Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрам рухы арта Сочиҙа (1)
Байрам рухы арта Сочиҙа (1)2014 йылдың 7 февралендә Мәскәү ваҡыты менән 20 сәғәт 14 минутта Сочиҙың «Фишт» стадионында ХХII Ҡышҡы олимпия уйындарын асыу тантанаһы башлана. Халыҡ-ара олимпия комитетының яңы президенты Томас Бах, ярыштар башланыуға 100 көн ҡалғанда уҡ Сочиға килеп, барлыҡ объекттарҙың спортсыларҙы ҡабул итергә әҙерлегенән ҡәнәғәт булып киткәйне. Олимпия ҡалаһына ай һайын барырға тырышҡан Рәсәй Президенты Владимир Путин да ноябрь аҙағында уҡ бындағы Уйындарға әҙерлекте ыңғай баһаланы, ҡалған арауыҡта барлыҡ етешһеҙлектәре бөтөрөргә, инде төп көстө ойоштороу эшенә йүнәлтергә күрһәтмә бирҙе.

Ҡала гүзәлләнә

Бөгөн Сочи ҡалаһын танымаҫһың да. Үҙәк урамдар әле үк байрам төҫө алған. Рәсми сығанаҡтар белдереүенсә, 25 декабрҙән Ҡышҡы олимпия һәм Паралимпия уйындары тамамланғансы, ҡалала барлыҡ төҙөлөш туҡтатыла. Яңы ғына һалынып бөтөп, сафҡа инергә өлгөрмәгән йорттарға талап ҡаты: 1 ғинуарға уларҙың төҙөлөш кәртәләре алынып, тирә-яғы тәртипкә килтерелергә, алдарына махсус үҫтерелгән мәңге йәшел кипаристар, пальмалар ултыртылырға, ҡыҫҡаһы, тышҡы күренеше күҙҙең яуын алып торорға, ҡунаҡтарҙы һоҡландырырға тейеш.
Бер төн эсендә тотош урамдарға яңы асфальт йәйелеүе лә – Сочиҙа ғәҙәти күренеш. Паралимпия уйындарына килеүселәр өсөн дә уңайлыҡтар арта: үҙәк урамдарҙа, диңгеҙ буйҙарында инвалидтар өсөн иркен юлдар булдырыла, һуҡырҙарға йөрөү өсөн тротуарҙарға ҡытыршы плитәләрҙән киң булмаған һыҙаттар һалына.
Олимпиаданың баш ҡалаһы Уйындарға килгән ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршылауға, уларҙы сифатлы хеҙмәтләндереүгә бар көсөн һаласаҡ. Ресторандар, кафелар әле үк махсус менюлар төҙөп, килеүселәрҙе тәмле-тәмле милли аштар менән һыйламаҡсы. Диңгеҙ вокзалы эргәһендә бер нисә ай элек асылған ҙур “Олимпия магазины”нда Ҡышҡы уйындар өсөн махсус тегелгән спорт кейемдәре һатыла. Олимпия символдары төшөрөлгөн күҙҙең яуын алырлыҡ шарфтар, бирсәткәләр, спорт сумкалары, биштәрҙәр (рюкзак) күп.
— Олимпиаданан һуң был әйберҙәрҙең хаҡы ҡырҡа төшәсәк, шуға әле үҙебеҙгә бер ни ҙә һатып алырға ашыҡмайбыҙ, — ти өлкән һатыусы Ирина Лейман.

Байрам рухы арта Сочиҙа (1)Ҡунаҡтар ҡайҙа йәшәйәсәк?

Сочи Олимпиадаһына барлығы нисә кеше килерен әле бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Сама менән ике-өс миллион тирәһе, тиҙәр. Ярыштарҙы ғына ла төрлө трибуналарҙан бер үк ваҡытта 80 меңдән ашыу тамашасы ҡараясаҡ. Ҡалала 25 мең ирекмән эшләйәсәк. Журналистарҙың һаны ғына ла өс меңдән арта. Мәскәүҙән, Татарстандан һәм Краснодарҙан 1372 табип һәм 52 “Ашығыс ярҙам” бригадаһы медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Олимпиадала хәүефһеҙлекте илебеҙҙең төрлө өлкәләренән һайлап алынған 40 мең полицейский тәьмин итәсәк. Барлыҡ ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереүсе персоналдың һаны ғына ла өс меңгә яҡын буласаҡ. Спортсылар һәм журналистар үҙҙәре өсөн махсус төҙөлгән ҡаласыҡтарҙа йәшәһә, башҡа «армияны» урынлаштырыу өсөн әле ҡунаҡхана бүлмәләренең етмәүе билдәле.
Ойоштороу комитеты һәм Олимпия төҙөлөшө сайттарындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, урындарға ҡытлыҡ булыуҙың сәбәбе – башта раҫланған Олимпия төҙөлөшө программаһынан ситкә тайпылыу. Финанслауҙағы һәм һөйләшеп килешеүҙәрҙәге ауырлыҡтар арҡаһында, мәҫәлән, 2010 йылдың мартында Программаның Имеретин уйһыулығында һәр береһе ике мең урынға иҫәпләнгән дүрт ҡунаҡхана төҙөү тураһындағы пункты юҡҡа сығарыла. Инвесторҙар проектындағы хаталар арҡаһында быйыл Программанан 1800 бүлмә тәҡдим итерлек тағы бер нисә ҡунаҡхана төшөп ҡала.
Рәсәй Хөкүмәте ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу проблемаһын хәл итеү юлдарын билдәләне. Олимпиада алдынан, мәҫәлән, ярыштар һәм мәҙәни саралар уҙасаҡ урындарға яҡын диңгеҙ ярҙарына, шулай уҡ Сочиҙың үҙәк портына бер нисә круиз лайнеры килтереләсәк. Шулай уҡ уҙған йәйҙә Олимпиада ваҡытында ирекмәндәрҙе, көйәрмәндәрҙе, ҡунаҡтарҙы, туристарҙы шәхси фатирҙарға, коттедждарға, ҡунаҡханаларға урынлаштырыу буйынса “Адлер-Старк” корпорацияһының Урынлаштырыу хеҙмәте барлыҡҡа килде.
— Ҡышҡы уйындарға билет һатып алыусылар, башҡа ҡунаҡтар Олимпиада көндәрендә йәшәр өсөн алдан уҡ Сочиҙа (Адлерҙа) үҙҙәренә урын билдәләй, — ти ҡаланың тораҡ хужалары менән Олимпиада ҡунаҡтары араһында гарант сифатында сығыш яһаған был хеҙмәт начальнигы Николай Комиссаров. — Килеүселәр әле лә 89654752838 телефоны йәки беҙҙең сайт аша ([email protected]) буш урындар белешә, килеү, ҡайтыу көндәрен, нисә кеше йәшәйәсәген әйтеп, алдан үҙҙәренә уңайлы тораҡ һайлап ҡуя ала. Фатирҙа тороу хаҡын корпорация иҫәбенә тулыһынса күсергәс, уларға заказлы хат менән Рәсәй почтаһы аша "Олимпия Уйындарының ҡунағы" тигән ваучер ебәрелә. Ваучерҙа нисә кеше, ҡасан, ҡайҙа йәшәргә тейешлеге (адрес) күрһәтелә. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең клиенттарын аэропортта йәки тимер юл вокзалында ҡаршылап, йәшәйәсәк урындарына килтереп урынлаштыра, — ти Николай Анатольевич.
Ниндәйҙер сәбәптән Урынлаштырыу хеҙмәте аша урын тапмаған ҡунаҡтарға бер ҙә борсолорға түгел: ғүмер-ғүмергә фатирҙарына кеше индереп йәшәргә күнеккән Сочи халҡы донъя кимәлендәге был оло сараға килгән бер кемде лә урамда ҡалдырмаясаҡ.

Байрам рухы арта Сочиҙа (1)Хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә

Рәсәй Президентының 2013 йылдың 19 авгусында ҡул ҡуйған “ХХII Ҡышҡы Олимпия һәм ХI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын уҙғарыу ваҡытында ныҡлы хәүефһеҙлек сараларын ҡулланыу үҙенсәлектәре тураһында”ғы ҡарары бында ғәҙәттән тыш хәл тәртибен булдыра һымаҡ. Тотош Сочи ҡалаһы һәм уның тирә-яғы, ярыштар урынына яҡын егерменән ашыу тораҡ пункты, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының бер өлөшө тыйылған урындар исемлегенә индерелде. 7 ғинуарҙан 21 мартҡа тиклем был ерҙәргә, ҡалала теркәлгән йәки махсус рөхсәт алған транспорттан башҡа, ситтән килгән шәхси транспортты үткәрмәйәсәктәр. Дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр һәм Олимпиаданы хеҙмәтләндереүсе персонал да ябыҡ урындарға рөхсәт ҡағыҙы менән генә үтә ала. Был ваҡытта Сочи халҡының үҙенә лә шәхси машинаһында ҡаланың Олимпия транспорты өсөн билдәләнгән юлдарына сығыу тыйыла. Тәртип боҙғандарға өс мең һум штраф ҡаралған. Барлыҡ пассажирҙарҙы спорт ярыштары урындарына махсус автобустар һәм «Ласточка» электр поездары йөрөтәсәк.
Ҡалаға сыҡҡанда һәр кем үҙе менән паспортын алырға тейеш. Шулай уҡ диңгеҙҙә йөҙөү, һауала осоу өсөн тыйылған урындар раҫланған. Граждандар һәм Олимпиадаға йәлеп ителмәгән полицейскийҙар үҙҙәрендә теркәлгән ҡоралды хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытлыса тапшырып торасаҡ. Ярыш һәм тантаналар үтәсәк объекттарға ингәндә һәр кемдең документы һәм багажы тикшереләсәк. Был осорҙа Олимпия һәм Паралимпия уйындарына бәйле булмаған йыйылыштар, митингтар, пикеттар үткәреү тыйыла. Абхаз Республикаһы менән Рәсәй араһындағы сик ябыла. Сочиҙа Абхазияла теркәлгән машиналар юл хәрәкәте инспекцияһы күҙәтеүенә алына.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 042

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 935

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 408

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 399

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 572

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 428

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 402

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 234

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 323

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200