Күлле ерҙә мөғжизә йәшәгәндәй. Риүәйәт-легендаларҙағы кеүек, серле урындың төпһөҙ тәрәнлегендә ниндәйҙер донъя барҙыр, төнөн Һыуһылыу өҫкә йөҙөп сығып, ай яҡтыһында сәсен тарайҙыр, ҡапыл бер өйөр йылҡы малы ҡалҡып, йәшәйешкә бәрәкәт өҫтәү өсөн ер өҫтөнә таралалыр... Ә инде таңға шаршау кеүек аҡ томан төшөп, күл уның артында яңы “кино” күрһәтергә әҙерләнә кеүек. Эйе, бер аҙҙан бында яңы күренеш асыла, һиллек тантана итә.
Рәхәтләнеп һыу инергә генә түгел, тыныс мөхиттән кинәнес, аһәң алыу, оҙаҡ ваҡытҡа көс туплау өсөн килә бында халыҡ. Мөғжизәле серлелек тә арбайҙыр. Һәр хәлдә, мәҫәлән, Ҡандракүл буйы әле кешеләр менән шығырым тулы.Даны – боронданТөбәгебеҙҙә ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән был һыу ятҡылығы тураһында төрлө риүәйәт-легендалар йәшәй. Шуларҙың береһендә һөйләнеүенсә, күл бик боронғо Палеодеамик йылғаһы үҙәнендә барлыҡҡа килә. Тупраҡтың тектоник хәрәкәте Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Меңдәрсә йылдан һуң боронғо ятҡылыҡ бер нисә йылғаға, ике күлгә бүленә. Улар, Ҡандракүл һәм Асылыкүл, бер-береһе менән ер аҫты һыуҙары аша тоташҡан, ошо нигеҙҙә даими туҡланып тора, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта күлдәрҙең килеп сығыуын башҡа төрлө фаразлаған ғалимдар ҙа бар.
Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығындағы был ерҙән элек-электән халыҡ өҙөлмәгән. Уҙған быуат башында, мәҫәлән, күлдән йыраҡ түгел ҡымыҙ менән дауалау курорты эшләгән. Сирленең һаулығын нығытыуға милли эсемлек менән бергә ылыҫлы ағастарҙың, саф һауаның шифаһы ныҡлы йоғонто яһаған. Күл буйы ошондай көсө менән башҡорт ерен башҡа тарафтарҙа ла танытҡан.
Биләмә 1995 йылда “Ҡандракүл” милли тәбиғәт паркы тип аталып, айырым ҡурсалауға алынған. Уның дөйөм майҙаны – 5174,6 гектар. Күлдең үҙенеке иһә – 15,6 квадрат километр. Ятҡылыҡтың иң тәрән урыны 17 метрға ҡәҙәр барып етә. Сульфат-натрий тибындағы аҙ тоҙло, ифрат таҙа, үтә күренмәле һыуы балалар өсөн дә, өлкәндәргә лә файҙалы.
Паркка асфальт кәрәкме?М-5 “Урал” федераль автомобиль юлы буйлап Өфөнән Ҡандракүлгә ике сәғәттән саҡ ҡына ашыу ваҡытта килеп еттек. Ҡандра-Ҡотой ауылына боролған ергә тиклем 146 саҡрым тирәһе.
Трассанан ташлы юлға төшкәс, машинаның тиҙлеге ныҡлы кәметелде. Ял итеү базаһына тиклем ошолай барасаҡбыҙ икән. “Бынау ҡәҙәр бай районда шул ғына араға асфальт йәйә алмайҙармы? Төрлө яҡтан ағылған туристар алдында уңайһыҙ түгелме икән?” тигән уй үтте баштан. Ләкин уның артынан уҡ Бөрйән районындағы Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы директорының һүҙҙәре иҫкә төштө. “Юлдар ҡәнәғәтләнерлек. Туристар ҙа беҙгә тап ошондай тигеҙһеҙ, көрт баҫҡан йә соҡор-саҡырлы урындарҙан үтеү теләге менән киләлер, – тигәйне ул. – Ғөмүмән, ҡурсаулыҡтарҙа, тәбиғәт парктарында асфальт булырға тейеш түгел. Ул йәнлектәргә лә, ҡоштар өсөн дә зарарлы. Мәҫәлән, һуйырҙар ҡырсынлы юлға сығып ултырырға ярата. Заман уңайлылыҡтары һөҙөмтәһендә уларҙың байтағын юғалттыҡ...”
Ә бындағы һыуҙа, ана, аҡҡоштар йөҙөп йөрөй! Ишетеп-белеүебеҙсә, улар йыл да Ҡандракүлгә ҡайтып бала сығара, йәй буйы күлде йәмләп йәшәй. Бында нәҡ шуларҙы күреү өсөн генә килгән кешеләр ҙә бар, тиҙәр. Ҡанатлы йән эйәләре биләмәнең айырым ҡурсаланыуын, тимәк, үҙҙәренә һис кем теймәҫен һиҙеп-беләлер. Таҙа һыулы күлде элек-электән ҡондоҙҙар ҙа үҙ иткән, ошо урында быуалар яһағандар. Күлдең атамаһы тап шул йәнлеккә бәйле барлыҡҡа килгән тигән фараз да йәшәй.
Әйткәндәй, атаманың килеп сығышына бәйле йәнә бер вариант бар. “Ҡандра” һүҙе “хан” һәм “тора” тигән өлөштәрҙән хасил, тиҙәр. Икенсеһе (“тора”) иҫке төрки телендә ҡәлғә төшөнсәһен биргән. Йәғни Ҡандракүл “хан ҡәлғәһе күле” тигәнде аңлата.
Кем тиҙерәк –
шул беренсеҠандра-Ҡотойға еттек. Күлгә терәлеп тигәндәй ятҡан бер генә урамлы боронғо башҡорт ауылында өйҙәр йылдан-йыл төҙөкләнә, заманса төҫ ала. Ике магазин бар икән. Береһенең янында өлкән йәштәге ағай тап булды.
– Сауҙа урындары артыу менәнме ни... Мәктәп башланғысҡа ҡалдырылып ҡуйҙы, – тип тәүге яҡшы тәьҫораттан ҡанатланған күңелде тиҙ арала “ергә төшөрҙө” ул. – Һүҙ юҡ, һәйбәт йәшәйбеҙ. Ауыл, район хакимиәттәре халыҡ үҙ ерендә ҡалһын өсөн барлыҡ мөмкинлекте булдырырға әҙер. Әле беҙҙә, мәктәп менән магазиндарҙан тыш, мәсет, клуб эшләй, колхоз бар. Рейс автобустары ла ауылдыҡыларҙы инеп алып китә. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡтың күпселеге ситтә аҡса табырға тырыша. Мәҫәлән, Ҡандра ауылына, Туймазы, Октябрьский ҡалаларына, Себер яҡтарына йөрөп эшләйҙәр. Үҙебеҙҙә шәхси кәсеп йәйелдерергә теләгәндәр юҡ тиерлек. Ә бының өсөн күпме мөмкинлек бар! Тыуған еренә йәбешеп ятҡандар күп булһа, мәктәп тә башланғысҡа ҡалдырылмаҫ ине бит.
Ысынлап та, ауыл кешеләре ниңә шәхси эш асырға йөрьәт итмәй һуң? Туристар бит ауылдың уртаһынан үтеп йөрөй – уларҙан күпме файҙа алырға мөмкин! Баҡһаң, сәбәбе шул икән: күл ҡунаҡтарын хеҙмәтләндереү юлдары бизнес “акулалары” тарафынан күптән яуланған. Әйткәнебеҙсә, был ауылда ике ҙур магазин эшләй, ял базаларында туристар өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар, шул иҫәптән аҙыҡ-түлеккә лә ихтыяж кисермәйҙәр. Бындай уңайлыҡтарҙы тыуҙырғандарҙың күбеһе – Туймазы, Октябрьский ҡалалары йүнселдәре.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, күлдең бире яғында ятҡан, элек-электән нефтселәр, тимер юлсылар төйәге булараҡ дан алған Ҡандрала ла магазиндар аҙым һайын. Эш рәтен белгән тәжрибәле йүнселдәр бихисап унда. Ауыл хужалығы йәрминкәләре йыш ойошторола. Туристар күп килгән саҡта сауҙа айырыуса гөрләп бара. Һөт продукциялары ғына түгел, еләк-емеш, йәшелсә, бал, миндек, дарыу үләндәре, балыҡ, ҡул оҫталарының сувенирҙары – барыһы ла йылдамлыҡ менән үтә. Ҡандракүлгә йыш килгән ҡунаҡтар ундағы сауҙагәрҙәрҙе танып-белеп бөткән, тиерлек.
Баҙар шулай яуланғанлыҡтан, Ҡандра-Ҡотой халҡы ситтәрәк тороп ҡалған.
– Быға башҡа берәү ҙә түгел, ә фәҡәт үҙебеҙ ғәйепле, – тип белдерҙе әлеге өлкән йәштәге әңгәмәсебеҙ. – Кем тиҙерәк – шул беренсе. Ләкин, нисек кенә булмаһын, Ҡандра-Ҡотойҙоң да үҙ йүнселдәре ҡалҡып сығырына ышаныс ҙур. Көн дә урамыбыҙ аша үткән, тимәк, тупһабыҙға саң ҡундырмаған ҡунаҡтарыбыҙҙы ситтә сәйләтеп йөрөү яҙыҡ булыр.
“Тәбиғәтебеҙгә мәрхәмәтле
булһындар ине”Урындағы халыҡты туристарҙың күплеге, йылдан-йыл арта барыуы бер яҡтан һөйөндөрһә, икенсенән, хафаға һалып та ала. Ни өсөн тигәндә, базаларға юл ошо ауылдан үткәнлектән, хәүефһеҙлек мәсьәләһе тыуа. “Ҡайһы саҡта, айырыуса йоманан йәкшәмбегә тиклем, хатта урам аша сығып булмай, – ти халыҡ. – Автотрассамы ни: машиналар бер-бер артлы геүләп үтеп тора. Хатта балаларҙы уйнарға сығарыу ҡурҡыныс булып китә”.
Ҡандра-Ҡотой халҡы бәғзе туристарҙың тәртибе менән дә ҡәнәғәт түгел. Баҡтиһәң, ял иткәндәрҙең байтағы, айырыуса палатка ҡороп йәшәгәндәр, усаҡ яғып ултырғандар үҙ артынан өймәләм сүп-сар ҡалдыра икән. Милли парк хеҙмәткәрҙәре уларҙың артынан йыя, әлбиттә. Ләкин һәр урынға өлгөрөү мөмкин түгел. Элегерәк ауыл халҡы үҙ яғын таҙалауға күмәкләп сығып ярҙам итешкән, әммә был эштең парк хеҙмәткәрҙәренең бурысы икәнлеген белдереп, бер-бер артлы баш тартырға тотонғандар. Уларҙың урынына мәктәп уҡыусылары сығарыла башлаған. Үҫмерҙәр ярҙамында йылына ике тапҡыр өмә уҙғарыу йолаға ингән. Хәҙер ҙә балаларҙы эшкә йәлеп итергә тырышалар. Тик, мәктәп башланғысҡа ҡалдырылғас, бәләкәйҙәр ул тиклем ни эшләй алһын?
Ғөмүмән, бында уҡытыусылар йәш быуынды тәбиғәткә ҡарата ихтирамлы итеп үҫтереүгә күп көс һала. Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар, ер-һыуҙы үҙләштереүгә нигеҙләнгән фәнни-тикшеренеү эштәре ойошторола. “Туризм мәҙәниәте” тигән төшөнсәгә айырыуса етди иғтибар бирелә.
– Әлегә күптәр ошоно аңлап еткермәй, – ти уҡытыусылар. – Туризм һәр яҡлап матур тармаҡ булырға тейеш. Ә беҙҙә нисек? Ситтән килеп, күлебеҙҙә рәхәтләнеп һыу инә, ҡомонда кинәнеп ҡыҙына, урманында ләззәтләнеп ял итәләр ҙә алмашҡа бысраҡ өйөп ҡалдырып китәләр. Ошо буламы туризм? Бөтөн ерҙә бит мәҙәниәт идара итергә тейеш. Уҡыусыларыбыҙға ошоно аныҡ миҫалдар нигеҙендә аңлатырға тырышабыҙ. Улар, ошо ерҙең буласаҡ хужалары, тыуған төйәгенең ҡәҙерен белеп, башҡаларҙан да шуны талап итергә өйрәнеп үҫергә тейеш.
Ҡандракүл беҙҙең йөрәгебеҙ кеүек. Ата-бабабыҙҙан ҡалған изге ҡомартҡылай ҡабул итәбеҙ уны. Ситтән килгән ҡунаҡтар ошоно аңлаһын, күлебеҙгә, тәбиғәтебеҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын ине, тип теләйбеҙ. Туризм ярҙамында төбәгенең матурлығын һаҡлаған илдәр бар бит, шуларҙың тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк беҙгә.
Тапанырға
тура килмәйәсәк
Бына – ял базалары. Береһенән-береһе күркәмерәк, затлыраҡ йорттар. Һоҡланғыс коттедждарҙа йәшәү өсөн тәүлегенә 15 мең һум түләтеүҙәре мөмкин.
Урта хәллеләргә иҫәпләнгән йорттар ҙа барлыҡ заман уңайлыҡтарына эйә. Уларҙа тәүлегенә уртаса 500 һум түләп йәшәргә була. Дөйөм алғанда, 50-нән ашыу база эшләй бында. Өҫтәүенә “Гайдар” лагеры бар, ул йәй балаларҙы өс сменала ҡабул итә.
– Уҡыусылар бөтөн республиканан килә, – тине милли парк директоры урынбаҫары Айҙар Лоҡманов. – Лагерға быйыл да ныҡлы ремонт яһалды, тәрбиәселәр, вожатыйҙар, тренерҙар – барыһы ла тулы сафта, һәммәһе лә тейешле курс үткән.
Республиканың, райондың төрлө ведомстволары вәкилдәре ныҡлы тикшереү үткәреп, әҙерлекте яҡшы баһаланы. Ғөмүмән, беҙҙең өсөн иң мөһиме – балаларҙың хәүефһеҙлеге. Лагерҙың ҙур һыу ятҡылығының тап ярында урынлашыуы барыбыҙҙан да саманан тыш уяулыҡ, яуаплылыҡ талап итә. Хеҙмәткәрҙәр балаларҙың бер аҙымын да күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгел.
Лагерға килгән балаларҙан тыш, бында ата-әсәһе менән ял иткән малай-ҡыҙҙар ҙа бихисап. Өлкәндәргә уяу, иғтибарлы булыу кәрәклеген даими иҫкәртәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында үҙе кинәнеп ял итеп, балаһын ҡарарға онотҡандар ҙа осрап ҡуя. Ошо һәм башҡа осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, күл буйында тренерҙар, инструкторҙар алмашлап дежур итә. Ғөмүмән, ата-әсә күл буйында ял итеүгә еңел ҡарамаһын ине. Үҙең генә түгел, балаларыңды ла алып килгәнһең икән, яуаплылыҡ, уяулыҡ тағы ла көслөрәк булырға тейеш бит.
Айҙар Кәшфулла улы әйтеүенсә, күл ярында махсус йыһазландырылған өс пляж бар. Һыуҙың, ҡомдоң торошо айырым ойошмалар тарафынан даими тикшерелә, контролдә тотола.
– Кешегә үҙе өсөн эшләү мөмкинлеге киңәйгәс, шулай уҡ ойошма-предприятиеларҙа штат ҡыҫҡарыуға бәйле көнәркәшлек артҡас, йәмғиәтебеҙҙә көнө-төнө хеҙмәттән бушамағандар күбәйҙе. Улар эшенә күрә ялға ла хоҡуҡлы. Халҡыбыҙҙың ошо ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә бурыслыбыҙ, – ти Айҙар Кәшфулла улы. – Ҡунаҡтарға ниндәй хеҙмәт күрһәтә алабыҙ һуң? Улар һыу инә, ҡыҙына, катамаранда, кәмәлә йөрөй. Велосипед, канат юлдары бар. Ҡыш саңғы шыуыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Әлбиттә, беҙҙең аудитория Шүлгәнташ, Мораҙым, Ямантау, Яҡтыкүл һәм башҡаларҙыҡынан ныҡ айырыла. Халыҡты тауҙарға, мәмерйәләргә – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, яңы үрҙәр яулау, ерҙәр күреү, мөғжизәгә тарыу, ә шифаханалы урындарға дауаланыу маҡсаты килтерә. Беҙгә иһә кешеләр һыу инеү, рәхәтләнеп ятып ял итеү ниәте менән генә йөрөй. Шуға ла күптәр йоманан йәкшәмбегә тиклем булыусан. Ә хәҙер, күлле-диңгеҙле бәғзе илдәргә юл ябылғас, беҙгә оҙайлыраҡ ваҡытҡа, өҫтәүенә ҙурыраҡ шарттарға дәғүә итеп килеүселәр артырына шик юҡ. Тимәк, инфраструктураны яҡшыртыу мөһимлеге көнүҙәккә баҫты. Мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, туризмдың ошо йүнәлеше менән уңышлы шөғөлләнгәндәрҙең тәжрибәһен өйрәнәбеҙ, хеҙмәтләндереү өлгөләрен үҙләштерәбеҙ. Ғөмүмән, беҙгә бер урында тапанырға тура килмәйәсәк.
Етәксе әйтеүенсә, милли паркта йылына уртаса йөҙ мең самаһы кеше ял итә. Йәйге эҫе мәлдәрҙә халыҡтың көнөнә өс меңдән ашып киткәне бар. Афған, Чечен һуғыштары ветерандары, хаҡлы ялдағылар, күл буйындағы ауылдарҙа йәшәүселәр бушлай ял итә.
Тау шыуыу комплексында әлегә һил мәл. Шулай ҙа ундағы ҡунаҡхананан кеше өҙөлмәй. Менеджер Фәриҙә Миңзакир ҡыҙы әйтеүенсә, заманса бинала 34 бүлмә бар. Ике кешегә бер тәүлеккә иҫәпләнгән иң арзаны – 1900 һум. Был хаҡҡа иртәнсәк һәм кис туҡланыу ҙа индерелгән. Ҡунаҡхананың “Шале” исемле кафеһы бар. Атама, инглиз теленән тәржемә иткәндә, “ҡала ситендәге өй” тигәнде аңлата икән...
Был комплекстың биләмәһе хайран ҡалмалы матур. Бейек ҡарағайҙар араһындағы түңәрәк аҡланды хеҙмәткәрҙәр бөтөн күңелен һалып матурлаған. Һәр ерҙә – күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, декоратив ағастар, ағастан һырлап яһау оҫталарының, рәссамдарҙың ҡул эштәре. Ә урталағы сатырҙа никах, туй тантаналары, кәңәшмәләр, конференциялар ойошторола икән.
– Комплекстың асылыуына ете йыл булды, – ти менеджер. – Унан йыл әйләнәһенә халыҡ өҙөлмәй. Утыҙ кешегә эш урыны булдырылған. Хеҙмәткәрҙәребеҙ – эргә-тирәләге ауылдарҙан.
Ҡунаҡханала Тольятти ҡалаһынан Ирина Кондрашова менән осрашып һөйләшергә насип булды. Ул 12 йәшлек ҡыҙы менән килгән.
– Оля байтаҡтан астма сире менән яфалана, – тип бәйән итте әсә. – Икенсе йыл инде Ҡандракүлгә киләбеҙ. Бындағы ылыҫлы ағастарҙың шифаһы тейә. Ошоно күҙ уңында тотоп, күл буйында ниндәйҙер дауалау учреждениеһы асылмаҫмы икән тигән теләктәмен.
* * *
Базалар алдында бихисап машина теҙелгән. Күбеһенең дәүләт номерында “116 rus” тип яҙылған. Мәҫәлән, Рамазановтар ғаиләһе Бөгөлмәнән килгән. “Йыл да ошо ваҡытта бер аҙна ял итеп ҡайтабыҙ, – ти улар. – Ара яҡын, хеҙмәтләндереү һәйбәт, хаҡ та юғары түгел. Күлдең шул ҡәҙәр тыныслығы, тап-таҙа һыуы һоҡландыра”.
Ә Һамар ҡалаһынан ике балаһы менән килгән Григорьевтар йәштәрҙең ныҡ шаулауына, аҙып-туҙып йөрөп көн үткәреүенә зарланып алды. “Ял итеү урынында дөйөм мәҙәни ҡағиҙәләр булырға тейештер, – ти улар. – Башҡаларға ҡамасаулап, көноҙоно музыка ҡысҡыртыу, артыңдан сүп-сар ҡалдырып китеү – ҙур тәрбиәһеҙлек билдәһе. Ял итеү түгел ул”.
Благовещен районынан килгән йәш пар аҡҡоштарға һоҡланыуын ихлас бәйән итһә, Йәрмәкәй егете Динар велосипедта уҙышыуҙан алған тәьҫораттарын уртаҡлашты, Октябрьскийҙан Лариса Петровна аҡланда еләктең күплеген ғәжәп итеп һөйләне, Ҡандранан Хәлит ағай тотҡан балығын күрһәтеп маһайҙы...
Эйе, һәр кемдең күңелен ҡандыра Ҡандракүл. Тик барыһы ла уның изгелегенә яҡшылыҡ менән яуап бирәме һуң? Бына бит әле лә хеҙмәткәрҙәр бөгөн иртән ҡайтып киткәндәрҙең артынан ике арба сүп-сар түгеп килде. Был, һис шикһеҙ, Ҡандра-Ҡотой ауылы халҡы күтәргән мәсьәләгә барып төртөлә. Дөрөҫ әйтә улар: ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәндәй, ҡырҙан килгәндәрҙән тәбиғәтебеҙгә ҡарата ихтирам талап итеү мөһим. Бының өсөн урындағы халыҡ ситкә китмәҫкә, ошо ерҙә төп хужа икәнен онотмаҫҡа тейеш. Юғиһә тәбиғәттең матурлығын күрһәтергә, аҡса эшләргә теләп, киреһенсә, уны яралау, һуңғы сиккә еткереү ихтималлығы бар бит.
.