Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!
Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!“Таң менән сыҡ юлдарға”. Бала саҡтан яратып уҡыған Ноғман Мусиндың был китабының исеме йәшәү ҡағиҙәһенә әүерелгән кеүек. Эйе, ҡояш менән бергә тороп юлға сыҡһаң, сәфәрең – уң, тәьҫорат­тарың – мул, изге теләктәрең ҡабул була. Өҫтәүенә барыр ереңдә ҡолас йәйеп көтөп торһалар...

Аҡ томанға төрөнгән Ағи­ҙелдең уянғыһы килмәй наҙланған мәлендә беҙ, “Башҡортостан” гәзите һәм “Ватандаш” журналы редакциялары хеҙмәт­кәрҙәре, ярты юлды үткәйнек инде. Күк тирәкле Оло Эйек буйына ашҡынабыҙ. Мораҙым тарлауығы үҙен яуларға теләгән сираттағы тәүәк­кәлдәрҙе һынап ҡара­маҡсы.
Бына киртләс-киртләс ғорур тауҙар ҡаршыһына килеп баҫтыҡ. “Мораҙым тарлауығы” милли паркында, кеше шығырым тулы булыуға ҡарамаҫтан, ләз­зәт­ләнеп туймаҫлыҡ һиллек. Ә Оло Эйектең арғы ярында тыныс булырға һис тә вәғәҙә итмәгән мажаралы сәфәр көтә...Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!
– Һеҙ күрергә теләгән Яңы Мораҙым мәмер­йәһенә барыу өсөн тәүҙә ошо тауҙар араһынан ике саҡрым бейеклеккә күтәрелергә кәрәк, – тип аңлатты милли парк хеҙмәткәрҙәре. – Юл еңел түгел, эре таштар күп осрай, иғтибарлы булығыҙ.
Һи, беҙгә ни! Ҡалалағы тынсыулыҡтан иреккә сыҡҡан күңелдәр тауға ҡанатланып осто. Эре-эре таштар табанға эләкмәй ҙә ҡала кеүек. Ике яҡтан өҫкә ауып килгән ағастар, биткә һонолоп ҡалған үләндәр тынды тағы ла киңәйтеп ебәргәндәй. Тик... ҡанаты тиҙ талды осҡан күңелдең. Тау еңел-елпелекте, үҙен йәһәт яуларға ынтылыуҙы өнәмәй шул. Һәр яҡлап тикшерә, һынай, баһалай. Уның ихтыярына буйһоноп, яйлап ҡына башҡа менеп еттек. Аяҡтарҙа арыу бар, ә йөрәктә – еңеү рухы: тәүге маҡсатҡа өлгәшелде!Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!
Өҫтә кешеләр төркөм-төркөм булып мәмерйәгә инеү сиратын көтә. Беҙ ҙә йәш кенә экскурсовод Шәүрә Аслаеваның фарманы менән “ҡоралланып” алдыҡ: аяҡта – резина итек, ҡулда – бирсәткә, башта – фонарлы шлем. Әйткәндәй, Шәүрә быйыл Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы факультетын уңышлы тамамлаған. Милли паркка йәй миҙгелендә ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. Хәйбулла далаһы ҡыҙы күңелен тауҙар ныҡлы әсир иткән, ошо яҡта ҡалырға теләй.
– Мәмерйәнең оҙонлоғо ике саҡрымға яҡын, 30 метр самаһы аҫҡа төшәсәкбеҙ, – тип белешмә бирҙе Шәүрә. – Эстә бер рәткә теҙелеп барабыҙ, шауламайбыҙ, минең әйткәнде тыңлайбыҙ.
Ҡуҙғалдыҡ. Ярым ҡараңғылыҡта текә баҫҡыс­тан төшә башлағас, тәндән зымбырлау үтте, йырылған ауыҙҙар йомолдо. Таш­тарға, урыны менән арҡанға тотона-тотона тауыш-тынһыҙ ғына Шәүрә­нең артынан китеп барабыҙ. Һаҡһыҙлыҡ күрһәтһәң, бәлә эргәлә генә...
Тигеҙерәк ерҙәр баш­ланғас ҡына телдәр асылды. Экскурсовод һәр зал хаҡында мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биреүен дауам итә. Топограф ҡыуышы, Мәрхәмәтле феялар мәғәрәһе, Концерт, Геолог хыялы залдары, Шайтан күпере... Диуар­ҙарҙа – кальцит һарҡы­уынан барлыҡҡа килгән йәнле күре­нештәр һыны. Аяҡ аҫтында сылтырап шишмә аға. Боролған һәр мөйөштә мөғжизә йәшәгәндәй: бер урында теләгәндәрең мот­лаҡ тормошҡа аша, икенсе­һендә таштар тере икән, өсөнсө ергә инергә ярамай, кире сыға алмауың ихтимал... Ике саҡрымға яҡын араны, тарихи мәғлүмәт­тәр, хикә­йәттәр, риүәйәттәр тыңлап, сәғәт ярымдан ашыу ваҡытта үттек. Экскурсоводтың ма­уыҡ­тырғыс итеп һөй­ләүе алдағы ҡурҡыу тойғоһон да, мәмер­йәнең һыуыҡ булыуын да онотторҙо.Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!
Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!
Кире боролоп сығыуы­быҙға иһә ҡояш тағы ла сағыуланған, йәшеллек сафлана төшкәндәй тойолдо. Ерҙәге тормошобоҙ бигерәк матур икән шул! Ошоно йәнә бер ҡат иҫкә төшөрөп, донъяны нығы­раҡ яраттырған мәмерйәгә мең рәхмәт! Ер аҫтына сәйәхәттән һуң тауға менеү ҙә, Оло Эйектә һыу инеү ҙә, төрлө уйындар ҙа күңелгә бөтмәҫ ләззәт, кинәнес өҫтәне. Изге ерҙән ырыҫ китмәһен!
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда киртләс-киртләс ғорур тауҙар – ауырлыҡтарға баш эймәҫкә, тормош ваҡлыҡ­тарынан өҫтөн булып ҡалырға, үтәнән-үтә күре­неп торған таҙа һыулы Оло Эйек – күңел сафлығына, уның ярында үҫкән һығылмалы талдар, тормош еле ҡайһы яҡҡа бөкһә лә, һынмаҫҡа әйҙәп ҡалды кеүек. Ә диңгеҙҙәй тулҡын­ланған баҫыуҙар, гүйә, муллыҡ теләп ҡул болғаны. Ошондай илаһи тәбиғәттән көс алыу, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеген тыу­ҙырған Күгәрсен халҡының һәр көнө яҡшы тәьҫорат­тарға бай, уңышлы булһын, изге ерҙән ырыҫ китмәһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199