Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙТарихтан беҙҙе батыр халыҡ тип беләләр. Төрлө дәүерҙә йәшәгән сәсәндәребеҙ, олуғ шәхестәребеҙ төрки илдәрендә лә билдәле. Әммә олуғ шәхестәребеҙҙән үрнәк алып, бөгөн халыҡ булараҡ асылыбыҙға тоғро ҡалабыҙмы? Аңлы сәсән, аңлы батыр булыу, халыҡсанлығыбыҙ менән көслө булыу... Был бурыстарҙы нисегерәк атҡарабыҙ? Ата-бабаларҙың, тарихи батырҙарҙың рухын хөрмәтләгән халыҡ вәкиле заманының, үҙ халҡының сәсәне лә, мәргәне лә, үҙ һүҙен әйтә белгән, үҙ фекерендә тора белгән кеше булырға тейеш, тибеҙ. Ә асылда нисек һуң?

Тамырҙары менән ағастың ҡот-көсө, олоно менән ныҡлығы һәм олпатлығы, орлоҡҡа етешер сәскә-бөрөләре менән емешле булыуы билдәләнһә, халыҡтың йәшәү ҡеүәте уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенең аңлы бәйләнешендә. Бөгөн оло ҡеүәттең ил майҙанында булыуы ҡыуаныс: тәрән тарихи тамырҙарыбыҙҙы барлап, йәшәр көнөбөҙҙө ҙурлап, киләсәгебеҙҙе уйлап, илебеҙҙә үткәрелгән милли бәйгеләр – ошоға асыҡ миҫал. Европа һәм Азия ҡитғаларын берләштергән, Ирәмәл тауы, Урал йәшмәһе менән данлы йәмле Учалы ерендә үткәрелгән Ҡарас сәсән исемендәге асыҡ традицион уҡ атыу бәйгеһе лә шундай күркәм сараларҙың береһе булды.


Тарихи үткәндәребеҙҙе өйрәнеү, ил-ырыу именлеген һаҡлаған Ҡарас батырҙың исемен мәңгеләштереү, боронғо кәсеп-шөғөлдәребеҙ менән бергә халҡыбыҙҙың уҡ атыу оҫталығын камиллаштырыу, уны милли бәйге йәки милли спорт уйыны булараҡ үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тотоп ойошторолған күркәм сара үҙ шәхестәре менән ғорурланыр Учалы районы халҡы һәм һәммәбеҙ өсөн дә рухиәтле һәм әһәмиәтле. Оло бәйгенең Уральск ҡасабаһында үтеүе лә осраҡлы түгел. Бер яҡтан, ҡасаба күп халыҡты йыйырға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан, сығышы менән ошо яҡтарҙан – Наурыҙ ауылынан булған Тиләү ырыуы батыры Ҡарас сәсәнгә һәм мәргәндең эҙҙәрен һаҡлаған тарихи ерҙәргә бәйле. “Мәргән уҡсы” фестивале, Күсәрбай Аҡсулпанов исемендәге турнир, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған уҡ атыу бәйгеләре менән бер рәттән республикала дүртенсе тапҡыр ойошторолған был күркәм сара Учалы, Ғафури, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан, күрше Силәбе өлкәләренән килгән илленән ашыу бәйгесене майҙанға йыйҙы. “Мәргән уҡсы” фестиваленең маҡсатлы ниәтен бөгөн тап Учалы районы йәмәғәтселегенең күтәреп алыуы ла маҡтауға лайыҡ. Йәмәғәтселектең берҙәмлеге, халыҡтың күндәмлеге, ойоштороусыларҙың тырыш­лығы сараның күркәм һәм ойошҡанлыҡ менән үтеүенә булышлыҡ итте.
Йәмле Урал ерендә үткәрелгән милли бәйгенең, оло байрам төҫөн алып, башҡорт халыҡ йыры “Урал” менән тантаналы рәүештә асылыуы һиммәтле, сөнки тап “Урал” көйө – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы Рәйес Низаметдинов, Илһам Байбулдин һәм башҡа оҫта ҡурайсылар башҡа­рыуындағы ҡурай моңо – бәйгегә килгән һәр мәргәнде рухландырып, дәрт-ҡеүәт өҫтәгәндер, моғайын. Учалы районының “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре һәм “Ирәмәл” өлгөлө бейеү ансамблдәренең һоҡланғыс сығыштары, Ғафури районының “Батыр” хәрби-патриотик клубы егеттәре әҙерләп алып килгән көнсығыш һуғыш алымдарын сағылдырған тамаша ла бәйгеселәрҙең һәм йыйынға килгән халыҡтың күңеленә хуш килде.Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Учалы егете, Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Урал Мортазин башҡа­рыуындағы “Ҡарас сәсән” бейеүе (ҡуйыусыһы – Рәйес Низаметдинов) бер мәлгә халыҡ батыры Ҡарас сәсәндең образын күҙ алдына баҫтырырға, бәйге­селәргә оло тарихи шәхескә бағышланған мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуҙарын аңларға ярҙам итте. Ҙур ойошҡанлыҡ менән, көсөргәнешле һәм сәмле үтте ярыш. Ата-бабаларҙан тапшырылған рухи аманатты заман саҡырыуы булараҡ ҡабул итеп һәм күтәреп алған ир-егеттәр менән бергә борондан йәрҙәренә иңдәш булып, атҡа атланыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың да бәйгелә ҡатнашыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Алда үткәрелгән бәйгеләрҙән айырмалы рәүештә, был ярышта ҡатнашырға йөрьәт иткән яңы мәргәндәрҙе, ҡатнашыусы­ларҙың өҫтөндә кейеҙҙән баҫылған, тәбиғи материалдарҙан тегелгән кейем өлгөләрен, тиренән эшләнгән әйберҙәрҙе күреү, Учалы районы ауылдарынан, Өфө­нән килгән төрлө милли күргәҙмә һәм йәрминкәләрҙең ойошторолоуы халҡы­быҙҙың милли уйындары, шөғөлдәре, кәсептәре менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың артыуы хаҡында һөйләй. Баш ҡалала үткәрелгән традицион уҡ атыу бәйгелә­ренән һуң, “Мәргән уҡсы” фестиваленең маҡсатлы ниәтен тап бөгөн Учалы районы йәмәғәтселегенең күтәреп алыуы маҡтауға лайыҡ.Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Һәм бына ул мәртәбәле бәйге! Ҡатнашыусыларҙы сәмләндергән, бар майҙанды дәртләндергән сараны күрмәй ҡалһағыҙ, әйҙә, яҡыныраҡ килегеҙ. Шулай итеп, алдан билдәләнгән шарттарға ярашлы, өс өлөштә үтте был матур бәйге. Үҙҙәре тартып сығарған йәрәбә һаны буйынса, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөндә “Тиҙ атыш”, “Зыңлы кереш” һәм “Һунар” тип аталған үҙенсәлекле һынауҙарҙа үҙ мәргәнлектәрен һынаны уҡсылар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, традицион уҡ атыу буйынса үткәрелгән һәр бәйгелә ниндәйҙер яңы һынау төрө индерелә. Был юлы ул “Тиҙ атыш”тың булыуы, йәғни күпмелер ваҡыт эсендә билдәле һандағы уҡтарҙы тиҙлеккә атыу менән үҙенсәлекле булды. Мәргәнлеге менән бергә йылдамлығын да, сослоғон да һынаны уҡсылар. Әлбиттә, бәйгегә етди әҙерләнгәндәр тәғәйен сәптәрен мәрәйһеҙ ҡалдырманы, үҙ еңеүҙәренә табан тәүге иҫәптәрен билдәләне.Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Шулай итеп, ярайһы ҙур оҫталыҡты, яҡшы әҙерлекте талап иткән тәүге “Тиҙ атыш” һынауынан сәмләнеп, икенсе һынауға күсте мәргәндәр. “Зыңлы кереш”тә һәр кем ҡабул ителгән өс дүңгәләкле ябай сәпкә атыуҙа иң күп мәрәй йыйыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты, оҫталыҡтарын һынап, уҡ атыу буйынса туплаған тәжрибәләрен ғәмәлдә ҡулланды. Әлбиттә, бәйге уҡ-ян тотоп атыу ғына түгел, ә һәр бәйгесенән башҡа спорт төрөндәге кеүек һанһыҙ күнек­мәләрҙе, рухи һәм физик әҙерлекте, тәжрибә, оҫталыҡ менән бергә үҙ-үҙеңә ышанысты ла, ярышҡа көйләнеүҙе лә, бәйге рухын тойоуҙы ла талап итә. Тап ошо күп яҡлы әҙерлек һәм һынауҙы үткәндәр үҙ иҫәптәренә мәрәй туплап, мәргән булыуҙарын иҫбатлай.
Был һынауҙа иһә мәргәндәргә алдан йыйылмаған мәрәйҙәрҙе алыу мөмкинлеге булды. Ҡыҙыҡ бит, бына һиңә йәнә үҙ уңышыңды ҡулдан ысҡындырмау мөмкинлеге бирелә. Тәүәккәлләп ат та сәпкә тейҙер... Булдыра алаһың, шулай бит?.. Кинәйәләп әйткәндә, бәйгеләге сәпкә, тормоштағы сәпкә...
Алда өсөнсө һынау. Һәр бәйгесе яратып өлгөргән һынау “Һунар” булғандыр, моғайын. Әүәлдән даныбыҙҙан да, ҡаныбыҙҙан да шулай килә бит. Атта һыбай сабыу, өй-ғаилә бөтөнлөгөн хәстәрләп һунар итеү... Заманы башҡа, әммә... Милли асылыбыҙ, тәрән тамырлы рухи ҡиммәттәребеҙ заман йөҙөндә халыҡ яҙмышында, һәр кешенең тормошонда сағылыш таба аламы?..Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Һәм бына айырым төҫтәр менән билдәләнгән “Ирәмәл тауындағы” мышы, бүре, төлкө, ҡоралай кеүек төрлө йәнлектәргә, күкте айҡап осҡан ҡыйғыр ҡошҡа ла “һунар ҡылды” был юлы мәргәндәр. Билдәле алыҫлыҡтан тороп атылған уҡтар күҙ үткерлеген, тилберлекте талап итте һәм йәнә лә мәргәнлекте билдәләне. Ошо өс һынауҙан һуң бәйге шарттарына бер аҙ өҫтәмәләр индерҙе хөкөмдарҙар. Артабанғы өҫтәмә һынауҙа кейектәргә тубыҡланып торған килеш уҡ төбәне һунарсылар. Һунарсылар тиеүебеҙ ҙә урынлы ул, сөнки ана ата-бабалары оҫта һунарсы булған таныш йөҙҙәр ҙә күренә. Был үҙенсәлекле һынау ҙа сәмләндерҙе бәйгеселәрҙе. “Йылы һүҙ – йәнгә ҡеүәт” тигән халыҡ аҡылы ла буштан ғына барлыҡҡа килмәгәндер. Байрамғол спорт клубының ҙур залына йыйылған, үҙҙәрендә үткән мәртәбәле бәйгегә битараф ҡалмайынса оло ҡыҙыҡһыныу менән тамаша ҡылған халыҡ мәргәндәрҙе дәррәү алҡыштары, маҡтау һүҙҙәре менән ҡеүәтләндерҙе.Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Ҡунаҡ килһә, йортҡа йәм килә, тиҙәр. Ошо матур йыйын уңайынан бер көн алдан ҡорбан да салғайны учалылар. Бәйге һынауҙары араһында ял алып, сараға килгән һәммәһенә Уральск ҡасабаһының “Таңһылыу” мәсетендә төшкө аш та ойошторолдо. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, йола ҡушҡанса, ҡунаҡтарына оло хөрмәт йөҙө күрһәтте бәйгене ойоштороусылар. Ҙур залда уҡ атыу бәйгеһе барһа, икенсе яҡта Миндәк, Яңы Байрамғол ауылдарының дәртле инәй-апайҙары тарафынан шифалы буҙа-ҡымыҙы, үләнле самауыр сәйе, башҡа һый-ниғмәт тә, бер һүҙ менән әйткәндә, күркәм, мул табын әҙерләнгәйне. Халыҡ­тың ойошоп, үҙ-ара килешеп эш итеүҙәре күренеп тора, оло сараны үткәреүгә район хакимиәте, Учалы филармонияһы, Яңы Байрамғол ауыл Советы, мәҙәниәт һарайы, спорт мәктәбе, мәсете лә, берҙәм һәм күндәм ауыл халҡы ла йәлеп ителгән. Ошо яҡтан һәммәһен ҡыуандырҙы ла, өлгө лә күрһәтте учалылар. Халҡыбыҙҙың милли асылы, уның заманса йөҙө ялҡынлы сығыштарҙа, ҙур байрам төҫө алған бәйгене ойоштороу­сыларҙың һәр эшендә сағылды.
Ҡабул ителгәнсә, ошоғаса үткәрелгән традицион уҡ атыу бәйгеләренең йолаһы ул – “бәхәс”, йәғни билдәләнгән һынау­ҙарҙан тыш, махсус бүләк өсөн сәмле бәйге ойоштороу. Был юлы махсус бүләк – һырлап эшләнгән хәнйәр республика баҫмаларының береһе “Башҡортостан” гәзите тарафынан инселәнгәйне. Ошоға өҫтәп, еңеүсегә һәр ҡатнашыусы индергән бәхәс иғәнәһе лә тапшырылды. Шуныһы ҡыҙыҡ, был сәмле ярышта барыһы ла ҡатнашырға теләк белдерҙе, һәр мәргән ир-уҙаман 27 метр алыҫлыҡтан өсәр уҡ атып, сәпкә тейҙерергә самаланы. Был атышта иң күп мәрәй йыйып, оҫталыҡ күрһәткән өс мәргән – Ғафури районынан Илшат Хәбибуллин, Бөрйән районынан Сынбулат Юлбирҙин, Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров икенсегә һынау тотто. Һәм бына ул махсус бүләк хужаһы – Илшат Хәбибуллин атлы егет, оло мәргәндәргә һыр бирмәйсә, сәпкә тейҙерҙе. Оҫталыҡтары ла, әҙерлектәре лә бар шул ғафуриҙарҙың. Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Ул арала хөкөмдарҙар, бәйге шарттары буйынса ҡаралған өс һынауҙа йыйылған мәрәйҙәрҙе иҫәпләп, бәйгегә килгән иң мәргән ун ике уҡсыны яңынан алышҡа саҡырҙы. Мәргән тип танылған ир-егеттәр араһында гүзәл заттың – Өфө ҡалаһынан Юрматы ырыуы һылыуы Алһыу Кинйәбаеваның булыуы ҡыуаныс. Был иһә тағы бер тапҡыр халҡыбыҙҙа ил-йортто һаҡлар ир-егеттәребеҙгә яуҙа яуҙаш, терәк-иңдәш булған башҡорт ҡыҙҙарының мәргәнлеге, саялығы тураһында һөйләй.
Бына төп бәйгенең икенсе өлөшө. Билдәләнгән алыҫлыҡтан тороп өсәр уғын сәпкә атҡан ун ике мәргән араһында көсөргәнешле ярыш барҙы. Учалы ерен данлаған, халыҡ һанлаған Ҡобағош сәсәндең ейәне, XVIII быуаттың билдәле шәхесе, мәргән уҡсы Ҡарас сәсән хөрмәтенә ойошторолған был бәйгенең еңеүсеһе кем булыр? Майҙандағылар мәргәндәрҙе ҡеүәтләп, берсә тын ҡалып, сәптәрҙән күҙ ысҡындырмай, һынау һөҙөмтәләрен көтә. Һәм бына мәргән­дәрҙең-мәргәне тип танылған өс бәйгесе яңынан һынау тотто. Тулҡынландырғыс мәл... Ярыш һөҙөмтәләре буйынса тәүге өс һынауҙы уңышлы үтеп, һуңғы һынауҙарҙа тилберлек, сослоҡ, йәнә ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, үткән уҡ атыу ярыштарында ла үҙ исемен танытып өлгөргән мәргәндәр майҙан түрендә. Ғаиләләре менән уҡсы булараҡ танылған, “Мәргән уҡсы” фестивалендә еңгән Хөрмәт Таһировтың ҡустыһы, Сибай ҡалаһынан килгән мәргән Рөстәм Таһиров III урынды алһа, һунарсылар нәҫеленән ағалы-ҡустылы бөрйәндәр – ғинуар айында үткән “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған традицион уҡ атыу бәйгеһендә II урынды яулаған Сынбулат Юлбирҙин – II урында. Ошо уҡ бәйгелә еңеүсе булған, ҡаланың “Ирәмәл” каратэ клубында үҫмерҙәргә дәрестәр биреүсе, традицион уҡ атыу менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған Учалы егете Руслан Әхмәҙиев I урынға сыҡты. Мәргәндәр өсөн әҙерләнгән бүләктәр ҙә тос ҡына, еңеүселәр 10 мең һум, 6 мең һум, 4 мең һум күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнде. Афарин! Учалы ерендә үткәрелгән был мәртәбәле бәйгелә мәргәнлегегеҙҙе лайыҡлы яҡланығыҙ. Бәйгелә ҡатнашыусыларға шулай уҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Мосолмандар Диниә назаратының йәштәр бүлеге, Республика халыҡ ижады йорто, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы, Учалы филармонияһы, райондың “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Һәйтәк ауылынан Шаһиевтар, Сибай ҡалаһынан Юлиә һәм Айбулат Уразбахтиндар әҙерләгән махсус бүләктәр ҙә тапшырылды.
Тәбиғәттең йоҡонан уяныр мәлендә рухи тамырҙарҙан көс алып, йәшәйе­шебеҙгә ҡеүәт өҫтәп, киләсәккә аңлы оран ташлап, Ҡарас сәсән ейәндәренең мәргән уҡтары илде туплаған данлыҡлы Учалы ерендә Урал киңлектәрен иңләне. Оло йыйын төҫөн алған күркәм бәйге һәммәһенә рух-дәрт, киләһе бәйгеләргә көс-ҡеүәт бирҙе. Ил булып күтәрелгән бәйгеселәр менән бергә халыҡтың берҙәм һәм дәррәү тотонған эше берәгәйле булды, ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән йәмле Учалы ере лә заман һулышында халҡыбыҙ булмышын тейешле кимәлдә күрһәтә алды. Ҡарас сәсән рухын ҡыуандырған бар халыҡтың, сәмле мәргәндәрҙең дә, дәртле ойоштороусыларҙың да ҡуйған маҡсат­тары тормошҡа ашҡандыр, моғайын. Тап бөгөн Ҡарас сәсән исемендәге асыҡ традицион уҡ атыу бәйгеһенең үткәрелеүе республикабыҙҙа һуңғы бер йылда күтәрелә башлаған милли уйындарға, халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәренә иғтибар­ҙы йүнәлтеп, республика һәм ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе яңы еңеүҙәргә сәмләндерҙе. Ҡуйылған маҡсаттар ­­– илгә ҡеүәт. Берҙәмлек һәм мәргәнлек көсө менән уңышлы булып ниәткә ашҡан маҡсатлы был эштең дауамын йәйгеһен Учалы районының Наурыҙ ауылы янында үтәсәк “Мәргән уҡсы” республика фестивалендә күрергә яҙһын.
13 – 16 июлдә Учалы районының Наурыҙ ауылы янында “Ай, Уралым” этнофестиваленә ярашлы “Мәргән уҡсы” республика асыҡ фестивален үткәреү күҙаллана. Сара Башҡортостандың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән, Калининград, Омск ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Төркиә, Литва, Польша илдәренән ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Республика фестивалендә ҡатнашырға теләүсе Башҡортостан халҡын йәмле Учалы ере оло йыйында көтә.Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ
Ер йөҙөндәге һәр халыҡ, һәр ҡәүем үҙенең тарихи тамырҙарын барлай, ошо тамырҙары менән көслө лә улар. Был йәһәттән тамырҙарыбыҙ тәрәндә, уларҙан көс алып, алға ҡарап атларға, заман йөҙөндә милли йөҙөбөҙҙө һаҡларға бурыслыбыҙ. Бөгөн үҙебеҙҙең үрнәк алырлыҡ батыр, илһөйәр шәхестәребеҙҙе данлап күтәрә алһаҡ, халҡыбыҙ өсөн мәртәбә һәм ҡеүәт буласаҡ. Кинәйәләп әйткәндә, бөгөнгө заман талабы – ул мәргәнлек. Ошо хәҡиҡәтте ҡабул итеп алһаҡ ине, милләттәштәр.
Рәйес НИЗАМЕТДИНОВ, Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең ҡуйыусы-режиссеры, Ҡарас сәсән исемендәге асыҡ традицион уҡ атыу бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе:
– Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр. Учалы районында ла ошо бәйгене ойошторор мәл еткәндер, күрәһең. Бөтә нәмә бик ыңғай килде. Былтыр йәй егеттәр менән кәңәшләшеп, “Мәргән уҡсы” фестивалендә ҡатнашыу өсөн район хакимиәте ярҙамында дүрт ян һәм уҡ-һаҙаҡ һатып алдыҡ. Ниәт булғас, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Учалынан дүрт егетебеҙҙе район һәм республика һабантуйына сығарҙыҡ, артабан республика фестивалендә, Өфөлә уҡ атыу бәйгеләрендә ҡатнаштыҡ.
Егеттәребеҙ урындарҙа йә үҙ аҡсаһына, йә ярҙамдан файҙаланып үҙ түңәрәктәрен асты. Бөгөн Учалы районынан традицион уҡ атыу менән ун бишләп кеше шөғөлләнә. Быға тиклем районда балалар араһында Зәйнулла ишан Рәсүлевкә бағышлап район уҡсылар турниры уҙғарҙыҡ. Бөгөн иһә тотош ил мәргәндәрен йыйып, матур йыйын ҡорҙоҡ тип уйлайым.
Беҙҙең районда халыҡ, ысынлап та, халҡыбыҙҙың милли шөғөлдәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Маҡсат ҡуйһаң, эш алға бара ул. Ойоштороу тураһында һүҙ сыҡҡас, Учалы районы хакимиәте лә күтәреп алды, мәҙәниәт бүлеге, башҡорт ҡоролтайы, Учалы телевидениеһы, “Яйыҡ”, “Учалинская газета” баҫмалары, “Аҡбуҙат” ижад йорто, Яңы Байрамғол ауылы хакимиәте, райондың “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе, Мосолмандар Диниә назаратының йәштәр бүлеге, “Башҡортостан” гәзите ҡушылды, ҡайҙа, ярҙам итәйек, тип килгән кешеләр ҙә күп булды. Бөгөнгө сара йәй үтәсәк “Мәргән уҡсы” фестиваленә әҙерлек булғандыр, тип уйлайым. Шуныһы ҡыуаныс, район хакимиәте лә, башҡа йәмәғәтселек тә ярҙам күрһәтте, рәхмәт уларға.
Юлай ҒӘЛИУЛЛИН, “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” республика йәмәғәт ойошмаһы (хәрби-тарихи клубы) етәксеһе урынбаҫары, Республика халыҡ ижады үҙәгенең традицион (халыҡ) уйындары буйынса әйҙәүсе белгесе:
– Учалылар “Мәргән уҡсы” фестивале хәрәкәтен дәррәү күтәреп алды. Яҡшы ойошторолдо сара. Учалы егеттәре райондарында ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара, афарин. Мәргәндәрҙең оҫталығына килгәндә, күренеп тора, бәйгеләрҙә ҡатнашып тәжрибә туплаусылар, үткән бәйгеләрҙә үҙ оҫталыҡтарын күрһәткән көслө мәргәндәр бар. Мәҫәлән, Бөрйән, Учалы, Ғафури мәргәндәре даими шөғөлләнеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Киләһе бәйгеләргә төп талап – тағы ла яҡшыраҡ әҙерлек. Ә уңышҡа өлгәшеү өсөн күнекмәләрҙә даими шөғөлләнергә, оҫталыҡ килһен өсөн күберәк атырға кәрәк. Атыш бармаһа, үҫеш тә булмай. Һәр эштә яҡшы һөҙөмтә өсөн тырышырға кәрәк. Йылдамыраҡ булырға, маҡсатҡа ынтылырға тигән уй булһын ине һәр кемдә.
Киләһе бәйгеләрҙә милли кейемгә баҫым яһаясаҡбыҙ, сөнки ошо йәһәттән алға китеш юҡ. Барыр әле сәхнә кейеме, тип кенә ҡарарға ярамай, сөнки традицион уҡ атыу бәйгеһе, милли йыйыныбыҙ булараҡ, уның талаптарына ярашлы булырға тейеш. Мәҫәлән, быйыл Литва уҡсыһы Томас Поциюс үҙҙәрендә үтәсәк бәйгегә саҡыра. Мәргәндәребеҙ бар, әммә ҡапыл ғына кешене алып барам тиһәң, уйланаһың, сөнки кейем мәсьәләһендә бәйге талаптарына ярашлы әҙерләнгән кешеләр юҡ. Республика бәйгеләренән тыш, халыҡ-ара бәйгеләр бар, унда мәргәнлек менән бергә, сәхнә кейемен түгел, ә тарихи милли кейемебеҙҙе, милли йөҙөбөҙҙө күрһәтергә бурыслыбыҙ. Ошо йәһәттән беҙгә бәйге талаптарына етди ҡарарға кәрәк. Милли кейем ул сәхнә костюмы йә стилләшкән кейем түгел. Ә халыҡ-ара кимәлдәге милли бәйгеләрҙә талаптар юғары. Уҡ атыу менән бергә һин, үҙ илеңдең вәкиле булараҡ, уның милли йөҙөн күрһәтергә һәм тарихи ысынбарлыҡта халҡыңдың милли кейем талаптарына тап килеүен раҫларға бурыслыһың. Иҫбатлай алмаһаң, бәйгелә ҡатнашыуҙан фәтүә юҡ, сөнки миллилек – ул халыҡтың йөҙөн билдәләүсе дөйөм күрһәткес.
Бөгөн “алма беш, ауыҙыма төш” тип көтөп ятыр заман түгел. Һәр райондың башлап, янып йөрөгән кешеләре булырға тейеш. Киләсәктә учалылар менән бергә аҫаба башҡорттарыбыҙ йәшәгән көньяҡ һәм төньяҡ райондарҙың ошондай бәйге­ләрҙе ойошторорлоҡ әүҙем кешеләрен, милли шөғөлдәребеҙгә ҡыҙыҡһыныуы булған мәргәндәрен күрергә ине. Мөмкин­лек барҙа, һәр районға сығып уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли кейем буйынса семинарҙар, бәйгеләр ойошто­рорға, уҡ-ян һайлау һәм һатып алыу йәһәтенән кәңәш бирергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Ә йәй үтәсәк фес­тивалдең төп үҙенсәлектәренең береһе – һыбай уҡ атыуҙа һынау буласаҡ. Теләк-тәжрибәгеҙ һәм күңелегеҙҙә эйәрле-йүгәнле ат бар икән, әйҙәгеҙ, мөмкин­лектәрегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостан сәсәндәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары:
– “Мәргән уҡсы” йүнәлеше беҙҙә бер йыл элек кенә башланды. Унан алда “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” (хәрби-тарихи клубы) ағзалары Юлай Ғәлиуллин, Рафаэль Амантаев атлы егеттәребеҙ уҡсы булараҡ донъя кимәлендәге чемпионаттарҙа ҡатнашып ҡайтты. Ошонан һуң былтыр традицион уҡ атыу буйынса Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында һәм Өфө ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙоҡ һәм йәй Ғафури районында Уҡлыҡая янында “Мәргән уҡсы” республика асыҡ фестивален үткәрҙек. Был байрамда Омскиҙан, Калининградтан, Литванан, Ҡытайҙан ҡатнашыусыларҙың булыуы, Германия, Төркиә башҡорттарының килеүе ҙур мәртәбә өҫтәне. Бер-бер артлы Өфө ҡалаһында Күсәрбай Аҡсулпанов исемендәге турнир, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллығына арналған бәйге һәм бына Учалы районында Ҡарас сәсән исемендәге бәйгеләр үтте. Бынан тыш, быйыл Ишембай районында семинарҙар уҙғарҙыҡ. Шуға ла Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелгән “Мәргән уҡсы” фестивале маҡсатлы йүнәлешен тота, фестивалдең үҙ йөҙө бар.
Был бәйгенең Ҡарас сәсән хөрмәтенә үткәрелеүе лә әһәмиәтле. Тарихтан беҙҙе батыр халыҡ тип беләләр, төрлө дәүерҙә йәшәгән сәсәндәребеҙ, олуғ шәхестәребеҙ төрки илдәрендә лә билдәле. Олуғ шәхестәребеҙҙән үрнәк алып, бөгөн халыҡ булараҡ бурысыбыҙ – аңлы сәсән, аңлы батыр булыу, халыҡсанлығыбыҙ менән көслө булыу. Ата-бабаларҙың, тарихи батырҙарҙың рухын хөрмәтләгән халыҡ вәкиле заманының, үҙ халҡының сәсәне лә, мәргәне лә, үҙ һүҙен әйтә белгән, үҙ фекерендә тора белгән кеше булырға тейеш.
Традицион уҡ атыу буйынса ойошто­ролған бәйгеләр халҡыбыҙ өсөн яҡын. Ул беҙҙең фәлсәфәүи ҡараштарға, булмышыбыҙға, йәшәйешебеҙгә тап килгән оло йыйын, сөнки уҡ атыу – беҙҙең халыҡтың боронғо шөғөлдәренең береһе, ул беҙҙең ҡанда бар. Һәләтле кеше һәр яҡтан да һәләтле тигән әйтем бар. Уҡ атыу бәйгеһе менән ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер арта. Күп яҡлы талант эйәләре үҙҙәрен ошонда аса. Ир-егеттәрҙең дәрәжәһен күтәрә торған йыйын да был. Ниндәй һөнәр кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, бөтә кешене, халыҡты берләштерә торған матур сара, тип әйтер инем.
Бөгөн байрамдың Учалы ерендә үтеүе лә юҡҡа ғына түгел, сөнки ошо ерҙә билдәле сәсәндәребеҙ, батырҙарыбыҙ тыуған. Ҡарас сәсән дә илен һаҡлаған батырҙарҙың береһе. Ошо яҡтан ҡарағанда, беҙ үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе һәм милли шөғөлдәребеҙҙе күтәрәбеҙ, милли уйындарҙы пропагандалау менән бергә сәсәндәребеҙҙе лә хөрмәтләйбеҙ. Үҫеп килгән быуын, йәштәр үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән ваҡытта дөрөҫ тәрбиәүи йүнәлеш биреүсе шөғөл табыу бик мөһим. Был сараға ла олоно оло, кесене кесе итә белеү тигән аҡыл һалынған, шулай уҡ милли кейемдәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ошондай бәйгеләрҙә өйрәнергә мөмкин. Йыйындарҙа бергәләп аралашабыҙ, фекер уртаҡлашабыҙ, йәштәребеҙ бер-береһе менән таныша.
Йәнә лә “Мәргән уҡсы”ның төп маҡсаттарының береһе – ул милли кейемде тергеҙеү. Аш-һыу, шөғөлдәребеҙ, милли мәҙәниәтебеҙ ҙә ошо бәйгелә сағылыш таба. Халҡыбыҙ бәйгегә төрлө күргәҙмәләр ойоштороп, үҙ тауарын тәҡдим итә ала. Бөтә милли йүнәлештәр ошо бәйгеләрҙә күренә. Шул яғы менән бик әһәмиәтле һәм кәрәкле ул традицион уҡ атыу ярыштары.


Ҡарас сәсән – XVIII быуаттың урталарында йәшәгән тиләү ырыуы батыры. Cығышы менән хәҙерге Учалы районының Наурыҙ ауылынан. Атаһы Ҡушкилдегә, олатаһы Ҡобағош сәсәнгә оҡшап, уҡтан мәргән атҡан, һүҙ йомоп һөйләү һәләтенә эйә булған. “Ҡарас һәм Аҡша” эпосында, “Ҡарас һәм Ҡараһаҡал” риүәйәтендә Ҡарас сәсән ҡыйыу хәрби етәксе һәм ырыу башлығы булараҡ һүрәтләнә. Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Ҡарас сәсән башҡорт ерҙәренә барымтаға килгән ҡаҙаҡ батыры Аҡшаға ҡаршы сыға һәм етеҙ уғы менән Аҡша батырҙы атып йыға. Малдарын һалдырып алып, Аҡшаны батырҙар йолаһы буйынса хөрмәтләп күмеп ҡайтып китә. Учалы районының Наурыҙ ауылы янындағы Аҡша (Аҡса) яланы ошо ваҡиғаларға бәйле тарихи эҙҙәрҙе һаҡлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 934

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 398

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 425

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200