Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гиннесс китабына ингән
Гиннесс китабына ингән
Янбарис ауылында йәшәгән Ингел Садиҡов – бар донъяға билдәле шәхес. Гер спортындағы юғары күрһәткестәре өсөн ул халыҡ-ара “Ҡанатлы арыҫлан” ордены менән бүләкләнгән, исеме Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.

Гер күтәреү буйынса ун тапҡыр Рәсәй һәм биш рәт Европа чемпионы, дүрт ҡабат Евразия беренселегендә еңеүсе, ун биш мәртәбә донъя чемпионы Ингел Нәзип улы 1941 йылда тыуған. Янбариста башланғыс белем алғас, көн дә биш саҡрымға йәйәү йөрөп, күрше Бәҙрәштә ете йыллыҡ, ә унан һуң тағы ла алыҫыраҡ ятҡан Ҡарман ауылында урта мәктәпте тамамлаған.
Колхозда бер йыл эшләгәс, Өфөләге һөнәрселек училищеһында аппаратсыға уҡып сыға. Үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән егеткә Свердловск ҡалаһына йүнәлтмә бирәләр. Унда өс тиҫтә йылдан күберәк эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сыға һәм ҡатыны Гөлсинә менән тыуған төбәгенә ҡайтып төпләнә. Ғаилә ҡорған улдары Эдуард менән Марат унда йәшәй.
Ингел ағай бала сағында башҡаларҙан әллә ни айырылмай, ишле ғаиләлә төрлө эшкә күнегеп үҫә. Һабантуйҙарҙа тиҫтерҙәре менән кемуҙарҙан ярышып гер ҙә күтәрә, көрәш майҙанына ла сыға. Йәшлек мауығыуы аҙаҡтан самбо буйынса разряд алыуға килтерә, бынан тыш, егет саңғыла ла ихлас йүгерә, хоккей ҙа уйнай, самолет спорты менән дә шөғөлләнә. Ғүмеренең дүрт тиҫтәһен тултырғас, йәшлегенә әйләнеп ҡайтҡандай, тағы ла гер күтәреүгә бирелә. Ең һыҙғанып тотоноу һәр эштә лә уңыш килтерә. Үҙе өсөн тип кенә башлаған шөғөлө менән ир-уҙаман ҡала кимәлендәге ярыштарҙа күп тапҡыр еңеү яулай.
Тыуған ауылына күсеп ҡайтҡас та Ингел Нәзип улы герҙе ташламай. Алтмыш биш йәше тулғас, ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, был төр спорттың ветерандар категорияһына күсә һәм бәйгеләрҙә ҡатнашыуын дауам итә. 2006 йылда уны Волгоградта үткәрелгән ил беренселегенә саҡыралар. Унда үҙ ауырлығында беренсе урынды яулап, артабан донъя чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһай һәм тағы ла пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә. Шулай башлана хеҙмәт һәм спорт ветераны Ингел Садиҡовтың гер күтәреү буйынса төрлө кимәлдә чемпионлыҡ баҫҡыстары. Ул 70 йәшендә гер спорты оҫталарының I Бөтә донъя Олимпия уйындарында үҙ ауырлығында өс алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы. Һуңғы осорҙағы ике уңышы ла иғтибарға лайыҡ.
Гер күтәреү оҫталарының халыҡ-ара конфедерацияһы бер үк ваҡытта параллель иҫәп менән Европа, Азия, Евразия һәм донъя беренселектәрен, гер спорты буйынса Рәсәйҙең тәүге атҡаҙанған спорт мастеры С. Мишин хөрмәтенә II халыҡ-ара турнир ойошторғайны. Архангельск ҡалаһында үткән был мәртәбәле ярыштарҙа планетаның 25 дәүләтенән 7 – 88 йәшлек 327 иң көслө гер күтәреүсе менән бер рәттән Ингел Садиҡов та ҡатнашты. Башҡортостан вәкиле унда ла һынатманы: үҙ ауырлыҡ һәм йәш төркөмөндә икешәр тапҡыр Европа һәм Евразия чемпионы, өс тапҡыр донъя чемпионы титулдарына лайыҡ булды. Бәйгенең бер төрө буйынса, мәҫәлән, ун минут эсендә ул ун ике килограмлыҡ герҙе 219 тапҡыр күтәреүгә өлгәште.
Яҡташыбыҙҙың икенсе ҡаҙанышы гер спорты оҫталарының Михаил Ломоносовтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған I Бөтөн донъя уйындары менән бәйле. Бында ла утыҙҙан ашыу илдән иң бәләкәйе – һигеҙ, иң олоһо 85 йәшлек 600-гә яҡын бәйгесе ҡатнашты. Атҡаҙанған һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя, Европа һәм милли ярыш чемпиондары араһында Ингел ағай дәрәжәһен төшөрмәне: үҙ төркөмөндә өс алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы.
Һаналған ҡаҙаныштары өсөн гер күтәреүсебеҙ донъя кимәлендә еңеү, көс һәм батырлыҡ символы тип танылған “Ҡанатлы арыҫлан” орденына лайыҡ булды. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм ЮНЕСКО ҡарамағындағы Фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт үҫешенең халыҡ-ара лигаһы тарафынан сағыштырмаса күптән түгел булдырылған был билдәнең 59-сы һанлыһы бирелгән уға.
Ингел Садиҡов Архангельск ҡалаһында “Өс йөҙ спарталы” (“300 спартанцев”) тип аталған үҙенсәлекле проектта ҡатнашҡайны. Уның шарттарына ярашлы, донъяның төрлө йәштәге иң билдәле 300 спортсыһы, 23-әр кешенән торған 13 рәткә теҙелеп, алдағы “башлыҡ” күрһәтеүенсә бер үк ваҡытта утыҙ минут буйы гер күтәрергә тейеш. Әйтергә кәрәк, өс йөҙ ҡатнашыусының береһе генә яңылышһа ла, рекорд иҫәпләнмәй. Был ярышҡа Англиянан махсус килгән Гиннесс комиссары етәкселек итте, гер күтәреүселәрҙең сығышын тиҫтәләгән арбитр баһаланы, видеокамералар төшөрөп торҙо. Спортсылар һынауҙы уңышлы үтте һәм донъя рекорды ҡуйҙы. Уларҙың барыһына ла, шул иҫәптән Ингел Нәзип улына ла, Гиннесстың рекордтар китабына индерелеүе тураһында махсус сертификат тапшырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199