Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйында
Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйындаБашҡортостан тәбиғәтенең матурлығы тураһында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Ошо хозурлыҡты һаҡлауға һәм яҡлауға байтаҡ көс түгелә. Дәүләт алып барған был эҙмә-эҙлекле сәйәсәттең бер емеше – ЮНЕСКО тарафынан республикала геопарк булдырыу тураһындағы тәҡдим. Әлеге мәлдә был тәңгәлдә эш төркөмө булдырылды, ул уңышлы эшләй. ЮНЕСКО вәкилдәре лә Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп, фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрҙе, төбәк тәҡдим иткән урындарҙы барып ҡараны. Ниһайәт, буласаҡ парктың урыны ла билдәле булды – Салауат районы, ә базаһы – “Янғантау” шифаханаһында. Был дауалау учреждениеһында барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар, шифахана алып барған эшмәкәрлек иһә тәбиғәтте һаҡлауға, туризмды үҫтереп, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй эш алып барыуға булышлыҡ итә.
Салауат районы хакимиәтендә геопарк булдырыуға ентекле әҙерләнәләр, буласаҡ парктың маршруты ла эшләнгән. Хәйер, был хаҡта ентекләберәк һөйләргә кәрәктер. Шуға ла һеҙҙе Салауат районы буйлап сәйәхәткә саҡырам. Геопарк асыласаҡ урындарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрәйек.


Нимә ул геопарк?

Геопарк – ул махсус һаҡланыу статусына эйә булған төбәк. Уның биләмәһендә ерҙең геологик тарихы, урындағы ландшафт төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының, файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре асыҡ сағыла. Өҫтәүенә геопарк урындағы халыҡҡа үҙе етештергәнде һатып, милли йолаларын күрһәтеп аҡса эшләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Нимә генә тимә, тәбиғәт парктары, ҡурсаулыҡтар һәм заказниктар кеше эшмәкәрлеген сикләп, ошо ерҙәге тәбиғәттең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала. Ә геопарк, киреһенсә, аныҡ турист маршруттары асып, уларҙы төҙөкләндереп, ғилми-тикшеренеү, эко һәм агротуризм өсөн мөмкинлектәр булдыра.
Бындай тәбиғәт биләмәләре донъяла 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә башлай. Әлеге мәлдә Ер шарының 30 илендә йөҙҙән ашыу геопарк бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә бындай бер биләмә лә юҡ әле. Шуға тәүге геопарктың тап Башҡортостанда асылыуы республика өсөн шаҡтай ҙур мәртәбә булыр ине.
Әлбиттә, беренсе булып юл ярыу еңелдән түгел. Әлеге геопарк мәсьәләһе менән ентекле шөғөлләнә башлағас, уны ойоштороу өсөн ҡанун менән нығытылған нигеҙ юҡлығы асыҡланды. Шуға ла Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яңы закон проекты өҫтөндә ең һыҙғанып эшләй. Ҡыҙыу бәхәстәр бара, сөнки закондың һәр юҫыҡтан уйланылған, төплө булыуы шарт. Шулай итеп, геопарктың урыны билдәле – ул Салауат районы.

Йүрүҙән күпте күргән,
күпте кисергән

Һис һүҙһеҙ, Салауат районы – туристарҙы ылыҡтырған төбәктәрҙең береһе. Бында ике ҙур йылға – Йүрүҙән һәм Әй буйлап кәмәлә ағып төшөү мөмкинлеге бар. Икеһе лә таҙа һәм мул һыулы. Район биләмәһендә туғыҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы бар, йылғалар, күлдәр бихисап, бер шарлауыҡ һәм алты ҙур, йөҙҙән ашыу бәләкәй мәмерйә һанала. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һанап сыҡмау яҙыҡ булыр, моғайын:

Мәсетле киҫелеше,
Янғантау,
Ҡорғаҙаҡ,
Лаҡлы мәмерйәһе,
Ҡапҡа таш,
Күҫәләр көкөртлө водород сығанағы,
Лағыр һаҙлығы,
Арҡауыл һаҙлығы,
Ҡыҙҙар тауы.

Был исемлектәге күпселек тәбиғәт ҡомартҡылары киң билдәле. Әлегә беҙ икәүһенә туҡталып үтәйек.

Мәсетле киҫелеше бында ҡасандыр диңгеҙ булыуын иҫбатлай.
Геопарк булдырыуға үҙ өлөшөн индергән ул Мәсетле киҫелеше. Бында әлегә тиклем палеонтологик ҡаҙыныуҙар бара. Был урын тураһында тәүгеләрҙән булып үҙенең эшендә инглиз ғалимы, Бөйөк Британия короллегенең география йәмғиәте президенты Р. Мурчисон 1840 – 1841 йылдарҙа Рәсәйгә геология экспедицияһына килгән мәлендә яҙып ҡалдыра. Ул Кама буйында ла, Урта һәм Көньяҡ Урал буйҙарында ла экспедицияла була.
Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйындаЫсынлап та, Мәсетле киҫелешенә килеп туҡтау менән күңелде аңлата алмаҫлыҡ кисерештәр солғап ала. 1950 йылдарҙан алып әлеге урында Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденттары Б. Чувашов менән В. Черных тикшереү эштәре алып барған. Улар был урынды “Көнгөр ярусының түбәнге сиге” тип баһалаған.
Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйында2015 йылда киҫелеште күреп, баһалар өсөн халыҡ-ара геологтар конгресы үткәрелгән. Билдәле белгестәр йыйылған форумда, киҫелеште таҙартырға кәрәк, тигән фекергә киләләр. Шулай итәләр ҙә. Киҫелеште ярып ҡараған мәлдә, күп кенә асыштарға юлығалар.
Яңыраҡ ҡына бында Ҡазан федераль университетының Геология һәм нефть-газ технологиялары институты белгестәре Гүзәл менән Рафаэль Сөнәғәтуллиндар килгән. Доцент Гүзәл Марс ҡыҙы:
– Бер ай самаһы эшләнек Мәсетлелә. Ҡыҙыҡлы өлгөләр табыуға өлгәштек: диңгеҙ ҡусҡарҙары, ләм һәм башҡаһы. Табылған һәр нөсхәне лабораторияға анализға ебәрҙек. Табыштар әлегә тиклем иҫбатлауҙы талап иткән фараздарҙы дөрөҫләр, тип ышанабыҙ.
Әгәр улар ысынбарлыҡҡа тап килһә, был киҫелеш ҙур исемгә лайыҡ буласаҡ: “Пермь системаһының Көнгөр ярусы киҫелеше”. Бында “Алтын ҡаҙаҡ” ҡағыласаҡ. Әлегә бөтөн донъяла шундай 66 ҡаҙаҡ ҡағылған. Мәсетлеләге киҫелеш 67-сеһе буласаҡ. Көтәйек, – тип аңлатма бирҙе телефондан.

Янғантау донъяла берәү генә.
Донъя кимәлендә дан тотҡан шифаханаларҙың береһе “Янғантау” – Салауат районының йөҙөк ҡашы. Уның директоры Альфред Аҡбашев – алдынғы ҡарашлы етәксе. Геопарк буйынса эш төркөмөнә лә тап уның етәкселек итеүе юҡҡа түгел. Оҙаҡ йылдар дауамында шифахана алып барған сәйәсәткә геопарктың моделе тап килеп тора. Альфред Рәшит улы фекеренсә, кеше – тәбиғәттең кескәй генә бер өлөшө. Уның эшмәкәрлеге тәбиғәттең экосистемаһына зыян килтерергә тейеш түгел. Тик бөгөнгө заманда ошо тигеҙлекте һаҡлап ҡалыу ҡыйын.
– Салауат районы – туристарҙы ылыҡтырған үҙенсәлекле төбәк. Шифаханаға ғына йылына яҡынса 30 мең ял итеүсе килә. Әлбиттә, күптәр төбәктең иң матур урындарын барып күрергә теләй. Беҙ йыл әйләнәһенә ял итергә килгән ҡунаҡтарҙы автобустар менән сәйәхәткә алып йөрөйбөҙ. Ошо эште ойошторған мәлдә шуға инандым: ҡырағай туризмға юл ҡуйырға ярамай. Туристар ағымын контролдә тоторға кәрәк. Шул саҡта ғына тәбиғәткә килтерелгән зыянды кәметеү мөмкин буласаҡ. Геопарктың нигеҙенә ошо төшөнсә һалыныуы оҡшай. Бынан тыш, урындағы халыҡ туристарҙан файҙа алып ҡалырға тейеш. Иң мөһиме – туристарҙа ла, ауыл халҡында ла тәбиғәткә, бер-береңә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнәсәк, – тине ул.
Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйындаБуласаҡ геопарктың базаһы “Янғантау”ҙа булыуы көн кеүек асыҡ, сөнки бында ғилми эш алып барыу өсөн дә, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Шифахана биләмәһендә Башҡортостандың Фәндәр академияһынан ғалимдарҙы йәлеп итеп, Янғантауҙың үҙенсәлеге лә, үҫемлектәр донъяһы ла яҡшы өйрәнелгән.
Янғантауҙың шифаһын тапҡан көтөүсе тураһында күптәрҙең ишеткәне булғандыр. Ошо тирәлә мал көткән ағай этенең гел бер урынға барып ятҡанын аптырап күҙәткән. Унан инде үҙе лә ошо урындан сыҡҡан йылы быуҙа аяҡ-ҡулдарын дауалаған. Шулай итеп, Янғантау сығанағының даны тирә-яҡҡа таралған. Хәҙер инде был урында заманса шифахана төҙөлгән. Ер аҫтынан сығып ятҡан быу иһә быуаттар дауамында тәнгә сихәт бирә.
Әле шифахана биләмәһенә ҡараған ерҙә 490 төр үҫемлек бар, уларҙың 30-ы һирәк осрай. Флораның күпселек өлгөләре Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Уларҙы һаҡлау һәм яҡлау өҫтөндә әүҙем эш алып барыла. Ял итеүселәр өсөн йәйәүле маршруттар ҙа, Йүрүҙән буйлап һалда йөҙөп төшөү өсөн махсус экскурсиялар ҙа, мәмерйәләргә сәйәхәттәр ҙә ойошторалар. Был хозур ерҙәрҙе һыбай йөрөп сығыу мөмкинлеге лә бар. Быларҙың барыһы ла әлеге шифахананың геопаркты булдырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә икәнлегенә тағы бер дәлил булып тора.

Салауат нисә йәшендә?..

Салауат районы хакимиәтендә Рауил Ғатауллин ҡаршы алды. Ул – туризмды үҫтереү буйынса йүнәлеште алып барған йәш белгес.
Салауат районы – туристарҙы йәлеп иткән төбәк, тип үрҙә әйтеп үткәйнек инде. Был, ысынлап та, шулай. Әммә бында ағылған туристарҙың күбеһе ҡырағай йәки үҙ юлы менән килеп, ҡайтып китә. Хакимиәт иһә киләсәктә был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҙур проект әҙерләгән. Нисек кенә булмаһын, туристар ағымын контролдә тотоу мөһим, тиҙәр бында. Был хәҡиҡәттең ни тиклем ысынбарлыҡҡа тап килеүен яр буйҙарына барып ҡына күрергә була: унда-бында тоҡандырылған усаҡтарҙан ҡалған көл-күмер, ҡаптарға тултырылған буш шешәләр, быяла ярсыҡтары. Туристарҙы ойоштороп, күңелле ял тәҡдим иткәндә, тәбиғәткә был тиклем зыян килмәҫ ине. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Салауат районы хакимиәтендә дүрт турист зонаһы эшләгәндәр. Тәүгеһе – “Салауат юлы”. Икенсеһе – “Лаҡлы”, унан – “Ҡорғаҙаҡ” һәм “Йүрүҙән”. Килгән ҡунаҡтарҙың теләгенә һәм мөмкинлегенә ҡарап, маршруттың оҙонлоғо һәм дауамы иҫәпкә алына. Кемдер автобуста йә үҙ машинаһында барыуҙы хуп күрер, кемгәлер Йүрүҙән буйлап кәмәлә йөҙөү оҡшар. Киләсәктә тағы ла агротуризм, балыҡ тотоу, милли ауыл булдырыу һәм башҡа пландарҙы тормошҡа ашырырға уйлайҙар. Бының өсөн тиҙҙән районда Туризм үҙәге асыу ниәтен тормошҡа ашырасаҡтар. Тәғәйен бина һайланған. Унда ремонт үткәреп, эш башларға ғына кәрәк.
Ни генә тимә, Салауат районы – башҡорттарҙың милли геройы тыуған ер. Ошо урындар уның рухы менән һуғарылған. Шул уҡ Салауат йәшеренгән Иҙрис мәмерйәһен генә ал. Туристарға батыр музейын күрһәткәндән һуң, уның исеменә бәйле мәмерйәгә алып барыу ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бит. Бына шунда милли геройыбыҙҙың нисә йәштә генә һыбай атланып, үҙ илен яҡларға күтәрелеүен йәш быуын да белеп үҫер ине.
Әйткәндәй, районда тиҫтәгә яҡын төрлө музей уңышлы эшләй. Уларҙың күбеһе билдәле шәхестәргә арналған. Сафуан Әлибаев, Рәми Ғарипов, Харис Йосопов, Хәбир Ғәлимов, Ризуан Хажиев, Нәҡи Иҫәнбәт һәм башҡаларҙың йорт-музейҙары ҡунаҡтар өсөн һәр саҡ асыҡ.

Туризм – һауа торошона бәйле бизнес

Был, ысынлап та, шулай. Туристарҙы нимә менән генә ылыҡтырма, быйылғы һымаҡ бер туҡтауһыҙ ямғыр яуып торһа, улар ғәмәлдә ҡыҙыҡлы күренешкә лә ҡыҙыҡмаясаҡ. “Шайтан-Күҙәй” йорт кемпингын асҡан Илфат Рифат улы Исмәғилев быға инанған.
Салауат батыр йәшеренгән Иҙрис мәмерйәһенә километр ярым ара ҡала бынан. Илфат Рифат улы, ауылдың ситендә генә 15 сутый ерҙе ҡуртымға алып, дүрт тирмә ҡуйған. Бында 17 кеше ҡунып китә ала. Илфат иһә уларға ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ ял ойошторорға әҙер.
Нисә көн теләйһең, шунса ваҡыт Йүрүҙән буйлап кәмәлә ағып төшөү мөмкинлеге бар. Илфат бының өсөн кәмәләрен дә бирә, оҙатып ҡуя, ҡаршы ала. Ҡунаҡтар теләһә, мәмерйәләр буйлап сәйәхәткә лә алып сыға.
Әлеге кемпингты булдырыу тураһында Илфат күптән хыялланған һәм былтыр тәүәккәлләгән. Былтыр Малаяҙ эргәһендә, Йүрүҙән буйында тирмә ҡорған булған. Быйыл ошо урынды ҡуртымға алғас, бында туҡталған. Тирмәләрҙе үҙе эшләгән. Өс катамаран һәм бер кәмә һатып алған. Бөтөн сығымдарҙы һанағанда, ярты миллион һум аҡса киткән. Тик быйыл һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индереп, эште харап иткән, һалған аҡсаның бәләкәй генә өлөшөн дә ҡайтарыуға өмөтө аҡланмаған эшҡыуарҙың.
– Үҙемә генә ышанам. Шуға шулай килеп сыҡты, – ти Илфат.
Былтыр йәш эшҡыуар ике ай ғына эшләп өлгөргән. Бюрократик кәртәләр ҡамасаулауын да телгә алды ул. Ошо ерҙе ҡуртымға алыу өсөн ярты йыл документтар юллап йөрөргә тура килгән. Икенсе йылға бында эшмәкәрлекте киңерәк йәйелдерергә уйлай Илфат. Айырым тирмә ҡуйып, мәмерйәгә йүнәлгән кешеләргә сәй тәҡдим итмәксе.
Ысынлап та, мәмерйәне барып ҡарағандан һуң, һыуһынды ҡандырып сығырлыҡ урын юҡ шул бында. Туристар мунса ла һорай икән. Быны ла аңларға була. Йүрүҙән буйлап бер нисә көн кәмәлә йөҙгәндән һуң, миндек менән сабынып, рәхәтләнеп мунса инге киләлер ул.
Илфат тағы ла бер хәҡиҡәткә инанған: бөгөн туристарҙы уңайлыҡтар менән генә йәлеп итеп була.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Илфаттың пландары Наполеондыҡы һымаҡ. Кемпингты тарихҡа бәйләргә уйы бар уның. Уҡ-һаҙаҡтан атып ҡарау өсөн урын эшләү, аттар алыу һәм башҡаһы.
Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйындаКемдер бушты һөйләй, булдыра алмаҫ, тиер. Тик хыялдарын тормошҡа ашыра торған ир-уҙаман ул, шуға һүҙҙәренә шикләнмәйек. Мәҫәлән, бынан өс йыл элек ул балсыҡтан көршәктәр эшләй башлаған. Кәрәкле балсыҡ райондың бер урынында ғына бар икән. Көршәк эшләү өсөн ҡорамалды һатып алған, ә бына уны яндырырға мейесте үҙе яһаған. Килгән туристарға йүнсел үҙе етештергән сәйнүк, каса, туҫтаҡтар тәҡдим итә. Был һауыт-һабаның кеше өсөн зыянһыҙ икәнен дә иҫбатлай. Йорттарында бөтөн гөлдәрҙе балсыҡ һауытҡа күсереп ултыртҡандан һуң, улар күпереп сәскә ата башлаған. Үҙе етештергән тауарҙы тәҡдим итеүҙән тыш, эшҡыуар туристарға оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Балсыҡтан яһаған һауыттар айырыуса балаларға оҡшай.
Кемпинг – Исмәғилевтәрҙең ғаилә бизнесы. Илфат ҡатыны Әлиәне лә, ҡыҙҙары Розалияны ла, хатта биш йәшлек улы Таһирҙы ла йәлеп иткән. Уларҙың һәр береһенең үҙ бурысы бар.
Әйткәндәй, ғаилә башлығы – һөнәре буйынса уҡытыусы. Малаяҙ башҡорт гимназияһында информатиканан белем бирә. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Робот техникаһы буйынса түңәрәк алып бара. Информатика дәрестәрендә лә, түңәрәктә шөғөлләнеүселәр ҙә уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Бөтә Рәсәй олимпиадаларында йыш ҡатнашалар. Был хаҡта белгәс, Илфатты эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауға нимә этәреүе тураһында һораштым.
– Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры уҡытыусыларға бизнес юлын һайларға кәңәш итте бит, – тине ул, шаяртып. – Ысынында иһә районыбыҙға туристар күпләп килә. Әммә улар ял иткәндән һуң үҙҙәренең артынан әллә күпме сүп-сар ҡалдыра. Ошоно күреп, йәнем әрней ине. Был – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ере. Шуға ла туристарҙы оҙатып йөрөү, төйәгемдең тарихын һөйләү, матурлығын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Бөгөн туризм килемле йүнәлеш кенә түгел. Ошо ағымға ҡушылып, Башҡортостандың, Салауат районының брендын булдырырға тейешбеҙ. Киләсәктә кемпингтар һанын арттырырға уйлайым. Тарихҡа, йолаларыбыҙға күберәк баҫым яһарға кәрәк тигән фекерҙәмен.
Геопарк булдырыу мәсьәләһенә ыңғай ҡарай Илфат. Туристар һанының күбәйеүе, әлбиттә, эшҡыуарҙы һөйөндөрә.
– Килгән туристарға тәҡдим итә торған хеҙмәттәр байтаҡ. Бынан тыш, ауыл халҡы ла ихлас ҡушылырға әҙер. Бер нисә кеше, һиңә килгән ҡунаҡтарға картуф, йомортҡа, һөт-ҡаймаҡ тәҡдим итергә буламы, тип һорап та китте. Ниңә булмаһын ти. Икмәген дә бешереүсе табылыр, ҡымыҙ ҙа тәҡдим итербеҙ. Барыһы ла беҙҙең ҡулдан килә торған эштәр, – ти эшҡыуар.
Салауат районы.

Сурен ГЕВИНЯН, ЮНЕСКО-ның геофәндәр һәм геопарктар буйынса программаһы белгесе:

– Геопарк – ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булған ҙур биләмә. Бынан тыш, бында ауылдар булырға тейеш. Тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡарарға килгән туристарға ауыл халҡы милли йолалар, ошо ерлектә тыуған легендалар, риүәйәттәр тураһында һөйләй, урындағы халыҡ көнкүрешендәге үҙенсәлектәрҙе күрһәтә ала.
Иң мөһиме – халыҡтың геопарк мөмкинлектәренән файҙаланыуы шарт. Туристарға үҙҙәре етештергән тауарҙы тәҡдим итеп, аш-һыу һатып аҡса эшләү мөмкинлеге булдырыу ҙа отошло. Ҡунаҡтар тәбиғәт матурлығына ғына һоҡланып ҡайтырға тейеш түгел, ә урындағы халыҡтың йәшәйеше менән танышып, ошо гүзәл ерҙән сувенирҙар ҙа һатып алһын. Башҡортостан Хөкүмәте был йәһәттән “Янғантау” шифаханаһы эргәһендәге биләмәне тәҡдим итте. Ҡарап сыҡҡас та, ул миңә ифрат оҡшаны. Ғөмүмән, республиканың геопарк булдырыуҙа мөмкинлектәре ҙур. Республика етәкселеге был йәһәттән һәр яҡлап ярҙам күрһәтһә, хәҙер инде урындағы халыҡтың әүҙемләшеүе кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 397

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200