Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәй осоронда йәш уҡсылар, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 11-се махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре әүҙем ял итеүҙе мөһимерәк һанай. Күптәре Бөрө ҡалаһы янындағы лагерҙа ял итеп, даими үткәрелгән күнекмәләрҙә әҙерлек үтә, кемдәрҙер халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ мөмкинлектәрен һынай, оло еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Йәштәр өсөн өйрәнергә, үҫешергә төрлө мөмкинлектәр бар. Ата-әсәләр, өлкәндәр яғынан ваҡытында күрһәтелгән иғтибар һәм яуаплылыҡ республикабыҙҙың ҡала-ауылдарында йәшәгән һәр бала өсөн яҡты юл аса. Һоҡланырлыҡ йәштәрҙең күп булыуы ла ҡыуандыра. Һүҙ – уҡ атыу буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаһы ағзалары, йәш спортсылар Элина Шәрипова менән Станислав Черемискинға.


– Элина, Станислав, һеҙ уҡ атыу менән күптән шөғөллә­нә­һегеҙме?
Станислав:
– Беҙ икебеҙ ҙә Өфөнөң 94-се лицейынан. Уҡ атырға бынан дүрт йыл элек, бишенсе класта уҡығанда килдек, беҙҙе бергә уҡыған дуҫыбыҙ саҡырҙы. Тренерҙарыбыҙ барыһын да матурлап аңлатты, атыу техни­каһын ныҡлап өйрәндек. Беренсе көндән был шөғөл ныҡ оҡшаны, тиҫтерҙәребеҙ булғанға ла күңелле ине. Килгәндәрҙән бөтәһе лә ҡал­маны, әлбиттә, әммә көслө теләктәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары булғандар был спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.
– Дәрестәрҙән һуң күнекмә­ләргә йөрөү, ярыштарҙа ҡат­на­шыу уҡыуға ҡамасау­лаймы?
Элина:
– Юҡ, һис кенә лә. Нисектер беҙ­ҙең ғаиләлә шулай ҡабул ителгән: туғаным менән бәләкәйҙән һәр нәмәгә яуаплы ҡарарға өйрәнгәнбеҙ. Мин бәләкәйҙән спортты яратам, теннис менән дә шөғөлләндем, бөгөн иһә уҡ атыу күңелемә ны­ғы­раҡ яҡын. Яратҡан шөғөлөм булғас, күнек­мәләргә даими йөрөйөм. Дә­рес­тәремде билдәле бер ваҡытта әҙерләргә тырышам, минең өсөн был ауырлыҡ түгел, киреһенсә, сабырлыҡҡа, тырыш булырға, яуаплылыҡҡа өйрәтә. Оло теләк һәм яратҡан шөғөлөң булғанда, уҡыуға ла, күнекмәләргә лә йөрөп өлгөрөргә мөмкин.
Станислав:
– Ҡамасаулай тип әйтмәҫ инем, икеһенә лә берҙәй өлгөрөргә тырышам. Быйылғы уҡыу йылын да яҡшы билдәләргә тамамланым. Яңы уҡытыусы килгәс, әҙерәк ауырлыҡтар булып алды. Шулай ҙа һәр уңышыбыҙ, һөҙөмтәләр өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы тип уйлайым. Ярыштарға йөрөгәндә уҡытыусылар аңлап ҡарай, уларҙың ярҙамы менән темаларҙы үҙаллы үҙләштерәм, заданиеларҙы алдан алып эшләйем.
– Ә яҡындарығыҙ был шөғөлөгөҙгә нисек ҡарай? Әлегәсә яулаған уңыштарығыҙ менән иң нығы кемде һөйөндөрҙөгөҙ?
Станислав:
– Күнекмәләргә йөрөй башлағас, атай-әсәйем шат ҡына булды. Ә еңеүҙәрем өсөн тренер­ҙарым менән бергә бөтә туғандарым һөйөнгәндер ул. Европа чемпионатында икенсе урынды яулап ҡайтҡас, еңеүем уңайынан табынға йыйылдыҡ. Бәләкәй булһалар ҙа, ҡустым менән дүрт йәшлек һеңлем дә уҡ атыу менән ҡыҙыҡһына, мине ярышҡа оҙатып ҡалалар һәм ҡыуанып ҡаршы алалар. Уларҙың да, саҡ ҡына үҫкәс, спорт мәктәбенә йөрөргә теләге бар.
Элина:
– Спорт – ул беҙҙең йәшәү рәүе­шебеҙ, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ, моғайын. Шуға ла барлыҡ уңыш­тарым – ғаиләбеҙҙең ҡаҙанышы. Атайым үҙе лә хоккейсы, бөгөн балаларға ошо спорт уйыны серҙәрен өйрәтә. Беренсе тапҡыр Олимпия резервындағы спорт мәктәбенә теннисҡа атайым алып килде. Атай-әсәйем башланғыс­тарымды хуплап тора. Тап улар бит уҡырға барғанда ла, күнекмәләргә йөрөгәндә лә, юлға сыҡҡанда ла ихласлыҡтары менән күңелде күтә­рә, кәңәш-теләктәре менән ярҙам итә. Уларға ҡарап үрнәк алабыҙ, һәр эштә сабыр, егәрле булырға тырышабыҙ. Был йәһәттән олатай-өләсәйем дә – минең өсөн өлгө, уңыштарым – улар өсөн дә һөйөнөс.
– Ә ниңә тап уҡ атыуҙы һайланығыҙ? Һеҙгә был спорт төрө нимә бирә?
Элина:
– Һәр кеше нимәгәлер ынтылырға, физик һәм рухи яҡтан да үҫешергә тейеш. Был шөғөл кешелә матур сифаттар тәрбиәләй, маҡсатлы булырға, ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәтә.
Йыл дауамында Өфө, Мәләүез, Бөрө, Салауат ҡалаларында уҡ атыу буйынса республика ярыштары ойошторола. Унда республика спорт мәктәптәренән командалар ҡатнаша. Уртаҡ ҡы­ҙыҡ­һыныуҙар, маҡсаттар беҙҙе дуҫлаштыра, ярыштар ваҡы­тында аралашып, тәжрибә ур­таҡ­­лашабыҙ. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыш­тар­ҙа ҡатнашыу иһә үҙ әҙерлек кимәлеңде ба­һа­ларға ярҙам итә, яңы еңеүҙәргә табан әйҙәй.
Станислав:
– Һәр кемгә ниндәйҙер шөғөл яҡын. Миңә, әлбиттә, өҫтәл теннисы, футбол, баскетбол да оҡшай. Әммә уҡ атыу башҡа спорт төрҙәренән айырылып тора, үҙенсәлекле, ылыҡ­тырғыс. Сыҙамлыҡ менән бергә маҡсатҡа ынтылыш, сабырлыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттар тәрбиә­ләй. Үҙемә күп дуҫтар таптым. Улар менән Интернет йәки телефон аша аралашабыҙ, бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә, сит илдәрҙә сәйәхәттә булыу бик оҡшай. Яңыраҡ Рәсәй командаһы составында Францияла ярышта булып ҡайттыҡ.
Беләһегеҙме, Францияға төрлө илдәрҙән килгән командаларҙың тренерҙары Рәсәйҙән булыуы ҡыҙыҡ тойолдо. Мәҫәлән, сығышы ме­нән Тольятти ҡалаһынан булған ватанда­шыбыҙ Германияның уҡсылар командаһын етәкләй, Украина вәкилдәренең тренеры ла Рәсәйҙән. Шулай ярыштарҙа йөрөп, илдәр күреп, күп яңылыҡ менән танышаһың, беләһең, өйрәнәһең.
Күнекмәләрҙә сәпкә атылған һәр уҡ, ярыштар ваҡытында өлгәшелгән уңыштар үҙеңдәге төрлө үҙгәрештәрҙе тойомларға, үҙ-үҙеңә ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкинлек бирә, техникаға йә уҡ атыу процесындағы ниндәйҙер хәрәкәткә нығыраҡ иғтибар итәһең. Шундай үҙенә күрә бик ҡыҙыҡлы система ул уҡ атыу. Ғөмүмән, ниндәй генә спорт төрө булмаһын, ул һиңә үҙ фиғелеңде асырға һәм табырға, һәр яҡлап үҫешергә ярҙам итә.
– Ә уңышҡа өлгәшеү өсөн беренсе сиратта нимә талап ителә?
Элина:
– Ниндәйҙер спорт төрөндә уңыш­ҡа өлгәшеү өсөн башлаған эшеңде яратырға кәрәк Шул саҡта ғына һөҙөмтә лә буласаҡ. Уҡыусыларҙың уңыштары шулай уҡ тренерҙарға һәм күнекмәләргә даими йөрөүгә лә бәйле. Был йәһәттән беҙ бәхетлебеҙ, күнекмәләргә яратып йөрөйбөҙ.
Станислав:
– Минең өсөн бөгөн уңыш – ул сәптәге “ун”ға эләгеү. Ярыш ваҡытында төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, иғтибарлы булырға кәрәк, шул уҡ саҡта һин һәр саҡ тыныс булырға, үҙ-үҙеңде ҡулға алырға тейешһең. Шулай уҡ еңеү өсөн ҡуйылған аныҡ маҡсат – уңышҡа юлдағы тәүге аҙымдарҙың береһе.
– Маҡсаттарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ...
Станислав:
– Тырышырға, эшләргә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә. Тағы ла бер ҙур теләгебеҙ – 2018 йылда үтәсәк Балалар Олимпия уйын­дарында ҡатнашыу. Ғөмүмән, беҙҙең бурыс – яҡшы уҡыу һәм тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү, Башҡортостандың данын яҡлау. Киләсәктә уҡ атыуҙы респуб­лика­быҙҙа төп спорт төрҙәре иҫәбендә күрге килә.
Элина:
— Бының өсөн беҙ бөгөн ныҡлап эшләйбеҙ, күнекмәләрҙе ҡалдыр­маҫҡа тырышабыҙ. Үҙ маҡ­сат­тарыбыҙға табан ышаныслы юлдан барабыҙ.
Тренерҙарыбыҙ Валентин Оле­говичҡа һәм Аркадий Алексеевичҡа рәхмәт. Уларҙың һәр беребеҙҙә һәләтле уҡыусыны күреп, беҙҙең менән даими шөғөлләнеүе, һәр саҡ йүнәлеш биреүе ошондай уңыштарға алып килде. Ысынлап та, улар – үҙ эшен оло яуаплылыҡ менән башҡарған ысын уҡытыусылар, иң яҡшы тренерҙар һәм кәңәшселәр.
– Гәзит уҡыусыларға, дуҫтарығыҙға, уҡ атыу менән ҡыҙыҡһынғандарға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
Станислав:
– Йәштәштәремә теләгем: әгәр ҙә башлағанһығыҙ икән, бер ваҡытта ла туҡтап ҡалмағыҙ, аҙаҡҡаса барығыҙ, эшләгеҙ, тырышығыҙ. Әгәр ҙә инде һайлаған шөғөлөгөҙ оҡшамаһа, үҙегеҙҙе икенсе өлкәлә йәки спорт төрөндә һынап ҡарарға мөмкин. Мин сәләмәт тормош яҡлымын, шуға ла теләгем – бар йәштәр, ололар ҙа үҙҙәренең һаулыҡ хаҡын, тормо­штарының ҡәҙерен аңлап, эсмәһен, тартмаһын ине.

* * *

Афарин, йәштәр! Бер ай элек Хорватияла үткән уҡ атыу буйынса Европа кубогында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең Станислав Черемискин, Набилл Рухулла, Элина Шәрипова һәм Салауат ҡалаһы спорт мәктәбе уҡсыһы Эмиль Рәхимов уңышлы сығыш яһап, еңеү яуланы. Ә Рәсәй уҡыусылары араһында үткән VIII Йәйге спартакиадала Башҡортостан уҡсылар командаһы II урынға лайыҡ булды. Шәхси зачетта Станислав Черемискин Бүрәт Республикаһы уҡсыһын еңеп, беренсе урынды яулаһа, микста (бер ир-егет, бер ҡатын-ҡыҙҙан торған команда) Станислав Черемискин һәм Элина Шәрипова Мәскәү командаһынан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Шулай уҡ Өфөнөң 11-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Набилл Рухулла һәм Никита Чернов – 5-6-сы урындарҙа. Уларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 764

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 385

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 263

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 228

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 095

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 199

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069