Спорттың бер нисә төрө буйынса үткәрелгән район бәйгеләрендә йыл һайын беренселекте яулаған Ҡаҙмаш урта мәктәбе – республика, хатта ил алдынғылары рәтендә. Әле һигеҙ кешенән торған (шуларҙың алтауһы – Ҡаҙмаш мәктәбенән) команда Анапа ҡалаһында уҙған ярыштан ҙур еңеү менән ҡайтты.Әлбиттә, һәр еңеү нигеҙендә йылдар дауамында тупланған оло хеҙмәт, тырышлыҡ һәм түҙемлелек ята. Әгәр ҙә үҙеңде спортҡа бағышланың икән, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, барыһына күнергә, үҙеңдә рухи көс һәм сәм тәрбиәләргә тейешһең.
Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусыларына спортҡа бәйле, әммә китапҡа яҙылмаған ҡанундар быуындар аша күсеп килә: ата улды өйрәтә, улы үҙенең буласаҡ балаһына һеңдерә.
Мәктәптә 186 уҡыусы, шуларҙың һәр береһе тиерлек ниндәй ҙә булһа секцияла шөғөлләнә. Спорт залында көноҙоно балалар тауышы өҙөлмәй, ҡышын ауыл тирәләй саңғы юлдары һалына, подвалда урынлашҡан тирҙа мәргәнлек һынала, гер күтәреүселәр, өҫтәл теннисын үҙ итеүселәр тапҡырлыҡта ярыша, бәләкәйҙәр иһә махсус әүһәләктә өйөрөлә, күнегеүҙәр яһай. Уҡыусылар дәрес тамамланғас та ҡайтырға ашыҡмай: шау-гөр килеп уйнап, тән яҙалар, нығыналар. Тап ошондай көндәлек хеҙмәт кенә ҡаҙмаштарҙы яңы еңеүҙәргә илтә. Район спартакиадаһында ла был мәктәпкә еткәндәр юҡ.
Сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән физкультура уҡытыусыһы Рауил Сафин әйтеүенсә, балалар түңәрәктәргә теләп йөрөй, бер кемде лә мәжбүр итеү юҡ. Буласаҡ саңғысыларҙы Азат Яҡупов өйрәтһә, гер күтәреү серҙәренә Азамат Әхмәтов төшөндөрә. Спорт уйындары секцияһына Дамир Юлдашев етәкселек итә. Өҫтәл теннисына, волейболға, баскетболға йөрөүселәр бик күп. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡаҙмаш урта мәктәбендә матур йола йәшәй. Йыл һайын СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсҡәт Ҡаһармановтың призына – саңғы, спорт ветераны Шамил Әминевтекенә – гер күтәреү, Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны, отставкалағы майор Хөснөтдин Ғәниев исеменә – атыу, эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы буйынса ярыш үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа Шамил Әминев кенә бүләкте үҙ ҡулы менән тапшыра алмай, әммә уның улы Ишморат атаһының юлын дауам итә, бәйгене район күләменә сығарыуға өлгәшкән.
Бындай үҙенсәлекле сараларға райондың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар йыйыла. Барлыҡ сығымдарҙы ойоштороусылар, йәғни ярыш кемдең исеменә уҙһа, шул ҡаплай. Бүләк, диплом, миҙал, кубокты ла үҙҙәре һатып ала. Һуңғы йылдарҙа был “исемле” ярыштарҙың географияһы киңәйгән: күрше Белорет һәм Бөрйән райондарынан вәкилдәр килеп сығыш яһай. Спорт ярыштарында Ҡаҙмаш ауылы халҡының ғорурлығы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Рәжәп Яҡуповтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөнгө йәш директор Юлай Фәхрисламов та спортҡа бик яҡшы мөнәсәбәттә.
Спорт өлкәһендә ҙур уңыш ҡаҙанған республика чемпиондары Салауат Сафиуллин, Мораҙым Тәхәүетдинов, Нарат Таһиров, Гөлсөм Ғәләүетдинова, Гөлнара Моталова – мәктәп коллективының оло ғорурлығы. Уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеп, Илсур Фәйзуллин, Рамазан Хәкимов, Миләүшә Мәхмүтова, Зилиә Басирова, Зөлхизә Мәхмүтова, Айбулат Ҡорбанғәлин, Илдус Абдуллин, Арсен Мостафин, Ураҙбай Әхмәтов та һәр ярышта призлы урын яулай.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, республика ярыштарында I урынды алған Ҡаҙмаш урта мәктәбе командаһы (барыһы ла 9-сы класс уҡыусылары, класс етәксеһе – Фәүзиә Зәйнуллина) Анапала көс һынап ҡайтты. Тәүҙә Стәрлетамаҡта үткән ярышта беренселекте яулап, Рәсәй кимәлендәге сарала ҡатнашыу хоҡуғын алғайнылар. Команданы көсәйтеү ниәтендә ситтән ике уҡыусы йәлеп ителгән. Ярышты асыу парадында Әбйәлил спортсыларынан Алмас Кинйәбаев, Рүзилә Ғиззәтова, Гөлнәзирә Ильясова ҡатнашып, Башҡортостан флагын күтәреп барған.
Йәш спортсылар менән бергә йөрөгән уҡытыусы Азат Яҡупов әйтеүенсә, ярышта илдең 53 төбәгенән ауыл спортсылары ҡатнашҡан. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса команда унынсы урынға сыға. Күпбәйгелә Миләүшә Мәхмүтова – өсөнсө, Гөлнәзирә Ильясова – бишенсе, Алмаз Кинйәбаев шахмат буйынса етенсе урынға лайыҡ булған.
Команда ағзаларының бер кластан һәм яҡшы әҙерлекле булыуы ла уңышлы сығыш яһауға йоғонто яһамай ҡалмағандыр, моғайын. Әйткәндәй, Салауат Сафиуллин, Рауил Зәйнуллин, Илдар Әйүпов – гер спорты, Миләүшә Мәхмүтова, Рүзилә Ғиззәтова, Гөлнәзирә Ильясова, Элина Ғүмәрова – полиатлон, Алмас Кинйәбаев еңел атлетика, шахмат буйынса иң көслөләрҙән һанала.
Әбйәлилдең йәш спортсылары сәфәрҙән бик ҡәнәғәт: хәҙер Татарстан, Мордва республикаларынан яңы дуҫтары менән Интернет селтәре аша аралашып, бер-береһенең хәлен белешеп торалар, шулай уҡ уларға Ҡара диңгеҙҙә һыу инеү, дельфиндар уйынын ҡарау ныҡ оҡшаған.
Үҙ көстәре менән тир, гер күтәреү өсөн махсус бүлмә булдырылған ауыл мәктәбендә генә шөғөлләнеп тә, Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған, иң көслө ун команда иҫәбенә ингән Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусыларына һәм уларҙы тәрбиәләгән уҡытыусыларға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Һәр еңеү яңы үрҙәргә илтә тигәндәй, ҡаҙмаштарҙың ҡаҙаныштары артһын, бәрәкәтле булһын.