Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ниңә таяҡ менән йөрөйһөң?”
“Ниңә таяҡ менән йөрөйһөң?” Мәмбәттә скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр күбәйә
Ҡышын тыуған ауылымда бер нисә ҡатындың кисен саңғы таяҡтарына таянып йөрөүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Кемеһелер ауылдаштарының был аҙымын хуплаһа, икенселәре көлкө күреп ҡабул итте. Әммә матур башланғыстың дауамлы булыуы, әйҙәүсеһенә башҡаларҙың ҡушылыуы хуплауға лайыҡ. Белеүемсә, Күсейҙә байтаҡ ҡатын-ҡыҙ скандинавса йөрөүҙе үҙ иткән. Хәйер, бындай “сәйер” кешеләрҙе Баймаҡ районында ғына түгел, Хәйбулла тарафтарында ла осратырға насип итте.
Мәмбәт ауылында спорттың был төрө менән 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә. Һәр кис һайын ауыл янындағы күпергә ыңғайлаған төрлө йәштәге бер төркөмдөң таяҡҡа таянып атлауы тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ күренһә лә, һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле. Скандинавса йөрөү йәки атлау – физик әүҙемлектең бер төрө, махсус таяҡтар ярҙамында атлау техникаһы. Ул Финляндияла барлыҡҡа килгән. 1990 йылдарҙа бөтә донъяла билдәлелек яулай. Былай атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулдары хәрәкәтләнә, 46 процентҡа күберәк калория сарыф ителә. Һөҙөмтәһе күҙгә күренә, ти мәмбәттәр.
Алдан әйтеүемсә, әйҙәүсеһе булғанда эйә­реүсеһе табыла. Ауылдаштарына тәүге тапҡыр был йөрөштө Зинира Рафиҡова күрһәтә. Ә уға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артисы, улы Морат Рафиҡов тәҡдим итә. Әсәһенең йыш сирләүен, кәүҙә ауырлығының артыҡ булыуын күргән улы ҡайтҡан һайын төрлө күнекмәләр яһау өсөн массаж тубы, келәм алып ҡайта. Әммә һөҙөмтә һиҙелмәй. Яңы йылға скандинавса йөрөү өсөн махсус таяҡтар һәм уны ҡулланыу буйынса видео бүләк итә. Үҙе әсәһен ҡыҙыҡһындырыу өсөн Интернет селтәрендәге был физик әүҙемлектең төрө буйынса төрлө видеояҙма, шөғөлләнеүселәрҙең фекере менән таныштыра, атлау ҡағиҙәләрен өйрәтә.
Әгәр атлағанда йәки йүгергәндә көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинавса йөрөү тәндең бөтә мускулдарын эшләтә. Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөр­гәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай. Атлағанда арҡаны тура тоторға кәрәк, эйелергә ярамай. Ҡул алда барғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында – яҙырға. Үксәнән аяҡ осона баҫып хәрәкәт итеү мотлаҡ.
Бигерәк тә ҡан баҫымынан, быуындар һыҙ­лауынан интегеүселәргә, тән ауырлығынан ҡотолорға теләүселәргә был шөғөл бик уңай. Даими йөрөү ҡан тамырҙары, йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ауыл китапханасыһы Вәсилә Мәмбәтова тормош иптәше Дияр Барлыбаевты ла скандинавса йөрөүгә ылыҡтырған. Был ғаилә көн һайын үҙ ваҡытына ҡарап, көнөнә бер нисә саҡрым ара үтә.
– Китапханала ойошторолған “Хужабикәләр” түңәрәгенә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар менән кәңәшләшеп, ауылдаштарыбыҙҙың сәләмәт тормош алып барыуын хупланыҡ һәм үҙебеҙ ҙә берҙәм ҡушылдыҡ, – ти Вәсилә Мәмбәтова. – Тәүҙәрәк кемдер талдан ҡырҡып йәки саңғы таяҡтары менән сыҡһа, бөгөн күбеһенең махсус таяҡтары бар. Иң өлкәнебеҙ Рәхимә Турғаеваға 76 йәш булһа, иң бәләкәсебеҙгә – 8. Ғәзиз Мәмбәтовты әсәһе Айгөл Әмир ҡыҙы алып килде, бөгөн бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул да ихлас шөғөлләнә.
Скандинавса йөрөштө үҙ итеүселәр араһында йәштәрҙең булыуы бигерәк тә хуплауға лайыҡ. Мәҫәлән, ябығыу маҡсатында килгән 16 йәшлек Гүзәл бөгөн һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт. “Киләсәктә табип булырға хыялланам, сәләмәт тормош алып барыуым буласаҡ шөғөлөмдә ярҙам итәсәк, – ти ул. – Өлкәнәйгәс бөкрәйеп йөрөмәҫ өсөн серле таяҡты хәҙерҙән үк ҡулға алырға кәрәк”.
Таяҡ тотоп атлауҙы үҙләштереүселәрҙең күбеһе кәүҙә­ләрендә еңеллек тойоп, рәхәт булыуы хаҡында белдерә. “Ябыҡтыҡ”, – ти улар. Мәҫәлән, шөғөл­ләнә башлар алдынан ауырлығы 94 килограмм булған Зинира Рафиҡова хәҙер – 15, әхирәте Хәлимә Ҡәйепова 12 килограмға ябыҡҡан. Дөйөм алғанда, Мәмбәт ҡатын-ҡыҙҙары 100 килограмға яҡын ауырлыҡтарын кәметеүгә өлгәшкән.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, скандинавса йөрөштөң һөҙөмтәләре иҫ киткес, сөнки бында төп нигеҙ булып бөтә мускулдарҙың хәрәкәте тора. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, алдарына ҡуйған маҡсаттарынан ситкә тайпылырға йыйынмай ауыл халҡы. Киреһенсә, көндән-көн камиллаша барып, бөгөн махсус таяҡтар ярҙамында төрлө күнекмәләр яһай, яңы күнегеүҙәр өйрәнә.
Ҡасандыр сәйер күренешкә аптырап, бер-береһенән “Саңғың ҡайҙа?”, “Һыйырың сығып киттеме? Нишләп таяҡ менән йөрөйһөң?” тип һораһалар, бөгөн ғәжәпләнеүселәр юҡ ауылда. Зинира Рафиҡованың улы Мораттың тырышлығы менән тотош ауыл халҡын сәләмәт тормош юлына баҫтырған изге башланғыс киң ҡолас алып, мәмбәттәрҙең йәшәү рәүешенә әйләнгән.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 774

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 393

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 427

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 283

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 266

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 427

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 230

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 097

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 200

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 072