында металл бушатыу өсөн махсус ҡулайлама төҙөлә. Ғөмүмән, предприятиеның үҫеш юлында булғаны күҙгә салына.
Азат Риф улы һәм уның компаньондары — ағалы-ҡустылы Копытовтар, Сермәндең бик уңайлы урында урынлашыуын һәм ҡалаға яҡын булыуын иҫәпкә алып, ундағы элекке “Сельхозтехника”ның базаһын һайлағандар.
Әлбиттә, бер ниндәй шарттар булмаған ерҙә эш башлау еңелдән түгел. Әммә күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, Азат Риф улы ҡурҡа торғандарҙан түгел, сөнки уны тормош йәштән үк һынай, сыныҡтыра. Ул сығышы менән Учалы районының Миндәк ауылынан. Атаһы — тау мастеры, әсәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Йәшләй атайһыҙ ҡалһалар ҙа, Азат һынатмай. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Магнитогорск дәүләт техник университетында “машина эшләү технологияһы” һөнәрен үҙләштерә. Студент йылдарында ғилми эштәр менән шөғөлләнә һәм Силәбе өлкәһе хакимиәтенең грантына лайыҡ була. Шулай уҡ уҡыу менән бергә эшен дә алып бара. Йөк ташыусы, төҙөүсе, һаҡсы, токарь ҙа булып эшләй, ә инде өлкән курстарҙа проектлаусы ла була. Уҡыуҙан һуң Ишембай машиналар эшләү заводында конструктор бюроһында инженер булып хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ иһә Мәскәү “Леко” фабрикаһында, Силәбелә “Титан” предприятиеһында эшләй. Генераль директор вазифаһына тиклем үрләгәс, үҙ предприятиеһын асырға ҡарар итә һәм яңылышмай: ул бөгөн уңышлы эшҡыуар. Былтыр Башҡортостан Иҡтисад министрлығы Азат Риф улын “Йыл эшҡыуары” тип билдәләне.
Заводтың төп йүнәлеше — спорт инвентарҙары әҙерләү. Әле предприятие фитнес-клуб, тренажер залы, реабилитация үҙәктәре һәм өйҙә, асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн 300-ҙән ашыу спорт ҡорамалы етештереү ҡеүәтенә эйә, йәғни спорттың көс төрҙәре залдары өсөн күтәреү эскәмйәһе, пауэрлифтинг өсөн ҡорамал, мускулдар өсөн тренажер һәм башҡалар. Ғөмүмән, предприятие көс күнекмәләре өсөн залдарҙы тулыһынса йыһазландырыу мөмкинлегенә эйә. Продукция һатыу географияһы ла ҙур: Владивостоктан Калининградҡа тиклем. Шуға ла завод бер көн дә туҡтамайынса, ике сменала эшләй. Хәҙер сәләмәт йәшәү рәүеше дәүләт кимәлендә яҡлана, был да тотороҡло заказдар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
Маркетинг сәйәсәте һәм конструкторлыҡ эше теүәл иҫәп менән алып барылыуы ла заводтың үҫеш нигеҙе булып тора. Бөгөн ул спорт инвентарҙары етештереү өсөн талап ителгән бөтә арсеналға эйә.
Күп станоктар предприятие эшселәре тарафынан йыйылған. Ә бит тәүге ваҡытта, станоктар алырға аҡсалары булмаған саҡта, улар ил буйлап йөрөп эҙләп, сафтан сыҡҡан станоктарҙы алып килеп эшкә ебәргәндәр. Бына бит, эшләргә теләгән кеше ниндәй аҙымдарға бара.
Бөгөн иһә завод ныҡлап аяҡҡа баҫыу юлында, станоктар паркы ла яңыртыла. Муниципаль район етәкселеге ярҙамында моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаһына ярашлы кредит алғандар. Быйыл завод Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы составына ингән.
Һәр предприятиеның төп байлығы — эшселәр. Хеҙмәт алдынғыһы булған юғары квалификациялы токарь Евгений Бузорин ҡаланан йөрөп эшләй. Вәсилә Суфьянова ла завод асылған осорҙан ошонда намыҫлы хеҙмәт юлы үтә. Ғөмүмән, әле йәш эшҡыуар 70 кешегә хеҙмәт урыны булдырған.
Азат Риф улы социаль йүнәлешле проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл Белорет ҡалаһының 255 йыллығына ҡарата Сермән ауылында һәм ҡалала балалар майҙансыҡтары урынлаштырған. Шулай уҡ спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, тау саңғыһы һәм сноуборд секцияларында шөғөлләнеүселәргә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Сермән ауылы мәктәбенең тренажер залын, “Йәштәрҙең ялын үткәреү үҙәге” учреждениеһының һәм ҡаланың 3-сө мәктәбенең спорт залдарын спорт инвентары менән йыһазландырыуҙа ярҙам иткән. Район-ҡала кимәлендә үткән сараларҙа ла бағыусы булып сығыш яһай. Үҙе лә спорт менән шөғөлләнә, хеҙмәткәрҙәренә лә ҡалала фитнес клубына бушлай йөрөү мөмкинлеге булдырған.
Азат Риф улының киләсәккә маҡсаттары ҙур, әгәр ул тормошҡа ашһа, Сермән ауылы билдәле шәхестәре менән генә түгел, ә данлы заводы менән дә лайыҡлы ғорурлана аласаҡ.