Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Руслан менән ғорурланам”
“Руслан менән ғорурланам”
Шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһындағы биш егеттең өсәүһе Башҡортостандан булыуы барыбыҙҙа ла ғорурлыҡ хисе уята. Улар – Руслан Захаров, Дмитрий Мигунов һәм Семен Елистратов.

Күп тапҡыр Рәсәй, Европа чемпионы Руслан Захаров – спорт донъяһында билдәле шәхес. Ул 1987 йылда Өфөлә тыуған. 2010 йылда БДПУ-ның философия һәм социология факультетын тамамлаған, бөгөн иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
Руслан шорт-трек менән 3-сө класта уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Мәктәпкә тренер килгәс, был секцияға иллеләгән малай яҙыла. Әммә ҙур спортта уларҙан икәү генә тороп ҡала. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Таиса Дмитриевна Чаркина Руслан менән ғорурланып бөтә алмай.
— Уҡыусым өсөн сикһеҙ шатланам, – тине ул. – Бик аҡыллы, ярҙамсыл малай булды. Ҡайһы ваҡыт шаяртып та ала торғайны. Гел “бишле”гә уҡыны, бигерәк тә математиканы яратты. Хатта районда, ҡалала үткән олимпиадаларҙа еңеү яулай ине. Әле лә беҙҙе онотмай, байрамдарҙа ҡотлап, хәл белешә. Бәләкәйҙән сәмсел, башлаған эшен урын-еренә еткереп ҡуя торған матур сифаты бөгөнгө бейеклектәргә күтәрелергә ярҙам итте. Үкенескә ҡаршы, әсәһе бер нисә йыл элек вафат булды.
Руслан буш ваҡытында һөйгән ҡыҙы менән сәйәхәт итергә ярата. Ҡустыһы Тимур ҙа шорт-трек спортын һайлаған. Ул илдең үҫмерҙәр йыйылма командаһында сығыш яһай. Атаһы уландарының уңышына сикһеҙ шат.
Әйткәндәй, Руслан 2010 йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһында үткән Олимпиадала ла ҡатнашҡайны, әммә унда тәүге урындарға сыға алманы.
Сочиға юлланыр алдынан Русландың үҙен дә күрҙек.
— Бынан алдағы уйындар менән сағыштырғанда, шорт-трек буйынса ҙур үҙгәрештәр булды: тренерҙар штабы алмашынды, спортсылар составы үҙгәрҙе. Һигеҙ ай буйы туҡтауһыҙ күнекмәләрҙә булдыҡ, һайлап алыу ярыштарында ҡатнаштыҡ. Беҙ тыныс ҡына алға барабыҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өмөтләнәбеҙ, – тине ул.
“Малайҙарға эйәреп кенә барғайным”
Иғтибар иткәнһегеҙҙер: Башҡортостандан Олимпиадаға юлланған спортсыларҙың барыһы ла тигәндәй – Өфө егеттәре. Саңғы буйынса икеалышта Рәсәй намыҫын яҡлаясаҡ Эрнест Яхин да 1991 йылда баш ҡалала тыуған. Уның тәүге тренерҙары – Валерий Пенков менән Рәшит Закиров.
– Ни өсөн тап ошо спорт төрөн һайланың? – тигән һорауға Эрнест, йылмайып: – Беҙҙең мәктәптән күп малайҙар секцияға йөрөй ине. Көндәрҙең береһендә мин дә уларға эйәреп барғайным, оҡшап ҡалды, – тине.
Тора-бара күптәр саңғыны ташлап ҡуйһа, Эрнест күңел биреп шөғөлләнеүен дауам итә. Уңышһыҙлыҡтарға осраһа, киреһенсә, сәмләнеп китә. “Һис шикһеҙ булдырам, минән көслө спортсы сығасаҡ!” – тигән тойғо уны алға әйҙәй.
Спортҡа һуңыраҡ, 15 йәшендә генә килһә лә, бер нисә йыл өҙлөкһөҙ шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен тиҙ күрһәтә. 21 йәшендә Эрнест спорт мастеры булып таныла. 2012 йылда Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаһа, былтыр “алтын”ды эләктерҙе.


Сәмсел, егәрле, һәләтле

“Руслан менән ғорурланам”
Дмитрий Васильев та Өфө егете: 1978 йылда донъяға килгән. Спорт менән 1993 йылда шөғөлләнә башлаған, 2001 йылдан — халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Тәүге тренеры – Рәмил Абрамов. Дмитрий 2006, 2010 йылдарҙа үткән Олимпия уйындарында ла ҡатнашты.

Көндәрҙең береһендә мәктәпкә саңғыла трамплиндан һикереү буйынса тренер килеп, үҙ төркөмөнә балалар йыя. Улар араһында III класта уҡыған Дима ла була.
Әлбиттә, күпселек күнекмәләр урманда уҙғарыла. Ул ваҡытта трамплиндар етешмәй, сират көтөп шаҡтай ваҡыт үтә. Быға сабырлығы етмәгән малай тау саңғыһы секцияһына күсә һәм бер ни ҡәҙәр ваҡыттан киренән бында ҡайта.
Ун туғыҙ йәшендә Дима тәүге тапҡыр донъя кубогы өсөн ярышта ҡатнаша. Ә инде өс йылдан ул халыҡ-ара чемпионаттарҙа даими көс һынаша башлай. Яҡташыбыҙ бығаса Рәсәй спортсылары күрһәтә алмаған уңыштарға өлгәшә.
Әлбиттә, уның спорт юлы һикәлтәле-һикәлтәле: Дима ябығыу өсөн махсус препараттар ҡуллана, медицина күҙәтеүе мәлендә ошолар анализға сығып, уны бер нисә йылға спорттан ситләштерәләр; инде тырышып ҡына шөғөлләнә башлағанда, тубығын ауырттырып, операция үткәрә.
Ябай, эшһөйәр ғаиләлә үҫә Дима. Атаһы – тракторсы, әсәһе балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.
— Шаян ине, шуға ҡайһы саҡ “эләктереп” алырға ла тура килә торғайны. Әммә ул ҡайышты йәшерә лә ҡуя. Бер мәл өйҙә бер ҡайыш та ҡалманы. Эҙләйем-эҙләйем, таба алмайым. Сервант йыйыштырып йөрөһәм, көтмәгәндә ҡайыштарҙы бер һауыт эсендә табып алдым, — ти әсәһе, улының бала сағын хәтерләп.
Өфөлә тыуһа ла, буласаҡ спортсының күп ваҡыты, каникулы Шишмә районының Лентовка ауылында йәшәгән өләсәһендә үтә. Күлдә рәхәтләнеп һыу инә, велосипедта йөрөй, тиҫтерҙәре менән йәшенмәк уйнай ул. Йәйен бесән әҙерләшә, 13 йәштә комбайнсы ярҙамсыһы була.
Ейәненең эшһөйәрлегенә өләсәһе ҡыуанып бөтә алмай. Әммә тәүге эш хаҡын Диманың үҙенең ҡулына бирмәйҙәр, уны ауыл Советынан өләсәһе барып ала.
– Шулай ҙа иң яратмағаным бесән сабыу булды, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Дмитрий. Мәктәптә үҫмер яҡшы уҡымай, “икеле” алыуына ла әллә ни борсолоп бармай. Физкультуранан ғына гел “бишле” билдәһе була.
Дмитрий — саңғыла трамплиндан һикереү буйынса тәжрибәле спортсы. “Сәмсел, егәрле, һәләтле егет”, – ти уның хаҡында тренерҙары. Уға был юлы ҙур өмөт бағлайҙар.


“Мигуновҡа ышанабыҙ!”

“Руслан менән ғорурланам”
Шорт-тректа уҙышыусы яҡташыбыҙ Дмитрий Мигунов тәүҙә запасҡа индерелгәйне, әммә һуңғы көндәрҙә уның Евгений Козулинды алмаштырасағын хәбәр иттеләр.

Был хаҡта Рәсәйҙең Конькиҙа йүгереүселәр союзы президенты Алексей Кравцов: “Күптән түгел Германияла үткән Европа чемпионатына ла Козулин урынына Мигуновты ебәргәйнек. Егет үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтте. Беҙ уға ышанабыҙ”, – тине.
Дмитрий Мигунов 1992 йылда Өфөлә тыуған. Спорт менән ете йәшендә шөғөлләнә башлаған, 2011 йылда Рәсәй чемпионатында икенсе урынды алһа, ике йылдан һуң алтын миҙал яулаған.
– Ниһайәт, үҙемде Олимпиадала ла күрһәтергә мөмкинлек тыуҙы, – тип һөйөнә спортсы.

Ашнаҡсы булырға хыялланған

“Руслан менән ғорурланам”
Илмир Хажетдинов 1991 йылда Өфөлә тыуған. Теүәл ете йәшендә саңғыға баҫҡан малай тырышлығы менән һоҡландыра. Тәүге тренеры Владимир Никулин тәрбиәләнеүсеһендә ныҡышмалылыҡ, сыҙамлыҡ сифаттарын үҫтерә. Һөҙөмтәлә Илмир 14 йәшендә – спорт мастеры, 20 йәшендә Рәсәйҙә иң йәш халыҡ-ара класлы спорт мастеры булып таныла.

Илмирҙы һәм ағаһын әсәһе яңғыҙы ғына үҫтерә. Ул эштә саҡта малайҙарға йыш ҡына үҙҙәренә бешереп ашарға тура килә. Шуға ла үҫкәс ашнаҡсы булырға хыялланған үҫмер. Был хаҡта әсәһе Розалия апай:
– Яңғыҙым тәрбиәләгәс, балаларға артыҡ иғтибар бүлә алманым. Уларҙың спорт менән шөғөлләнеүе, урамда йөрөргә ваҡыттары ҡалмауы төп тәрбиә алымы булғандыр тип уйлайым, – ти.
Трамплиндан һикереү – хәүефле спорт төрҙәренең береһе. Илмир тәүҙә спорт майҙанына ағаһына эйәреп йөрөй. Өлкәнерәктәрҙең бейеклектән һикереүенә ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарай. Нисек ҡурҡмайҙар икән, тип уйлай. Әммә бер аҙҙан үҙе лә ылығып китә. Илмир һәр сығышы һайын:
– Хәҙер беҙҙе күрһәтәләр, ҡара әле, – тиһә лә, әсәһе телевизорға яҡын да бармай. “Үҙең әйтер инең нисәнсе урынды алғаныңды”, – ти Розалия апай, улының бик хәүефле аҙымға барғанын экран аша күреүҙән дә ҡурҡып.
Илмирҙы күнектергән Рәмил Абраров, тәрбиәләнеүсеһе менән сикһеҙ ғорурланып: – Илмир – ғәжәп тырыш, хеҙмәт һөйөүсән егет, – ти.


Миҙалһыҙ ҡайтмаҫ

“Руслан менән ғорурланам”
Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып килгән Семен Елистратов 1990 йылда Өфөлә тыуған. Спорт менән 2000 йылдан бирле шөғөлләнә. Тәүге тренеры — Андрей Максимов. Ғинуар айында 1500 метр алыҫлыҡҡа уҙышыуҙа бөтә дәғүәселәрен еңеп, шорт-трек буйынса Европа чемпионатында алтын миҙал яуланы.

Семен 2007 йылдан Рәсәй йыйылма командаһында ил намыҫын яҡлай. Бөгөн ул — халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Шорт-трек менән бишенсе класта шөғөлләнә башлаған булһа, хәҙер уның фатирын бихисап кубок, дипломдар биҙәй. Семен шулай уҡ ярышҡа барған бөтә ерҙән уйынсыҡ машиналар алып ҡайта, хәҙер йөҙләп улар. Егет коллекцияһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
Дүрт йыл элек Семен тәүге тапҡыр Олимпиадала ҡатнашты, әммә ул саҡта яҡташыбыҙға уңыш йылмайманы. Был юлы спортсы миҙалһыҙ ҡатмаҫ, тип өмөтләнә уның тренерҙары. Һәр еңеүҙең нигеҙенә өҙлөкһөҙ хеҙмәт һалына. Семендың да күпселек ваҡыты ситтә уҙа. Көнөнә биш-алтышар сәғәт күнекмәләр үтә ул. Бары йәкшәмбе генә ял бирелә. Был көндә Семен туйғансы йоҡларға ярата, киноға бара. Ә инде Өфөгә ҡайтҡан ваҡыттар уға ла, ата-әсәһенә лә, туғандарына ла ҙур байрамға әүерелә. Әсәһе улын яратҡан ашы – борщ менән һыйлай.
– Кистәрен Өфө урамдары буйлап йөрөү оҡшай, дуҫтарым менән осрашам, – ти спортсы. Семен әле Башҡортостан физик культура институтында бишенсе курста уҡый.
Венер ИСХАКОВ әҙерләне




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 779

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 398

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073