Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атанан күреп уҡ юнған...
Атанан күреп уҡ юнған...Халҡыбыҙҙың борон-борондан балалар тәрбиәләүҙә үҙ алымдары булған. Әкиәттәрҙә лә, йомаҡтарҙа ла, һүҙ араһында кинәйәләп әйткән мәҡәл-әйтемдәрҙә лә, телмәрҙе үҫтерер тиҙәйткес-һынашмаҡтарҙа ла, уйындарҙа ла тәрән халыҡ аҡылы сағыла. Уҡ атыу ҙа балаларҙың сослоғон, етеҙлеген, тилберлеген һынаусы, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләүсе, ғөмүмән, рухи һәм физик тәрбиә биреүсе сараларҙың береһе. Хәрәкәтсән уйындар уйнап, көрәшеп-көрмәкләшеп, уҡ атып, балалыҡтан үтеп, көслө, рухлы, даланлы йәштәр булып етешкән улар. Унан ары уҡ атыу шөғөлө көндәлек тормошта ла мөһим роль уйнаған. Бөгөн иһә башҡорттарҙың ғына түгел, күп халыҡтарҙың милли шөғөлө булған уҡ атыу спорт төрө итеп раҫланған йәки милли уйындар булараҡ тергеҙелә килә.


“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” республика йәмәғәт ойошмаһы (хәрби-тарихи клубы) үҫеп килгән быуынға милли тәрбиә биреүгә, халҡыбыҙҙың милли уйындарын, шөғөлдәрен тергеҙеүгә оло иғтибар бирә. Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының кубогына үткәрелгән “Уғатар” традицион уҡ атыу турниры ла – берлектә ойошторолған күркәм сараларҙың береһе. Турнир Бөрйән, Ғафури, Учалы райондарынан, Өфө, Ишембай, Сибай ҡалаларынан 11–17 йәшлек үҫмер балаларҙы үҙ майҙанына йыйҙы, сәмләндереп рухландырҙы, аралашырға-танышырға мөмкинлек бирҙе. Атанан күреп уҡ юнған...
“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина билдәләүенсә, был бәйге “Тамыр”ҙың 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған: “Тыуған көнөбөҙҙө балалар менән ҙур байрам итеп билдәләргә күнеккәнбеҙ, быйыл иһә сирек быуатлыҡ юбилейҙы саҡ ҡына икенсерәк юҫыҡта һәм киңерәк итеп ойошторорға булдыҡ. Минеңсә, был бәйге, ғөмүмән, спорт уйыны ғына түгел, таһыллыҡ та, күңел тыныслығы, күҙ үткерлеге һәм рухи ныҡлыҡ талап иткән үҙенсәлекле матур сара. Моғайын, балаларҙың күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр”.
– Борон башҡорттар балаларын атҡа һыбай ултыртҡан, бәләкәйҙән уҡ атырға өйрәткән. Уҡ-һаҙаҡ тотоп, уйындар уйнап, сос, теремек булып үҫкән балалар. Бөгөн йәш быуынды бәләкәйҙән милли йолаларға ярашлы тәрбиәләү, халҡыбыҙ өсөн хас булған шөғөлдәребеҙҙе өйрәтеү туранан-тура милли тәрбиә мәсьәләләренә ҡағыла һәм үҫеп килгән яңы быуында рух, илһөйәрлек, тырышлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерә. Ысынлап та, милли тәрбиә биреү мәктәптәренең береһе ул “Уғатар” бәйгеһе, – тип билдәләне “Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе урынбаҫары Юлай Ғәлиуллин.
Бәйге майҙанында сағыу милли кейемдә уҡ-һаҙаҡ тотҡан йәш быуынды, уларҙың шат йөҙҙәрен күреү уғата ҡыуаныс. Ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, ҙур янды тырышып тартыусылар ҙа, инде буй еткән, һәр бер уғын сәпкә еңел һәм ышаныслы тоҫҡап ебәреүселәр ҙә бар, егеттәр менән бер һыҙыҡта тороп атыусы ҡыҙҙар бигерәк сәмле. Һәр ваҡыттағыса бәләкәй балаларға һоҡланып ҡарап тораһың. Афариндар! Сәптәге мәрәйҙәрҙе һанаусы ағайҙарына, ошо бәйгегә алып килгән етәкселәренә шатланып, оло ышаныс һәм етди ҡиәфәт менән ҡарап тороуҙарын әйт әле. Үҙҙәрен ололоҡлаған “Уғатар”ҙың ағай-апайҙарынан өлгө алып, мин быны булдырам тигән уй осҡондары ла сағыла күҙҙәрендә.
Шат йөҙлө Элина Кәримова әсәһе менән Ишембай ҡалаһынан килгән. Үҙе уҡыған З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡ атыу буйынса семинарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә булғандан һуң, уҡ-ян һатып ала һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай. Бәйгелә лә үҙ мөмкинлектәрен һынау тырыш ҡыҙҙың уйы. Тамерлан Ғәйнуллин иһә атаһынан өлгө ала. Уҡ атыу менән шөғөлләнеүенә әҙ генә ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, уңыштары менән һөйөндөрә тапҡыр егет.
Учалылар иһә өлкәндәр өсөн үткәрелгән уҡ атыу бәйгеләренә лә берҙәм команда менән йөрөй. Был юлы ла улар төрлө мәктәптәрҙән һигеҙ уҡыусы алып килгән. Ҡыш үҙ райондарында ла балалар өсөн уҡ атыу турниры ойоштороп өлгөргән улар. Учалы ҡалаһында балалар һәм йәштәр өсөн уҡ атыу буйынса дәрестәр биреүсе Илдар Исхаҡов, Рөстәм Фазлетдинов, райондың Комсомол мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Фәнүр Шәһиевтәр республика традицион уҡ атыу бәйгеләрендә еңеү яулаған. Ошо бәйгеләргә килеп, балалар аралашып, бер-береһенән күреп-өйрәнеп ҡайта; телевизор-компьютерҙа ултырғансы, физик һәм рухи көстө тәрбиәләүсе ошондай милли бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙары, үҙҙәренә маҡсат ҡуйып, даими күнекмәләргә йөрөүҙәре балалар өсөн файҙалы, тигән фекерҙә улар.
Атанан күреп уҡ юнған...Яңы ғына шөғөлләнә башлауҙарына ҡарамаҫтан, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының уҡ атырға оҫталығы, ҡыҙыҡһыныуы булған ҡыҙ һәм егеттәре лә көс һынаны бәйгелә. Күп осраҡта ярышта ҡатнашыу матди мәсьәләгә барып ҡағыла, шулай ҙа теләктәре булғандар аптырап ҡалмай. Гимназия уҡыусыларын бәйгегә әҙерләгән Эрик Усманов, Ғафури районының “Батыр” хәрби-патриотик клубында дәрес биргән Илдар Абыҙгилдин балаларға үҙҙәре яндар эшләп биргән.
Рухлы ҡыҙ һәм егеттәрҙе туплаған ҡыҙыҡлы бәйге ике өлөштән торҙо. “Мәргән” һынауында 15 метр алыҫлыҡтан тороп ябай сәпкә атһалар, “Даға” ла биш дүңгәләкле ҡалҡанға уҡтарын осорҙо сос уғатарҙар. Ике һынауҙа йыйылған мәрәй һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде. Тәүге урындар өсөн көсөргәнешле генә барҙы ярыш, һәр үҫмерҙең беренселекте яулау мөмкинлеге бар ине. Шулай ҙа матур эштәр башҡарған һәм балалар бик яратып ҡабул иткән “Тамыр” телеканалының ошондай күркәм бәйгеһендә ҡатнашыу үҙе мәртәбә булғандыр.
Бәйге һуңынан гимназияның тамаша залында балаларҙы бүләкләү тантанаһы булды, “Тамыр”ҙар алып барған сағыу байрам сараһы йыр-моң, матур, фәһемле сығыштар менән үрелеп барҙы. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, традицион уҡ атыу бәйгеләрендә ҡатнашҡан ағай-апайҙарынан, атайҙарынан үрнәк алып буй еткереп килә балалар. Кесе йәштәгеләр бәйгелә ҡатнашыуҙарына бер шатланһа, уларға ҡарап ололар насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торған, матур йәш быуындың үҫеп килеүенә һоҡланды.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, йәштәр өсөн уҡытыусы ла, остаз да булған Азамат Юлдашбаевтың һүҙҙәре ошо йыйынға милли рух ҡушыуы менән килгән һәр кемдең, йәш быуындың күңеленә барып еткәндер. “Балалар, был нимә?.. – тип һорау бирҙе ул. – Был ян йәки йәйә генә түгел. Был хәтер – халҡыбыҙҙың хәтере. Был дан – олатайҙарыбыҙҙың даны. Был рух – ата-бабалар рухы. Был бәйләнеш, моғайын, боронғолоҡ менән бөгөнгөнөң бәйләнеше. Һәм был янды алып, уҡ менән керешен тартҡанда, беҙҙең ҡандарҙа (күңелдәрҙә) ата-бабалар рухы уяна. Тамырҙарыбыҙҙа хәтер һәм беҙ, һәр беребеҙ, уның өсөн яуаплыбыҙ. Әгәр ҙә һеҙ, бөгөн килгән ағайҙарығыҙ кеүек, ҡулығыҙға уҡ-ян тотоп, милли кейемдәрҙә майҙанға сыҡһағыҙ, үҙегеҙҙе бөтөнләй икенсе кеше итеп тоясаҡһығыҙ, сөнки бындай кейемдә был майҙанға, бәйгегә, ошо юлға сыҡҡан кеше бер ваҡытта ла насар ҡылыҡлы булмай, сөнки ул ата-бабалар һәм халҡыбыҙ, башҡорттоң киләсәге алдында яуаплы...”
“Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов йәш быуынға һәм сараны ойоштороусыларға ҙур уңыштар теләп:
– Бородино яландарында төньяҡ амурҙары тураһында киноға төшкән саҡта, усаҡ осҡондарына ҡарап, ошондай сараларҙы ойоштороу тураһында фекер йөрөткән саҡтар бар ине. Уҡ атыу буйынса милли бәйгеләрҙе тергеҙеүгә “Любизар” егеттәренең ихтыярлы булыуы ярҙам итте. Ошо йүнәлеште дөрөҫ, ышаныслы башлап ебәргән Юлай Ғәлиуллинға рәхмәтемде белдерәм. Киләсәк быуын үҙ юлдарынан барған саҡта үҙҙәренә юл күрһәткән остаз ағайҙарынан үрнәк алыр, милли йүнәлеште үҫтерер тигән өмөтөбөҙ ныҡлы, – тип билдәләне.
Ә еңеүселәр кем тип уйлайһығыҙмы? Бына улар – Учалы ҡалаһынан Лилиә Хужиәхмәтова (етәксеһе – Илдар Исхаҡов) Еңеүсе кубогына лайыҡ булды, I урында – Тамерлан Ғәлиуллин (етәксеһе –Юлай Ғәлиуллин), II урында – Ғафури районынан Сергей Петров (етәксеһе – Илдар Абыҙгилдин), III урында Учалы районынан Наил Шәмсетдинов (етәксеһе – Илдар Исхаҡов). Ишембай, Сибай ҡалаһы, Бөрйән районы уҡсылары ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә “Тамыр” телеканалы, “Любизар” хәрби-тарихи клубы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әҙерләгән дипломдар, рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәр тапшырылды. Матур башланғыс алып, һәммәһенә лә ыңғай хис-тойғо, сәм-дәрт, яҡшы кәйеф, матур, фәһемле аралашыу бүләк иткән “Уғатар” традицион уҡ атыу турниры киләсәктә лә яңы көс-ҡеүәт менән ойошторолор, моғайын. Өлкәндәрҙе шатландырыр, атанан күреп уҡ юнған рухлы, арҡалы, күркәм холоҡло, ҡыҙыҡһыныусан бәхетле егет һәм ҡыҙҙар – йәш уғатарҙар үҫһен, тип теләйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 397

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200