Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр аҙым ышанысты арттыра
Һәр аҙым ышанысты арттыраМотоспорт һөйөүселәр араһында уны белмәгән кеше бармы икән? Хатта сит ил боҙҙарында ла был егетте күреү менән, ауыр һулап, барыбер ул еңә инде, тип уфтана дәғүәселәре. Кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, мотоспорт легендаһына әүерелгән, яңыраҡ һигеҙенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Николай Красников.
— Николай, бер ваҡыт һин, минең барлыҡ уңышымда ғаиләмдең, атай-әсәйемдең өлөшө ҙур, тигәйнең.
— Дөрөҫ. Хатта тәүге мотоциклды ла атайым машинабыҙҙы һатып алып бирҙе. Тормошомда өмөтһөҙлөккә бирелгән ҡатмарлы ваҡыттар булманы түгел. Шул саҡта янымда атайым тормаһа, кем белә, бәлки, ярты юлда ла тороп ҡалыр инем. Ул мине күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә өйрәтте, артабан да көрәшкә сығыу өсөн дәртләндерә торғайны. Бөгөн мин үҙем дә атайыма оҡшарға теләйем.
— Һиңә күп ерҙәрҙә булырға тура килә. Үҙҙәрендә ҡалырға өгөтләүселәр булдымы?
— Әлбиттә. Шведтар ҡалырға өгөтләне. Әммә риза булманым. Теләктәре бик ҙур икән, әйҙә, үҙҙәре беҙгә килеп шөғөлләнһен.
— Николай, һин былтыр үҙеңдең профессиональ спорттан китәсәген хаҡында әйткәйнең. Бәлки, кире уйлағанһыңдыр…
— Мин мотоспортта үҙем хыялланған барлыҡ уңышҡа өлгәштем. Киләсәктә беҙҙең клуб үҙ йүнәлешен юғалтмаһын өсөн Рәсәй чемпионаттарында ғына сығыш яһармын, бәлки. Ә хәҙер республикала йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә көс һаласаҡмын.
— Быйыл һеҙ Ғ. Ҡадиров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәгенең баш тренеры итеп тәғәйенләндегеҙ. Тәүге уңышығыҙ ҙа бар: уҡыусығыҙ Дмитрий Колтаков яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандыра, Рәсәй кубогында һәм үҫмерҙәр араһында ил беренселегендә еңеүгә өлгәште. Тренер булараҡ тағы ла нимә эшләр инегеҙ?
— Республикала мотоспортты үҫтерергә ине иҫәп. Николай Корнев тураһындағы билдәле тарихты иҫкә төшөргө килә: ярыш ваҡыттарында мотоциклы янында йә үҙе, йә механигы йоҡлаған. Унан, ни өсөн ҡунаҡханаға бармайһың, тип һораһалар, бында минең клубташтарым юҡ, тип яуап биргән. Миңә лә күп йылдан һуң бының буш һүҙ булмауына инанырға тура килде. Беҙҙең клубташ дуҫтарыбыҙ оҙаҡ йылдар йүнле һөҙөмтә лә күрһәтмәне, клубтан техника ла, эш хаҡы ла алманы. Быны тамырынан үҙгәртергә тейешбеҙ. Заманса фекер йөрөткән кешеләр талап ителә. Сәләмәт быуын кәрәк, бары һау кеше генә көслө спортсылар тәрбиәләй ала.
— Бөгөн өмөтлө спортсылар бармы?
— Спорт мәктәбендә күп бала шөғөлләнә, әммә әлегә улар тураһында нимәлер әйтергә иртәрәк, сөнки яңы йөрөй башланылар. Минең түңәрәктә шөғөлләнеүселәр араһында өмөтлө үҫмерҙәр бар. Мәҫәлән, Егор Мышковец. Ул ярыштарҙа ҡатнашып өлгөрҙө лә инде. Һәр күнекмә һайын үҫмерҙә ниндәйҙер үҫеш күрәм һәм унан яҡшы һөҙөмтәләр көтәм. Йәнә миңә дүрт малай йөрөй. Әйтергә кәрәк, уларҙың тәжрибәһе бар, киләһе йыл үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионатында күрерһегеҙ.
— Николай, быйыл донъя чемпионатында тәүге һигеҙ урынды ла беҙҙекеләр яуланы. Ни өсөндөр сит илдекеләр алдыра алмай. Бының сәбәбе нимәлә?
— Беҙҙә конкуренция көслө, яҡташтарыбыҙҙың тәжрибәһе арта. Беҙҙең суперлига, Рәсәй чемпионаты һоҡланғыс үтә.
— Рәсәй йыйылма командаһынан һинең еңеүеңә айырыуса кемдәр шатланды?
— Береһе лә артыҡ ҡыуанманы шикелле.
— Фиништан һуң күккә лә сөймәнеләрме?
— Ғүмеремдә ундай хәлдең булғаны юҡ.
— Һеҙҙе мотоспорттан тыш парашют менән һикерергә ярата, тиҙәр.
— Парашют ҡына түгел, бокс та, ҡаянан һыуға һикереү ҙә оҡшай миңә. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, берәү ете ҡатлы йорт бейеклегендәге ҡаянан түбәнгә һикерә. Бейек ҡая башында тораһың, тәү ҡарауға хатта ҡурҡыныс кеүек тойола. Эске тауыш, ҡуй, кире борол, ти. Ә һин үҙең менән көрәшәһең. Һәр аҙым – үҙ-үҙеңде тәрбиәләү, ҡаршылыҡты еңеү ул. Тәүәккәллек үҙеңә ышанысты арттыра, бер нәмә менән дә алыштырып булмаҫлыҡ көс-ҡеүәт бирә.
И. Хаҡов әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 748

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 371

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 275

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 230

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 420

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 280

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 419

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 222

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 090

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 195

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 065