Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хужаһыҙ йортта бәрәкәт юҡ
Хужаһыҙ йортта бәрәкәт юҡ
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетының күсмә ултырышы республикабыҙҙың көнбайыш тарафында уҙғарылды. Унда депутаттар "Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында"ғы Закондың үтәлешен тикшерҙе.

Башта уҡ "Һөйләшеү урыны итеп ни өсөн Туймазы һайланған, ә бүтән район түгел?" тигән һорау тыуғайны. Баҡтиһәң, туризм йүнәлешендә асыҡлар бихисап һорауҙары булғас, район хакимиәте етәкселеге үҙҙәре ошо турала туранан-тура депутаттарға мөрәжәғәт иткән.
Ҡышҡы селлә булыуға ҡарамаќтан, ап-аҡ юрғанға бөркәнгән Ҡандракүлдең, уның тирә-яғының хозурлығына экскурсия ваҡытында йәнә инандыҡ. Эргәлә генә тау саңғыһы комплексы урынлашҡан, унда ҡырмыќҡа иләүе шикелле ҡайнашмаһалар ҙа, сәләмәт тормош алып барыусылар байтаҡ ине. Ә бына балыҡсыларҙың күплеге хайран итте – сатлама һыуыҡ тип тормағандар.
Күл яры буйлап балалар һауыҡтырыу лагерҙары һәм туристик базалар теҙелгән (70 тирәһе!). Шуға ла йәйгеһен халыҡ бигерәк тә был тирәгә күпләп ағыла. Ғаиләләре менән килеп, аҙналар буйы ял итеп ҡайталар, йәш-елкенсәк һыу инергә әүәќ. Ҡыќҡаһы, бында заманса уңайлыҡтарҙы яратыусыларға ла, туристарға ла урын етерлек. Һәр яҡлап та уңайлы. Эргәнән генә М-5 автомагистраленең үтеүен, тимер юл станцияһының яҡынлығын, республикабыҙҙың көнбайыш ҡапҡаһы исемен алған Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларының ҡул һуҙымында ғына икәнен дә өќтәргә кәрәк. Етмәһә, Өфөнөң – ике сәғәтлек кенә юлда, хатта Татарстандың да яҡында ғына булыуы, әлбиттә, отошло.
Комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, Президент Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республикабыҙҙа туризмды үќтереүҙә ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе юҡҡа ғына телгә алманы. Әлеге һөйләшеүҙә күп һорауға асыҡлыҡ индерелер, ҡайһы бер күптән хәл ителмәй килгәндәренә лә нөктә ҡуйылыр, тип өмөтләндек.
Хужаһыҙ йортта бәрәкәт юҡТуймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновтың сығышы барыһын да уйландырҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып ҡарарға ярамай. Бизнесты яҡшы ойоштороу тәңгәлендә ыңғай миќалдар етерлек. Күп эшҡыуарҙар үҙенең биләмәһен кәртәләп алып, тәртип урынлаштырырға теләй, ләкин аңлашылмаусанлыҡтар аҙым һайын осрай. Миќал итеп түбәндәгеләрҙе килтерҙе ул. Әйтәйек, һыу буйында туристик база бар. Уны эшҡыуар ҡуртымға алған, ә йәнәшәләге ҙур булмаған пляжға парк дирекцияһы хужа, унан алыќ түгел ерҙә урынлашҡан киоск – шәхси эшҡыуарҙыҡы, туғайлыҡ һәм болонлоҡ дәүләт урман фондына ҡарай. Әйткәндәй, рөхсәтһеҙ бер ағасҡа ла тейергә ярамай. Мәќәлән, ҡороған, хатта өќкә бына-бына ауам тигән хәлгә еткән ағасты киќер өсөн документ юллауға кәм тигәндә дүрт ай ваҡыт үтеүен ишетеү аптыратты. Ғәжәп бит! Ҡағыҙ тотоп, рәсми органдар буйлап йөрөгәндә, ул берәйһенең өќтөнә ҡоламаќ тип кем гарантия бирә?.. Ошо биләмә өсөн тәғәйен генә кемдең яуаплы икәне лә һаман билдәле түгел. Уның ҡарауы, һәр кемдең табыш алғыһы килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Крыловтың "Аҡҡош, Ҡыќала һәм Суртан" мәќәлендәге кеүек килеп сыға.
– Әгәр ҙә бер генә хужа булһа, эш тә уң барасаҡ. Киләсәктә иһә туристик кластер төҙөргә мөмкин, – тине Айҙар Рифғәт улы.
Бынан тыш биләмәне таҙа тоторға ла кәрәк бит әле, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ҙә — мөһим мәсьәлә.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бер миҙгелдә генә бында 15 меңдән ашыу машина оҙаҡҡа туҡтап киткән, 200 мең самаһы кеше ял итергә килгән! Күлгә терәлеп тигәндәй Ҡандра-Ҡотой, Ҡандракүл һәм Ҡандра-Төмәкәй ауылдары урынлашҡан, Фәрхетдинов исемендәге һәм "Рассвет" хужалыҡтарының баќыуҙары сиктәш. Ял итеүселәргә ҡарата уларҙың да дәғүәләре юҡ түгел.
"Түңәрәк өќтәл"дә ҡатнашыусылар туризмды үќтереү өсөн яуаплы барлыҡ ведомстволарға ла берләшеп, алтын урталыҡты табыу кәрәклеген һыҙыҡ өќтөнә алды, берҙәм консультация үҙәге төҙөү тураһында ла фекерҙәр яңғыраны.
Республикала заманса туризм ойоштороуға, уны тейешле кимәлгә еткереүгә нимә ҡамасаулай? Ни өсөн Башҡортостан халҡы Төркиә, Мысыр, Греция, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек илдәргә, Ҡара диңгеҙгә юлланыусыларҙы әйтеп тә тормайым, ашҡына? Ҙурлығы буйынса республикала икенсе урынды биләгән йәмле Ҡандракүлдә ғаиләм менән ялымдың бер өлөшөн файҙалы уҙғарырға теләйем. Әгәр яр буйында автотуҡталҡа юҡ икән, автомобилемде ҡайҙа ҡуйырға тейешмен? Балаларым һыу ингәндә тыныс күңел менән рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлағым килә. Ғөмүмән, туристик базаларҙың инфраструктураһы үќешмәгәс, быға аҡса түгеү бушҡа була бит. Был осраҡта минең генә түгел, башҡаларҙың да икенсе төбәккә ялға барыу тураһында уйланыуына ғәжәпләнергә түгел...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199