Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Михаил ШӘМИҒОЛОВ: “Мин дә бер башҡорт балаһы...”
Михаил ШӘМИҒОЛОВ: “Мин дә бер башҡорт балаһы...”Һеҙ “След” сериалындағы Жилинды, “Земский доктор”ҙағы Витяны, “Шелест”тағы Фисенконы, “Казаки”лағы Михасты, “Истребители” фильмындағы Ефимовты, “Кровинушка”лағы “Ашығыс ярҙам” водителен, “Сын моего отца” фильмындағы таксисты башҡорт егете уйнағанын белә инегеҙме? Эйе-эйе, милләттәшебеҙ, Бөрйән районы азаматы Михаил Шәмиғолов башҡара был ролдәрҙе. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй һәм “Мосфильм”да эшләй ул. Нисек өлгәшкән был тиклем уңышҡа Михаил? Егеттең иң ҙур хыялы ниндәй? Ни өсөн ул Чайка тигән фамилияға ҡарағанда (әсәһенең фамилияһы) Шәмиғолов булып ҡалыуҙы мөһимерәк тапҡан? Яҡташыбыҙ тормошо һәм ҡаҙаныштары тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ менән ихлас уртаҡлашты.
Белмәҫһең дә әҙәм балаһының маңлайына ниндәй яҙмыш яҙылғанын, үҙ туғандарыңдың ҡайҙарға таралғанын. Барыһына ла һуғыш ғәйеплеме, иллә-мәгәр бөгөнгө көндәрҙә лә юҡ-юҡта кешеләрҙең ҡайҙалыр сит илдә туғандары табылып тора. Бына Михаил ағайым да шулай табылды. Юҡ, юҡ, ул бер ҡайҙа ла юғалмағайны, әммә зәңгәр экрандарҙан “След” сериалындағы Жилинды, “Земский доктор”ҙағы Витяны, “Шелест”тағы Фисенконы, “Казаки”лағы Михась, “Истребители” фильмындағы Ефимовты, “Кровинушка”лағы “Ашығыс ярҙам” водителен, “Сын моего отца” фильмындағы таксисты үҙемдең ағайым икәнен генә белмәй ҡарағанмын.
Рәсәй фильмдарының рәсми сайтына инһәң, Михаил Шәмиғолов уйнаған, йәғни каскадер булған тулы метражлы алтмышлап фильм йә сериалдарҙы табырға мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа йөҙө менән ҡойоп ҡуйған башҡорт булһа ла, был егетте, әлбиттә, бер кем дә милләттәше, туғаны тип уйламаны, ғәмәлдә тарихи тамырҙары менән Урал батырлы Бөрйәндән был егет. Хәйер, был юҫыҡта туғандарымдың табылыу тарихын баштан һөйләп китеү дөрөҫөрәк булыр.
Бер ваҡыт әхирәтемдең эш урынына индем хәл-әхүәл белешергә. Әүлиә олатаһын һөйләй был. Әхирәтемдең фамилияһы Шәмиғолова булыуын иҫәпкә алып, шаяртып: “Әүлиә олатайың Шәкир Шәмиғолов түгелдер ул?” – тип һораным, үҙемдең олатайым ул булғанға күрә, маһайып та, шаяртып та.
– Эйе, олатайым Шәкир Шәмиғолов, – ти был күҙ ҙә йоммай.
Шаярта икән тип уйланым. Бәхәсләшә торғас, ниһайәт, икебеҙҙең дә олатайыбыҙ Бөрйән районының хәҙер инде бөтөрө­лөүгә дусар булған Аралбай ауылында йәшәгән, шунда ерләнгән Шәкир ҡарт икәненә инандыҡ. Нисек инде беҙҙең олатайҙарыбыҙ уртаҡ? Яҡындан таныш булғаныбыҙға һигеҙ-туғыҙ йыл, баҡтиһәң, беҙ өс туған апайлы-һеңлеле булғанбыҙ, ә үҙебеҙ белмәгәнбеҙ.
Олатайым Шәкир Шәмиғоловты беҙҙең яҡтарҙа әүлиә тип йөрөтәләр. Ваҡытында уны аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа килеп талаған, бай кеше тип Себергә лә һөрөп ҡарағандар, тик ул шул әүлиәлеге менәндер кире ҡайтҡан, шул уҡ Аралбай ерендә ғүмер кисергән. Ғүмер буйы хәлле кеше булды, тиҙәр. Уҡымышлы була, ваҡытында иң эре мәҙрәсәләр тотҡан Стәрлебашҡа йөрөп уҡый, үҙе менән уҡырға ҡатындарының иң өлкәнен дә алыр булған. Өс ҡатыны була. Шуларҙан таралған икән туғыҙ балаһы: Шахиразы (Михаилдың олатаһы), Шәһәрғәзе, Шәрифулла, Шәмсинур (минең өләсәйем), Бүләкбай (әхирәт-туғанымдың олатаһы), Зөбәржәт, Фирҙәүес, Хаят, Шәмсиә.
Был балаларҙың икәүһе хәрби офицер була. Дүртәүһе һуғышта ҡатнаша. Хәрби бурысын үтәп, йәш Шахиразы ситтә күп йөрөй һәм, мәрйә кәләш алып, ситтә төпләнә. Хәҙер инде Михаил ағайымдың әйтеүенсә, Шахиразы олатай Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша һәм, һуғыш бөткәс тә, ул ҡаланы ташлай алмай, шунда йәшәргә ҡала. Тыуған яҡтарына бер ҙә ҡайтып әйләнмәгәнме, һәр хәлдә, мин бәләкәй саҡта Шәмсинур өләсәйемдең “Ағайҙарымды күргәнем юҡ, күрешмәй генә үлеп кителә инде” тип илағанын ишетә торғайным. Ул ваҡытта беҙгә ҡыҙыҡ та булмағандыр, ҡайҙалыр өләсәйебеҙҙең ағайҙары йәшәй, тип кенә уйлағанбыҙ булһа кәрәк. Ә уларҙың да балалары бар, ошо олатай-өләсәйҙәребеҙ вафат булғас, беҙгә шул туғандар менән аралашып йәшәргә кәрәк икәне бала аҡылыбыҙға инеп тә сыҡмағандыр. Тик әлеге шул әхирәтемдең, хәҙер инде өс туған апайымдың башына килә туғандарын эҙләү ниәте.
Офицер булып хеҙмәт итеп, ситтә йәшәгән икенсе олатаһы аша асыҡлай ул ҡасандыр бергә хеҙмәт иткән Бөрйән егете Шахиразы Шәмиғоловтың Волгоград өлкәһендә йәшәргә тейешлеген, ләкин алты-ете йылға һуңлай. Был хәҙер инде беҙгә бик ҡәҙерле булған ҡарт 2010 йылдарҙа ғына донъя ҡуйған. Ә шулай ҙа балалары Валерий менән Юрийҙың да вафат булыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙгә туғандарыбыҙ Анатолий, Петрҙы һәм Михаил менән Наташаны ҡалдырып китә улар. Бына ошо апайым аша табыштыҡ беҙ – туғандар.
Ә Шәкир олатайыбыҙҙың өс ҡатынының да, балаларының да исемен белдек, тик ҡайһы бер ҡыҙҙарының Үзбәкстан, Ҡаҙағстан тарафтарында ҡайҙа йәшәгәнен табырға ғына ҡалды. Ә инде, иң мөһиме, Шәһәрғәзе олатайыбыҙ Свердловск өлкәһенең Ирбит ҡалаһында йәшәгәнен, иҫән икәнен белдек. Уларға барырға, хәҙер инде ҡартлығы етеп алыҫ юлға йөрөй алмаған олатайыбыҙға тыуған нигеҙенән тупраҡ алып барырға, Шәрифулла тигән олатайыбыҙҙың һуғышта баш һалған Смоленск өлкәһендә ерләнгән ҡәберенә зыярат ҡылырға ғына ҡалды.
Туғандар менән аралашҡанда, иң өлкәндәре Анатолий ағайҙың ике-өс йәшлек сағында атаһы менән олатаһы Бөрйәнгә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡандарын ишеттек. Уның әйтеүенсә, олатайҙың өй нигеҙе ташы тигәндәрен һәм ул ташҡа үрмәләп уйнап йөрөгәнен генә иҫләй. Бөгөн ул ғаиләһе менән Волжск ҡалаһында йәшәй һәм ике ул, бер ҡыҙ үҫтерә. Шуғалырмы, ҡасандыр атай-олатаһының тыуған ерҙәренә ҡайтып, рух алып киткәне өсөнмө, бәләкәй саҡта мәрйә өләсәй­ҙәренең ныҡышмалылығы арҡа­һында христиан диненә суҡындырылған Анатолий, үҫеп етеп, аң кергәс, олатайҙарының дине­нә тоғро булып, мосолман диненә күсә һәм балаларын да мәсеткә алып бара.
Ә инде Юрий бабайҙың ҡыҙы Наташа дүрт балалы ғаиләһе менән Одессала йәшәһә, уның ағаһы, үҙенең актерлыҡ карьераһын Киевта башлаған Михаил инде бына дүрт-биш йыл Мәскәүҙә төпләнә һәм “Мосфильм”да эшләй. Уның иҫлә­үенсә, атаһы Юрий менән олатаһы Шахиразы иҫән булған саҡтарында уларҙың өйөндә башҡорт йолалары башҡарылыр булған. “Олатайым ауылда берҙән-бер үҙенсәлекле шәп ҡарт ине, уны бөтәһе лә белде һәм яратты”, – тип иҫләй ул. Уға тамырҙары Башҡортостанда, милләттәре башҡорт икәнен әйтеп үҫтерһәләр ҙә, бүтән йоғонтолар арҡаһындалыр инде, тамырҙарҙы эҙләү мөмкинлеге булмай.
Михаил үҙе хаҡында һөйләгәндә, беҙҙең башҡа туғандарҙы күҙ алдына килтерҙе. Әллә ҡайҙа ситтә ятһалар ҙа, ҡан тарталыр инде, холоҡтары һәм йөҙгә лә оҡшаш беҙҙең заттың ағайҙары. Михаил үҙе Украинаның Одесса ҡалаһында тыуа һәм, ундағы мәктәпкә уҡырға төшкәс, спорт мәктәбенә күсә. Бәләкәй сағынан уҡ профессиональ спорт менән шөғөлләнә ул. Бөгөн гандбол буйынса спорт мастеры. Һуңынан Одесса политехник университетында радиоинженер-конструктор һөнәренә уҡып сыға. Был уға ата-әсәһенән килә. Улар икеһе лә инженер булған. Шулай ҙа атаһында, бәлки, башҡорт ҡаны ла тартҡандыр, ағас, төҙөлөш эшенә тартылыу була. Ул төҙөлөштә бригадир булып эшләгән.
Бөгөн Мәскәүҙә үҙенең актерлыҡ карьераһын башлап торһа ла, Михаилда башҡорт егеттәренә хас баҫалҡылыҡ һәм үҙ нәҫеленә тоғролоҡ ярылып ята. Шоу-бизнесҡа килгәс, уға әсәйеңдең украин фамилияһы матурыраҡ бит, шул фамилияны ал тип кәңәш итәләр. Әммә ул, Чайка тигән фамилияға ҡарағанда, Шәмиғолов булып ҡалыуҙы мөһимерәк һанай. Минең һорауыма ла ул: “Атайым да, олатайым да был фамилияны үҙенең нәҫеленән мираҫ итеп алған, мин дә уны йөрөтөргә, балаларыма күсерергә бурыслымын”, – тине. Әйткәндәй, Михаил бөгөн ҡатынынан айырылһа ла, ике ҡыҙы ла Шәмиғолова фамилияһын йөрөтә, Олесяға – 14, Марияға 11 йәш. Кино төшөрөүҙән саҡ ҡына буш ваҡыты булһа ла, ул балалары менән диңгеҙ буйында ял итергә ярата. Балалары, үҙенең әсәһе, уның яғынан туғандары Одессала йәшәй. Ә атаһы яғынан яҡын туғандары Волгоградта, Ярославлдә, Башҡортостанда көн итә, тине ул. Тағы ла әүҙем ялды оҡшата ул, балыҡ тоторға, парашюттан ырғырға, футбол уйнарға оҫта. Шуға ла эстрада һәм кино йондоҙҙарының “Старко” футбол командаһында уйнаһа, күптән түгел эстрада һәм кино йондоҙҙарының “КомАр” хоккей командаһына саҡырыу алған.
Үҙенең төҫ-ҡиәфәте, йөрөш-торошо менән Бөрйәндә йәшәгән һомғол, тура кәүҙәле, ғорур ҡарашлы Шәмиғоловтарға оҡшаған был егет үҙ ваҡытында кино оҫталарының күҙенә шунда уҡ салына. Баҡтиһәң, ул кино майҙанына үҙенең бәхетен һынап ҡарарға килмәгән, ә актер дуҫын кино төшөргән еренә машинаһы менән алып килеп кенә ҡуйған булған. Кинофильм төшөрөү эше ҡыҙған саҡта уны актерҙар буйынса ассистент күреп ҡала һәм шунда уҡ фотоға төшөп ҡарарға тәҡдим итә. Ә унан һуң инде ҙур булмаған төрлө эпизодтарға саҡыра башлайҙар. Аҙаҡ спортсы икәнен белгәстәре, каскадерҙар ҙа үҙҙәре менән киноға төшөргә саҡыра башлай.
Шулай уйламағанда, кино йүнәлешенә борола уның яҙмышы. Тора-бара эпизод­тарҙа төшөп һәм каскадер булып ҡына йөрөгән егетте икенсе пландағы ролдәрҙә күрергә теләйҙәр.
Уның ҡатнашлығындағы фильмдарҙы Рәсәйҙең Кино.ру сайтында күрергә мөм­кин. Ул, хәҙер бихисап проект өҫтөндә ты­ры­шып эшләп, илебеҙҙең кино индустрияһының үҙәге булып торған “Мосфильм” киноконцернын тулыһынса яулап алды тиһәк тә, хаталанмаҫбыҙ, сөнки уның “Битва за Севастополь” фильмын төшөр­гән Сергей Мокрицкий, Владимир Хотиненко кеүек күренекле режиссерҙар менән эшләүе күп актерҙарҙың хыялы ғына булып тора.
Ә инде Михаилдың хыялы тураһында һорағас, әлбиттә, мин үҙем дә уйлай биреп ҡуйған ниәттәрен әйтеп һалды, йәғни Мәскәүгә килеп, үҙен ҙур ерҙәрҙә һынап ҡарап, кино һәм театр сәнғәтендә үҙ урынын табыуы менән уның бер хыялы тормошҡа ашһа, иң ҙур хыялы Башҡорт­останға ҡайтыу ине. Республикаға ҡайтып, башҡорт киноһында төшөргә ниәте бар. “Атай-олатайҙарымдың тыуған ерендә төшөргә теләгем ҙур. Ә сит ерҙәрҙә кем генә итеп, нисек кенә тәрбиәләмәһендәр, мин дә бит бер башҡорт балаһы”, – тип иң ҙур һәм күп йылдар йөрәк түрендә йөрөткән серен асты ағайым.
Ҡайтырһың... Ҡайтырһың, ағайым! Бында һине йәнең һәм ҡаның тартҡан кескәй Бөрйәнең, Шахиразы олатайың тыуған өйҙөң нигеҙ таштары ғына ҡалған, ҡуйы урмандар уратып алған Аралбай ере, фатихаң әле алынмаған әүлиә Шәкир олатайыбыҙҙың зыяраты һәм тотош Башҡорт иле, үҙ халҡың көтә... Бында һине йәнеңә көс бирер олпат Урал ҡаяларың, ғорур ҡараштарың менән һәр кис офоҡ аръяғына оҙатып ҡалыр ҡайнар ҡояшың, йөрәгеңә илһам, рух, яҙмышыңа ҡот, ырыҫ бирер изге төйәгең, баш әйләндергес тауҙар өҫтөндә оҫҡоған ҡарағайҙарың, улар өҫтөнән юғарылыҡты ярып осҡан ҡыйғыр бөркөттәрең, ҡымыҙ еҫе аңҡытҡан ыуыҙҙай саф ҡыр-болондарың, бал еҫтәре аңҡытҡан солоҡло ҡарурмандарың һәм боронғолоҡ, атай-олатайҙарыңдың рухы, ҡомары менән менән һуғарылған Башҡортостаның көтә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 748

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 371

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 275

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 230

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 420

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 280

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 419

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 222

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 090

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 195

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 065