Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нөктә ҡуйылды булһа кәрәк...
Нөктә ҡуйылды булһа кәрәк...Күптән көтөлгән "пенсия формулаһы" әҙер

Пенсияға сығырға әҙерләнеүсе граждандар, моғайын, 2015 йылдың 1 ғинуарынан уҡ пенсияны яңы ҡағиҙәләр буйынса ала башлар. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәт пенсияһын яңыса түләүгә күсеү буйынса фекер алышыуҙан һуң уны иҫәпләүҙең өр-яңы формулаһын тәҡдим итте.

Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ булһын

Эксперттар алдындағы бурыс ҡатмарлы: бер яҡтан, Пенсия фондының дефицитын кәметеү, федераль бюджеттан алынған трансферттарҙы (социаль ихтыяжға дәүләттең аҡсалата түләүҙәре) оҙайтыу зарурлығы тыуһа, икенсенән, пенсияға сығыу йәшен күтәрмәйенсә, пенсия күләмен киҫмәй-бүлмәй, артабан индексациялауҙы дауам итеү мөһим. Ҡыҫҡаһы, һарыҡтар ҙа имен булһын, бүре лә туҡ йөрөһөн. Йәнә бер шарт бар: эш биреүселәрҙе һалым йөгө баҫырға тейеш түгел. Күреүебеҙсә, мәсьәлә ҡатмарлы. Халыҡ алдындағы йөкләмәләрҙе пенсия системаһына тупланыусы ресурстар менән яраштырып булырмы?
Пенсия реформаһын үткәреүселәр бер кемде лә ҡыҫырға, ҡыйырһытырға йыйынмай: бөгөнгө пенсионерҙарҙы ла, иртәгә хаҡлы ялға сығасаҡ граждандарҙы ла, бизнесты ла. Ғәмәлдә пенсияға сығыу йәшен арттырыу хаҡында һүҙ алып барылмаһа ла, пенсияға китеүҙе кисектереү дәртләндерелә. Страховка тарифын күтәрмәйәсәктәр, әммә һалым һалыныусы нигеҙҙе киңәйтмәкселәр — иң юғары ставка (22 процент) алыныусы эш хаҡы "ҡыйығын" күтәрергә ниәтләйҙәр. Бөгөнгө пенсионерҙарға ла әлеге пенсия кимәлен һаҡларға вәғәҙә итәләр.
Эшләүсе пенсионерҙарға түләүҙәрҙе нисек тә булһа кәметеү яғын да ҡарайҙар (мәҫәлән, пенсияның нигеҙ өлөшөн түләмәү тураһында һүҙ бара).

Өс өлөштән торасаҡ

Өс өлөштән торған пенсия системаһына әйләнеп ҡайтыу күҙаллана. Буласаҡ пенсионерҙарға түбәндәгеләрҙе түләйәсәктәр:
1) нигеҙ пенсияһын — был дәүләт мотлаҡ үтәргә тейешле гарантияланған минимум (кешенең хеҙмәт стажы, йәше, күсергән иғәнәһе иҫәпкә алына);
2) страховка пенсияһын — күләме хеҙмәт стажына һәм эш хаҡына (күпме иғәнә күсерелеүенә ҡарап), шулай уҡ илдәге иҡтисади хәлгә бәйле. Страховка пенсияһы хеҙмәткәрҙең системала шәхси ҡатнашыу коэффициенттары суммаһынан сығып иҫәпләнә;
3) тупланма пенсияны — хәҙерге тупланма өлөшкә оҡшаш. Әлегә был мәсьәлә эксперттарҙа ҙур бәхәс тыуҙыра, фекер алышыуға нөктә ҡуйырға иртәрәк.

"Нигеҙ"ҙе бюджетҡа тапшырасаҡтар

Пенсияның нигеҙ өлөшөн финанслауҙы федераль бюджетҡа тапшырыу күҙаллана. Бөгөн уның күләме — 3 495 һум. Йыл һайын уны 1 апрелдән индексациялау күҙ уңында тотола. Хаҡлы ялға һуңғараҡ сыҡҡандарҙың нигеҙ пенсияһын арттырыусы коэффициенттар индерелә. Бер йылға һуңғараҡ сыҡһаң, нигеҙ пенсияһы — 5,6, ике йылға — 12, өс йылға һуңғараҡ сыҡһаң, 19 процентҡа арта. Ун йыл эсендә "нигеҙ" 2,11 тапҡырға үҫә. Шуныһы ла бар: биш йылдан һуң эшләүсе пенсионерҙарға нигеҙ өлөш түләнмәйәсәк.

Оҙаҡ эшләһәң — оторһоң

Страховка пенсияһын иҫәпләгәндә, пенсия хоҡуҡтарын һаҡлау принцибы күҙәтелә. Яңы формулаға күскәнгә тиклемге хоҡуҡтар һаҡлана. Иң ауыры һәм ҡатмарлыһы: элекке хоҡуҡтарҙы яңы формула ҡағиҙәләре менән яраштырғандан һуң конвертациялау.
Дөйөм алғанда, пенсия хоҡуҡтарын формалаштырыу принцибы үҙгәрә. Бөгөн хеҙмәт оҙайлылығы (страховка стажы) туранан-тура пенсия күләменә йоғонто яһамай. Иң мөһиме — күпме иғәнә күсерелгән. Яңы шарттарҙа күпме иғәнә күсерелеүе генә мөһим түгел, оҙаҡ эшләүең дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимәк, стаждың роле күтәрелә.

Яңыса уйларға, йәшәргә өйрән!


Пенсияға сығыу өсөн ниндәй талаптарҙы үтәргә кәрәк?
Беренсенән, 15 йыллыҡ минималь страховка стажына эйә булыу мотлаҡ. Был яңылыҡ ҡапыл ғына тормошҡа ашырыла башламаясаҡ, халыҡҡа яңы шарттарға күнегеү, яраҡлашыу өсөн ун йыл ваҡыт бирелә.
Икенсенән, хеҙмәткәр өсөн күсерелеүсе минималь иғәнәләр суммаһы тәғәйенләнә. Иң бәләкәй пенсияны алыу өсөн кәм тигәндә 15 йыл буйы ике МРОТ-тан (хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән) иғәнә күсерергә бурыслыһың (йәки 30 йыл дауамында бер МРОТ-тан).
Өсөнсөнән, ошо шарттар нигеҙ өлөшкә лә, страховка пенсияһына ла хоҡуҡ бирә. Был талаптарға яуап бирмәүселәр социаль пенсияға дәғүә итә ала (ҡатын-ҡыҙҙар — 60, ир-ат — 65 йәштән).
Страховка пенсияһын нисек иҫәпләйәсәктәр? Төп идея — кешенең шәхси эш хаҡы менән ил буйынса уртаса эш хаҡы нисбәтен сағыштырып, һәр кемдең индергән өлөшөн иҫәпкә алыу. Ҡыҫҡаса әйткәндә, шәхси пенсия коэффициенты иҫәпләнәсәк. Бындай осраҡта кешегә оҙағыраҡ эшләү һәм ҙурыраҡ хеҙмәт хаҡы алыу отошло.
Яңы пенсия формулаһына "пенсия коэффициенты ҡиммәте" тигән төшөнсә индерелә. Иҫәпләүҙәр буйынса, пенсияға сығыусының һәр стаж йылы өсөн 647,7 һум түләйәсәктәр. Был һанды эксперттар 2015 йыл өсөн иҫәпләп сығарған. Бынан тыш, пенсия күләме йәште, дөйөм хеҙмәт стажын, уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпкә алған башҡа коэффициенттарға ла бәйле. Шуға күрә яңы формуланы ябай кешегә аңлап бөтөүе ауыр. Әммә ул чиновниктар өсөн үтә уңайлы, ти эксперттар, иҡтисадта хәл мөшкөлләнгәндә, коэффициенттарҙы һәр саҡ үҙгәртергә мөмкин. Уҡыусыларҙың башын коэффициенттар, пенсия формулаһын сығарыу, иҫәп-хисап менән ҡатырмау өсөн шуны ғына әйтмәксебеҙ: әлегә эштең "инеше" генә, тәүге варианттың үҙгәреш кисереүе лә ихтимал. Эксперттар фекеренсә, әлеге иҫәп-хисап 35 йыл стажға эйә, хеҙмәт хаҡы ил буйынса уртаса эш хаҡына тиң булған кешене уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендәге пенсия менән тәьмин итәсәк.
Һүҙ ҙә юҡ, пенсия формулаһын сағыштырма дәүмәлдәрҙә (коэффициенттарҙа) ҡабул итеүе лә, аңлап бөтөүе лә ауыр, сөнки беҙ уны аҡса һәм йылдар менән иҫәпләргә генә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Асыҡлайһы һорауҙар ҙа ярайһы күп. Мәҫәлән, ни өсөн эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһына яңынан иҫәп-хисап яһау ҡаралмаясаҡ (әлеге көндә 1 августан түләнгән иғәнәләр иҫәбенә уларҙың пенсиялары арттырыла)? Эш биреүселәр ҙә ризаһыҙлыҡ күрһәтә: "Эшләүсе пенсионерҙар өсөн иғәнәләр түләп тә, уларҙың пенсияһы арттырылмағас, беҙҙе лә иғәнә түләүҙән азат итегеҙ", — тип талап итә улар. Шулай итеп, яңы пенсия моделен тикшереү, фекер алышыу дәррәү башланды. Йылдың аҙағына тиклем тейешле закондар ҡабул ителәсәк, ә 2015 йылдан яңы тәртип үҙ көсөнә тулыһынса инергә тейеш.

Эксперт фекере
Нөктә ҡуйылды булһа кәрәк...Гөлнара ЯҠШЫБАЕВА, иҡтисад фәндәре кандидаты:

— Яңы пенсия формулаһында иң мөһим үҙгәреш — ҙур стаж һәм пенсияға һуңғараҡ ҡалып сыҡҡан өсөн "дәртләндереү" коэффициенттарын индереү. Мәҫәлән, хаҡлы ялға сығыу йәшенән һуң йәнә биш йыл эшләһәң, пенсияңдың яҡынса 1,5 тапҡырға артыуы мөмкин.
Пенсияның структураһын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙылар, ул элеккесә өс өлөштән торасаҡ. Нигеҙ өлөшө — дәүләт тарафынан гарантияланған минимум, ул федераль бюджеттан түләнәсәк. Ә бөгөн пенсияның нигеҙ өлөшө эшләүсе граждандарҙың иғәнәләре иҫәбенән түләнә, бары өлөшләтә генә бюджеттан ҡаплатыла.
Нигеҙ өлөштө йылына бер тапҡыр, пенсионерҙың йәшәү минимумы үҙгәреүенә ярашлы, индексацияларға уйлайҙар (яҡынса инфляциянан 1 процентҡа юғарыраҡ булырға тейеш).
Пенсияның страховка өлөшө һеҙҙең стажға һәм эш хаҡы кимәленә бәйле буласаҡ. Формула өҫтөндә эшләүселәр ошо өлөшкә эйә булыу хоҡуғы өсөн кеше иңенә төрлө йөкләмәләр һалған: минималь хеҙмәт стажын әлеге биш йылдан 15 йылға саҡлы күтәргән, һәр кемдең 15 йыл дауамында иғәнәләрҙең (ике МРОТ-тан) минималь суммаһын (22 %) күсереп барыуын (йәки бер МРОТ-тан 30 йыл буйына) талап иткән. Үкенескә ҡаршы, үрҙә әйтелгән шарттарҙы үтәй алмағандар бары социаль пенсияға ғына иҫәп тота ала.
Эш осоронда һәр граждан балл йыясаҡ, пенсия иҫәпләгәндә ул аҡсаға күсерелә. Балдарҙы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн дә биреүҙәре ихтимал (мәҫәлән, армияла хеҙмәт иткән, балалар үҫтергән өсөн).
Йәш коэффициентына һәм коэффициент ҡиммәтенә ҡабатланған ошо балдарҙың суммаһы һеҙҙең пенсия була ла инде. Балдың ҡиммәте йыл да үҙгәрәсәк. 2015 йылда ул, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 647,7 һум тәшкил итергә тейеш.
Йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин: Хөкүмәт, реформаға ярашлы яңы пенсия формулаһын индереп, Фонд бюджетындағы ҡытлыҡты кәметәсәк. Әммә ябай халыҡҡа (тотороҡло эш урыны булмаған, Пенсия фондына иғәнәләр күсермәгән, эш хаҡын "конверттарҙа" алған, эш хаҡы бәләкәй булған һ.б.) ҡартлыҡта лайыҡлы пенсия алыу бәхете тәтемәйәсәге көн кеүек асыҡ.
Яңы талаптарға ярашлы, лайыҡлы пенсияға бары оҙаҡ эшләгән, юғары эш хаҡы алғандар ғына өмөт итә ала! Уны ҙур күләмдә алыу өсөн эш хаҡының ил буйынса уртаса кимәлдән кәм тигәндә ике тапҡырға күберәк булыуы шарт. 2015 йылға күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, эш хаҡы йылына 1 миллион һум тәшкил иткәндә һәм оҙайлы стажға эйә булғанда ғына ҡартлыҡта биш йәшәү минимумына тиң пенсия алыуға хоҡуҡлыһың. Ә ил буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы алыусылар пенсионерҙың өс йәшәү минимумына тиң күләмдәге пенсияға иҫәп тота ала.
“Һоро” эш хаҡы алған йәки тейешле стажды тултырмаған оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифаты түбәнәйә. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыттары еткәс тә, уларға эштәрен дауам итергә йәки дәүләттең 5 мең һум күләмендәге нигеҙ пенсияһы менән хушһынырға тура киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529