Келәм батырҙарының сығышын күҙәткәнегеҙ бармы? Көрәшсегә генә хас саялыҡты, етеҙлекте берсә сабырлыҡ, берсә маһирлыҡ еңә. Сәм һәм зиһен алышын хәтерләтә ул. Хәйер, көрәште спорттың ябай бер төрө булараҡ ҡына ҡабул итмәҫ инем. Атай-олатайҙарыбыҙ фатихаһында ул көс, тәжрибә, зиһен берлеген хасил итә, тарих заңын, үткәндәр шаңдауын яңғырата. Һуңғы йылдарҙа көрәшкә иғтибар бермә-бер артты. Айырыуса йәш егеттәребеҙҙең был спортҡа ылығыуы ҡыуаныслы. Әле яңыраҡ ҡына батырҙарыбыҙҙың Ашхабадта үткән XII билбау көрәше буйынса донъя чемпионатынан ҙур еңеүҙәр менән ҡайтыу шатлығын уртаҡлашҡайныҡ... Һәм йәнә бәйге — иртәгә Өфөлә көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты башлана.6 – 8 декабрҙә баш ҡалабыҙ илдең иң көслө батырҙарын ҡабул итә. Рәсәй чемпионатында Башҡортостандың данын үҙ ауырлыҡ категорияһында Илфаҡ Ибәтуллин, Рәмил Ғәлимов, Артур Зөлҡәрнәев, Альберт Рәхмәтуллин, Рушан Ильясов, Илдар Моратов, Наил Мөхәмәтйәнов, Айгиз Зәйнетдинов, Рөстәм Арыҫланов яҡлаясаҡ. Бәйге алдынан егеттәребеҙҙең хәл-әхүәлдәрен белешеп, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына инеп сыҡтыҡ. Тренировка мәле ине. Башҡортостандың Милли һәм билбаулы көрәш федерацияһы вице-президенты Вәкил
Ильясовты ла ошонда тап иттек.
— Вәкил Искәндәр улы, егеттәрҙең кәйефе ниндәй? Уларҙың әҙерлек кимәлен нисек баһаларһығыҙ?
— Федерация эшләй башлағандан алып Рәсәй чемпионаты баш ҡалабыҙҙа икенсегә ойошторола. Мәртәбәле бәйге тәүге тапҡыр 2011 йылда үткәйне. Ошо осор менән сағыштырғанда, әлбиттә, әҙерлек кимәле күпкә юғарыраҡ. Тәжрибә лә тупланды, егеттәрҙең ышанысы ла артты. Араларында Рәсәй, донъя чемпиондары бар. Ҡыҫҡаһы, “утты, һыуҙы” үткән батырҙар сыға келәмгә.
— Тимәк, миҙалдарға, юғары күрһәткестәргә өмөт бар...
— Шунһыҙ ярамай ҙа. Келәмгә сыҡҡан һәр батыр еңеүгә ынтылырға тейеш.
— Минеңсә, көрәш дәғүәсеңде еңеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул ниндәйҙер кимәлдә үҙ-үҙең менән алышҡа бәрәбәр кеүек.
— Дөрөҫ. Келәм кемгәлер ҡаршы сығыу урыны ғына түгел. Бында көс тә, зиһен дә, сәм дә, тырышлыҡ та, тәжрибә лә, таһыллыҡ та һынала.
— Тәжрибә тигәндәй, был йәһәттән егеттәребеҙҙең “багажы” арыу күренә. Әле яңыраҡ ҡына Ашхабад ҡалаһынан да еңеү менән ҡайттылар.
— Эйе. Рәсәй йыйылма командаһы исеменән сығыш яһаған батырҙарыбыҙ – халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Арыҫланов, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Альберт Рәхмәтуллин чемпион исемен яуланы, көрәшселәр Артур Зөлҡәрнәев менән Харис Мөсәлиев үҙ ауырлыҡ үлсәмендә икенсе урынды алды. Донъяның төрлө төбәктәренән килгән командалар араһында еңеүҙәрҙең дөйөм һаны буйынса Төркмәнстан – I, Рәсәй – II, Украина III урынға сыҡты.
— Еңеүҙәр ҡыуандыра, әлбиттә. Ә Федерацияның эшмәкәрлегенә килгәндә, был тәңгәлдә үҫеш бармы?
— 2011 йылда Рәсәй чемпионаты барғанда беҙҙең Федерация саҡ эшләй генә башлағайны, шуға ла, бәлки, етешһеҙлектәр ҙә, хаталар ҙа булғандыр. Һуңғы йылдарҙа иһә ойошма ныҡлы тупланды, тәжрибәле эшсе төркөм ойошторолдо. Тренерҙар Роберт Исмәғилев, Юнир Ильясов, Юнир Аҙнаев кеүек егеттәремдең исемен атап үтер инем. Ярты һүҙҙән аңлап, бер ҡараштан һиҙемләп торған ярҙамсыларым, кәңәшселәрем булғанда ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә еңелерәк тойола. Әлбиттә, ике спорт төрөнөң (көрәш һәм билбаулы көрәш. — Авт.) бер Федерацияға ҡарауы ниндәйҙер кимәлдә мәшәҡәтлерәк. Башҡа төбәктәрҙә, мәҫәлән, улар айырым йүнәлештә үҫешә. Шуға күрә беҙгә көсөргәнеш ҙур. Әйтәйек, төрлө кимәлдәге бәйгеләр һаны ғына 100-ҙән ашып китә. Әлбиттә, был ярыштарҙың бөтәһендә лә ҡатнашабыҙ, һөҙөмтәләр һәйбәт, егеттәр һыр бирмәй. Тимәк, үҫеш тә барҙыр, тим.
Шунан һуң быйылдан көрәште мәктәп спартакиадаһына кереттеләр. Был да үҙенә күрә ҙур еңеү.
— Тимәк, мәктәптәрҙә был спорт төрөнә иғтибар бермә-бер артасаҡ?
— Нәҡ шулай. Сөнки был осраҡта һәр мәғариф учреждениеһы тәү сиратта һөҙөмтәлелеккә, юғары күрһәткестәргә ынтыласаҡ. Ә был – көрәш буйынса өҫтәмә секциялар асыу, йәштәрҙе ошо спорт төрөнә ылыҡтырыу тигән һүҙ.
— Тренерҙарға ҡытлыҡ тыумаҫмы?
— Дөрөҫөн әйткәндә, һәйбәт кадрҙар ҡайҙа ла етмәй инде ул. Шулай ҙа һәр мәсьәләнең сиселеше була тигәндәй, был осраҡта ла хәл итеү юлдары табылыр тип уйлайым. Бөгөн Рәсәй, донъя чемпионаттарында уңышлы сығыш яһаған көрәшселәребеҙҙең күбеһе тренер булып эшләй ала һәм эшләй ҙә.
— Бер атҡанда ике ҡуян кеүек килеп сыға инде.
— Шулай тиһәң дә була. Спортсынан тренерға — иң ышаныслы, иң һөҙөмтәле карьера баҫҡысы, минеңсә. Әйтәйек, бөгөн егеттәрҙе чемпионатҡа әҙерләү өсөн тренер Валерий Зөлҡәрнәевте йәлеп иттек. Элекке спортсы. Ҡыйғы районында йәшәй. Һөҙөмтәләре юғары.
— Вәкил Искәндәр улы, бөгөн Федерация 14-се спорт мәктәбе базаһында урынлашҡан. Яңылышмаһам, көрәшселәрҙең “үҙ йорто” күптән булырға тейеш ине...
— Финанс етмәү арҡаһында әлегә был мәсьәлә асыҡ ҡала. Әлбиттә, өйө барҙың көйө бар тигәндәй, үҙ йортоңа етмәй инде ул. Һөҙөмтәләр ҙә күпкә юғарыраҡ, күпкә дәрәжәлерәк булыр ине, моғайын. Әммә ауырлыҡтар алдында һынған юҡ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышабыҙ, еңеүҙәргә ынтылабыҙ, бәйгеләрҙә лайыҡлы сығыш яһайбыҙ. Иң мөһиме — егеттәребеҙ һынатмай. Иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ – ошо.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Вәкил Искәндәр улы. Рәсәй чемпионаты егеттәребеҙҙең сағыу сығыштары, еңеүҙәре менән генә иҫтә ҡалһын!