Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамағы туҡтың күҙе янмай
Тамағы туҡтың күҙе янмайНиһайәт, миллиондарса ир-егет, улар ғына түгел, байтаҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа иркен тын алып ҡуйҙы. Хәҙер күңел яраларын бөтәйтеп алырға кәрәк бит. Һүҙ кемдәр тураһында барамы? Рәсәйҙең футбол көйәрмәндәре хаҡында.


Ял көндәрендә сираттағы Европа чемпионаты тамамланды. Кем еңеүсе булғаны мөһим түгел, һәр хәлдә, гел генә өмөттәре селпәрәмә килгән беҙҙең ил көйәрмәндәре өсөн. Сөнки коман­дабыҙ (2008 йылғы уңышлы – бронза миҙал килтергән – беренселекте иҫәпкә алмағанда) йәнә үҙ төркөмөнән артабанғы этапҡа сыға алманы.
Ә турнир ни хәтлем һәйбәт баш­ланғайны! Ватандаштарыбыҙ футболдың тыуған иленән килгән вәкилдәр – инглиз­дәр – менән типә-тиң, тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Бынан һуң Словакия һәм Уэльс командаларынан рәттән ике отолоу бөтә хыялдарҙы емерҙе. Һөҙөмтәлә уйынсы­ларыбыҙ, төркөмдә иң һуңғы урынды алып, чемпионат менән хушлашырға мәжбүр булды.
Күп көйәрмәндәр баштан уҡ яҡшыға ышанманы. Ундайҙар халыҡ араһында йөрөгән уйынлы-ысынлы “Рәсәй футболсылары Бразилия хоккейсылары беренселектә еңгәндән һуң чемпион буласаҡ” тигән лаҡапҡа инанған. Башҡалар ярыштарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара бирҙе лә, беҙҙекеләр абынғас, һәр саҡ шулай инде тигәндәй, ҡул һелтәне лә онотто. Әммә илдәге футбол торошо өсөн ысын күңелдән янып-көйгәндәр битараф ҡала алманы. Миллион-миллион һум аҡса алған “туп тылсымсылары”ның шул тиклем дә ихтыярһыҙ, теләкһеҙ ҡыланыуҙарын ғәфү итмәнеләр. Ысынлап та, тамағы туҡ, өҫтө бөтөндөң тағы ниндәй хыялы булһын?! Етмәһә, теүәл ике йылдан Рәсәй донъя чемпионатын ҡабул итәсәк. Үҙ ереңдә тағы ла шундай мәсхәрәгә ҡалыуға башҡаса түҙеп булмаясаҡ.
Бер төркөм йәш ир-ат, кәңәшләшеп, ҡотолғоһоҙ күренгән был хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә тотондо. Футболсылар – бәлиғ булған өлкән кешеләр, уларға аҡыл өйрәтеү мөмкин түгел. Һәләтте һәм илһөйәрлекте яһалма тыуҙырып булмайҙыр ул. Халыҡ та бит “көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ” ти... Тимәк, үҙеңә тотонорға был эшкә – энтузиастар “халыҡ командаһы” туплай башланы.
Интернет селтәрендә урын алған видеояҙмала: “Рәсәй Федерацияһында йәшәгән 146 миллион кеше араһында футболды яҡшы уйнай белгән 11 уйынсыны табып булмаймы ни?! Беҙҙең команданың 2018 йылғы чемпионатта йөҙ ҡыҙартмаҫлыҡ итеп сығыш яһауын теләйбеҙ”, – тиелә. Был тәҡдимде индергән йәш егеттәр Никита Якушов менән Эдуард Әхмәтовтың әлегә уйын майҙансығы ла, тренерҙары ла, бағыусылары ла юҡ. Еңеүгә оло теләктәре генә бар. Ләкин уларҙың ошо эшмәкәрлеген илдең төрлө төбәктәренән меңдәрсә, бәлки, миллиондарсалыр, кеше хуплай. Шылтыраталар, хат яҙалар, ярҙам тәҡдим итәләр...
Тиҙҙән бөтә Рәсәй буйлап һәләтле футболсыларҙы ҡарап-тикшереп, иң яҡшы 30 уйынсыны һайлап аласаҡтар. 5 июлдән 16-35 йәшлек барлыҡ ир-егет проектта ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Һәр кем сайтына инеп, үҙенең һәләтен күрһәткән видеояҙма урынлаштыра ала. Бөтә ҡатнашыусыларҙан 300 кандидат һайлап алынасаҡ. Уларҙың һәр береһе менән белгестәр осрашып, һәләттәрен самалаясаҡ. Был скаут-турҙы Интернет селтәрендә онлайн режимда күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәлә 30 ғына уйынсы ҡаласаҡ. Улар Мәскәүгә саҡырып алынып, ярты йыл буйы шунда йәшәп, шөғөлләнергә тейеш. Был этаптан да көн дә репортаж бирелеп барасаҡ. Йәғни үҙеңә оҡшаған футболсыларҙы күҙәтергә, улар өсөн янып-көйөргә мөмкин буласаҡ. Ике аҙна һайын кемделер йыйылма команданан ситләштереүҙәре ихтимал.
Проекттың финалында 22 генә кеше ҡаласаҡ. Ошо ир-егеттәр профессиональ командалар менән уйындар үткәрәсәк тип күҙаллана. Рәсәй йыйылма коман­даһына саҡырыу ебәрелгән дә инде. Әгәр уның футболсылары тәҡдим­дән баш тартһа, башҡа илдәрҙең, мәҫәлән, Словакия йә Уэльс (сағыштырып ҡарарға шәп мөмкинлек буласаҡ!) командаларына саҡырыу китәсәк.
Бындай “сәйер эшмәкәрлек”кә күп чиновниктар, футбол белгестәре көлөп кенә ҡарай. Абсурд, тормошҡа ашмаҫлыҡ эш бит ул, команданы финанслау өсөн күп сығым кәрәк, тиҙәр. Эйе, шулайҙыр. Әммә, ойоштороусылар әйтеүенсә, башланғыстың маҡсаты – ил футболында тәртип урынлаштырыу. Был юҫыҡта аныҡ эш башланды ла инде – Интернетта ышанысты аҡламаған Рәсәй йыйылма командаһын тарҡатыуҙы талап иткән петицияға ҡултамға йыйыла башланы. Ул Рәсәй Хөкүмәтенә, илдең Спорт министрлығына һәм Футбол союзына ебәреләсәк.
Ун һигеҙ көн эсендә генә бер мил­лион­ға яҡын ҡултамға йыйылды. Пе­ти­цияның шаңдауы нисегерәк яңғырар – күҙ күрер...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199