Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Томас БАХ: “Сочи тарихтағы иң шәп олимпиаданы уҙғарырға әҙер”
Томас БАХ:  “Сочи тарихтағы иң шәп олимпиаданы уҙғарырға әҙер”
Ниһайәт, алты йыл буйы тулҡынланып, түҙемһеҙләнеп көткән 2014 йылдың 7 феврале етте. Бөгөн кис Сочиҙың мөһабәт «Фишт» спорт стадионында планетаның спорт байрамы — ХХII Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы башлана.

Ойоштороусылар тамашаны асыу ваҡытын 20:14 тип тиккә билдәләмәгән: был һандар Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр Ҡышҡы Олимпия уйындарын уҙғарыуҙы символлаштыра. «Сочи-2014» Ойоштороу комитеты белдереүенсә, тантана өс сәғәткә яҡын дауам итәсәк. Тамаша туғыҙ бүлектән тора, уларҙың һәр ҡайһыһы донъя ҡунаҡтарына юғары сәнғәт телендә бөйөк илебеҙ тарихының иң мөһим дәүерҙәре тураһында бәйән итә. Был байрам тантанаһында өс меңдән ашыу артист ҡатнаша. Тағы сараға бәйле сәхнә артындағы, стадион майҙансыҡтарындағы, Олимпия паркындағы ойоштороу эштәренә ике меңдән ашыу волонтер йәлеп ителгән. Әйткәндәй, әле Сочиҙа эшләгән 25 мең волонтерҙың 1200-ө — АҠШ, Украина, Канада, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан, Германия, Франция, Белоруссия, Япония, Яңы Зеландия, Камерун, Конго, Пакистан вәкилдәре. Улар алдан уҡ килеп, Сочи ҡалаһының тарихын, уның иҫтәлекле урындарын өйрәнде, әле үҙ илдәре делегацияларын Олимпия ҡалаһы менән яҡындан таныштыра.
Бигерәк тә 4 – 7 февралдә Сочи вокзалдары ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Әле “Адлер” халыҡ-ара аэропорты төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй ҡалаларынан көнөнә уртаса 60 рейсты ҡабул итә. Мәскәү — Сочи рейсы ғына ла тәүлегенә 15 тапҡыр башҡарыла. Сочи халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Леонид Сергеев әйтеүенсә, Олимпиада көндәрендә бында Стокгольм, Париж, Дюссельдорф, Франкфурт, Вашингтон, Мюнхен, Чикаго, Осло, Прага, София, Вена, Цюрих, Загреб, Токио, Киев, Лондон, Пекин, Милан, Нюрнберг, Шанхай ҡалаларынан һәм донъяның башҡа күп илдәренән рейстар ҡабул ителәсәк. Һуңғы аҙнала, йәғни спортсыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың күпләп килеү көндәрендә, аэропорт хеҙмәткәрҙәренә сәғәтенә — 2800, ә көнөнә 25 мең пассажирҙы хеҙмәтләндерергә тура килә. Һүҙ ҙә юҡ, бындай ҙур күләмде Сочи аэровокзалы үҙ көсө менән генә атҡарып сыға алмай, шуға ярҙамға илебеҙҙең төрлө аэропорттарынан 900 хеҙмәткәр һәм авиация уҡыу йорттары студенттары йәлеп ителгән.
Аэропорттың Олимпиада маҡсатына төҙөлгән яңы терминалы, нигеҙҙә, халыҡ-ара рейстар пассажирҙарын хеҙмәтләндерә. Ике-өс сәғәт эсендә бында ниндәй генә ил вәкилдәрен күрмәйһең! Самолеттан килеп төшкән делегацияларҙы, асыҡ йылмайып, инглиз, немец, француз телдәрендә иркен һөйләшкән береһенән-береһе сибәр ҡыҙ һәм егеттәр ҡаршы ала. Махсус әҙерлек үткән был волонтерҙар уларҙы аэровокзал алдында көткән махсус автобустарға оҙата. Бынан ҡунаҡтарҙы ҡалалағы, Ҡыҙыл яландағы, Роза Хуторҙағы ҡунаҡханаларға урынлаштырырға алып китәләр. Волонтерҙар әйтеүенсә, аэропортта иң көсөргәнешле көндәр Олимпиада тамамланып, унда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың күпләп ҡайта башлау ваҡытына, 22 – 24 февралгә, тура киләсәк.
Әйткәндәй, 31 ғинуарҙа был аэропортта Халыҡ-ара Олимпия комитеты башлығы Томас Бахты ҡаршы алдылар. Ул Рәсәйҙә Ҡышҡы уйындарҙың аҙағына тиклем буласаҡ. Томас Бах менән бергә Олимпия комитетының башҡа ағзалары ла Сочиға йыйылды. 2-3 февралдә улар тәүге ултырыштарын үткәрҙе. Томас Бах сығышында: «Сочи тарихтағы иң шәп Олимпиаданы уҙғарырға әҙер. Беҙ Олимпия ауылдарында булдыҡ, спортсылар менән аралаштыҡ һәм бөтә нәмә иң юғары кимәлдә үтеренә шигебеҙ юҡ. Бар объекттар ҙа заманса һәм сифатлы төҙөлгән, спортсыларға уңайлы шарттар булдырылған. Иң мөһиме — спортсылар объекттарға яҡын ғына йәшәй: уларҙың 80 проценты, карауатынан тороп, ярыштар урынына йәйәү генә бара. Бындай уңайлыҡты бер Олимпиадала ла күргәнем булманы», — тине.
Томас БАХ:  “Сочи тарихтағы иң шәп олимпиаданы уҙғарырға әҙер”Сочиҙағы Олимпия уйындарының спорт программаһы ярыштар төрөнөң дөйөм һаны буйынса ла, шулай уҡ программаға индерелгән яңы спорт төрҙәре һаны яғынан да рекорд ҡуя. 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Уйындар менән сағыштырғанда, Сочи Олимпиадаһының спорт программаһына тағы 12 төр ярыш өҫтәлгән. Һөҙөмтәлә Ҡышҡы уйындарҙағы ярыш төрҙәренең һәм миҙал комплекттарының дөйөм һаны 98-гә етә. Уларҙың 29-ы – Яр буйы кластерындағы стадиондарҙа, 69-ы Тау кластерында, асыҡ һауала буласаҡ.
Йәшерен-батырын түгел: 375 мең кеше йәшәгән Сочи халҡы Олимпиадаға әҙерлеккә ҡағылышлы уңайһыҙлыҡтарҙан алты йыл эсендә ялҡып та киткәйне. Улар араһында хатта бында Уйындар уҙғарыуға ҡәнәғәтһеҙлек белдергән кешеләр ҙә булды. Ләкин, бөтә ауырлыҡтар артта ҡалып, әле Сочи 7,2 миллиард кеше йәшәгән Ер шарының төп иғтибар үҙәгенә әйләнгәндә, барлыҡ фекерҙәр ҙә ыңғайға үҙгәрҙе. Күп милләтле бөйөк Рәсәй менән бергә бөгөн бөтә Сочи ХХII Ҡышҡы Олимпия уйындары асылыуҙы сикһеҙ ҡыуанып, оло ғорурлыҡ хистәренә бирелеп тантана итә.
Иртәгә, 8 февралдә, Олимпия майҙандарында тәүге спорт ярыштары башлана. Донъяның 80-дән ашыу иленән Сочи Олимпиадаһына килгән 5500-ҙән ашыу спортсыға һәм уларҙың командаларына еңеүҙәр генә яуларға яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 397

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200