Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шашка уйыны: сығымдары күп түгел
Шашка уйыны: сығымдары күп түгелБашҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар парламенты клубы республиканың Шашка федерацияһы менән берлектә төбәктә шашка спортын үҫтереү проектын тормошҡа ашыра башланы. Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар парламенты клубы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА яңы проекттың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй.
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, 2011 йылдың йәйендә республикала Рәсәйҙәге тәүге ҡатын-ҡыҙҙар парламенты клубы ойошторолдо. Ул ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя?
— Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар парламенты клубы, тәү сиратта, бөтә кимәлдәге депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар төрлө өлкәләрҙәге эксперт-профессионалдар өсөн бәхәс майҙансығына әүерелергә, власть менән йәмғиәт араһында асыҡтан-асыҡ фекер алышыуға, Рәсәй мәнфәғәтендәге сәйәси ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса эшкә халыҡтың киң ҡатламын йәлеп итеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Клуб закондар сығарыу һәм башҡарма власть, шулай уҡ власть менән йәмғиәттең үҙ-ара эш итеү механизмдарын эшләйәсәк. Йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлекте яйға һалыу ҙа яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ пландар иҫәбенә инә. Беҙҙең клуб — ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы, шуға күрә уларҙың гендер тиңлегенә һәм хоҡуҡтарына, ғаилә сәйәсәтенә ҡағылған мәсьәләләр иғтибарыбыҙ үҙәгендә. Клуб сиктәрендә шулай уҡ буласаҡ лидерҙар һәм парламентарийҙар әҙерләүҙе күҙаллайбыҙ. Йәш быуынға тәрбиә биреү — төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Хәҙерге тормошта инициатива күрһәтеү, ижади фекерләү һәм үҙенсәлекле ҡарарҙар табыу һәләте, һөнәрҙе һайлай белеү, ғүмер буйы белем алырға әҙер булыу шәхестең мөһим сифаттарына әүерелә. Быларҙың барыһы ла бала саҡтан уҡ һалына. Мәктәп ошо эштә ҙур урынды алып тора. Беҙ өҫтәмә белем биреүҙе, спорттың интеллектуаль төрҙәрен үҫтереүгә айырым иғтибар бирергә тейешбеҙ.
— Һеҙ Башҡортостан Республикаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шашка спортын үҫтереү инициативаһы менән сығыш яһанығыҙ. Ниңә шашканы һайланығыҙ?
— Балаларға тәрбиә биреү проблемаларына битараф ҡалырға ярамай. Һәр оло кешенең, уҡытыусымы, табипмы, депутатмы, ата-әсәме йәки ябай күршеме ул, балалар яҙмышында ҡатнашыуын, үҙенең миҫалында йәш быуындың аңына рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡанундарын һеңдереүен аңларға кәрәк. Бөгөн ғаиләнең һәм мәктәптең күп кенә проблемалары социаль мәсьәләләргә әүерелә, тимәк, балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙә йәмғиәттең, ғаилә һәм мәктәптең берлектәге эшмәкәрлеген көсәйтергә кәрәк. Шашка ошо эшмәкәрлектә бәйләүсе звеноға әүерелергә тейеш. Ниңә шулай?
Беренсенән, шашка спорты — бала шәхесенең аҡыл, әхлаҡи, эстетик, ихтыяр көсөн асыуҙа төп алымдарҙың береһе. Икенсенән, 14 йәшлек үҫмерҙәргә ентекле диспансерлаштырыу үткәреү йомғаҡтарына ҡарағанда, уларҙың 20 процентының һаулығында теге йәки был етешһеҙлектәр асыҡланды. Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: кеше сәләмәтлегенең ни бары 10 проценты ғына — медицинаға, 20 проценты — нәҫелгә, 20-һе — тышҡы мөхит йоғонтоһона, 50 проценты йәшәү рәүешенә бәйле. Был айырыуса үҫмерҙәргә ҡағыла, сөнки тап ошо йәштә физиологик, функциональ һәм психологик үҙенсәлектәр арҡаһында сәләмәтлектәге етешһеҙлектәр йыш ҡына функциональ характерға эйә, уларҙы төҙәтергә мөмкин. Шуға күрә сәләмәт тормош алып барыу, үҫмерҙәрҙе үҙ һаулығы хаҡында хәстәрлек күреүгә йәлеп итеү ҙур әһәмиәткә эйә.
Сәләмәтлектең нигеҙе — спорт. Спортты, ялды ҙур спорт ҡоролмалары, һарайҙар һәм бассейндар ғына тәшкил итмәй, уға шулай уҡ ябай мәктәп түңәрәктәре лә инә. Ә шашка спорты ҙур инвестициялар талап итмәй, өҫтәүенә был интеллектуаль спорт төрө балаларҙы компьютерҙарҙан арындырыуға булышлыҡ итәсәк. Өсөнсөнән, бик борон барлыҡҡа килгән шашка уйыны дөйөм кешелек мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әүерелде. Илебеҙҙә ул һәр саҡ популяр булды. Тарихсылар әйтеүенсә, хәҙерге шашкаға оҡшаш уйындар Рәсәйҙә дүртенсе быуатта уҡ билдәле булған. Владимир Мономах, Петр I, Н. Карамзин, А. Пушкин һәм башҡа күренекле эшмәкәрҙәр ошо уйынды үҙ иткән. Башҡортостанда шашка спорты уҙған быуаттың 50-се йылдарынан үҫеш ала. Юрий Огородников, Лидия Иванова, Софья Шарина, Александр Георгиев һәм башҡа спортсылар ил чемпиондары булды. Әле республикабыҙ шашка спортын үҫтереү үҙәге тип танылды. Ошо уңайҙан үҙебеҙҙең “республика шашка премияһы”н булдырырға ла мөмкин. Шуға күрә республикабыҙҙа уны артабан да үҫтерергә тейешбеҙ тигән фекерҙәмен. Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһы менән берлектә ошо уйынды популярлаштырыу идеяһы Башҡортостандың Мәғариф министрлығында хуплау тапты. Хәҙер ошо проектты тормошҡа ашырыу бурысы тора.
— Проект нисек тормошҡа ашырыласаҡ? Уҡытыу нисек барасаҡ?
— Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар парламенты клубы менән Шашка федерацияһының балалар өсөн ошо спорт төрөн үҫтереү буйынса берлектәге проекты Башҡортостандың ҡала һәм райондарында тормошҡа ашырыласаҡ. Махсус әҙерлекле инструкторҙар балаларға шашка уйнау нигеҙҙәрен өйрәтәсәк. Уларҙы эшләп йөрөүсе педагогтар иҫәбенән һайлап аласаҡтар, Башҡортостандың Шашка федерацияһы ярҙамында инструкторҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу ойоштороласаҡ. Муниципаль берәмектәр инициатива күрһәтһә, республиканың бөтә төбәктәрендә лә шашка спортын үҫтерә аласаҡбыҙ.
— Шашка клубтары ҡасан эшләй башлаясаҡ?
— Балалар өсөн ошо спорт төрөн үҫтереү идеяһының педагогтарҙа ла, спортсыларҙа ла, чиновниктарҙа ла хуплау табыуы — ҡыуаныслы күренеш. Һәр районда тиерлек фекерҙәштәр таптыҡ. 19 ғинуарҙа Ишембай ҡалаһында бер нисә осрашыу үткәрҙек. Ә 20 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында өҫтәмә белем биреүҙе камиллаштырыу һәм шашка спортын популярлаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Уның эшендә биш тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһы рәйесе Тамара Танһыҡҡужина, ҡаланың педагогия һәм спорт йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты. Яҡын арала ойоштороу мәсьәләләрен хәл итербеҙ һәм быйылғы уҡыу йылында балалар шашка түңәрәктәренә йөрөй башлар тип уйлайым.
Башҡортостан мәктәптәре ҙур өҫтөнлөккә — халыҡ-ара шашканы үҫтереү буйынса эш тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернатын миҫал итеп алырға була. Был мәктәптең уңышлы тәжрибәһе өйрәнеүгә һәм республиканың башҡа мәғариф учреждениеларына таратыуға лайыҡ.
Шашка менән гимназистар 1995 йылдан бирле мауыға. Ошо ваҡыт эсендә юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшелгән. Европа һәм донъя беренселегендә еңеп сыҡҡан һәм призер булған Олеся Абдуллина, Айнур Шәйбәков, Әлиә Әминева, Гөлназ Әбүбәкирова, Регина һәм Руфина Әйүпованың исемдәре бөтә донъяла билдәле. Гимназияны тамамлаған Тамара Танһыҡҡужина — биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер. Әле Башҡортостандың Шашка федерацияһына тап ул етәкселек итә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернаты балалар өсөн белем биреү үҙәге генә түгел, шулай уҡ чемпиондар мәктәбенә лә әүерелде. Гимназия коллективы башҡа мәғариф учреждениелары менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Белем, көс-дәрт, нигеҙ бар — балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе йәлеп итергә генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 934

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 398

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 425

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200