Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сибай — шашка үҙәгеБашҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шашка спортын үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтәмә белем биреү программаһына ярашлы, былтыр ул республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында парламенттағы ҡатын-ҡыҙҙар клубы (рәйесе — Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева) һәм Халыҡ-ара шашка федерацияһы (рәйесе — шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина) тарафынан тәҡдим ителгәйне.

Сибайҙы ысын мәғәнәһендә шашка үҙәге тип атарға мөмкин. Бөгөн ҡала ошо спорт төрө менән йәшәй тиерлек, ярыштар, бәйгеләр үтә, шашка секциялары селтәре ойошторолған. Башта проект уҡыусыларға һәм йәштәргә йүнәлтелгәйне. Сибайҙа ир-егеттәр араһында вице-чемпион да бар. Ун йәшлек Ильяс Хәсәнов төбәктә халыҡ-ара шашка буйынса тәүгеләрҙән разрядҡа эйә булды. Айгөл Сафина менән Диана Сәлихҡолова Волга буйы федераль округы беренселегендә ҙур еңеүгә өлгәште.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башланғысы менән мәктәпкәсә учреждениелар ҙа шашка уйынына йәлеп ителде. 25 сентябрҙә “Тейенкәй” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында тәүге шашка турниры ойошторолдо. Был бәйге ҙур проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән беренсе аҙым булды.
“Кескәйҙәрҙе VI класс уҡыусыһы Айгөл Сафина шашка серҙәренә өйрәтә. Ул үҙе ошо баҡсала тәрбиәләнгән, шашка буйынса беренсе разрядлы спортсы, — ти учреждение мөдире Людмила Мурзикова. — Волга буйы федераль округы беренселегендә Айгөл тиҫтерҙәре араһында бишенсе урынды яуланы. Ярышта төп судья бурыстарының тап уға йөкмәтелеүе осраҡлы түгел”.
Бәйге “Алтын шашка” театрлаштырылған тамашаһынан башланды. Йәрәбә һалынғандан һуң, өлкән төркөмдән 16 бала бәйгенең ҡала этабында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Алты йәшлек Никита Баранов турнирҙың төп бүләгенә лайыҡ булһа, Богдан Хөсәйенов, Карина Филиппова, Асҡар Өмөтбаев призлы урын яуланы. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла почет грамоталары, бүләктәр тапшырылды.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында шашка ярыштары нигеҙҙәре буйынса курс ойошторола. Шуға күрә студенттарҙың Башҡортостан беренселегендә икенсе урынды яулауы осраҡлы түгел. Июнь айында Өфөлә үткән Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында буласаҡ филологтар ирекмән бурысын башҡарһа, мастер-технологтар иң яҡшы спортсылар өсөн үҙенсәлекле бүләк әҙерләне.
Сентябрь аҙағында беренсе һәм икенсе курс командалары араһында сираттағы шашка фестивале уҙҙы. Көсөргәнешле алышта икенсе курстар еңеүгә өлгәште.
Шашка буйынса Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионы Айнур Шәйбәков ойошторған уйын йәш спортсыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бәйгелә бер үк ваҡытта 37 кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә халыҡ-ара спорт мастеры 36 таҡтала еңеү яуланы, юридик факультет студенты Гүзәл Хәсәеваға “ничья” тәҡдим итте. Өсөнсө курстан Айҙар Хәмитов иң яҡшы уйынсыларҙың береһе тип танылды.
Бәйге тамамланғандан һуң, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева рәхмәт хаттары тапшырҙы, институттың китапхана фондына “Шашка уйыны дәреслеге”н бүләк итте. “Шашка ябай спорт төрө түгел, ул балала ижади һәм фекерләү һәләтен үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта, иғтибарҙы арттыра, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ошондай проектты тормошҡа ашырыу программаның һөҙөмтәлелеген күрһәтте, мәғариф учреждениеларында уны ғәмәлгә индереү зарурлығын раҫланы”, — тине Дәүләт Думаһы депутаты.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 397

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200