Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрам рухы арта Сочиҙа (2)
Байрам рухы арта Сочиҙа (2)Эшсе мигранттар китә

Ҡышҡы уйындарға әҙерлек башланғас та Сочиҙа төрлө илдән, элекке союздаш республикаларҙан йыл әйләнәһенә 80 — 100 мең кеше төрлө төҙөлөштә эшләне. Рәсәй Президентының юғарыла әйтелгән хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү тураһындағы һәм Краснодар крайы губернаторы Александр Ткачевтың “Крайҙа миграция контролен көсәйтеү тураһында”ғы ҡарарҙары Сочиҙы ай ярым эсендә барлыҡ эшсе мигранттарҙан һәм гастарбайтерҙарҙан азат итте. Урамдан төркөм-төркөм булып эшкә китеүсе йәки ҡайтыусы төрлө милләт эшселәре бөтөнләй күренмәй тиерлек. Рөхсәтһеҙ мигранттарҙы асыҡлап, уларҙы тыуған төбәктәренә ҡайтарыу өсөн крайҙа казактарҙан, полициянан, башҡа ведомство вәкилдәренән торған 60 төркөм булдырылды. Улар һәр йортҡа, фатирға инеп, ҡалала йәшәүселәрҙең исемлеген ала, паспорт режимын боҙоусыларға сара ҡуллана.
“Олимпия төҙөлөштәрен тамамлағас та барлыҡ эшселәр өйҙәренә ҡайтып китергә тейеш”, — тине бер сығышында губернатор Александр Ткачев. Эшсе мигранттарға ысын мәғәнәһендә “һунар” сентябрь урталарында башланды. Рейдтар иң тәүҙә үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, тажик эшселәренә йүнәлтелде. Эштән сығып, туҡталышта минең менән бергә автобус көткән сит төбәк егеттәрен нисек алып киткәндәрен үҙем күрҙем. Көтмәгәндә алдыма гастарбайтерҙар менән тулы иҫке бер автобус килеп туҡтаны. Унан ике полицейский һәм бүркенең түбәһенә ҡыҙыл тәре төшөрөлгән Кубань казактары һикереп төшөп, унлап эшсене ҡамап алды. Хоҡуҡ вәкилдәре уларҙың документтарына иғтибар ҙа итмәне. Аҙаҡ күрһәтерһегеҙ, тип барыһын бергә автобусҡа тейәп алып киттеләр. Был күренеште күҙәткән ирле-ҡатынлы Ольга менән Дуан Догандарҙың: “Саҡырып килтереп йылдар буйы эшләттеләр ҙә хәҙер ҡыуып ҡайтаралар. Улар китһә, ҡаланың ҡара эшен кем башҡарыр?” — тигән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Аҙ ғына аҡсаға ҡәнәғәт гастарбайтерҙарҙан иртәрәк ҡотолдолар, буғай – Олимпиадаға әҙерлектең иң яуаплы осоронда ҡала радиоһы һәм телевидениеһынан эшселәр талап ителеүе тураһында иғландар минут һайын яңғырай. Инде Төркиә, элекке Югославия һәм Европаның башҡа илдәренән килгән эшселәр күпләп өйҙәренә оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта махсус рейс менән кисә Сербиянан 500 эшсе ярҙамға килтерелде.
Эшсе-мигранттарҙы ваҡытлыса тотҡарлап, кире ҡайтарып ебәреү өсөн Сочи эргәһендәге Веселое ҡасабаһында 500 кешегә иҫәпләнгән махсус ҡабул итеү урыны булдырылған. Бында улар төҙөлөш эштәренә йәлеп ителә һәм, ҡағиҙә буйынса, ун биш көн эсендә өйҙәренә оҙатылырға тейеш. Документтары тәртиптә булмағандарының паспорттарына депортация мисәте һуғыла, һәм улар биш йыл үтмәйенсә Рәсәйгә килә алмай. Урыҫ телен белмәгән, бында үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡларға маташып та ҡарамаған мигранттар менән һөйләшкәндә, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренең ҡайһы берҙәре уларға килем сығанағы итеп ҡарауына күнеккәнлегенә төшөнәһең.

Ихтияр*, Үзбәкстандан:
— Сочи төҙөлөштәрендә алты йыл эшләйем. Рейдтар башланасағын белмәй, күләмле генә эш табып, Үзбәкстандан ун ике танышымды саҡырҙым. 120 мең һум түләп, һәр береһенә Рәсәйҙә эшләргә рөхсәт документы алдым. Яҡташтарым Сочиҙа ике аҙна булырға ла өлгөрмәне, полиция уларҙы юлда тотоп, приемникка алып киткән. Быға бер ҙә аптыраманым, биш йыл эсендә үҙемә лә әллә нисә тапҡыр полиция участкаһында ултырып сығырға тура килде. Документтарым һәр саҡ тәртиптә булыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла түләтмәйенсә ебәрмәнеләр. Кеҫәңдә бер тинең булмаған хәлдә лә, танышыңа шылтыратып, аҡса килтерттерәһең.
Гастарбайтерҙың ҡайҙалыр барып, хаҡлыҡ яулай алғанын ишеткәнем юҡ әле. Эшселәрем менән дә шундай хәл булды. Документтары тәртиптә бит, ебәрегеҙ, тип приемникка барҙым. Һәр береһенә бишәр мең һум һоранылар. Алтмыш меңде ҡайҙан табаһың? Тапҡан хәлдә лә, аҙна эсендә уларҙы яңынан килтереп япмаҫтармы? Ҡыҫҡаһы, яҡташтарым менән арам боҙоласағын белһәм дә, уларҙы һатып алыуҙан баш тарттым. Ике аҙна эшләтеп, барыһын да өйҙәренә оҙатҡандар. Үҙем әле поезға билет алдым, Уйындар тамамланғансы Краснодарҙа эшләп торам.
Рөстәм, Тажикстандан:
— Мигранттарҙы ҡыуыу башланғас та, яҡташ дуҫым ҡайтырға самолетҡа билет алды. Өс көндән осам, тип полицияға билетын күрһәтһә лә, уны приемникка алып киткәндәр. Миңә аҡса һорап шылтырата. “Самолетыңдан ҡалмайым тиһәң, 10 мең һум аҡса килтер”, — тигәндәр. Табып алып барырға тура килде.
Милош, Сербиянан:
— Сербияға ҡайтып китер алдынан дүрт яҡташым айҙар буйы эшләгән аҡсаларын алырға Сочи эргәһендәге ауылда урынлашҡан офисҡа китте. Һәр береһе 6-шар мең доллар эш хаҡы алып, ике саҡрымда ятҡан транспорт туҡталышына йәйәү килә ятҡанда, уларҙы ике полицейский туҡтата, документтарын ҡарап, кеҫәләрен тентей. Был тиклем суммаға декларацияғыҙ юҡ бит, тип бер ниндәй квитанция тултырмай, барлыҡ аҡсаларын алып китә. Яҡташтарым: “Сит ил кешеһе Рәсәйҙә өс мең долларға саҡлы сумманы декларацияһыҙ ҙа йөрөтә ала бит, аҡсабыҙҙың яртыһын кире бирегеҙ”, — тип аңлатырға тырышһалар ҙа, тегеләр 24 мең доллар менән китеп тә бара. Был икәүҙең таныҡлыҡтарын ҡарап ҡалырға уларҙың баштарына ла килмәй. Прорабыбыҙҙың үҙҙәренә нисектер ярҙам итеренә өмөт тотоп, улар Сербияға осто. Хәтһеҙ ваҡыт үтте, был хәлде бер кем дә тикшермәне. “Офистан аҡса алып сыҡҡан эшселәрҙе талау тәүгә түгел, юлда такси менән йөрөгөҙ”, — тип иҫкәртәләр беҙҙе хәҙер.
Кенал, Төркиәнән:
— Полицейскийҙарығыҙға ҡаршы һүҙ әйтеп ҡара – үҙеңә генә насар буласаҡ. Мине лә, эшкә китеп барғанда, ике иптәшем менән бергә приемникка ябып ҡуйҙылар. “Документтарыбыҙ тәртиптә, визабыҙ бар, объектты тиҙерәк тапшырырға кәрәк”, — тиһәк тә, хужабыҙҙан аҡса килтерттеләр. Урыҫса белгән иптәшем, һеҙ хаҡлы түгел, мин адвокат талап итәм, тип әтәсләнеп ҡарағайны, уны беҙҙең менән сығарманылар. Өс көндән Төркиәгә депортация мөһөрө менән оҙатҡандар.
Әйткәндәй, урындағы полицияның квитанция бирергә “онота” торғандарына тағы бер килем сығанағы артты: Сочи — тәмәке төтөнөнән азат ҡала, тип иғлан ителде. Урамда ла тик махсус билдәләнгән урындарҙа ғына тартырға рөхсәт. Минут һайын тәмәке һурырға күнеккәндәр ундай урынды ҡайҙан эҙләһен? Юлдан тәмәке көйрәтеп барған йәки туҡталыштарҙа тартып транспорт көткән кешеләрҙән генә лә күпме штраф йыйыла...

Уйындарға билет һатыла

25 ноябрҙә Сочиҙың тимер юл вокзалы бинаһында, шулай уҡ Мәскәүҙә Олимпия һәм Паралимпия уйындарына билет һатыу үҙәктәре асылды. Бында «Сочи-2014» рәсми сайты аша хаҡы алдан түләнгән билеттар артынан килеп, яңыларын һатып алырға мөмкин. Рәсәй тамашасыларына билеттарҙың 70 проценты бүленгән. Үҙәкте асыу көнөндә кассаларға яҡын килерлек түгел ине. Әле, декабрь уртаһында, сиратта күп тигәндә ярты сәғәт тораһың. Барлыҡ ярыштарға, асыу һәм ябыу тантаналарына урындар бар әле.
Билеттарҙың иң арзаны – 500, иң ҡиммәте — 50 000 һум. Олимпиаданы асыу тантанаһына билет хаҡы — 6 меңдән 50 мең һумға тиклем, ә ябыу тантанаһына 4500 һумдан 37 мең һумға тиклем тора. Кассалар ял көндәрһеҙ, Паралимпия уйындары тамамланғансы, 16 мартҡа тиклем эшләй. Шулай уҡ Уйындар ваҡытында барлыҡ Олимпия объекттарында ла билет кассалары булдырыласаҡ.

Олимпия уты көтөлә

Афинанан Мәскәүгә 29 сентябрҙә килтерелгән Олимпия уты, илебеҙҙең 83 субъектындағы 2900 тораҡ пункты аша 65 мең саҡрым юл үтеп, Йыһанда ла, һыу аҫтында ла булып, 2014 йылдың 7 февралендә Сочиға Олимпиаданы асыу тантанаһына килеп етәсәк. “Сочи-2014” эстафетаһында 14 мең кеше факел йөрөтөү бәхетенә өлгәшкән.

Иң яуаплы эштәр алда әле

Олимпиадаға әҙерлек программаһы донъя кимәлендәге спорт объекттарын төҙөүҙе генә түгел, ә Сочиҙы Ҡышҡы уйындарҙың баш ҡалаһы итә алырлыҡ яңы инфраструктура булдырыуҙы ла үҙ эсенә алды. Программаның ошо ике төп өлөшө уңышлы үтәлде. Тест ярыштары ваҡытында спортсылар яңы төҙөлгән стадиондарға, ареналарға, спорт комплекстарына лайыҡлы баһа бирҙе. Сочи, бөтә яҡлап төҙөкләндерелеп, донъя кимәлендәге гүзәл ҡалаға әйләнде.
Нисә йыл инде олимпия рухы менән йәшәгән Сочи халҡы түҙемһеҙләнеп программаның иң һуңғы мәҙәни өлөшөнөң юғары кимәлдә ойошторолоуын көтә. Алты йыл буйы башҡарылған ғәйәт ҙур эш янында ҡалған ай ярымда атҡараһы мәшәҡәттәр үтә лә аҙ һымаҡ. Ләкин фәҡәт улар Олимпиаданың баш ҡалаһына донъя тантанаһы төҫөн бирәсәк, төрлө ҡитғаларҙан, яҡын һәм йыраҡ илдәрҙән килгән барлыҡ спортсыларҙа, ҡунаҡтарҙа, көйәрмәндәрҙә байрам кәйефе тыуҙырасаҡ, һәр олимпия көнөн сағыу һәм онотолғоһоҙ итәсәк.

*Исемдәре үҙгәртеп алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 042

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 935

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 407

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 399

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 572

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 428

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 402

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 234

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200