Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау артында ниҙәр бар?..
Тау артында ниҙәр бар?..Инеш урынына: ошоғаса cәйәхәттәр тураһында яҙған булманы. Минеңсә, поход юлъяҙмалары ҡағыҙ бите сиктәрен үҙ итмәй, уларҙың форматы – тау-урман, төнгө күктәге йондоҙҙар, усаҡта ҡайнаған сәй һәм ярһыу кисерештәр менән тыныс, тәрән тойғолар... Төрлө тәьҫораттар һәм хистәр мөлдөрәмә тулы күңелдәрҙе сайпылтҡан ваҡыт, ҡала ығы-зығыһынан, эреле-ваҡлы мәшәҡәттәрҙән арынып, үҙ-үҙең менән аралашып алыр мәл... Ә нимә яҙырға һуң? Күргән матурлыҡты, хозурлыҡты нисек кенә тасуирлаһам да, улар тыуҙырған хис-тойғоларҙы еткерә алмаҫмын. Уларҙы үҙ күҙең менән күреү мөһим. Әммә яҙмай ҙа булмай, шуға үҙемдә батырлыҡ табып, һеҙгә улар тыуҙырған тәьҫораттарҙы еткерергә тырышырмын.

Тик мәҡәләмде сәйәхәттең техник өлөшөнән – ойоштороу мәшәҡәттәренән, маршрутты билдәләү, кейем-һалым, кәрәк-яраҡты әҙерләүҙән башлап китеүемә берегеҙ ҙә ҡаршы булмаҫ тип ышанам. Шулай итеп, хәйерле сәғәттә!

Әҙерлек

Ни өсөн Нәре һырты? Уйланыуҙар ебен тағатып ҡараһаң, бына нисек килеп сыға: октябрь аҙағында Азамат ағай, Артур, Эдуард һәм Юлдаш Нәре һыртына Белорет районы яғынан бер ынтылып ҡаранылар ҙа... Тик ул яҡтарҙа ҡар тәрән булыпу сәбәпле, маҡсат иткән Кәзебилгә барып етә алманылар. Әммә уларҙың күңелендә өмөтһөҙлөк түгел, киреһенсә, сәм һәм еңмешлек уянды. Шулай уҡ ҡыш көнө Силәбелә үткән, “Осҡон” видеояҙмалар ярышынан ҡайтып килгәндә Азамат ағайҙың башында бөтөнләй амбициоз фекер тыуған: Ҡатау-Ивановск аша Нәре һырты буйлап Инйәргә сығып, М5 менән Белорет трассаһын “тоташтырыу”.
Маршрут һайланғас, уны өйрәнә башланыҡ. Беренсенән, Нәре һырты тураһында мәғлүмәт туплау: мәҡәләләр, очерктар, фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар буйынса өйрәнеү, ул ерҙәрҙең тулыраҡ картаһын эҙләү. Эштәр ыңғай барҙы һәм бер-ике айҙан бөтә булған мәғлүмәтте анализлау һәм системалаштырыу ваҡыты ла килеп етте. Һөҙөмтәлә – траверс рәүештә (тау буйлап юғарыға үрмәләмәй, йә кире аҫҡа төшмәй, бер бейеклектә барыу) Нәре һыртын бер тәүлектә үткән әҙәм барлығын асыҡлағас, беҙҙең кәйеф күтәрелде, билдәләнгән маршрутты ике-өс тәүлектә үтербеҙ тигән өмөт тыуҙы. Юлыбыҙҙа таш йылғалар, һаҙлыҡ, йығылған ағастар, шишмәләр күп булыры көн кеүек асыҡ ине. Шуға күрә яҡшы, ышаныслы аяҡ кейеменән башлап, өҫкө кейем, рюкзактар тикшерелде, юлға нимә һәм уларға нимә һалып алыуыбыҙға етди ҡараныҡ. Команда составы ла бер нисә тапҡыр үҙгәреш кисерҙе. Иң уңайлыһы – ете кеше, тип билдәләнек. Теләүселәр күп булыу сәбәпле туғыҙ кешелек итергә уй бар ине, тик, барыбер, әлеге һан уйланғанса етегә ҡалды. Күрәһең, шулай тәғәйенләнгән.
Алда торған сәйәхәткә кейем әҙерләү февраль айында уҡ башланды. Яраҡлаштырылған аяҡ һәм өҫ кейеме, яңы рюкзактар ҡарап, һатып ала башланыҡ. Ваҡыт үтте. Ҡыш тиҙ арала яҙ менән алышынды, ҡояш ерҙе ҡыҙҙыра башланы, ҡар ирене... Донъя үҙгәрештәр кисерҙе, тик походҡа барыусылар өсөн генә бының бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ ине. Баштарыбыҙҙа бер уй: 21 май килеп етһен дә, юлға... Тиҙерәк сәйәхәткә! Тиҙерәк… Май айы етеү менән беҙҙең әҙерләнеү яңы һулыш алды: бер нисә тапҡыр тулы команда менән осрашып, һәр ағзаның ниндәй бурыстар үтәйәсәген асыҡланыҡ.
Оҙаҡ көттөрмәй 20 май килеп тә етте, беҙ бергәләп магазинға барып аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ та, һәр кем үҙ рюкзагына нимә һалып алырға тейеш тип бүлештек. “Ярай, хуш, барығыҙ ҙа йоҡо туйҙырырға тырышығыҙ, иртәгә юлға, таңғы биштә осрашабыҙ”, – тип таралыштыҡ. Хәҙер инде һәр кемебеҙ ҡайтып, үҙ рюкзагын тултыра: кейем, аҙыҡ-түлек, йоҡо ҡапсығы (был осраҡта “йоҡо ҡапсығы” – мыҫҡыллау һүҙе түгел, ә “спальный мешок”тың тәржемәһе), портатив газ плиталары менән баллондары, палатка һалып алырға тейеш. Был эшкә ижади ҡараш менән ҡарау мөһим, сөнки дөрөҫ тултырылмаған рюкзак ¬¬¬- ауыртҡан арҡа, ышҡылған аяҡ һәм, иң мөһиме, тынды быуып, хәлде тиҙ бөтөрөүсе сәбәп.

Беренсе көн

Иртәнге ҡояш нурҙары менән уяндым. Тороп, тағы бер ҡабат рюзакты тикшерҙем дә өҫтәл артында ултырҙым. Ул тиклем теләк булмаһа ла, күберәк ашарға тырыштым, сөнки бараһы юл еңел түгел икәнен аңлай инем. Үҙем өйҙә ултырам, әммә уйҙар күптән был ҡаланан сығып киткән, улар инде хәҙер тауҙарҙа йөрөй, ундағы күренештәргә һоҡлана. Ҡапыл әсәйемдең: “Сәй эсәһеңме?” – тигән һорауы мине кире ысын тормошҡа ҡайтарҙы.
¬- Эйе, эсәм, ҡатыраҡ яһа әле, зинһар, - тинем дә, тағы берәй нәмә онотмағанмынмы икән, тип, алған әйберҙәрҙе баштан үткәрҙем. Әһә! Фонарикты төнгә ҡарай көс йыйырға ҡуйғайным, шуны һалып алмағанмын, онотмаҫ кәрәк! Башҡаһы теүәлдер, тип, үҙемде тынысландырҙым.
Йыйылырға килешкән урынға еткәндә, башҡаларҙы күрҙем. Азамат ағай, Эдуард, Фәнүр, Юлдаш, Фидан тупһа янында һөйләшеп тора, бөтәһе лә әҙер, махсус кейем кейгән. Ә рюкзактар – яндарында, бер урынға өйөлгән. Беҙҙе Үрге Ҡатау (Верхний Катав) ауылына тиклем алып барасаҡ шофер ағай ҙа бында. Тик кемдер етмәгән кеүек. Ә Артур ҡайҙа һуң? Күрәһең, әле килмәгән.
Барыһы менән сәләмләшкәндән һуң, Артур тураһында һораштым. “Ул ниңәлер телефонын алмай,” – тинеләр... Баштан шул ваҡытта: “Йоҡлап ҡалдымы? Әллә телефоны “үлгән”ме икән?” - тигән уйҙар йүгерҙе. Һәр ваҡыт, бер ҡайҙа ла һуңламай торған егеттең булмауы мине әҙерәк борсоно...
Шулай ҙа беҙ табып алдыҡ Артурҙы. Ул телефонын иртән үк һүндереп ҡуйған. Шуға беҙ өйө алдына ҡаршы алырға барғанда, ул беҙ осраша торған урынға киткән булған. Шулай итеп, сәйәхәтебеҙҙең беренсе көнө күңелле башланды. Ярты сәғәт тирәһе ҡала буйлап бер-беребеҙҙе эҙләнек.
Иртәнге мажаралар бөткәс, юлға сыҡтыҡ. “Имен-аман йөрөп ҡайтырға яҙһын”, – тип Алланан үтендек, белгән доға-аяттарҙы уҡыныҡ. Һәм башланды беҙҙең сәйәхәт...
Өфөнән сығып киттек. Кемдер йоҡо туйҙыра, кемдер уйға батҡан, ҡалғандар буласаҡ сәйәхәт тураһында һөйләшә. Мин көс йыйып алырға булдым, күҙҙәр йомолдо...
Ҡатау-Ивановск ҡалаһын үтеп барғанда ғына уяндым. Ҡояш күптән юғарынан ныҡ итеп ҡыҙҙыра, тыштағы һауа торошо ла, ҡай бер ваҡыт болоттар күренеүе лә поход өсөн иң шәп шарттар ине. Ҡала янындағы бензозаправкала туҡтап алдыҡ та, Үрге Ҡатау ауылына юл тоттоҡ. Унда беҙҙе Көньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. “Газель” автобусынан ике “Уазик”ка күсеп ултырҙыҡ, сөнки киләһе ун саҡрымға яҡын араны ябай машинала үтеп булмай. Батҡаҡ, соҡор-саҡыр, күләүектәр, йығылған ағастар – былар бөтәһе лә барған юлда осрауы мөмкин, тип бәйән итте водитель Сергей. Оло Шелом тауы янында урынлашҡан Үрге Ҡатауҙан Нәре һырты алыҫта, күгәреп ятҡан тауҙар булып күренә. Яҡшы панорама асылған ерҙә Эдуард һәм Артур бер нисә фото төшөрҙө, ә башҡалар үтәһе юлдарҙы, көткән үрҙәрҙе, болон-аҡландарҙы байҡаны. Юлыбыҙҙы дауам иттек. Ун саҡрым араға бер сәғәт тирәһе ваҡыт китте. Юлыбыҙҙа тимерҙән эшләнгән боронғо күперҙе осраттыҡ, уның нығытмалары тик сигәләп эшләнгән, сөнки уны яһаған ваҡытта иретеп йәбештереү технологияһы булмағандыр.
Бына инде беҙ КПП-ға ла килеп еттек. Дежурныйға барған юлыбыҙҙы, маҡсаттарыбыҙҙы аңлатҡандан һуң, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. “Уазик”тарҙа йылға аръяғына сыҡтыҡ та туҡтаныҡ. Төшкө ашты ашап алғандан һуң, машиналар кире боролдо, ә беҙ, ун биш – егерме килограмм тирәһе тартҡан рюкзактарҙы яурындарға аҫтыҡ та, юлыбыҙҙы йәйәү дауам иттек...
Өйрәнелмәгәнлектән, тәүге сәғәттәрҙә ул йөктәр хәтәр ауыр ине. Егерме - утыҙ минут барабыҙ ҙа, хәл йыябыҙ. Аяҡтар һыҙлай, тән әрней. Башта ҡайсаҡ кире боролорға тигән уйҙар килеп сыҡҡылай. Беренсе көндә, тауҙың тигеҙерәк еренән атлау еңелерәк булыр тип, беҙ һырттың башына менеп етмәй барғайныҡ. Башта тәбиғәт бер нәмәһе менән дә башҡаларҙан айырылмай ине. Шул уҡ ағастар, үләндәр һ.б. Мин үҙемде Ирәндектә йөрөгән һымаҡ хис иттем. Әммә бер нисә сәғәттән беҙҙең юлда беренсе Таш йылға килеп сыҡты. Ундай тәбиғәт күренешен үҙ ғүмеремдә тәү тапҡыр күрҙем һәм ул минең башымда тынғы бирмәй торған уй тыуҙырҙы. “Ҡайҙан, ҡасан, нисек килеп сыҡҡан икән?” Шундай таш йылғаның янында ултырып хәл йыйып алдыҡ та, тағы үҙ маҡсатыбыҙға ирешергә ынтылдыҡ.
Аяҡтар өйрәнде, күрәһең – һыҙламайҙар. Тик яурындарға һәм арҡаға ғына рюкзактың дөрөҫ тултырылмағаны өсөн бер аҙ “эләгә”.
Тауға менә барған һайын климат бүлкәттәре алмашыныуы нығыраҡ һиҙелә. Юлыбыҙҙың башында йәй кеүек ине: ағас-үләндәр йәп-йәшел, күптән сәскә атҡандар. Менә бара яҙ миҙгеленә барып эләктек: ағастар бөрөләнгән, әле үлән ул тиклем үҫмәгән, һирәгерәк.
Беренсе көн беҙҙең уртаса тиҙлек сәғәтенә ике саҡрым ине. Тик йыш туҡталыуҙан, аяҡтар өйрәнмәгәнлектән ни бары ун ике саҡрым үттек.
Кис еткәс, Күбә түбәһенә барып етә алмай, шишмә тап булған урында лагерь ҡорорға булдыҡ. Тиҙ генә киске аш бешереп, тамаҡ ялғап алдыҡ. Хәл дә, көс тә бар әле. Шуға Эдуард, Артур, Фәнүр һәм мин Күбә түбәһенә менеп, ҡояш байығанын күҙәтергә киттек. Тау битендә таштар күп, а башында инде ҡуйы булып шыршы үҫә. Һәм улар араһынла һаман да ҡар ята. Тауға менеп еттек, әммә түбәгә юҡ әле. Уның ике “билбауы” бар – шыршы һәм таш. Тырыша торғас, урап-урап йөрөп, уларҙы ла үттек, һәм түбәгә менеп еттек.
Ҡояш әле байымаған һәм көнбайышта болоттар ҙа күп түгел. Ә беҙгә асылған күренеште бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Кисә генә ошо уҡ ваҡытта өйрәнелгән урамдар буйлап бер үк өйҙәр янынан өйгә ҡайтып бара инең. Иртәгә тап ошонда торасаҡмын тип уйланыңмы икән һин? Ышана инеңме ошоға?

Минең яуап – “Юҡ!”
Тирә-яҡ менән һоҡланабыҙ. Кемдер эстән ҡысҡыра, ә мин түҙмәнем, һөрән һалып ҡысҡырып ебәрҙем. Ниңәме? Хистәрҙе эстә тота алмағанға…
Ҡараһаҡ, беҙ Күбә түбәһендә тормайбыҙ, ул көньяҡтараҡ. Әммә был исемһеҙ түбәнән дә күп нәмә күренә. Оло Шеломдан бында тиклем булған Нәре һыртының тауҙар теҙмәһе, беҙ барасаҡ үрҙәр, һырттың ике яғын тултырған тайга, “йәшел диңгеҙ”, аҫта – таштан “балаҫ”…
Ҡояш байығас, кире лагерға төшөп киттек. Алай ҙа фонариктар алғанбыҙ, ҡараңғы ҡапыл ғына төштө. Лагерға килгәс, тағы берҙе сәй эстек тә йоҡларға яттыҡ.

Икенсе көн

Сәйәхәтебеҙ дауам итә. Уяндым. Тышта ҡоштар тауышы, ипләп кенә шишмәнең сылтырап ағыуы ишетелә. Шуға тышҡа сығып, яңы көндө ҡаршыларға тип ашыҡтым. Ҡараһам, Азамат ағай минән дә алдараҡ торған һәм усаҡ яндырырға утын алып килә ята. Һауа шундай саф, иҫ киткес тәмле, күкрәк тултырып һулағанда ла, туя алмаҫһың. Усаҡ яғып, иртәнге ашты әҙерләй башларға ваҡыт, ә унан алда, сылтырап ятҡан шишмәгә барып, уның һыуыҡ һыуы менән йыуынырға, тулыһынса уянырға кәрәк… Еүеш үлән, дымлы ер һәм башҡа еҫтәр менән тулған саф һауаға төтөн еҫе килеп ҡушылғанда ҡалғандар ҙа тора башланы. Улар яйлап йыуынып, уянып бөткәнсе иртәнге аш та әҙер булды.
Ашағандан һуң лагерыбыҙҙы йыйҙыҡ та юлыбыҙҙы дауам иттек, уны кисә күргән Күбә түбәһенә тарттыҡ. Бөгөн атлауы еңелерәк, күрәһең, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә күнекте. Һырттың көнсығыш яғынан барабыҙ. Берәй 200-300 метр атлайһың да, туҡтап, тирә-яғыңа бағаһың. Ниндәй матурһың һин, Башҡортостаным! Иртәнге тәбиғәттең хозурлығына шулай һоҡланып барғанда, бер үҙәктән сығып еткәйнек кенә, Фәнүр ҡысҡырып ебәрҙе: “Ҡарағыҙ, мышылар!” Күрһәткән яҡҡа ҡарағанда, ике мышыны күрҙек. Ата һәм инә. Йүгереүҙәренә ҡарағанда, уларҙы ысын урман хужаһы тип әйтергә була. Оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуанында көс, ғәйрәт һәм ғорурлыҡ һиҙелеп тора.
Юлыбыҙҙы дауам иттек. Шишмәләр. Таш йылғалар. Үҙәктәр. Ағастар. Шулай барҙыҡ. Ҡояш күктең иң юғары нөктәһенә менеп еткәндә, беҙ Күбәгә менеп бара инек. Әгәр ҙә был түбәнең янына килһәң, ниңә уны улай тип атағандарын шунда уҡ аңлайһың. Таштарҙан яһалған күбәгә бик оҡшаған. Осона менеп еткәндә, унда ныҡ ҡына ел ине. Был түбәнән беҙҙе сәйәхәтебеҙҙә көткән тауҙар, үрҙәр һәм үҙәктәр яҡшы күренә, әммә һырттың осо – юҡ. Тирә-яҡ менән һоҡланыуға сәғәт тирәһе ваҡыт китте. Әлбиттә, был бик әҙ, тик беҙгә юлыбыҙҙы дауам итергә кәрәк. Был юлы һырттың түбәһенән барырға булдыҡ. Өҫтә ҡарҙар һәм ағастар булһа ла, шишмәләр һәм таш йылғалар юҡ. Барыуы еңелерәк булыр тип уйланыҡ. Иртәнсәк тултырып алған шешәләр бушап, эсәр һыуыбыҙ бөтөп килә. Барабыҙ, барабыҙ, ә юлыбыҙҙа һаман шишмә осрамай. Төшкө аш ваҡыты ла килеп етте, шуға тау итәгенә төшөп, шишмә эҙләп ҡарарға булдыҡ. Юлдаш менән мин рюкзактарҙы ҡалдырып, шешәләр һәм рациялар алып, киттек. Берәй 15-20 минут йөрөнөк, тик һыу таба алманыҡ. Рациянан: “Һыу тапманыҡ”, – тип әйттек тә, кирегә табан атланыҡ. Туҡтаған урынға килеп етеү менән, кәстрүлдә ҡар иреткәндәрен күрҙек. Шулай беҙҙең төшкө тамаҡ ялғау ҡар һыуы менән тиҙ бешерелә торған аш булды. Ә сәйҙе шешәләрҙең төбөндә ҡалған һыуҙан ҡайнаттыҡ. Ике сәғәткә туҡтап, тамаҡ ялғап, ял итеп алғандан һуң артабан юлға сыҡтыҡ.
Бара торғас, бер ҡая осраны. Ябайҙан түгел, урман араһында, тауҙа ерҙән ҡапыл 7-8 метр тирәһенә күтәрелгән таш. Тирә-яғында – ағастар. Ғәжәйеп матур үҙе. Нимәһе менәндер Мысырҙағы Сфинксты хәтерләтте ул. Бына шул ҡаяның төбөндә хәл йыйып алдыҡ та ары барыуыбыҙҙы белдек.
Ул тиклем һуң булмаһа ла, бында ҡараңғы иртә төшә. Белмәйем ниндәй сәбәп барҙыр: бәлки, ағастар араһынан йә бейектән барғанғалыр. Ни булһа ла, сәғәт 6-7-ләрҙә беҙ лагерь ҡорорға уйлай башланыҡ. Картанан яҡында булған шишмә-йылғаларҙы ҡараһаҡ, алда бер шишмә бар, Байғаҙы йылғаһының башланған урыны. “Шуның тәңгәленә етәбеҙ ҙә лагерь ҡорабыҙ, кемдер һыуға барып килер,” – тип килештек.
Һөйләшкән урынға барып еттек. Тирә-яҡты ҡараштырғас, һырттың башынан бер яҡҡа ла төшөп тормаҫҡа, шишмәгә тиклем алыҫ булһа ла (ярты саҡрым тирәһе) лагерҙы тап ошонда ҡорорға булдыҡ. Сөнки иртәгә дауам итер юлыбыҙ – һырттың көнсығышынан, ә йылғаның башы – көнбайышта. Тауҙың башынан да барып булмай, сөнки ҙур ҡаялар башлана.
Лагерь ҡороп, киске аш бешереп, тамаҡты туйҙырып алғандан һуң барыһы ла үҙ эше менән булышты. Кемдер ял итә, бөгөн күргән матурлыҡ менән һоҡлана, уйға батҡандар ҙа бар арабыҙҙа, ә Эдуард яратҡан эше менән мәшғүл – фото төшөрә. Кисәге кеүек тауға менеп, ҡояш байыуын күҙәтергә берәүҙең дә көсө юҡ ине. Киске мәшәҡәттәр менән булышҡандан һуң яйлап йоҡларға йыйындыҡ. Төнгө төрлө ҡош-хайуан, бөжәктәр тауышынан мәхрүм түгел инек беҙ. Шулай икенсе көн дә аҙағына барып етте.

Өсөнсө көн

Тыныс һәм тәмле йоҡонан Эдуард уятты.
– Әйҙә, ҡояш ҡалҡҡанды ҡарарға барайыҡ, – тине.
Кем белә, тағы ҡасан миңә ошолай бәхет тейә?!
– Әйҙә, киттек, – тинем.
Таңғы тынлыҡ. Тик ҡай саҡ ҡоштар тауышы ғына уны бүлә. Бөтә донъяны уятып маташҡан кеүек улар. Эдуард, Юлдаш һәм мин ҡая-тауға менеп барабыҙ. Ҡояш әле ҡалҡмаған әммә тышта яҡты, тирә-яҡ яҡшы күренә. Тауға менеп өлгөрҙөк, тик көнсығышта болоттар күп. “Ярай, бәлки берәй кадр тотоп булыр”, – тип өмөтләндек. Фото төшөрөргә бер уңайлы урын табып, шунда урынлаштыҡ. Эдуард штативты ҡуйып, фотоаппаратты урынлаштырғансы, мин тирә-яҡты баҡтым, Юлдаш Ҡөрьән уҡырға булды. Тауҙар теҙмәһе. Ҡуйы урман. Бөйөк Ямантау. Ә аҫта Кесе Инйәр ағып ята. Ҡайҙандыр алыҫтан бөркөт тауышы ишетелә. Еләҫ ел иҫә. Һоҡланып бөткөһөҙ тәбиғәт. Беҙ торған ҡаянан Нәре болоно ла күренә, бөгөн үтәсәк юлыбыҙ уның аша ята. Оҙаҡ ҡына ҡыуанып һәм һоҡланып торҙом ошо мәлдең шаһиты булыуыма. Ә башымда бер генә уй ине – рәхмәт Аллаһыма.
Көнсығышта болоттар булғанға күрә, бөгөн ҡояш сыҡҡанын тотоп булманы. Тик был беҙҙең кәйефте бер ҙә төшөрмәне, ҡарашыбыҙға асылған хозур күренеште, алыҫта йәйрәп ятҡан “йәшел диңгеҙҙе”, ғорур ҡаяларҙы төшөрҙөк тә кире лагерға киттек.
Тауҙан төшөп килгәндә лагерь яғындағы ағастар араһынан матур итеп төтөн ағыла ине. Күрәһең, кемдер уянған! Лагерға яҡынайғас, Азамат ағайҙың усаҡ яғып йөрөгәне лә күренде. Башҡалар әле тормаған.
Лагерға килдек. Бында һауа күптән төтөн еҫе менән тулған. Шундай тәмле ул әйтәгүр, элек бер ҙә аңғармаған еҫ хәҙер иң тәмлеләрҙең береһе булып тойола. Иртәнге сәйәхәттән һуң, башҡалар торғансы, беҙ һыу артынан Байғаҙы йылғаһының башына барып килергә булдыҡ. Таштар аҫтынан бәреп сыҡҡан һыуыҡ һыу менән йыуынып алып, шешәләрҙе тултырҙыҡ та кире лагерға табан атланыҡ…
Иртәнге аштан һуң, әйберҙәрҙе йыйып, юлыбыҙҙы дауам иттек. Тауҙан төшкәндә Фәнүрҙең аяғы ныҡ ауырта, шуға күрә мөмкин тиклем бер кимәлдә барырға, тауҙан төшмәҫкә тырыштыҡ. Тиҙҙән Нәре болонона барып сыҡтыҡ. Унда таш йылғалар ҙа артыҡ күп түгел, ҡолаған ағастар ҙа юҡ. Нимәһе ҡыҙыҡ: болонда ҡурай еләге ҡыуаҡтары туп-тулы. Бәлки, август айҙарында, был айыуҙарҙың иң яратҡан урынылыр ҙа. Кем белә инде!? Болондан китеп барғанда Ямантау яғынан көслө ямғыр килә ятҡанын күреп ҡалдыҡ. Урын-урыны менән ге булһа ла, ныҡ ҡоя, шуға тиҙерәк болон осондағы ҡарағастарға барып етергә һәм шуның ышығында ямғырҙы үткәреп ебәрергә кәрәк. Барып етеп тә өлгөрмәнек, Эдуард менән Артур беҙгә табан килә ятҡан ямғырҙы фотоға төшөрә башланы. Тик шул арала әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ел, күрәһең, беҙгә ярҙам итергә булды, имеш. Ҡара болоттарҙы, көтөүсе малдарҙы ҡыуған кеүек, икенсе яҡҡа бороп алып китте ул. Беҙгә ни бары өс-дүрт тамсы ғына килеп етте.
Шәп! Бик шәп! Сөнки еүеш үләндән атлап барыу мине бер ҙә ҡыуандырмай ине. Хәл йыйып алғандан һуң ары киттек. Юлыбыҙҙа тағы таш шишмәләр осраштырғыланы, тиҙҙән болон бөттө һәм беҙ өйрәнеп өлгөргән тәбиғәт, таштар, шишмәләр, ағастар башланды. Болондан барыу кәйефте лә күтәрҙе, аяҡтарға хәл йыйып алырға ла мөмкинлек бирҙе. Шуға беҙ яңы көстәр менән алға – Ҡашҡа туры түбәһенә – юл тоттоҡ. Карта буйынса ҡарағанда, беҙгә һырттың көнбайыш яғына сығырға кәрәк, сөнки көнсығышта таштар һәм ҡаялар күп, атлауы уңайһыҙ. Бына һырттың икенсе яғына сыҡтыҡ һәм нимә күрәбеҙ: ҙур ялан, әҙме-күпме ағастар бар. Ә уның артында, урман араһында – Таш ҡала. Эйе, исемен ишетеү менән ҡыҙыҡһыныу тыуа. Ниндәй Таш ҡала? Нимәләр ул?
Таш ҡала – ул бик ҡыҙыҡ, ғәжәйеп тәбиғи күренеш. Урман араһынан күренеп торған, ағастарҙан ике-өс тапҡырға бейегерәк таш ҡаялар. Улар ерҙән тишеп килеп сыҡҡандар, әйтерһең, Ер аҫтынан уларҙы берәү ныҡ итеп эткән. Инйәрҙең теш һындарына оҡшағандар, тик дәүерәк. Ә ҡала тип бер урында, бер-береһенә яҡын урынлашҡандары өсөн әйтәләр. Белһәң ине, ҡәҙерле уҡыусым, шул ҡаяларҙы күргәндә күңел нисек ҡысҡырғанын! Нисек ул һоҡлана икәнен. Нисек йәндең, тәнде ташлап, уларға ҡаршы йүгерә яҙғанын. Әммә барып етер өсөн ялан аша үтергә кәрәк. “Берәй ярты сәғәттә барып етербеҙ”, – тип уйланыҡ. Тик беҙ әле был яландың серен белмәй инек…
Әгәр ҙә миңә элегерәк тау итәгендәге яланда бөтә ерҙән дә һыу сығып ята һәм баҫҡан һайын аяҡ һыуға бата тиһәләр, бер ҙә ышанмаҫ инем. Бигерәк тә кисәгенән һуң. Ул көндө һыуһыҙ ыҙаланыҡ, бөгөн инде ялан буйлап һыуҙан барабыҙ. Һәр аҙымда – һыу. Үлән менән ҡатнаш үҫкән мүккә баҫыуың була, аяҡ йолт итеп шайтанашыҡҡа тиклем бата. Шуға ҡатыраҡ урындарҙы, ерҙе, таштарҙы эҙләп, шулар буйлап барырға тырышаһың. Аяҡ кейемен һыулағы килмәй. Сикәндерә.
Бара торғас, яландың икенсе осона сыҡтыҡ. Кемдеңдер аяҡ кейеме еүешләнеп тә өлгөргән. Хәҙер инде уларға рәхәт, урап йөрөмәйҙәр, һыу өҫтөнән тура үтәләр ҙә китәләр. Ағастар янында ҡорораҡ урын табып, рюкзактарҙы ҡалдырҙыҡ та Таш ҡаланың иң яҡын ҡаяһына йүнәлеш алдыҡ, киттек уны ҡарарға… Ағастар араһына инеп, йөҙ метр тирәһе үтеү була, юғалаһың да ҡуяһың, дөрөҫөрәге, аҙашаһың. Ориентир ҙа юҡ, тирә-яҡтан – ағастар. Шулар араһынан китеп барһаң, ҡапыл алдыңда ун биш егерме метр самаһы бейеклектәге таш ҡая килеп сыға. Башҡа килгән беренсе уй – “Өҫтөнә менеп ҡарағанда нимәләр күренә икән?” Оҙаҡ уйлап тормай, рөхсәт алдым да өҫкә үрмәләнем..
Менеп баҫтым. Бар күкрәккә тултырып, рәхәтләнеп тын алдым. Тирә-яғыма әйләнеп ҡараным... Эх! Әгәр ҡанаттарым булһа, осор ҙа китер инем. Бейеккә-бейеккә! Һәм шул бейеклектән күҙәтер инем тыуған яғымдың матурлығын. Ағастар диңгеҙе йәйрәп ята. Ел иҫкәнгә уларҙың осо бәүелә һәм диңгеҙҙәге тулҡын кеүек тойола. Ә таш ҡаялар шул диңгеҙҙә карап кеүек йөҙә буғай. Хатта улар араһында динозаврға оҡшағаны ла бар.
Күпме һоҡланып торғанымдыр, әммә Азамат ағай: “Ҡайһы яҡта иң матуры һәм ҡыҙығы?” – тип һорағас, һис тә икеләнмәй, башҡаларҙан айырылып торған бер ҡая яғына күрһәттем. Ул шул тиклем бейек һәм дәү. Бер нисә “башняһы” ла бар. Әйҙәгеҙ, шул яҡтағыларҙы барып ҡарайыҡ, бөтәһен дә йөрөп сығырға беҙҙең ваҡыт етмәҫ тип, төртөп күрһәттем дә, кире төшә башланым…
Таш ҡаялар араһында ике сәғәт тирәһе йөрөнөк. Тик был беҙгә тағы етмәне. Артабан барыр кәрәк. Ҡашҡа туры түбәһенә, күренеп торһа ла, барыбер бөгөн барып етеп булмаҫ. Хәлебеҙ юҡ.
Кире боролоп, рюкзактарҙы ҡалдырған урынға барып еткәндә сәғәт киске ете тирәһе ине. Шуға яйлап лагерға урын эҙләргә кәрәк, киске аш ашарға ваҡыт та етеп килә. Рюкзактарҙы алдыҡ та, Ҡашҡа туры яғына киттек. Белеүебеҙсә, Ҡашҡа туры янында тағы ла бейек бер түбә бар, ул Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың исемен йөрөтә, тик ниңәлер карталарҙа был атама бер нисек тә күрһәтелмәгән. Сәйер. Ни булһа ла, беҙ ул түбәне табырға тейешбеҙ...
Тағы һыу тулы ялан буйлап барабыҙ. Хәҙер инде күптәребеҙҙең аяҡ кейеме һыуланған, шуға күрә ҡоро урындарҙы эҙләп тормай тура атлайбыҙ, һыу аяҡ аҫтында шап итеп ҡала. Ҡыҙыҡ. Бына хәҙер палаткаларҙы ҡуйырға ҡоро урын таба алмайбыҙ. Шулай ул тәбиғәт. Бара торғас, таптыҡ, Ҡашҡа туры түбәһе янындағы бер бейек кенә тау итәгендә ҡоро урын бар. Алыҫта ла түгел, шишмә сылтырап аға. Ҡоро ағастар ҙа етәрлек. Лагерь ҡорорға бик уңайлы урын. Тағы был урындан күренеш бик матур: беренсенән – ялан, урман, Таш ҡала һәм алыҫтағы тауҙар теҙмәһе, икенсенән – бейек тау елдәрҙән һаҡлай, иртән менеп, ҡояш ҡалҡҡанын фотоға төшөрөргә лә уңайлы. Болонға ентекләберәк ҡараһаң, унда үҫеп ултырған ағастарға һоҡланмай булмай. Уларҙы әкиәттәге кеүек ипле генә итеп төртөп сыҡҡандар кеүек.
Беҙ урынлаша башланыҡ. Кемдер платка ҡуя, утын йыя, һыу артынан китеүселәр ҙә бар…
Ҡырҙа йөрөгәндә нимә генә бешерһәләр ҙә, ул бик тәмле килеп сыға. Бөгөнгө дөгө бутҡаһының тәрилкәләрҙән тиҙ “осоуы” ла быны ҡабаттан иҫбатланы. Әлегә беҙ ҡояш байығанын күҙәтеп, рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ. Ултырған һайын өс-дүрт сынаяҡ эсмәйенсә һыуһын ҡанмай. Шуға сәйнүкте бер нисә тапҡыр ҡайнатырға тура килә.
Кис етте. Ҡояш, һуңғы нурҙарын беҙгә бүләк итеп, тау артына тәгәрәне. Күк йөҙөндә – берәм-берәм йондоҙҙар, ә офоҡта ҡара болоттар күренә башланы. Киске һыуыҡ ел иҫте. Ағастар шаулашты, урман һәм ялан яғынан ҡоштар тауышы ишетелде. Төтөн еҫе – танауҙы, ә янып ятҡан утын тауышы ҡолаҡты иркәләне. Аяҡ-ҡулдар арып, һыҙлаһа ла, миңә шул тиклем рәхәт. Ожмахта кеүек хис итәм үҙемде. Бер ҡайҙа ла ашыҡмайбыҙ, иртәгәгә тиклем күпме ваҡыт бар. Тыныс ҡына үткән дәүер, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәк тураһында уйланырға иң уңайлы ваҡыт. Ошо мәлдә һине бер ниндәй ҙә икенсе уй борсомай. Ҡала, уҡыу, эш йә башҡа нәмәләр онотола. Иң мөһиме – һин бында, ошо урында. Һәм һин – иң бәхетле кеше.
Киске елдең шуныһы ҡыҙыҡ: нисек кенә яҡшы кейенгән булһаң да, ул тәнеңә, һөйәктәргә үтеп инә һәм һин ирекһеҙлектән ҡалтыранып ҡуяһың. Шуға беҙ бөтәбеҙ ҙә усаҡ тирәһенә йыйылып, уның ялҡынынан йылынып, аралашып, көлөшөп сәй эсәбеҙ.
Тау артында ниҙәр бар?..Өсөнсө көн дә шулай аҙағына барып етте. Киске аштан һуң Эдуард фото төшөрөргә китте, Фәнүр уға ярҙамлашырға булды, Юлдаш киске намаҙға баҫты, Артур менән Азамат ағай карталар тотоп, иртәгә үтәсәк маршрут тураһында фекерләште, ә Фидан уйға батты. Мин иһә әле генә беҙ өҫтәл иткән ташта ултырып, барыһын да күҙәттем. Йондоҙҙар күк йөҙөн тултыра бара. Хәҙер Ҡош юлы ла күренә, тау артынан ай ипләп кенә сығып килә, әйтерһең беҙгә күҙ ҡыҫа, шаяра. Ҡараңғы төшкәс, берәүҙәр усаҡ янында ултырып ҡалды, кемдер йоҡларға китте. Китеүселәр араһында мин дә бар инем.

Дүртенсе көн

Хәйерле иртә! Бөгөн бөйөк көн! Сәйәхәтебеҙҙең иң мөһим маҡсатына ирешә торған көн. Беренселәрҙән булып торманым, тышта кемдер һөйләшеп көлөшкәнгә генә уяндым. Тороп, палатканан сыҡҡанда тышта Артур, Азамат ағай, Юлдаш йөрөйҙәр ине. Фидандың тауышы күрше палаткала ишетелә, Фәнүр беҙҙең палаткала әле йоҡлап ята... Кемдер етмәй кеүек, тик йоҡо аралаш аңлай алмайым. Кем? Ә Эдуард ҡайҙа һуң? Һыу артынан киткән, тиер инем, шишмә эргәлә генә. Күрәһең, ул егет таң ҡаршылай.
Йыуынып, бешеренеп, иртәнге ашты ашап ултырғанда күреп ҡалдыҡ уны. Тауҙан төшөп килә, ауыҙы йырыҡ, үҙе ҡояштай балҡый. Килә ятҡан ерҙән ҡапыл юҡ булғайны, баҡтиһәң, матур ғына шишмәне күреп, шуны фотоға төшөргән. Килеп етеп өлгөрмәне: “Үҙ ғүмеремдә иң матур таңды төшөрҙөм, – тип һөйләп алып китте. – Ҡып-ҡыҙыл тәгәрмәс кеүек, Оло Шелом битенән тәгәрләп килеп сыҡты ҡояш”. Тау артында ниҙәр бар?.. Ашап, донъяны йыйғас, беҙ Ҡашҡа туры түбәһенә табан юл тоттоҡ. Сылбырҙай теҙелеп, үргә ынтылабыҙ. Аяҡ аҫтында – мүк, артыш, таштар. Бер сәғәт тирәһе барғандан һуң үҙ маҡсатыбыҙға ирештек – Ҡашҡа туры түбәһенә менеп еттек. Әлбиттә, донъяның иң бейек түбәһе булмаһа ла, беҙҙең өсөн уға менеү бик мөһим ине. Бейеклеге карта буйынса – 1340 метр, ә беҙҙең телефон 1367 метрҙы күрһәтә. Бынан шундай матур күренеш асыла: Ямантау, Кесе Инйәр, Нәре һыртының осо, йәйрәп ятҡан “йәшел диңгеҙ”, Таш ҡала һәм ҡаялар. Хатта ҡоштар ҙа беҙҙән аҫтараҡ оса. Ошо урында, ҡәҙерле уҡыусым, мин һинән ғәфү үтенәм – нисек кенә тырышһам да, нимә күргәнемде һәм тойғанымды тулыһынса еткереү килеп сыҡмаҫ. Шуға әйтәм: ҡайһы бер кешеләр тап ошо мәлдәр өсөн йәшәйҙер. Тау артында ниҙәр бар?..
Оҙаҡ ғына шул түбәлә тирә-яҡ менән һоҡланып ултырҙыҡ. Шунан юлыбыҙҙы дауам итергә булдыҡ. Ҡашҡа турыға тиклем беҙҙе әллә ниндәй көс, хыял, эске тауыш алып килгәйне, шуғалырмы, беребеҙ ҙә был урындан китергә ашыҡманы. Беренсенән, хыял тормошҡа ашты, икенсенән, һоҡланып бөтөп булмай ине. Өс-дүрт сәғәт үткәрһәк тә, әҙ булыр ине. Әммә ары барырға кәрәк, хәҙер ҡайтыу уйы һәм юлы башланды, тиһәм дә була.
Ҡашҡа турыны уратҡан таш “диңгеҙ”ҙе “кисеп” сығыуға оҙаҡ ҡына ваҡыт сарыф иттек. Саҡ-саҡ ике-өс саҡрымды үттек тә, хәл йыйырға туҡтаныҡ. Кемдер шунда уҡ йоҡоға талды – хәҙер был күренеш ғәҙәти һымаҡ. Туҡтаған ваҡытта тиҙ генә серем итеп алһаң, тәнгә әллә күпме көс керә. Яныбыҙҙа ғына шул тиклем матур бер ҡая, әммә хәҙер уға иғтибар ҙа итмәйбеҙ… Беҙҙән етәр! Хәл йыйып алдыҡ, тик берәү ҙә шатланмай ҙа, ҡыуанмай ҙа, ҡысҡырмай ҙа, иламай ҙа. Берәү ҙә артыҡ һөйләшмәй. Тыныслыҡ. Әйтерһең, команданың һәр ағзаһы үҙ йәненең өлөшөн шул Ҡашҡа турыла ҡалдырҙы. Уйға батҡанбыҙ. Эстә – бушлыҡ. Хәҙер атлауыбыҙҙы ғына беләбеҙ, тирә-яҡҡа, матурлыҡ эҙләп, ҡараш та ташламайбыҙ тиерлек. Эдуард менән Артур ҙа ул тиклем фото төшөрмәй. Атлайбыҙ ҙа атлайбыҙ. Төштән кискә тиклем шулай булды. Башта бер уй ҙа ҡалмаған ул үткән юл тураһында, күрәһең, барлыҡ ысын уйҙар Ҡашҡа турыла аҙашып ҡалған.
Бара торғас, кискә, Оло бил үҙәге тирәһенә барып еттек. Һәм ошонда лагерь ҡорорға булдыҡ. Һыу алырға шишмә лә бар. Был урындан Межгорье ҡалаһына алыҫ та түгел. Беҙ шул тиклем арығанбыҙ, хатта: “Әллә ҡалаға китәйек тә барайыҡмы?” – тигән уйҙар тыуа. Нисек тә булһа үҙебеҙҙә көс табып, ошонда урынлаштыҡ. Түҙәбеҙ! Быға тиклем түҙгәнде бушҡа әрәм итке килмәй. Кискә тамаҡ ялғайбыҙ. Дөгө бутҡаһын ашағанда һуңғы икмәкте телдек. Күпме аҙыҡ-түлекте ашап бөттөк, әммә рюкзактар еңеләймәгән кеүек. Аштан һуң бөгөн берәү ҙә мәшәҡәтләнмәне, бөтәһе лә йоҡларға ятты. Сөнки иртәгә сәйәхәтебеҙҙең һуңғы көнө, һуңғы ынтылыш…

Бишенсе көн

Һаумы, яңы көн! Сәйәхәтебеҙҙең һуңғы көнө!
Әйтергә онотҡанмын: беҙ кисә ҡарағас, пихта үҫкән урманда туҡтаныҡ. Шуға иртән палаткан килеп сыҡҡанда иртәнге саф һауала ылыҫ еҫе аңҡый ине. Иртәнге ашты бешерергә усаҡ яҡҡас, уға тағы төтөн еҫе ҡушылды. Ҡайһылай рәхәт тәбиғәттә!
Иртәнге аш ябай ғына булды. Фәнүр: “Үлһәм, үләм, әммә уны ашамайым,” – тигән тары бутҡаһы. Паштет. Икмәк юҡ. Сәй һәм һуңғы рафинад.
Ашағандан һуң тиҙ генә донъны йыйып, сәйәхәтебеҙҙең һуңғы араһына сыҡтыҡ. Бөгөн дә берәү ҙә һөйләшмәй. Атлауыбыҙҙы ғына беләбеҙ. Бына Нәре һыртының осо, Оло бил үҙәге, Кәзебил. Нәре һыртының был яҡ осо ла шул тиклем матур, ғорур ҡаялар күп, тик беҙгә генә хәҙер барыбер. Тау артында ниҙәр бар?..
Төшкө аш юҡ. Туҡтап, уны бешерергә ваҡыт та юҡ, хәл дә. Рюкзактарҙа ҡалған ике пакет тиҙ бешерелә торған ашты, өс ҡап һоло бутҡаһын бүлешәбеҙ... Кемдер ҡоролай кимерә, кемдер һыуыҡ һыуҙа болғап ашай. Шул уҡ һыуыҡ һыуҙы шәкәрләп эсәбеҙ. Ә мин хатта эләккән “БП” пакетының яртыһын көрөшкәгә онтап һалдым, шунда уҡ тоҙон өҫтәнем, һыуыҡ һыу ҡойҙом һәм тағы … шәкәр ҡуштым. Килеп сыҡҡан “бутҡа”ны болғаным-болғаным да эсеп ебәрҙем. Беләһегеҙме, әлегәсә ул тиклем тәмле бутҡа ашағаным юҡ ине. Хәл ингәндәй булды. Ял итеп алғандан һуң, һуңғы көстәрҙе йыйып, тағы бер ҡат ынтылдыҡ. Йәнә атлайбыҙ. Бары саҡрымдар менән алышабыҙ. Беҙҙең өсөн, моғайын, иң аҙаҡҡы ике-өс саҡрымдан да алыҫыраҡ ара булмағандыр. Трассаға яҡынлашабыҙ. Алыҫтан машина тауыштары ишетелеп ҡала. Был беҙҙең өсөн цивилизация тауышы. Тимәк, алда трасса…
Бер юлға барып сыҡтыҡ. Машина тауыштары буйынса фекер йөрөтһәң, трассаға тағы ярты километр ара бар. Инйәр менән Бирҙеғол араһында йөрөп, беҙҙе ике машина менән ҡаршы алырға тейештәр ине, шуға Азамат ағайҙан рөхсәт алдым да, улар үтеп китмәһен тип алға йүгерҙем. Күпме йүгергәнемдер, хәл бөткәс, атлап китеп барам. Трассаға еттем генә тигәндә, берәй 200 метр ҡалған ине, һул яҡта, миләш ҡыуағы артында мыңғырлаған тауыш ишеттем. Башымды бороп та өлгөрмәнем, ҡаршыма айыу килеп сыҡты. Үҙе көрән генә, ул тиклем ҙур ҙа түгел. Ул миңә, ә мин уға ҡарайым. Беребеҙ ҙә ҡыбырламай. Белмәйем, ул ваҡытта януарҙың башында ниндәй ниәт булғандыр, ә минекендә бер генә уй: “Эх! Фотоаппарат үлде, телефон үлде… Нимәгә генә төшөрөп алырға һуң һине!?”. Әллә 17 саҡрым үтеп, шул тиклем арығанғамы, әллә шул тиклем айыу осратҡым килгәнгәме, ҡурҡыу хисе, ҡасыу тураһында бер ҙә уйламаным. Беҙ, ике хайуан урманда осрашҡан кеүек, ҡараштар аша ғына бер-беребеҙҙе аңланыҡ. Ипләп кенә, ҡарашты айыуҙан айырмай ғына артҡа кәүҙә менән боролдом да, йүгерҙем артта килгәндәр янына…
Шулай урман хужаһы айыу менән дә осрашыу бәхете тейҙе. Кире килгәндә яңы танышымдың табаны күптән ялтыраған ине. Әлбиттә, беҙҙе көтөп ултырмаясаҡ инде ул.
Бына сығып та еттек трассаға. Иң беренсе күңелде ошо маршрутты үтә алған өсөн ҡыуаныс тойғоһо биләне. Унан инде – рәхмәт тойғоһо: Аллаға, хыялды тормошҡа ашырырға һәм ошо сәйәхәтте булдырырға ярҙам иткәндәргә. Ғорурлыҡ та уянды. Тау артында ниҙәр бар?..
Азамат ағай дөрөҫ әйтте: “Күңелдәрҙә – бушлыҡ... Хыял бар ине... Хыял теләккә әйләнде... Теләк хәрәкәткә килтерҙе... Хәрәкәт ысынбарлыҡҡа әүерелде... Һәм, бына, Нәре һырты – артта... Боролоп ҡарайбыҙ... Хушлашабыҙ... Рәхмәт, ҡабул иттең... Һаҡланың...”
Оҙаҡ та үтмәй, беҙҙең машиналар килеп туҡтаны. Биш көн бүтән кеше күрмәгәс, водитель ағайҙарҙың йөҙө ниңәлер шул тиклем шатлыҡлы булып күренде миңә. Ҡосаҡлашып, сәләмләшеп алғандан һуң рюкзактарҙы тейәнек тә ултырыштыҡ.

Ҡайтыу юлы

Машиналар ҡуҙғалды. Беренсе тойғо: “О, улай ҙа тиҙ йөрөп буламы?! Биш көн буйы иң шәп тиҙлегебеҙ сәғәтенә 4-5 саҡрым булғас, машинаның сәғәтенә йөҙ саҡрым үтеп барыуы мөғжизә кеүек тойолдо. Аяҡтар, рәхәтлекте һиҙгәс, тартыша башланы.
Инйәрҙәге кафела туҡтаныҡ. Һәр беребеҙ үҙенә ашарға алды. Беренсене, икенсене, сәй, ҡәһүә, компот… Тамаҡ ялғап алғас, кәйеф тә күтәрелде. Өфөгә юлды дауам иттек.Тау артында ниҙәр бар?..
Юлдабыҙ. Машинаға ултырыу менән күҙ йомолор тип уйлағайныҡ, юҡ, бер ҙә йоҡлағы килмәй. Хәҙәр үткән сәйәхәткә йомғаҡ яһау өсөн иң уңайлы мәл.
Был сәйәхәттең маҡсаты нимә? Һынау... Үҙ-үҙеңде һынау... Бәлки, көрәштер... Тау менән түгел, үҙ-үҙең менән... Ни булһа ла, рәхмәт! Барыһына ла, барыһы өсөн дә... Үҙебеҙгә бер генә һорау бирҙек: беҙ быны булдырабыҙмы? Яуап: булдырҙыҡ!..
Һуңғы һүҙ урынына. Ошо оло сәйәхәтебеҙҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы директоры Фәнүр Әлибаевҡа һәм уның хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт белдерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 769

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 390

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 237

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 426

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 265

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 229

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 096

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 199

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 071