Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ОЛИМПИАДА һеҙҙе көтә, яҡташтар!
ОЛИМПИАДА һеҙҙе көтә, яҡташтар!
Әҙерлеккә киткән сығымдары менән бөтә спорт донъяһын шаҡ ҡатырған Сочи Олимпиадаһы башланырға әле аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалыуға ҡарамаҫтан, мәңге ҡунаҡсыл ҡала был тарихи ваҡиғаға бөгөн үк әҙер. Барлыҡ спорт объекттары сафҡа индерелеп, тәүге һынауҙарҙы үтте. Ҡаланы йыйыштырыу эше иң аҙаҡҡа ҡалдырылһа ла, ул тиҙ тамамланды. Үҙәк урамдарға килтереп ултыртылған аллы-гөллө сәскәләр, төрлө экзотик үҫемлектәр күҙҙең яуын ала, йөҙ төрлө ут менән яҡтыртылған пальмалар, кипаристар, магнолиялар, бигерәк тә кистәрен, тотош Сочиҙы гүзәл әкиәт донъяһына әйләндерә.


Ҡаланың тышҡы күренешен күркәмләндереү буйынса йыл эсендә лә башҡарып өлгөрмәҫлек эштәр бер айҙа атҡарылғандай булды. Халыҡтың “Өлгөрөрҙәрме?” тип борсолоуы бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Афарин, өлгөрҙөләр! Бөтә урындарҙа йәйелдерелгән әҙерлек эше тәүлек әйләнәһенә дауам итте. Поездан килеп төшкәндәрҙең йөрәген алған тимер юл вокзалы эргәһендәге ҙур-ҙур канауҙар, траншеялар аҙна эсендә асфальт йәйелгән, матур ағастар ултыртылған гүзәл майҙансыҡтарға әйләнде. Шул уҡ урында стеналары ҡиммәтле материал менән көпләнгән яңы ер аҫты юлдары сафҡа индерелде. Рәсәй етәкселеге ҡуйған талаптар тулыһынса үтәлеп, бөгөн Сочи бөтә Ер шары халҡын һоҡландырырлыҡ иң матур ҡалаларға тиңләштерелде.
Әле Олимпиадаға килеүселәрҙе тағы бер һорау борсой: мәңге йылы ҡалала Ҡышҡы уйындар өсөн ҡар булырмы? Рәсәй синоптиктары Сочиҙа һауа торошон түбәндәгесә билдәләй: Уйындарҙың тәүге аҙнаһында – 6-12, 15 февралдә – 14-16, ә 16-һында 18 градус йылы буласаҡ, оҙайлы ямғырҙар көтөлә. Ләкин ойоштороусылар тәбиғәттең теләһә ниндәй һынауына ла әҙерлеген раҫлай. Әле Сочиҙан 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ярыш трассаларындағы ҡарҙың ҡалынлығы бер метрҙан ашыу. Кинәт йылытып, ул ныҡлап ирей башлаһа, ярыштар үтәсәк тау бейеклектәренә урынлаштырылған 400-ҙән ашыу махсус пушка эшкә тотонасаҡ: был осраҡ өсөн алдан әҙерләнеп, махсус резервуарҙарҙа һаҡланған, хатта бер нисә Олимпиадаға етерлек ҡар запасын ярыш урындарына яуҙырасаҡ. Әйткәндәй, Сочиҙа йәшәгән ике йылда шуны күҙәтәм: бында, нисектер, һауа торошона йоғонто яһай алалар һымаҡ. Ил етәкселеге килдеме, тәүлектәр буйы яуған ямғыр туҡтап тора. Улар киттеме, ситкә ҡыуылған ҡара болоттар тағы ҡаланы ҡаплай. Урындағы халыҡ был күренешкә күптән күнеккән: ямғыр ялҡытһа, «Ҡасан Президент килә инде?» тип көтә башлайҙар.
Олимпиада алдынан хәүефһеҙлек сараларына айырым иғтибар бирелә. Әле үк ҡала илебеҙҙең бөтә төбәктәренән килгән полицейскийҙар, формаларына «Яр һағы» тип яҙылған моряктар менән тулы, диңгеҙ ярынан алыҫ түгел хәрби караптар тора. Урамдарҙа атлы полиция осрай. Береһенән-береһе ҡупшы 37 ат, уларҙың хужалары полицияла ун йылдан ашыу хеҙмәт иткән, Мәскәүҙә уҙған ҙур спорт ярыштары ваҡытында тәртип һаҡлауҙа яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән.
ОЛИМПИАДА һеҙҙе көтә, яҡташтар!Олимпиада ваҡытында хәүефһеҙлекте тағы ла нығыраҡ көсәйтеү маҡсатында, Абхаз Республикаһы етәкселеге ошо көндәрҙә Рәсәй менән сик һыҙығын үҙ яғына 11 саҡрымға күсерҙе, 23 ғинуарҙан Мәскәү – Сухуми поезының хәрәкәте туҡтатылды. Сочиға инергә махсус рөхсәте булмаған барлыҡ автомашиналар Туапсе ҡалаһы эргәһендә үк – Магри посында туҡтатыла. Транспорт хужалары һәм пассажирҙар, машиналарын махсус майҙансыҡтарға ҡалдырып, Олимпия ҡалаһына юлын электр поезында дауам итә.
Хәүефһеҙлеккә бәйле төрлө имеш-мимеш тә йөрөй. Чечен боевиктары лидеры Доку Умаровтың Интернет аша белдереүе күңелгә бер аҙ шом һалды: ул Олимпиада көндәрендә теракт ойошторорға вәғәҙә итә. Һуңғы осорҙа Сочиҙың маршрут автобустарында бында нисектер үтеп ингән террорсы Рузана Ибраһимованың фотоһы күренә башланы. Уның тураһында мәғлүмәт тә бар: һул битендә – яра эҙе, сатанлай, һул ҡулы бөгөлмәй. Күҙгә салынырҙай бындай билдәләре булғас, тиҙ табырҙар, моғайын.
Сочиҙа аҙым һайын документ тикшерәләр. Октябрь айында уҡ һәр йортҡа инеп, ҡала халҡының иҫәбен алғайнылар. Олимпиада ваҡытында бында буласаҡ барлыҡ кешеләрҙең исемлеге дөйөм базаға индерелгән. Полицейский, кәрәк тип тапһа, теләһә кемде туҡтатып, документын һорай, фамилияһын планшетындағы базанан ҡарап, уның паспорт режимын боҙоу-боҙмауын асыҡлай. Быға өс-дүрт минут ваҡыт китә.
Тиҙҙән Сочиға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 25 меңдән ашыу волонтер киләсәк. Уларҙың тәүге партияһын ҡаршыланылар ҙа инде. Махсус әҙерлек үткән егет һәм ҡыҙҙар Ҡышҡы уйындар ваҡытында Олимпиаданы ойоштороусыларҙың уң ҡулына әйләнәсәк. Улар ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк, мәшһүр Рәсәй, бай Краснодар крайы, гүзәл Сочи тураһында хатта инглиз телендә лә мауыҡтырғыс итеп һөйләй аласаҡ, ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәрен кәрәк урындарға оҙатып йөрөйәсәк.
Олимпия ҡалаһының биш урынында – Лазеровскоела, Дагомыста, диңгеҙ порты эргәһендә, Адлерҙың ял паркында, Роза утарында – күңел асыу майҙансыҡтары булдырылды. Уларҙы рәсми асыу тантаналары 5 февралгә билдәләнгән. Артабан был урындарҙа балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө мәҙәни саралар, концерттар ойоштороласаҡ. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән килгән төрлө милләт сәнғәт оҫталары үҙҙәренең сығышын Олимпия ҡунаҡтарына арнаясаҡ.
ОЛИМПИАДА һеҙҙе көтә, яҡташтар!Аккредитация үтеп, ХХII Ҡышҡы Олимпия уйындарын яҡтыртырға хоҡуҡ алған меңәрләгән журналист өсөн Имеретин уйһыулығында Төп матбуғат үҙәге асылды. Ләкин, белеүебеҙсә, теләгән һәр кешегә аккредитация бирелмәй. Күҙәтеүҙәр шуны дәлилләй: редакцияларҙың төрлө заданиеһы менән Олимпиадаға үҙаллы килгән хәбәрселәрҙең һаны, ғәҙәттә, аккредитациялы журналистарҙың һанына тигеҙләшә. Ҡағиҙә буйынса улар, рәсми рөхсәте булған хеҙмәттәштәре кеүек, теге йәки был спорт объекттарына үтә алмай. Аккредитацияһыҙ килгән шундай журналистарҙың эшен еңеләйтеү өсөн ҡаланың диңгеҙ порты эргәһендә «Сочи медиаүҙәге» барлыҡҡа килде. Төҙөлөп бөтөп, яңы ғына сафҡа индерелгән был үҙәктә матбуғат вәкилдәре өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошонда урынлаштырылған ҙур-ҙур экрандарҙан майҙансыҡтарҙа барған ярыштарҙы күҙәтергә, һәр көн ойошторолған брифингтарҙа, матбуғат конференцияларында, пресс-турҙарҙа, экскурсия программаларында ҡатнашырға була. Ләкин был Медиаүҙәккә килер өсөн дә алдан ғариза бирергә кәрәк.
Олимпия һәм Паралимпия көндәрендә Имеретин уйһыулығындағы “Бәрхәт миҙгелдәр” комплексы биләмәһендә Бөтә Рәсәй бренд күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк. Был урын сит илдәрҙән килгән 30 меңгә яҡын спортсы, журналист, тамашасы йәшәйәсәк ҡунаҡханаларға яҡын ғына. Ошо ҙур күргәҙмәгә Рәсәйҙе данларҙай бренд тауарҙары ҡуйыласаҡ. Бөтә донъяға билдәле башҡорт балына ла айырым урын бүленә – республикабыҙ биш тонна юғары сифатлы бал һәм башҡа ҡортсолоҡ тауарҙары килтерҙе. Шулай уҡ Башҡортостандың мәшһүр сәнғәт оҫталары ла бында килергә юлға сыға. Сочи көтә һеҙҙе, яҡташтар!

ОЛИМПИАДА һеҙҙе көтә, яҡташтар!
Флорида ИҪӘНБАЕВА,
«Башҡортостан»дың махсус хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 397

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200