Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы, исеменән күренеүенсә, Ағиҙел ҡалаһында был йүнәлештәге барлыҡ эштең төп ойоштороусыһы. Үткәрелгән саралар, киләсәккә ниәттәр тураһында һорашып, уның етәксеһе Наталья Алексееваға мөрәжәғәт иттек.

– Наталья Александровна, ҡала халҡын спортҡа йәлеп итеү йәһәтенән хәлдәр нисек?
– Һәр кешелә сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү беҙҙә балалар баҡсаһынан уҡ башлана, тип ышаныслы әйтә алам. Унда йөрөүсе иң кескәйҙәрҙән алып бар тәрбиәләнеүселәр өсөн аҙнаһына өс тапҡыр махсус физик культура дәрестәре үткәрелә, ә ҙурыраҡтарҙы йәнә һәр көн урамға, саф һауалағы иртәнге гимнастикаға алып сығалар. Шуға ла мәктәпкәсә балалар учреждениеларының йыл һайын ҡала кимәлендә ойошторолған спорт бәйгеләрендә ҡатнашыуы бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел. “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярыштары, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған саралар гөрләп уҙа. Дөйөм алғанда, йыл һайын үткәрелгән “Әшит – Ағиҙел” маршруты буйынса йүгереү ярышы, “Алһыу йөҙлө саңғысылар” фестивале, ҡала хакимиәте кубогына волейбол турниры, шулай уҡ баскетбол, өҫтәл теннисы, саңғы, мини-футбол буйынса ярыштар, Еңеү көнөнә арналған йүгереү эстафетаһы ҡалала иң абруйлыларҙан һанала, һәм уларҙа ҡатнашыусылар арта бара. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн беҙҙә биш волейбол, дүрт баскетбол майҙансығы, алты футбол яланы бар. Физик культура һәм сәләмәт тормошто халыҡ араһында пропагандалауҙа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Савитар” өҫтәмә белем биреү үҙәге әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, “Ихата байрамдары”на балалар ҙа, йәштәр, ололар ҙа бик теләп сыға.
– Йәйен дә буш тормайһығыҙ шикелле?
– Беҙҙә йыл һайын ҡала бюджеты иҫәбенә “Йәш спецназ” хеҙмәт лагеры ойошторола. Уға бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған, шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, төрлө тормош ауырлыҡтарына дусар булған 14–18 йәштәге егерменән ашыу йәш үҫмер саҡырыла. Лагерҙа улар ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереүгә йәлеп ителә, үҙ хеҙмәте өсөн эш хаҡы ала. Бынан тыш, махсус план нигеҙендә лагерҙа конкурстар, спорт саралары ла үткәрелә. Тәртип боҙоу осраҡтарын киҫәтеү йәһәтенән социаль-психологик йүнәлештә лә эш алып барыла.
– Уңыштарығыҙ хаҡында ишетеп-белеп торабыҙ...
– Бөгөн Ағиҙелдә Олимпия уйындары программаһына ингән, шулай уҡ милли һәм халыҡсан 36 спорт төрө буйынса даими шөғөлләнәләр. Бында, әлбиттә, беренсе сиратта балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен билдәләргә кәрәк. Үҙ эшенә бар күңелен биргән уҡытыусы-тренерҙарҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә беҙҙең спортсылар төрлө кимәлдәге ярышта юғары күрһәткестәргә өлгәшә, республика һәм ил беренселеге өсөн бәйгеләрҙә призлы урындар ала, бүләктәргә лайыҡ була. Мәҫәлән, Рәсәйҙең спорт мастерҙары Илдар Арыҫланов менән Айҙар Гәрәйшин велосипед спорты буйынса ил йыйылма командаһы составында халыҡ-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны. Күптән түгел Абхазия тауҙарындағы бәйгелә Илдар чемпион исемен яуланы, Айҙар өсөнсө урынды алды.
Грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүселәр йыл барышында төрлө кимәлдәге тиҫтә ярымдан ашыу бәйгелә ҡатнашты. Йәш көрәшселәр Айҙар Шафиҡов, Айҙар Усманов, Вадим Холкин, Никита Акатьев, Артур Йоносов һәм Нил Хисамов уларҙа призлы урындар яулай. Сочи Олимпиадаһы факелын илтеү өсөн республика буйынса һайланғандар араһында 1-се мәктәптең уҡыу һәм спорт алдынғыһы Регина Ғайсинаның да булыуы — Ағиҙел халҡы өсөн оло ҡыуаныс.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
– Олимпиада йылында шатлыҡлы ваҡиға көтәбеҙ: ҡалабыҙҙа бассейны һәм бер нисә залы булған спорт һарайы сафҡа инәсәк. Шулай итеп, беҙ 36-сы спорт төрө – йөҙөү менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнә аласаҡбыҙ. Әле мәктәптәрҙә аҙна һайын өс мәртәбә үткәрелгән физкультура дәресенә бассейнлы йәнә берәү өҫтәлеүе беренсе сиратта йәш быуындың һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә. Яҡын арала ҡала халҡын спорт менән бәйле тағы бер матур яңылыҡ көтә: һалҡындар төшкәс тә, хоккей ҡумтаһы ҡуясаҡбыҙ. Быға тиклем яһалма һырғалаҡтарҙа шыуа инек, быйылдан беҙҙең малайҙар миллиондарҙың яратҡан уйыны менән үҙҙәре мәшғүл буласаҡ. Бының өсөн тейешле аҡса бүлгән республика Президентына рәхмәтебеҙ ҙур.
Алдағы айҙарҙа, әлбиттә, йыл миҙгелдәренә ярашлы үткәрелеүсе башҡа күп төрлө традицион спорт саралары ҡаралған. Шуларҙың иң тәүгеләре – егеттәрҙе әрмегә саҡырыу осоронда ойошторолған призывниктар бәйгеһе һәм йәш ғаиләләр фестивале. Алты айҙан бер йәшкә тиклемге шыуышып йөрөүсе сабыйҙар араһында республика буйынса Ағиҙел ҡалаһында ғына йыл да үткәрелеп килгән үҙенсәлекле ярыш быйыл да бик шаулы булыр тип уйлайым. Планда ҡаралған “55+” тип аталған фестиваль дә оло йәштәгеләр араһында танылыу алған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡалабыҙҙың спорт тормошо Олимпиада алдынан һәм унан һуң тағы ла әүҙемерәк буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199