Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡмар буйындағы мөғжизә
Ҡайҙалыр сит илгә бара алмаһаң йәки диңгеҙҙә һыу инергә тура килмәһә, һис тә бошонма, әйҙә, йәмле Һаҡмар буйына кил һин! Рәхәтләнеп һыу ҙа инерһең, ожмах урынына тиң урындарҙы күреп, күңелең ҡанатланыр, саф һауа һулап тын юлдарың иркенәйер, йәшел сиҙәмдә яланаяҡ йөрөп шифа алырһың, ҡайын утынынан яғылған мунсала хуш еҫтәр бөркөп торған миндек менән сабынып, талғын ғына аҡҡан Һаҡмарға сумып, бер нисә йылға йәшәреп киткәндәй тойорһоң үҙеңде. Ә инде самауыр сәйе эсеп, рәхәтләнеп аҡ тирмәлә ял итеп алһаң, бар арыу-талыуҙарың бөтөр, кисен махсус усаҡ өсөн ҡулайлаштырылған урында ут осҡондарына ҡарап, гитара сиртеп, күңелле йырҙар тыңлағанда, бала саҡ, йәшлек йылдарына йәнә бер урап ҡайтҡандай булырһың...

Бындай мөғжизәле урын ҡайҙа тиһегеҙме?! Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылы янында урынлашҡан ул. Ғәфүрйән Яратҡолов тигән ир-уҙаман ял итеүселәр өсөн махсус урын эшләгән. Барыһы ла ҡыҙы Гөлиәнән башланған. Бер мәл уның кинйә ҡыҙы Гөлиә ғәрәп илдәренә сәйәхәт ҡылып ҡайтҡан. Сит ер халҡының туристарҙы нисек ҡабул итеүе, ниндәй юлдар аша табыш алыуы хаҡында хәбәрҙар булғас, “бындай ысулдарҙы беҙҙә лә ҡулланырға була бит” тигән уртаҡ фекергә килә Яратҡоловтар. Һөҙөмтәлә агротуризм йүнәлешендә эш башларға ҡарар итәләр. Һаҡмарҙың борғоланып аҡҡан ерендә ял итеүселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтары булған йорттар, беседкалар, йәйге мунсалар, шашлыҡ бешереү урындары әҙерләүҙе күҙ уңында тота улар. Тәүҙә ошо урынды ҡуртымға алыу өсөн документтар юллау байтаҡ ваҡытҡа һуҙыла. Йәшермәйек, “ял итеү өсөн ҡағыҙҙар менән булышҡаныбыҙ юҡ”, – тигән һылтау менән тиҙерәк үҙ эшен асырға ынтылған кешегә күп осраҡта боролоп ҡайтырға ла тура килә, әммә алдына алған маҡсатына өлгәшә ул.
Өс йылға ғына ҡуртымға бирелһә лә, тәүәккәлләп, ташландыҡ урынды таҙартырға тотона: йылғаның үлән баҫҡан урындарын саба, уның ярын сүп-сарҙан таҙарта, Һаҡмарҙа һыу инеү өсөн махсус баҫма, сумыу урыны эшләй, йылға ярында йәйге мунса төҙөй, балалар өсөн уйын майҙансығы булдыра, тирмә ултырта. Шулай уҡ ял итеүселәрҙең теләге буйынса палатка, кәмә тәҡдим ителә. Экологик яҡтан таҙа милли ризыҡтар – ҡорот, ҡаймаҡ, мейестә бешкән икмәк, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ, хатта итте лә хужаларҙан һатып алырға мөмкин. Күберәк мөғжизәле урынға сит өлкә туристары –Ырымбурҙан киләләр. Орск, Гай ҡалаларынан ғаиләләре менән ял итергә теләүселәр күп. Юбилей тантаналары, туйҙар булһынмы, осрашыуҙармы, тәбиғәт ҡосағында үткәреүселәр көндән-көн арта бара, ти Ғәфүрйән ағай. Йөҙгә яҡын кешене ҡабул итергә әҙер бөгөн Һаҡмар буйындағы ял урыны.
– Беҙҙең халыҡ йәй ял итергә өйрәнмәгән. Хәйер, эштән дә бушай алмайҙыр. Күберәк ырымбурҙар килә, ситтәргә тәбиғәт ни ҙә изге урын ни... Улар рәхәтләнеп ял итһә, Һаҡмарға сумып кинәнһә, балыҡ тотоп ҡыуанһа – булды. Арттарынан иһә тауҙай сүп-сар ҡала, хәҙер уларҙы бер урынға йыйып ултыртырға күнегә башланылар. Пландарға килгәндә, улар күп. Киләсәктә ял урынын йыл әйләнәһенә ойошторорға уй бар, ул сағында эш табышлы булыр ине. Бер нисә ай эсендә сығымдар ҙа тулыһынса ҡапланмай, Һаҡмарға ыуылдырыҡтар ебәреп, балыҡ үрсетеү; эргәләге Оҙонғол тауын да ҡуртымға алып, унда ҡыш ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу; алты гектарлыҡ ергә емеш-еләк ултыртыу; ҡымыҙ бешеп һатыу һәм башҡа эштәрҙе юлға һалыу ине ниәт, – ти эшҡыуар.
Күптәр ауыл ерендә туризмды үҫтереп буламы тип баш ватҡанда, заман менән бергә атлаған Ғәфүрйән Яратҡолов кеүек уңғандар уны бойомға ашырып та ҡуйған.Тик ял итеүселәр күберәк булғанда ғына, тармаҡ алға китәсәк һәм сәскә атасаҡ. Иң мөһиме – шарттар бар, уны башлаусылар табылған. Ә инде туристарҙы йәлеп итеү, уларҙың ағымын йәмле Һаҡмар буйына бороу хужаларҙың үҙҙәренә бәйле.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 423

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 225

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069