Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ел, үлән еҫе һәм тиҙлек...
Ел, үлән еҫе һәм тиҙлек... Ришат Солтанов ҡарап тороуға башҡа башҡорт егеттәренән әллә ни айырылмай ҙа һымаҡ. Һәлмәк кенә баҫып атлай, йылмайғанда бер аҙ күҙен ҡыҫа. Ипле, тәртипле, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе. Шулай ҙа башҡаларҙан бер-ике башҡа юғарыраҡ һымаҡ, сөнки уның ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге бар – уға сәйәхәтсе ене ҡағылған.

Ришат менән танышып һөйләшеп киткәс, “Шулай ҙа була икән!” тип аптырап ҡуйғайным. Минең һәүетемсә көнитмешемдән уның аҙым һайын яңы кешеләр менән осраштырған, ҡабатланмаҫ тәьҫораттар менән һуғарылған тормошо ер менән күктәй айырыла. Иртән тороп, мотоцикл көйләп, рюкзакка көндәлек кәрәк-яраҡты тултырып, мәҫәлән, Урта Азияға сығып китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ә бына Ришат – шундай тәүәккәлдәрҙең береһе. Борон башҡорт егеттәре аттан төшмәгән булһа, ул мотоциклды “эйәрләп” алған. Ышаныслы дуҫы менән былтыр йәй генә 9 мең 500 километр ара үтеп ҡайтҡан!
Ришат – Әлшәй районының Раевка ауылы егете. IX класҡа тиклем тыуған төйәгендәге мәктәптә белем ала, ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Ярыштарҙың береһендә малайҙың һәләтен күреп билдәле тренерҙарҙың береһе уға артабан да ошо йүнәлештән тайпылмаҫҡа, спорт мәктәбен тамамларға кәңәш итә. Ришат был һүҙҙәрҙе тота. Спорт мәктәбенән һуң М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультетына уҡырға инә. Ауыр атлетика менән әле лә шөғөлләнә ул. Башҡортостандың йыйылма командаһы составына ингән спорт мастеры, төбәк һәм Рәсәй кимәлендә үткән спорт ярыштары призеры. “Динамо” спорт клубында фитнес буйынса тренер булып эшләй.
Ел, үлән еҫе һәм тиҙлек...Мотоцикл менән Ришат бала саҡтан дуҫ. Малайға 13 йәш тулғанда, ағаһы “тимер ат” һатып ала. “Ул матайҙы мин нисә тапҡыр алып ҡастым икән! Ағайҙан йыш эләкте, тик мотоциклда йөрөү теләге барыбер көслөрәк ине”, – ти әңгәмәсем.
Үҙенең беренсе мотоциклын Ришат V курста уҡып йөрөгән сағында һатып ала. Бының өсөн уға махсус рәүештә Сыуаш Республикаһының Чебоксар ҡалаһына барырға тура килә. “Патрон индиго” тип аталған матай алыҫ аралар үтер өсөн яраҡлаштырылмаған, шулай ҙа техник яҡтан яҡшы йыһазландырылғанлыҡтан, Ришат тап ошо “тимер ат”ҡа өҫтөнлөк бирә.
– Бала саҡтан тарих һәм география менән ҡыҙыҡһындым. Үҫә төшкәс, матур ерҙәрҙе, тарихи урындарҙы үҙ күҙем менән барып күреү теләге тыуҙы, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Мотоцикл алғас иһә был хыялым тормошҡа аша башланы. Тәүҙә Башҡортостан буйлап йөрөнөм. Тыуған яҡтың матур урындарын күрҙем. Унан күрше республика һәм өлкәләргә юлландым. Ҡолаҡта һыҙғырған ел, төрлө үлән еҫе һәм тиҙлек... Минеңсә, был тойғоларҙы бер ни ҙә алыштыра алмай!
Бынан бер нисә йыл элек Һиндостанды, уның легендар Тадж-Махал һарайын күргем килде. Ләкин виза ала алманым. Шуға Һиндостанға поезд һәм “попутка” менән барып етергә булдым. Ете көн эсендә илдең иң матур ерҙәрен урап сыҡтым, дүрт мең километр ара үттем. Сувенирҙарға ла киткән сығымды һанаһаң, йәмғеһе 85 доллар аҡса сарыф иткәнмен!
Бына шундай тәүәккәл егет ул Ришат. Көҙ иһә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстанға барып ҡайтҡан. Астана ҡалаһын, Балхаш күлен, Алматы ҡалаһы эргәһендәге тау курорттарын, Ҡырғыҙстандың Ысыҡкүлен, Памир тауҙарын, Үзбәкстандың Бохара мәсетен күреү бәхетенә өлгәшкән. Ошо сәйәхәткә ул ни бары 27 мең һум аҡса сарыф иткән. Шуның дүрт меңе – юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн штраф.
– Ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар – шул тиклем ихлас һәм ҡунаҡсыл халыҡ, – ти Ришат. – Алыҫтан килгәнемде белеп ҡалһалар, өйҙәренә алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, юлға күстәнәстәрен биреп, оҙатып ҡалалар. Ә бына Тажикстанда ике көн бер тин аҡсаһыҙ йәшәнем. Туғандарымды борсомайым тип, уларға шылтыратҡым килмәне. Дуҫтарым кәрәкле сумманы йыйып ебәргәнсе ваҡыт үтте. Ошо ике көндә мәсеттә йоҡлап, ашап йөрөнөм.
– Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстан араһындағы сикте үтеүе мәшәҡәтле булған икән. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәң ине.
– Алматынан сик буйы пунктына тиклем юлды дүрт сәғәт самаһы ваҡытта үттем. Яҡынлашып килгәндә машиналар тығынына эләктем. Ғәҙәттәгесә, уны урап сығырға булдым. Баҡһаң, был тығын түгел, ә сикте үтергә торған машиналар сираты икән. Алға барып торғас, водителдәр, ризаһыҙлыҡ белдереп, сигнал бирә башланы. Мин иһә таможенниктарҙың береһенә “Әс-сәләмү-ғәләйкүм!” тип мөрәжәғәт иткәс, бер аҙ тынысландылар. Документтарымды тапшырҙым. Унда 30-лаған кеше сиратта торғас, тышҡа сыҡһам, Салауат Юлаев төшөрөлгән плакат күҙгә салынды. Сит ерҙә үҙебеҙҙең милли батырыбыҙҙы күреү шул тиклем ҡыуаныслы булды. Уны фотоға төшөрөп алырға булдым. Бер кадр эшләп өлгөрҙөммө-юҡмы, мине сик буйы һаҡсылары уратты, фотокамерамды тартып алдылар. Бында фото төшөрөргә ярамай икән. Оҙаҡ аңлаштыҡ. Минең башҡорт булыуымды, Салауат Юлаев милли геройыбыҙ икәнлеген белгәс кенә бер аҙ йомшара төштөләр. Мотоцикл менән Өфөнән сәйәхәткә сығыуымды белгәс, сик аша сиратһыҙ үткәрҙеләр.
Артабан Ысыҡкүлдә туҡтаным. Ике көнөмдө ошо хозур тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә уҙғарҙым. Уның матурлығын һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел.
Тянь-Шань тауҙары буйлап үтте юлым. Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып барғанда ”Берәй тау башына менеп төшөргә ине” тигән теләк барлыҡҡа килде. Үҙемә оҡшаған ерҙе һайланым да, мотоциклды йәшереп, тауға үрмәләй башланым. Рюкзак менән палатканы ла алдым. Йәнәһе, менеп еткәс, шунда ҡунып төшәсәкмен. Инде үрмәләүе ауырайғас, аҫҡа ҡарап ҡотом осто! Үҙ-үҙемә “тоҙаҡ” ҡорғанмын икән. Етмәһә, ямғыр яуа башланы. Таштар ҙа, үлән дә тайғаҡҡа әйләнде. Ауыр йөк менән артабан бара алмаҫымды аңлап, рюкзагымды ташларға мәжбүр булдым. Бөтөн тормошом күҙ алдынан үтте. Шулай ҙа, менә башлағас, теләгемде тормошҡа ашырырға булдым. Ярты сәғәттән тауҙың иң юғары нөктәһендә инем инде. Тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап торҙом. Тик төн еткәнсе аҫҡа төшөргә кәрәк ине. Рюкзагымды ташлаған ергә кире килдем. Әммә йыһаздарымды таба алманым, уларҙы эҙләп аҙаша яҙҙым. Тау йылғаһына еткәс, быға тиклем ағым ыңғайына атлағанымды хәтерләнем һәм аҫҡа киттем. Күпмелер барғас, артта әллә эт, әллә бүре олоғанын ишетеп ҡалдым. Ҡолаған ағас ҡалдырған соҡорға япраҡ ташлап, шунда инеп ултырҙым. Ярай әле ҡулда бысаҡ бар. Бер аҙ тынысланғас, йоҡлап киткәнмен. Өшөп уяндым. Ут яғып, таң атҡансы йылынып ултырҙым. Унан инде лагерҙы табыуы ауыр булманы.
– Сәйәхәт итеү төрлө кешеләр менән аралашыу мөмкинлеге бирә, яңы дуҫтар таптым тип тә әйткәйнең.
– Дүшәнбелә Германиянан Европа аша Кавказ, Памир яҡтарына велосипедта сәйәхәт иткән ҡатын менән таныштым. Мартина Дрезден ҡалаһында йәшәй, терапевт булып эшләй. Өс айҙан ашыу юлда. Уның батырлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Европала, ни тиһәң дә, үҙеңде хәүефһеҙерәк тояһың бит. Унда аҙым һайын төрлө кемпингтар бар, улар күпкә осһоҙораҡ та. Ҡыҙыҡ өсөн Мартинаның велосипедын күтәреп ҡараным: багажы менән бергә 40 килограмм самаһы!
Үзбәкстандың иң матур ерҙәренең береһе Регистан майҙанында булдым. Унан сығыр өсөн бер тыҡрыҡҡа ингәйнем, юл ябыҡ булып сыҡты. Кире боролһам, ҡаршымда өс ир тора.
– Бында нимә эшләп йөрөйһөң? – тиҙәр.
– Сәйәхәт итәм.
– Ҡайҙан килдең?
– Башҡортостандан.
– Ниндәй маҡсат менән? Ҡайҙа юл алдың?
– Урта Азия буйлап сәйәхәт итәм!
– Асһыңмы?
– Аңламаным?
– Асыҡманыңмы?
– Әҙерәк бар.
Минән һорау алған ир-егеттәрҙең береһе Морат аҡа табип булып сыҡты. Уның йортонда мине ихлас ҡунаҡ иттеләр. Ҡайтыр юлда ла ҡунаҡханаға туҡтамай, тура уларға һуғылырға саҡырҙылар. Бына ошондай ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле кешеләр менән таныштырҙы мине яҙмыш.
Ришат сәйәхәт барышында күргән-кисергәндәрен “Бәйләнештәр” сайтында белдерә бара. Фотолары, ҡыҙыҡлы осрашыуҙары менән даими танышырға мөмкин. Әлеге күрешеүҙән һуң Ришат Берлин стенаһын ҡолатыуға 25 йыл тулыуға арналған сараны ҡарау өсөн Германияға барып ҡайтҡан. Был илгә Польша аша юл тотҡан. Ҡыҙыҡлы сәйәхәттең һоҡланғыс фотоларын да сайтта табырға була.
Фотолар Ришат Солтановтың шәхси архивынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 934

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 398

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 425

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200