Көйәрмән булараҡ, көнөмдө спорт яңылыҡтарын ҡарауҙан башлайым. Иң беренсе яҡташтарым ҡыҙыҡһындыра мине.
Әһә, бөгөн дә шатлыҡлы хәбәр бар икән. Өфөнән Реналь Ғәниев фехтованиеның рапира төрөндә Мәскәү өлкәһендә үткән Рәсәй турнирында еңгән. Ошо арала булған тыуған көнөнә шәп бүләк тә эшләгән! Декабрь аҙағында ғына баш ҡалалағы шундай уҡ мәртәбәле ярышта беренселекте алғайны. Афарин, йәйгеһен Лондонда уҙасаҡ олимпиадала өмөтләнер кешебеҙ бар, тимәк.
Ҡыуаныс уртаҡ булһын тип, Реналдең өләсәһе Мәшүҙә Миңләхмәт ҡыҙына шылтыратам:
— Ҡотлайым! Ейәнегеҙ уңыш артынан уңыш яулай!
— Аллаға шөкөр. Әле минең отпуск мәле. Иртәнән һуң эшкә сығам, төшкөлөккә сәй эсергә кил, — тип яуаплай ул.
“Һаман эшләп йөрөйһөгөҙмө ни?” — тип саҡ ысҡындырманым. Инде күптән хаҡлы ялда булһа ла, алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр, балалар поликлиникаһында хужалыҡ эшен алып бара. Кешеләр менән аралашырға яратҡан алсаҡ, теремек, буй-һын, йөҙ матурлығын да ташламаған 80-гә етеп барған Мәшүҙә апай бүтәнсә булдыра ла алмай.
...Уның менән ун йыл элек танышҡайныҡ. Ә 2004 йылда Реналь Ғәниев Грецияла уҙған ХХVIII йәйге Олимпия уйындарында командалар араһында бронза миҙал яулағас, бигерәк йыш хәл белешеп йәшәй башланыҡ. Иҫемдә, хатта ейәне ҡайтыр көндө урам сатында осрашҡайныҡ. “Реналдең уңышы менән ҡотлайым! Иртәгә ҡайтасағын беләһегеҙҙер бит?” — тип ҡысҡырам машина тауыштарын еңергә тырышып. “Рәхмәт, бәбекәйем, самолеттары ҡасан була икән?” — ти ул, йәнләнеп. “Таңғы 5-тә, тиҙәр”.
Ул саҡта дүрт кешенән торған Рәсәй командаһының яртыһы Башҡортостан вәкилдәре ине. Реналь дә, Руслан Нәсибуллин да — Өфө егеттәре. Русланға – 24 йәш, тәжрибәлерәк. Ә бына Реналгә – 19 ғына! Әммә беҙҙең спортсыларҙың Олимпиадаға эләгеүенә тап ул тос өлөш индерҙе. Шуға күрә унда запас уйынсы сифатында ғына барасаҡ егетте төп составҡа алдылар. Уйындар барышында ла һынатманы, ҡаушап ҡалманы. Шәхси беренселектә донъяның дүрт иң яҡшы рапирасыһы иҫәбендә финалға сыҡты. Лайыҡлы алышты, ләкин тәжрибә генә етеңкерәмәй, һуңғы урында ҡалды. Әммә ул ваҡытта фехтование буйынса иң шәп спортсыларҙың рейтинг-битендә 52-се генә урында торған йәш егет өсөн был да уңыш ине.
Ә командалар ярышында өмөттө аҡланы Реналь. Ярымфиналда ғына иптәштәре менән иң көслө рапирасылар булараҡ дан тотҡан итальяндарҙан еңелеп ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә бронза миҙал өсөн көрәшергә тура килде. Ә уныһында инде американдарҙы 45:38 иҫәбенә ҡыйраттылар. Был бронза — 1988 йылдан алып Башҡортостан фехтованиеһы оҫталары яулаған икенсе миҙал. Сеулдағы Олимпиадала Әнүәр Ибраһимов та команда составында еңеп сыҡҡайны.
Реналь Европа, донъя чемпионаттарында ла миҙалһыҙ ҡалмай тиерлек. 2004, 2007, 2009, 2010 йылдарҙа шәхси һәм команда беренселегендә беренсе йә икенсе-өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
Ә бына быйылғы йәйге Олимпиада алдынан һөҙөмтәләре нисек? Былтыр ил чемпионатында ла, Рәсәй кубогына ярыштарҙа ла шәхси һәм команда беренселегендә — чемпион, Европа чемпионатының икеһендә лә бронза призеры булды, Донъя кубогы этаптарында икенсе-өсөнсө урындарҙан төшмәне. Һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, Олимпиадаға эләгергә яҙһын хәҙер.
Ошо уңыштарына ниндәй юлдар аша килгән һуң Реналь? Ул саҡта 11 йәшлек малай ҡаланың 115-се мәктәбендә уҡый. Бер көндө класс бүлмәһенә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүпов килеп инә. Секцияға малайҙар ҡарап йөрөй икән. Бөтәһенең араһынан бер Реналде һайлап ала ул. Күрәһең, уның һулаҡай булыуын шәйләгәндер. Ундайҙарҙың реакцияһы етеҙерәк, ә фехтованиела, тенниста, бокста был бик мөһим.
Малай тырышып шөғөлләнә башлай. Бер аҙҙан 5-се республика спорт мәктәп -интернатына күсә. Уны тамамлағас, Башҡортостан физик культура институтына уҡырға инә. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
Реналь эшһөйәр ғаиләнән. Әсәһе Әлфиә Рауил ҡыҙы ғүмер буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Атаһы Рәмил Хәләф улы менән Илдар ағаһы халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә. Егет үҙе лә туған йәнле, донъяның ҡайһы мөйөшөндә булһа ла, телефон аша бәйләнеште өҙмәй.
— Аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, миңә йүгереп килә. Баҡсала булыша. Нимә эшләйем, тип өлтөрәп кенә тора. Ә бит аҙҙан да күңел була. Әле бер интервьюһында уңышының сере менән ҡыҙыҡһынғастар: “Мин ярышҡа киткән һайын нәнәйем, фатихаһын биреп, доғаларын уҡып ҡала бит”, тигән бәбекәйем”, — тип Мәшүҙә апай бәхетле йылмая.
Эйе, беҙҙең өсөн Реналь ғорурланырлыҡ яҡташыбыҙ булһа, өләсәй кешегә — һөйөп туя алмаҫлыҡ ейән. Нисек булһа ла, уның барыбыҙҙы ла ҡыуандырыр көндәре алда күберәк көтһөн. Бәлки, Грециялағы Олимпиада осорондағыға оҡшаш хис-тойғоларҙы ҡабат кисерергә лә яҙыр. Юҡҡа ғына Реналь исеменең мәғәнәһе “яңынан тыуыу” түгелдер!
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.