Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Еңеүҙәребеҙ һеҙҙе рухландырһын, олимпиадасылар!”
“Еңеүҙәребеҙ һеҙҙе рухландырһын,  олимпиадасылар!” ...Тәүге мәрәй бөтә уйынды хәл итә, тиҙәр. Был хәҡиҡәткә, күрәһең, йәш спортсылар ҙа яҡшы төшөнә, һәр хәлдә, малайҙар ҡапҡаларға табан килгән тупты бөтә көсөнә кире ҡағып торҙо. Уның ҡарауы, көйәрмәндәр рәтендә лә “тыныслыҡ” хөкөм һөрҙө тимәҫһең. “Тип әйҙә!”, “Бирешмәгеҙ!” тигән орандар урманды яңғыратты. Бына шундай дәртләндергес ауаздарға күмелде, ҡыҙыу уйындарға шаһит булды Стәрлетамаҡ районы “Башаҡ” балаларҙы һауыҡтырыу лагеры спорт фестивалендә.
Ошо уҡ ваҡытта был ерҙән бер нисә мең саҡрым алыҫлыҡтағы Рио-де-Жанейрола ла уйындарҙың ҡыҙған мәле – спортсылар сираттағы Олимпиадала көс һынаша. “Башаҡ”тағы уйындар иһә Рәсәй командаһының уңышына бағышланды.
– Билдәле сәбәптәр арҡаһында беҙҙең командаға сығыш яһауы икеләтә ауыр, әммә көслө спортсыларыбыҙҙы, сәбәп табып, уйындарҙан нисек кенә ситләтергә маташмаһындар, мәрәйҙәребеҙ арта, һеҙ ҙә чемпион ағай-апайҙарығыҙ кеүек көслө рухлы булып ҡалығыҙ, – тигән теләктәр еткерҙе йәш быуынға район советы рәйесе Миҙхәт Мусаҡаев.
– Сәләмәт булыр өсөн спортты яратығыҙ, ә беҙ бының өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышырбыҙ, – тип өҫтәне Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Ибәтуллина.
Изге теләктәргә спортсылар яуап итеп: “Еңеүҙәребеҙ һеҙҙе рухландырһын, олимпиадасылар!” тигән оран яңғыратты. Был оран, әйтерһең дә, бая телгә алған урман, йылғалар, тауҙар, ел аша таралып, Рио-де-Жанейроға ла барып етте һәм рухландырҙы. Спортсыларыбыҙҙың бер-бер артлы уңыштарын күреп ҡыуанабыҙ!
Фестиваль көндәлегенә күҙ һалғанда, алты команда ике төркөмгә бүленеп, футбол, волейбол, пионербол уйнаны, арҡан тартышты, гер күтәрҙе, йөҙөп көс һынашты. Айырыуса иғтибар футболға йүнәлтелде, район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты билдәләүенсә, бөгөнгө туп тибеүселәр араһынан иң-иңдәр Стәрлетамаҡта малайҙар араһындағы футбол буйынса Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашыу өсөн йыйылма команданы тәшкил итәсәк.
Мәрәйҙәр, урындар нисектер, әммә йәш спортсылар уйындарҙан ҡәнәғәт ҡалды, күңелдәрендә физик культураға, хәрәкәткә ҡарата һөйөү йәнә үҫеп китте һымаҡ һәм, кем белә, бәлки, улар араһында алдағы Олимпиада уйындары чемпиондары ла барҙыр. Уныһы инде малайҙарҙың үҙҙәренән тора, сөнки йөҙөп көс һынашты тигәс, күптәр ҙур йылғаны күҙ алдына килтергәндер, әммә балалар был йәһәттән кинәнесте лагерҙың бассейнында тапты. Эйе, бына шундай һәйбәт шарттарҙа сәләмәтлеген нығыта балалар. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге хәбәр итеүенсә, районда балаларҙың ялы буйынса әүҙем эш алып барыла, уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештәге лагерҙар эшләй. Әлеге “Башаҡ”та ғына ла быйыл 400 уҡыусы һаулығын нығыта.
Рәсәйҙә олимпиадаларға әҙерләү өсөн махсус мәктәптәр булдырылған, етди остаздар тупланған. Әммә ул мәктәптәргә эләгеү өсөн буласаҡ чемпион үҙен башта ошондай фестивалдәрҙә күрһәтергә тейеш. Беренсе мәрәй һымаҡ быныһы ла хәҡиҡәт!










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 753

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069