Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Батырҙар ауылда үҫәСтәрлетамаҡ физик культура институтында “Сәләмәт тормош өсөн көрәш!” акцияһына ярашлы милли көрәш буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтте.
Әһәмиәтле сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолдо. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр, милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар һәм матбуғат конференцияһы уҙғарылды.
Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры, профессор Миҙхәт Мусаҡаев, тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, милли көрәштең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы етди һөйләшеүҙе тап ошо институтта ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне. Ысынлап та, спорт буйынса төрлө белгестәр әҙерләгән был уҡыу йорто милли көрәш буйынса кадрҙар әҙерләү үҙәге лә булып тора.
Осрашыуға Силәбе өлкәһенән дә делегация килеүе сараның йөкмәткеһен байыта төштө.
— Башҡортостанда милли көрәш беҙҙәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ үҫешкән, — тине Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Батырҙар ауылда үҫәМорис Йосопов. — Шөғөлләнеүселәрегеҙ ҙә күп. Семинарға үҙем менән, тәжрибә туплап ҡайтһындар тип, бер нисә тренерҙы ла алып килдем. Әле беҙ милли көрәште ныҡлы аяҡҡа баҫтырып ебәреү ниәте менән янып йәшәйбеҙ һәм шул маҡсатта ярайһы ҙур эштәр башҡарабыҙ.
Эйе, беҙҙең бил бирмәҫ көрәшселәребеҙҙән оҫталыҡҡа өйрәнергә була. Башҡорт көрәше һуңғы йылдарҙа тотороҡло үҫеш кисерә, абруйы арта, тимәк, көрәшселәр сафына баҫыусылар ҙа ишәйә. “Түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеүҙә ошо өлкәгә ҡағылышлы барлыҡ мөһим мәсьәләләр ҡуҙғатылды. “Милли көрәш буйынса күнекмәләрҙең төп ҡағиҙәләре”, “Милли көрәштә техник һәм тактик әҙерлек”, “Көрәшсе батырҙарыбыҙ — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тоҡомо” кеүек темаларға мауыҡтырғыс лекциялар уҡылды. Бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны, район һәм ҡала округтарында милли көрәште үҫтереү буйынса эште әүҙемләштереү буйынса ҡарар ҡабул ителде. Шул бурыстарҙың бер нисәһе: милли көрәш менән шөғөлләнеүсе клуб һәм үҙәктәр селтәрен киңәйтеү, уларҙың эшен киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыу, Стәрлетамаҡ физик культура институтында спорттың ошо төрө менән шөғөлләнәсәк кадрҙарҙы әҙерләүҙе арттырыу.
Етди һөйләшеү буш һүҙ булып ҡағыҙ биттәрендә генә ҡалмаһын тип теләйбеҙ. Шул саҡта ғына башҡорт халҡының оло ғорурлығы булған көрәш Башҡортостан ерендә сәскә атыр, ә батыр егеттәребеҙ таһыллыҡ, оҫталыҡ данын юғалтмаҫ.
Ә ошо изге эштең башында тороусы Стәрлетамаҡ физкультура институты етәкселегенә “афарин!” тип әйтергә генә ҡала. 150-гә яҡын ҡунаҡты ҡаршы алыу, хеҙмәтләндереү, ҡунаҡханаға урынлаштырыу мәсьәләләрен улар ҙур ойошҡанлыҡ менән атҡарып сыҡты. Иң мөһиме — милли көрәш буйынса үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Бил бирмәһен егеттәр

Һуңғы осорҙа милли көрәште үҫтереүгә Хөкүмәт тарафынан иғтибар артты. Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла төрлө семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, милли көрәш буйынса район, ҡала һәм республика кимәлендә ярыштар ойоштороп тора. Шулай ҙа был спорт төрөн йәйелдереү өсөн үҙ эшен төплө белгән кадрҙар, йәғни тренерҙар кәрәк беҙгә. Спорт залдарында көрәш келәмдәре етешмәй. Бөгөн беҙ түңәрәктәр эшләп килгән ауылдарға келәмдәр бүләк итәбеҙ. Башлаған изге эшебеҙҙе киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Көрәшселәр рәтен һәләтле йәштәр менән тулыландырырға ниәтләйбеҙ. Иманым камил: ил, донъя кимәлендә Башҡортостан данын таратыр, бил бирмәҫ егеттәребеҙ буласаҡ беҙҙең!
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.


“Алыш бармы, көрәш бармы?”

Мин оҙайлы ваҡыт дауамында, төрлө сығанаҡтарға таянып, милли көрәштең тарихын өйрәндем. Көрәш элек-электән башҡорт халҡының иң киң таралған милли ярыштарының береһе булып һаналған. Ул — беҙҙең тормошобоҙ, тарихыбыҙ, йолабыҙ. Батырҙар бәйгеләре менән милләтебеҙгә, тарихыбыҙға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Шуның менән бергә тормошта ла көрәшеп йәшәргә өйрәнәбеҙ.
Борон һәр ир бала көрәш менән шөғөлләнеп үҫергә тейеш булған. Был уның холҡон тәрбиәләгән, оло һынауҙарға әҙерләгән. Келәмгә сыҡҡан батырҙа физик көстән тыш, тәрән аҡыл, рухи көс, йылғырлыҡ, хәйләкәрлек тә бар. Шуға ла борон халыҡ үҙҙәренең башлығы итеп нәҡ ана шундай таҫылдарҙы һайлаған. Халҡыбыҙҙа элгәре көрәшә белмәгән ир-ат булмаған, әммә был сабыйҙы аяҡҡа баҫҡас та ҡулына билбау тоттороп келәмгә сығарыуҙы аңлатмаған. 12 йәшкә тиклем баланы теоретик яҡтан өйрәткәндәр: батырҙар тураһында һөйләп, көрәш ҡағиҙәләре менән таныштырып, уның нигеҙенә төшөнөргә ярҙам иткәндәр. Малайҙарҙың һөйәктәре нығынғандан һуң ғына, уларҙың был өлкәләге белемен ғәмәлдә һынауға күскәндәр.
Заманалар үҙгәрә килә. Көрәш тә ярайһы күп үҙгәреш кисергән. Мәҫәлән, әле келәмдә осрашҡан ике батыр йыш ҡына бер-береһен ихтирам итмәй, ҡағиҙәләрҙе боҙа (аяҡ сала, ҡурҡыныс тауыштар сығарып ҡысҡыра, бөйөрҙәрен ҡыҫырға тырыша, тән ағзаларын ауырттырһа йәки йәрәхәтләһә ҡыуана). Бындай ҡыланыштар башҡорт батырҙары өсөн хас түгел. Элек-электән еңеүсегә бүләккә һарыҡ биргәндәр, ә бөгөн көнкүреш әйберҙәре тапшыралар. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихын, рухын һаҡларға теләйбеҙ икән, тимәк, киләсәк быуынға уны нисек бар, шулай еткерергә бурыслыбыҙ. Элек бер-береһенә таныш булмаған ике батыр осрашһа: “Алыш бармы, көрәш бармы?” — тип оран һалыр булған һәм был һүҙҙәрҙе башҡорт ҡына түгел, татар, ҡаҙаҡ, славян һәм башҡа батырҙар ҙа аңлаған. Был һорауға улар: “Көрәш бар!” — тип яуаплаған. Шуны иҫәпкә алып, киләсәктә һәр ярышты ошо оран менән асырға тәҡдим итәм.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,
сәсәниә.


Кәңәштәр ярап ҡалды...

Көрәш менән 17 йыл шөғөлләнәм, ярышта ҡатнашыу, мәктәп йәшендәге балаларҙы оҫталыҡ серҙәренә өйрәтеү буйынса ла тәжрибә туплап өлгөрҙөм. Шуны әйткем килә: бындай саралар йышыраҡ ойошторолһа ине. Бөгөн был йүнәлештә эшләгән тренерҙарҙың тәжрибәһе ҙур булһа ла, теория яғы аҡһай. Ҡала ерлегендә нисектер, ә ауылда проблемалар күп. Ғәҙәттәгесә, келәм, ҡорамалдар етмәй. Ярыштарға уҡыусыларҙы йәлеп итеү үҙе бер бәлә. Нисек кенә булмаһын, буласаҡ чемпиондарға нигеҙ ябай ауыл һәм ҡала мәктәптәрендә һалына. Беҙ, тренерҙар, үҙебеҙҙең йәһәттән малайҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, көрәш секцияларына йәлеп итәбеҙ, тәүге алымдарға өйрәтеп, ярыштарға сығарабыҙ. Семинарҙы үткәреүселәргә барыбыҙ исеменән оло рәхмәт.
Рәмзит ҒӘЛИӘКБӘРОВ,
Үтәгән ауылы мәктәбенең көрәш секцияһы тренеры.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Кубок булдырыласаҡ

Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағында 68 спорт мәктәбе бар, шуларҙың 47-һендә көрәш секцияһы эшләй. Дүрт меңгә яҡын бала шөғөлләнә, улар менән 139 тренер эш итә. Бөгөнгө сараның әһәмиәте тәжрибә уртаҡлашыу, белемде камиллаштырыу йәһәтенән бик ҙур. Милли көрәш буйынса Мәғариф министрлығы кубогын булдырырға ниәтебеҙ ҙә бар.
Рәшит КӘРИМОВ,
Башҡортостанда Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы начальнигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199