Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш аҫтындағы урын ни хаҡ?
Ҡояш аҫтындағы урын ни хаҡ? Быйыл республика халҡы туризмдың арзаныраҡ йүнәлештәренә өҫтөнлөк бирә

Иҡтисади көрсөк Башҡортостан халҡының ҡулланыусы булараҡ ихтыяжына ла тәьҫир итмәй ҡалманы — күптәр тәү сиратта ял итеүгә сығымдарын ҡыҫҡартты.


Билдәле булыуынса, быйыл Яңы йыл каникулдарын күпселек туристар өйҙәрендә үткәрергә мәжбүр булды. Сәбәбе — сит ил турҙарына хаҡтарҙың саманан тыш күтәрелеүе. Әгәр бер йыл элек яҡынса 85 мең һумға ике кеше ял итеп ҡайтһа, хәҙер 140 мең һум да етмәй. Ғинуар урталарында хаҡтар бер аҙ “ауыҙлыҡланғас”, ниндәйҙер йәнлелек һиҙелеүен-һиҙелгәйне лә, тик барыбер ҙә үткән йылдар менән сағыштырырлыҡ түгел.
Өҫтәүенә Төркиәгә юл ябылды. Уның урынына Таиланд, Вьетнам, Һиндостан кеүек йылы илдәргә барыусылар артып китте, әлбиттә. Әммә, әлеге лә баяғы, хаҡтары тешләшә. Төркиә менән Таиландты сағыштырып булмай ҙабаһа... Ғөмүмән, быйыл белгестәр туристарҙың бермә-бер кәмеүен билдәләй. Уларҙың хатта ихтыяждары ла башҡасараҡ, ти улар. Мәҫәлән, ошоғаса биш йондоҙло ҡунаҡханаларҙан сығышмаған туристар, бөгөн дүрт, өс “йондоҙлоһон” һайларға мәжбүр. Ни эшләйһең, көрсөк... Өфө ҡалаһындағы бер турист агентлығы директоры Гүзәл Васильева әйтеүенсә, бындай тенденция былтырҙан күҙәтелә һәм әле лә дауам итә.
Шулай ҙа ял итергә теләүселәр барыбер ҙә юлын таба. Әйтәйек, һуңғы ваҡытта кредитҡа ял итеү алымы киң таралып киткән. Кәрәкле сумманы юллауы ла күпкә еңелерәк. Мәҫәлән, элегерәк банктар 70 мең һумдан да кәм кредит бирмәһә, хәҙер теләһә ниндәй сумманы һорарға мөмкин. Тик һуңынан аҡсаны өлөшләтә дүрт-алты ай эсендә кире ҡайтарырға кәрәк.
— Өфөнән тура Таиландҡа, Һиндостанға осҡан чартер рейстары 31 марттан туҡтатылды. Әммә Азияның көньяҡ-көнсығышында ял итергә теләүселәр был тарафтарға Мәскәү аша юллана ала, — ти Гүзәл Васильева. — Апрель аҙаҡтарында авиакомпаниялар Мароккоға һәм Тунисҡа ла осоштарҙы тергеҙмәксе.
Өфө аэропортынан хәҙер Барселона, Прага, Бургас ҡалаларына ла, Грецияның һәм Рәсәйҙең курорт зоналарына ла тура осорға мөмкин. Лоукостерҙар (бюджет ҡарамағындағы авиакомпаниялар) хатта бер мең һумға (юл хаҡы ғына инә) Европаға ла алып барып ҡайтырға риза. Хәйер, бындай осһоҙ билеттарҙың халыҡтың нисә процентына тәтеүен күҙаллауы ауыр, әлбиттә — акция осоронда улар күҙ асып йомғансы таратылып бөтә. Уның ҡарауы, туризмдың был йүнәлеше күпкә арзаныраҡ килеп сыға. Шуға ла күптәр туроператорҙарҙың хеҙмәтен ҡулланмай ғына үҙаллы сәйәхәт итеүҙе хуп күрә башлаған — самолетҡа билетын да, ҡунаҡхана, отель мәсьәләһен дә, виза юллауҙы ла үҙҙәре хәл итә. Әлбиттә, туризмдың был йүнәлеше башлыса тәүәккәлдәргә генә килешә. Ни тиһәң дә, ете ятып бер төшөңә инмәгән сит тарафҡа яңғыҙың сығып китеү уйын эш түгел. Шуға ла һағыраҡтар көрсөк тип тормай барыбер ҙә туроператорҙар менән эшләүҙе хуп күрә. Бар нәмәне аҡса менән генә сикләргә ярамай ҙабаһа.
Аҡса тигәндәй, туризм тармағында осһоҙҙоң да самаһы була. Әгәр туроператорҙар һеҙгә төрлө ташламаларға һылтанып, байтаҡҡа арзан ҡу­наҡхана йә иһә башҡа төрлө хеҙмәт тәҡдим итә икән, был осраҡта шатланырға түгел, һағайырға кәрәк. Ғәҙәттә, бындай алымды еңел аҡса артынан ҡыуған туроператорҙар ҡуллана — һеҙҙән алынған килем путевканы алданыраҡ алған туристың юлына тотонола. Үҙенә күрә финанс пирамидаһы инде. Ә бындай алыш-биреш, ҡағиҙә булараҡ, ҡорбанһыҙ үтмәй. Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел: былтыр йыл аҙағында нәҡ ошондай система буйынса эш иткән ярайһы уҡ билдәле генә турист фирмаһы бөлгөнлөккә төштө. Ә аҡсаларын түләп тә ялдан мәхрүм ҡалған туристар әле булһа суд тупһаһын тапай...
Хәйер, көрсөктөң ыңғай яҡтары ла бар. Ул тәү сиратта тармаҡты бер көнлөк фирмаларҙан таҙартты.
Икенсенән, сит илдәге ял­дың ҡиммәтләнеүе Баш­ҡорт­остан халҡының иғтибарын эске маршруттарға йүнәлтте. Был да үҙенә күрә көслө тенденция.
Бөгөн Рәсәй киңлектәрендә төрлөсә сәйәхәт итергә мөмкин. Шулай ҙа күпселек шәхси автомобилдәрендә йөрөүҙе өҫтөнөрәк күрә — ҡайҙа теләйһең, шунда туҡтап ял итәһең, багаж менән дә артыҡ йонсойһо түгел, үҙ машинаңда уңайлыраҡ та тигәндәй. Һуңғы ваҡытта хатта Ҡырымға, Краснодар крайы курорттарына, Кавказға, Абхазияға “тимер ат”ында барып ҡайтыусылар һаны бермә-бер артҡан. Әлбиттә, юл йөрөүҙең дә үҙенә күрә ауырлыҡтары бар, был тәү сиратта инфраструктураға бәйле. Әммә һәр кемдең үҙ ихтыяжы.
— Бай туристар өсөн Рәсәйҙә лә төрөк отелдәренән ҡалышмаған ҡунаҡ­ханалар бар, — ти Гүзәл Васильева. — Мәҫәлән, Сочи ҡалаһында йә булмаһа Ялтала. Хатта хаҡтары ла сит илдекеләр менән бер кимәлдә. Әйтәйек, бөгөн, ял миҙгеле асылмаһа ла, биш йондоҙло отел­дәге бар уңайлыҡтары булған номер алты тәүлеккә 108 мең һум тора. Йәй иһә хаҡтар 170 мең һумға барып етә. Шуға ҡарамаҫтан, июнгә бөтә номерҙар ҙа алдан алып ҡу­йылған.
Был, әлбиттә, люкс клас­тарына ҡараған ту­ристарға ҡағыла. Ә уртаса бюджетлы ялға килгәндә иһә, туроператорҙар башлыса төрлө маршрут буйынса автобус турҙары ойоштороу яғында. Шул уҡ Мәскәүгә булһынмы йәки Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларына һәм башҡа тарафтарға.
— Бындай сәйәхәттәр яҡынса 12 мең һумға барып баҫа, — ти туроператорҙар.
Башҡортостандың да туристик ресурс­тары ифрат ҙур: 300-гә яҡын карст мәмерйәһе, 600 йылға, 800 күл, мәғрур тауҙар... Шулай ҙа күптәр шифаханаларға өҫтөнлөк күрһәтә: улар йыл әйләнәһенә эшләй. Туризмдың башҡа төрҙәре башлыса йәйен генә йәнләнә. Миҙгелгә бәйлелек — төбәктәге туризмдың үҫешен көйләгән төп ҡаршылыҡ. Шуға ла туроператорҙар йәй мөмкин булғандың барыһын да ойоштороп ҡалырға тырыша. Һуңғы йылдарҙа ғына тиҫтәләгән яңы маршрут асылды, тематик туҡталыштар ойошторолдо, турист базалары сафҡа инде. “Урал батырҙың алтын билбауы” исемле маршрут үҙе генә ни тора. Ул Урал тауҙарының алтын ятҡылыҡтары буйлап үтә. Ғөмүмән, һәр муници­палитеттың үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ турист маршруттары төҙөлгән һәм төҙөлөш дауам итә. Әммә былар хаҡында ишетеп-белеүселәр генә аҙ. Республика туризмының төп бәләһе — мәғлүмәттең етешмәүендә. Интернетта Башҡортостан туроператорҙарының исемлеген табыу, улар тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алыу әле булһа ауырлыҡ тыуҙыра. Сайттарын асһаң да, рес­публикабыҙҙың матурлығын, хозурлығын данлауҙан ары китмәгәндәр. Ә бөгөнгө тормош шарттарында матурлыҡ менән генә тармаҡты үҫтереп буламы икән? Күп кенә сайттарҙа мәғлүмәт бөтөнләй яңыртылмай.
Ә бит туристар ҙа юҡ түгел. Йыл һайын меңәрләгән кеше республикабыҙға килеп ял итә, һаулығын нығыта, тәбиғәт ҡомартҡыларына һоҡлана. Әммә был ғына аҙ. Әйтәйек, Швейцария биләгән майҙаны буйынса Башҡортостандан бер нисә тапҡырға бәләкәйерәк. Уның ҡарауы, бюджетының 15 процентын тап туризм тармағынан алынған табыш тулыландыра. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки бында, ғөмүмән, сит илдә һәр клиент өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Турист улар өсөн алтынға бәрәбәр. Һәм был дөрөҫ тә. Улар белә: әгәр һин бөгөн клиенттың күңелен яулайһың икән, иртәгә ул ғаиләһен, дуҫын, күршеһен алып киләсәк... Ә беҙҙә нисек? Туристар ҙа килә, ял итер өсөн урындар ҙа күп, маҡтанып, ғорурланып һөйләрлек ҡомартҡыларыбыҙ ҙа бихисап... Ә сервис юҡ. Беҙ хеҙмәтләндерә белмәйбеҙ. Ғөмүмән, туризм мәҙәниәтенә өйрәнмәгәнбеҙ.
Былар һүҙ ыңғайына ғына әйтелгән фекерҙәр. Асылда иһә һәр кем үҙенә оҡшағанын һайлай. Теләһә — Мысыр пирамидаларын, теләһә — Ҡара диңгеҙҙе, теләһә — Ағиҙел буйын... Хәйер, һуңғы осорҙа теләк кенә аҙ шул. Кем әйтмешләй, “деньги есть — Уфа гуляем, денег нет — Чишма сидим”...



* Турпакет һатып алаһығыҙ икән, мотлаҡ рәүештә договорға ҡул ҡуйыуҙарын талап итегеҙ. Уны сәйәхәттән йөрөп ҡайтҡанғаса һаҡлағыҙ.
* Договорҙа туроператорҙың тулы исеме, адресы, телефондары, ойошманың берҙәм дәүләт реестрында теркәлеүе (www.russiatourism.ru сайтында тикшереп ҡарарға мөмкин), финанс гарантияһы (страховка компанияһының исеме, страховка ярҙамында ҡаплау суммаһы) тураһындағы мәғлүмәт, договорҙы өҙөү шарттары һәм штраф санкциялары күрһәтелергә тейеш.
* Турпакетығыҙҙа һеҙ туҡталасаҡ отелгә алдан бронь алыу тураһында ваучер, ике яҡҡа ла авиабилеттар булһын.
* Мотлаҡ медицина страховкаһы шарттары менән танышығыҙ.
* Мөмкинлегегеҙ булһа, туроператорҙың бөлгөнлөккә төшөү ихтималлығынан һаҡлаусы шәхси страховка килешеүен төҙөгөҙ — ошо документ ҡына тулы компенсацияны гарантиялай ала. Уны үҙегеҙ теләгән страховка компанияһында рәсмиләштерә алаһығыҙ. Хәйер, ҡайһы бер туроператорҙар был документты үҙҙәре лә тәҡдим итә.
* Туроператорға бер генә хеҙмәт өсөн түләгән хәлдә — ҡунаҡханаға алдан бирелгән бронь йәки авиабилет һатып алыу турпакет хаҡына инмәй. Төрлө сәбәп арҡаһында турист компанияһы эшмәкәрлеген туҡтатҡан хәлдә, йәшәү йәки билет хаҡын йәнә түләргә тура киләсәк.
* Ял иткән осорҙа төрлө аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, отель хакимиәтенең документтарығыҙҙы тартып алырға хаҡы юҡ.
* Сит илдә проблема килеп тыуа икән, кисекмәҫтән Рәсәй Федерацияһының шул дәүләттәге илселегенә мөрәжәғәт итегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 755

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 377

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069