Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Чемпион тажын кейгән Лилиә
Чемпион тажын кейгән ЛилиәДонъяға билдәле спортсы Лилиә Шаһыбалова-Шобухова Белорет тәбиғәтенән көс-ҡеүәт ала
Белорет ҡалаһынан Тирлән ҡасабаһына тиклем һуҙылған юлдан йөрөүселәр йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Яңыраҡ танышым да шундай ғәжәп күренешкә тап булған.
— Ҡаланы сығып, егерме саҡрым самаһы үткәс, юл ситенән йүгереп барыусы йәш кенә ҡатынды күреп ҡалдым, — ти ул. — Иғтибар итмәҫлек түгел ине шул: был хәтлем алыҫ араға сығыусы спортсыны йыш күрмәҫһең. Абайлабыраҡ ҡараһаммы... — Ошо урында әңгәмәсем, түҙемлегемде һынап, тынып ҡалды. — Баҡтиһәң, ул еңел атлетика буйынса донъя чемпионы Лилиә Шобухова булып сыҡты...
— Кит, юҡты һөйләйһең, яңылышҡанһыңдыр. Шобухова кеүек спортсы унда йөрөмәҫ...
— Билләһи, машинамды туҡтатып иҫәнләштем. Хатта автограф та бирҙе...
Рәсәйҙең спорт мастеры Лилиә Шобухова — республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең дә ғорурлығы! Шулай булмай ни, Чикагола уҙғарылған абруйлы марафондарҙа өс йыл рәттән еңеү — әле тарихта булмаған хәл! Тотош донъяны таң ҡалдырған Белорет һылыуы Лилиәне былтыр хаҡлы рәүештә “Донъяның йыл спортсыһы” тип танынылар. Ә бит бығаса Рәсәй спортсыларынан бындай юғары баһаға берәүҙең дә лайыҡ булғаны юҡ ине.
Яҡташыбыҙҙың ҡуйған рекордтары ла күптәрҙе көнләштерерлек. Ул Чикаголағы көсөргәнешле ярышта өс йыл рәттән еңеүе менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалманы, Лондонда уҙғарылған марафонда ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Унда 2009 һәм 2011 йылдарҙа — көмөш, ә 2010 йылда алтын миҙал яуланы. Пекинда, Афинала үткән Олимпия уйындарында ла уңышлы сығыш яһаны. Прагалағы ярыммарафонда ла беренселек кемдә булды тиһегеҙме? Әлбиттә, Лилиәлә!
Марафонда 40 саҡрымға уҙышыу өсөн күпме көс һәм түҙемлек кәрәк икәнен күптәр яҡшы аңлай. Тәү ҡарашҡа, көләс йөҙлө, талдай нескә һынлы ҡыҙҙың шул хәтлем алыҫ араны йүгереп үтеп, донъя рекордтары ҡуйыуына ышанмаҫһың. Был уңыштың сере нимәлә?
Белорет ҡалаһындағы кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы яңы йорттоң ишектәре һәр саҡ асыҡ. Килгән ҡунаҡтарҙы йорт хужабикәһе Лилиә Булат ҡыҙы йылы ҡаршылай. “Һеҙҙең менән осрашырға ине”, — тигәс, “килегеҙ, килегеҙ”, — тип ихласлап саҡырҙы. Ваҡытым юҡ бит әле, тип үҙенә хаҡ ҡуйып маташманы. Ә бит спортсыларҙың һәр минуты ҡәҙерле, көндәлек графигы алдан билдәләнгән.
Лилиә ябай металлургтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Әсәһе Наталья Дмитриевна менән атаһы Булат Рәхмәтулла улы Шаһыбаловтар ғүмер буйы Белорет металлургия комбинатында тир түгә. Атаһының комбинатта эшләгән осорҙа халыҡ йырҙарын башҡарып, барыһын да әсир итеүе хаҡында ҡалала әле булһа ла һөйләйҙәр. Яҡташыбыҙҙың 40 саҡрым араны елеп үтә алыуы ғаиләләге дөрөҫ тәрбиәнән киләлер, моғайын. Әле Лилиә Шаһыбалова-Шобухова тормош иптәше, шул уҡ ваҡытта тренеры Игорь менән Анна исемле ҡыҙ үҫтерә.
— Белоретта йәшәүемде белһәләр, ҡайһы берәүҙәр аптырап ҡуя, — ти билдәле спортсы, йылмайып. — Сит илдәрҙә күп йөрөргә тура килә. Башҡа ерҙә ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, ризалашманым. Ят төбәктең бушлай фатиры ла арбай алманы. Миңә тыуып үҫкән еремдә иркенерәк. Барлыҡ бәхетем һәм уңышым да шуға бәйлелер. Кем белә, бәлки, күнекмәләремде саф һауала, Белореттың урман-таулы тәбиғәте ҡосағында башҡармаһам, уңыштарға өлгәшә лә алмаҫ инем.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. gafar
    gafar от 15.02.2012, 11:44
    Маладец, Айгиз шап язгансын!

  2. Альбина
    Альбина от 19.02.2012, 01:55
    бэй, ул спортсы башкорт икэн!






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199